Инфоурок Другое Научные работыЗаманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә төп талаптар” темаһына курс эше

Заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә төп талаптар” темаһына курс эше

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты

 

 

 

“Заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә төп талаптар”

темаһына курс эше

 

 

 

 

 

 

Эште башҡарҙы

курсты тыңлаусы

Усманова Вәсилә Борис ҡыҙы

 

Тикшерҙе

курстың етәксеһе

Рәхмәтуллина Зәғиҙә Әйүп ҡыҙы

 

2016 йыл

 

Йөкмәткеһе.

 

Инеш һүҙ................................................................................................3

Заманса дәреслектәр кәрәк....................................................................4

Заманса алымдар, технологиялар ҡулланыу кәрәк.................5

Дәрестә нимәләргә иғтибар итергә?.....................................................6

“Һәр дәрес асыш булырға тейеш”………………………………………7

Традицион һәм заманса дәрес типтарының айырмаһы...........8

Заманса  дәрескә әҙерлек барышында нимәгә нығыраҡ иғтибар итергә һуң?    .............................................................................  ......10

Дәресте үткәргәндән һуң....................................................................11

Башҡорт теле дәрестәрендә башҡорт рухы тәрбиәләү....................12

Йомғаҡлау..............................................................................13

Ҡулланылған әҙәбиәт..............................................................................14

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Инеш һүҙ.

Мәғарифты модернизациялау, яңы федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу туған тел уҡытыусылары алдына юғары талаптар ҡуя.

Мәктәптә алған белемде артабан тормошта ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусының үҙалллылығын һәм ижади фекерләүен әүҙемләштереү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, төрлө яҡлап үҫешкән илһөйәр һәм туған телен хөрмәт иткән, һөйгән шәхес тәрбиәләү-башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп маҡсаты.

       Шәхес үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә туған тел дәрестәре роле сикһеҙ. Дәрес - балаға белем биреүҙең төп формаһы. Белем һәм тәрбиә төшөнсәләре үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнешкә ингән. Бөгөнгө Башҡортостандың яңы гражданы етәксе, иҡтисадсы, хоҡуҡ белгесе, ғалим һәм башҡа шундай һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булырға тейеш. Милләтебеҙҙе үҫтерерҙәй шәхестәр кәрәк. Улар иһә дәрестә тәрбиәләнә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Заманса дәреслектәр кәрәк.

Хәҙерге осорҙа белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр заман дәрестәренә яңы талаптар ҡуя. Элек уҡыусыларға әҙер белем бирелһә, бөгөнгө талаптар буйынса уҡытыусылар баланы күберәк үҙаллы белем алырға өйрәтергә, уларҙың эшмәкәрлегенә объектив баһа бирергә, шәхес булып формалашыуына, үҫешенә йоғонто яһарға  тейеш.

Дәрес ниндәй булырға тейеш? Дәрес белем алыуҙың төп формаһы. Ошо ваҡыт эсендә уҡытыусы программа материалын өлөшләтә үҙләштереүҙе тормошҡа ашыра. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусы дәрестең төрөн, маҡсатын, структураһын, матди һәм психологик шарттар булдырыуҙы аныҡ билдәләргә тейеш.

Башҡорт теле дәрестәре заман талаптарына тап килһен өсөн уҡыусыларға тәрән һәм төплө белем биреү өсөн ҡыҙыҡһыныу  тыуҙырырлыҡ, мауыҡтырғыс, үҙенә йәлеп итерлек дәреслектәр буйынса уҡытылырға тейеш.

Минеңсә, дәрестәр ошондай булырға тейеш:

-балаларҙың танып белеү һәләттәренең үҫеш кимәлен иҫәпкә алыу;

-баланың ҡыҙыҡһыныуын, ихтыяжын иҫәпкә алып, темаларҙы һәм күнегеүҙәрҙе мауығтырғыс йөкмәткеле һәм заманса итеп әҙерләү;

-балалар менән берлектә белемде эҙләп табыу , өйрәнеү, яңы төшөнсәләр уйлап табырлыҡ итеп кнегеүҙәр алыу, телмәр эшмәкәрлегенең 4 төрөнә лә айырым иғтибар итеү;

-башҡорт телен, әҙәбиәтен, халыҡтың мәҙәниәтен , традицияларын өйрәнеүҙе бергә алып барыу, предмет –ара бәйләнеш алып барыу

-күргәҙмәлелектең сифатын яҡшыртыу.

Ғөмүмән, уҡытыуҙың төп әсбабы булараҡ , дәреслектәр заманҙа ярашлы даими үҙгәртелеп, тулыландырылып, камиллаштырылып торорға тейеш.

Заманса алымдар, технологиялар ҡулланыу кәрәк.

Дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың һөҙөмтәле төрҙәрен, ысулдарын, технологияларын эҙләргә, табырға, уңышлыларын ғәмәлгә индерергә кәрәк. Балаларҙың танып-белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү һәләтен, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән саралар ҡулланыу мотлаҡ. Дәрес темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлек яңы алымдар, технологиялар һайлап алыу отошло.

Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеүҙә күп кенә яңы технологиялар ҡулланыла .Тәнҡитле фекерләү, проблемалы уҡытыу, проект, эҙләнеү, үҫтереүсе һәм башҡа технологияларҙы ҡулланыу эште ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойошторорға, баланың фекерләү ҡеүәһен, танып-белеү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтерергә булышлыҡ итә.

Шул бөтә технологияларға адаптив системаны бер рәттән индереү башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын үҫтереүгә ҙур мөмкинселектәр бирә. Был система нигеҙендә уҡыусыларҙың дәрестә парҙар менән эшләүе мотлаҡ. Адаптив системаны ҡулланыу балаларҙы башҡорт телендә күберәк аралашырға, уҡырға өйрәтергә, һүҙлек эшен, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен әүҙемләштерергә, коммуникатив маҡсатҡа тиҙерәк ирешергә мөмкинлек тыуҙыра. Уҡыусылар дәрестә үҙаллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, һөйләргә, иптәшеңде иғтибар менән тыңларға һәм баһа бирергә тиҙ арала өйрәнә, шулай уҡ балаларҙа дуҫлыҡ, бер-береһенә ихтирам тойғолары ла тәрбиәләнә. Юғарыла күреүебеҙсә, уҡытыу процесы белем биреү, шәхес тәрбиәләү, үҙаллы бе­лем алыуға өйрәтеүҙең ҡаҡшамаҫ берҙәм­леген тәшкил итә. Йәғни уҡыусы уҡырға, укытыусы белем биреү менән етәкселек итергә, уҡыусыны үҙаллы белем алырға өйрәтергә һәм шәхес итеп тәрбиәләргә тейеш.

Дәрестә нимәләргә иғтибар итергә?

Шулай итеп, бөгөнгө көндә яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары заманса дәрестәргә дөйөм талаптар билдәләй:

 ● яҡшы йыһазландырылған кабинетта ойошторолған дәрес һәйбәт башланып, һәйбәт тамамланырға тейеш;

 ● уҡытыусы дәрестең темаһын, маҡсатын, бурыстарын аныҡ формалаштырып, үҙенең дә, уҡыусыларының да эшмәкәрлеген планлаштыра;

● дәрес ниндәй ҙә булһа проблеманы хәл итеүгә ҡоролған һәм үҫтерешле булырға тейеш: уҡытыусы үҙе лә уҡыусылар менән хеҙмәттәшлеккә ынтыла һәм шул уҡваҡытта уҡыусыларҙы ла уҡытыусы һәм класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтә белә;

● уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуациялары ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә;

● уҡыусылар үҙҙәре һығымта яһай;

● дәрес ижади мөхиттә үтә;

● ваҡытты һәм һаулыҡты һаҡлау талаптары үтәлә;

● иғтибар үҙәгендә – уҡыусылар;

● уҡыусыларҙың белем кимәлен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эш материалы һайлана;

● уҡыусыларҙың психофизиологик, индивидуаль, кластың профиль үҙенсәлектәрен, кәйеф­тороштарын иҫәпкә алына;

● уҡытыусының үҙ методик оҫталығын күрһәтә, файҙалана белеүе мөһим;

● кире бәйләнеш булдырыу;

 ● дәрес ыңғай психологик мөхиттә үтергә тейеш. Яңы шарттарҙа уҡытыусы түбәндәге педагогик техника принциптарына таянып эшләргә тейеш:

● һайлау ирке (белем биреүсе йәки етәксе эшмәкәрлектә уҡыусыға һайлау хоҡуғы бирелә);

● асыҡлыҡ (белем биреп кенә ҡалмай, уның сиктәрен дә күрһәтеү, уҡыусыны сиселеше өйрәнелеүсе курс сиктәренә сыҡҡан проблемалар алдына ҡуйыу);

● эшмәкәрлек (уҡыусылар тарафынан белемдәрҙең эшмәкәрлек формаһында үҙләштерелеүе, йәғни уҡыусы алған белемдәрен практикала ҡуллана, файҙалана белергә тейеш);

● идеаллыҡ (эшмәкәрлектең юғары һөҙөмтәлелеге, уҡыусыларҙың үҙ мөмкинлектәрен, белемдәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын максималь файҙаланыу);

● кире бәйләнеш (белем биреү процесын кире бәйләнеш ысулдары системаһы ярҙамында контролдә тотоу).

 

“Һәр дәрес асыш булырға тейеш”

”Бөгөнгө белем биреү процесында уҡыусыларҙың үҙаллы белем ала (таба), кәрәкле мәғлүмәт туплай, гипотеза тәҡдим итә, һығымталар яһай белеүҙәрен формалаштырыусы алымдарҙы һәм методтарҙы ҡулланыу проблемаһы актуаль булып ҡала. Йәғни бөгөнгө уҡыусыла уның үҙаллы белем ала белеүен тәмьин итеүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалашырға тейеш. Шуға күрә лә белем алыуҙы ойоштороуҙа алға ҡуйылған бурыстарҙы һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисеүгә йүнәлтелгән системалы­-эшмәкәрлекле белем биреү ысулдары уңышлыларҙан һанала.

Бөтә белем биреү процесы хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән эшмәкәрлеккә ҡоролған булырға тейеш. Уҡыусы был процестың әүҙем ҡатнашыусыһы булғанда ғына ул эшмәкәрлеккә йәлеп ителеп, юғары сифатлы төплө белемгә эйә була. Яңы стандарттарға ярашлы дәрестә уҡыусының тирә­-яҡты танып белеүгә мотивацияһын булдырыу зарур, уға мәктәптә алған белемдең тормоштан айырмалы рәүештә алынған булмауын, ә киреһенсә, шәхес булараҡтормошҡа әҙерләнергә, уны танып белергә, тейешле мәғлүмәтте эҙләп табырға булышлыҡитеүен күрһәтеү мөһим. Тапҡан белемдәрҙе һәм күнекмәләрҙе реаль тормошта ҡулланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү ҙә талап ителә.

Яңы стандарттар уҡыу ситуацияһы тигән яңы термин индерә, был уҡыу процесының шундай айырым берәмеге уҡыусылар уҡытыусы ярҙамында үҙҙәренең хәрәкәт предметын билдәләйҙәр, төрлө уҡыу хәрәкәттәр ярҙамында уны тикшерәләр, уны үҙгәртәләр, мәҫәлән, формулировкаһын үҙгәртәләр, йә үҙҙәренсә тасуирлайҙар һ.б., өлөшләтә уны хәтерҙә ҡалдыралар. Уҡытыусы алдында айырым уҡыу эшмәкәрлеге берәмеге булараҡ уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ уҡыу бурыстарын уҡыу ситуацияһына әйләндерә  белеү бурысы ҡуйыла.

Дәресте төҙөгәндә иң мөһиме – уҡыусыларҙы төрлө эшмәкәрлеккә өйрәтеү.   Дәрестең яңы структураһында түбәндәге этаптарҙы билдәләргә була:

-   Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;

-   Проблема ҡуйыу;

-   Гипотезалар тәҡдим итеү;

-   Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү;

-   Тәүге (беренсел) белемде нығытыу;

-   Алған белемдең проект эшмәкәрлегендә сағылыуы.   

Уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтереү түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға тейеш:

1.     Уҡыусының йәш үҙенсәлеге;

2.     Уҡыу предметының үҙенсәлеге;

3.     Уҡыусыларҙы универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыуы.

 

 Традицион һәм заманса дәрес типтарының айырмаһы.

Эш практикаһында киң таралған ҡатнаш дәрес миҫалында дәрестә уҡыутыусы менән уҡыусы эшмәкәрлегенә талаптарҙы ҡарап үтәйек:

Дәрескә талаптар

Традицион дәрес тибы

Заманса дәрес тибы

Дәрестемаһыниғланитеү

Уҡытыусы уҡыусыларға хәбәр итә (еткерә)

Уҡыусыларүҙҙәреформалаштыра

Маҡсатты һәм бурыстарҙы хәбәр итеү

Уҡытыусы формалаштыра һәм уҡыусыларға нимәгә өйрәнергә тейеш булыуҙарын хәбәр итә (еткерә)

Белгәндәренең һәм белмәгәндәренең сиген билдәләп, уҡыусылар үҙҙәре формалаштыра

Планлаштырыу

маҡсатҡа ирешеү өсөн, уҡытыусы уҡыусыларға ниндәй эштәр башҡарырға тейеш икәндәрен хәбәр итә

Уҡыусылар тарафынан ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү юлдары билдәләнә

Уҡыусыларҙың практик эшмәкәрлеге

уҡытыусы етәкселеге аҫтында уҡыусылар практик эштәр башҡара (ғәҙәттә фронталь ысул менән)

Уҡыусылар үҙҙәре билдәләгән планға ярашлы белем алыу эшмәрлеген тормошҡа ашыра (индивидуаль һәм төркөм)

Контролдетормошҡаашырыу

Уҡытыусы уҡыусылар тарфынан практик эштәрҙең башҡарылыуын контролдә тота

Уҡыусыларконтролдетормошҡаашыра (үҙконтроль, үҙ­ара контроль формаларыҡулланыла)

Коррекциянытормошҡаашырыу

Уҡытыусы уҡыусыларҙың эштәрҙе башҡарыу барышында һәм һөҙөмтәләре буйынса коррекцион эштәр үткәрә

Уҡыусылар килеп тыуған ауырлыҡтарҙы үҙҙәре хәл итергә тырыша

Баһалау

Уҡытыусы уҡыусыларҙың дәрестәге эштәрен баһалай

Уҡыусылар һөҙөмтәһенә ҡарап эшмәкәрлеккә баһа бирәләр

Йомғаҡлау

Уҡытыусы уҡыусыларҙың нимәне иҫтә ҡалдырыуҙарын асыҡлай

Рефлексия үткәрелә

Өй эшен биреү

Уҡытыусы иғлан итә һәм аңлата (ғәҙәттә барыһына ла бер үк эш)

Уҡыусылар үҙ мөмкинлектәренән сығып тәҡдим ителгән эш төрөн һайлап ала

  

Заманса дәрескә әҙерлек барышында нимәгә нығыраҡ иғтибар итергә һуң?      

Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттыры талаптарына ярашлы, заманса дәрескә әҙерлек барышында нимәгә нығыраҡиғтибар итергә һуң? Беренсе сиратта, алда әйтеп үткән дәрес этаптарын ҡарап үтергә кәрәк. Дәрестең уңышлылығы күпселек осраҡта уҡытыусының уға ни тиклем ентекле әҙерләнеүенә бәйле.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөҙөмтәле, сифатлы уҡытыуҙың нигеҙендә шулай уҡ уҡыусыларҙың дәрескә теләк менән килеүе, туған телгә ҡыҙыҡһыныуы ята. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә, дәрестә уларҙың әүҙем эшмәкәрлегенә алып килә. Шуның өсөн уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятыу алымдарын ҡулланыу мотлаҡ.Беренсеһен үтәү өсөн уҡытыусыға уҡыусыларҙың логик фекерләүен, эҙләнеү һәләтен үҫтереү буйынса системалы эш төрҙәрен файҙаланырға кәрәк. Бында күргәҙмәлектең, техник сараларҙың әһәмиәте ҙур. Электрон дәреслектәр, һүҙлектәр, презентациялар, слайдтар ҡулланыу уҡыусыларҙың белемен, телмәрен байыҡтыра, дәресте төрләндерә. Класс алдында эстетик зауыҡ менән эшләнгән таблицалар, схемалар, картиналар элеү, техник саралар ҡулланыу, тәрбиәүи әһәмиәтле текстарҙы файҙаланыу уҡытыусының телмәре, хатта һөйләү тоны ла уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға булышлыҡ итә. Проблемалы ситуация тыуҙырыу, күҙәтеү, сағыштырыу, эҙләнеү, анализлау, синтез алымдары шулай уҡ әһәмиәтле. Бала саҡта белем алыуға, ысынбарлыҡты танып-белеүгә ынтылыш бик көслө. Уҡыусыларҙың ошо һыҙаттарын һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡытыусы уларҙа белемде ижади үҙләштереү һәм ҡулланыу, үҙ аллы тулыландырыу теләге тәрбиәләүгә лә иғтибар итергә тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, баланың мәктәп йылдарындағы әүҙемлеген, ижади эшләү һәләтен белем алыу ихтыяжына буйһондорорға кәрәк. Алдына ҡуйылған проблеманы хәл итергә ынтылған уҡыусы уйлана, фекер йөрөтә, тикшерә, һығымталар яһай.

 

Дәресте үткәргәндән һуң.

Дәресте үткәргәндән һуң, уға ентекле анализ яһарға кәрәк. Төплө анализ дәрестең уңышлы йәки уңышһыҙүтеүен, ҡулланылған эш төрҙәренең һәм методтарҙың эффективлығын билдәләргә ярҙам итә, уҡыусыларҙың потенциалын асыҡлай, перспективаларҙы аса һ.б. Һәр дәрестән һуң уҡытыусы үҙенең дәресенә анализ яһағанда:

● ҡуйылған маҡсаттарға характеристика бирә һәм уларға ирешеү­ирешмәүҙе анализлай;

● материалдың күләме һәм уларҙы уҡыусыларҙың үҙләштереү сифаты тураһында мәғлүмәт бирә;

● уҡыусылар менән эшләүҙә ҡулланылған методтарға характеристика бирә һәм уларҙы уңышлылығы яғынан баһалай;

● уҡыусыларҙың әүҙемлеген баһалай һәм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ҡулланылған алымдарҙың эффективлығын билдәләй; ● үҙэшмәкәрлегенең айырым аспекттарына баһа бирә (телмәр, логика, уҡыусылар менән мөнәсәбәт булдырыу һ.б.);

 ● йомғаҡлауҙа уҡытыусы дәрестең сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтә һәм үҙ педагогик оҫталығын камиллаштырыу буйынса саралар билдәләй.

 

Башҡорт теле дәрестәрендә башҡорт рухы тәрбиәләү

Халыҡта шундай hүҙ ишетергә тура килә: башҡорт рухында тәрбиәләнгән, урыҫ рухында тәрбиәләнгән h.б. Кеше ниндәйҙер бер халыҡҡа, милләткә ҡарай. Шул рәүешле рухтың да милли үҙенсәлеге бар. Минеңсә, рух ул кешенең милли әхлаҡи көсө, милли үҙаң кимәле. Рухи яҡтан сәләмәт, көслө шәхес тәрбиәләүҙә башҡорт теле уҡытыусыhының роле ҙур. Сөнки бөгөнгө мәктәптәрҙә туған телдәге hүҙҙе башҡорт теле дәресендә генә ишетергә мөмкии. Балаларға рухи тәрбиә биреү, уларҙың милли үҙаңын үҫтереү юлдары бик күп. Әҙәбиәт дәресенең дауамы тел дәресендә, тел дәресенең дауамы әҙәбиәт дәресендә барырға мөмкин. Халыҡ ижады, урындағы тарих, ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәре, ер-hыу атамаларының тарихы hәм легендалары, беҙҙең нәҫелдең шәжәрәhе, ырыуыбыҙҙың төп символдары (ораны, тамғаhы, ҡошо, ағасы), халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, йолалар, ғөрөф-ғәҙәт менән бәйле материалдар башҡорт теле дәресендә киң ҡулланылырға тейеш. Бала үҙ нәҫеленең hөйләү теле менән дә ҡыҙыҡhыныусан. Был да уҡытыусының иғтибарынан ситтә ҡалмаhын. Тимәк, дәрестә предмет-ара бәйләнеш ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк.

         Ныҡлы белемле, башҡорт телен дә, урыҫ телен дә яҡшы белгән, төплө фекерле, инициативалы, тәртипле, үҙаллылыҡ, илһөйәрлек, гражданлыҡ сифаттарына эйә булған шәхес тәрбиәләү - заман талабы.

 

Йомғаҡлау.

 Шәхес үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә туған тел дәрестәре роле сикһеҙ. Дәрес - балаға белем биреүҙең төп формаһы. Белем һәм тәрбиә төшөнсәләре үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнешкә ингән. Бөгөнгө Башҡортостандың яңы гражданы етәксе, иҡтисадсы, хоҡуҡ белгесе, ғалим һәм башҡа шундай һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булырға тейеш. Милләтебеҙҙе үҫтерерҙәй шәхестәр кәрәк. Улар иһә дәрестә тәрбиәләнә.

Шулай итеп, белем биреү системаһында яңы стандарттарҙы ғәмәлгә индереү шарттарында уҡытыусынан дәресте проектлауға һәм үткәреүгә стандарт талаптарына ярашлы яңылыҡтар индереү талап ителә. Заман дәрестәре уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу аша уларҙа предмет һөҙөмтәләренән тыш метапредмет һөҙөмтәләрҙе лә формалаштырыуҙы күҙаллай. Уҡытыусылар алдында әле был технологияларҙы төплө үҙләштереү бурысы тора. Әйтелгәндәр традицион дәрестәрҙе бөтөнләй ғәмәлдән сығарыу тигәнде аңлатмай, һәр уҡытыусы йылдар буйы туплаған тәжрибәһенән ваз кисергә тейеш түгел. Балаларҙың ижади һәләттәрен, үҙ аллы белем алыу күнекмәләрен үҫтергән, үҙ фекерен әйтергә һәм гражданлыҡпозицияһын яҡларға өйрәткән традицион алымдар һәм уларҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡиткән формалар, бәхәсһеҙ, бөгөн дә актив ҡулланылырға хаҡлы һәм, хатта, беҙуларҙы ҡулланырға бурыслы ла. Бөгөн уҡытыусы заман талаптарына ярашлы үҙэш системаһын барлап сығырға, дәрестәрҙең, алым һәм формаларҙың эффектлығын, уҡыусылар эшмәкәрлеген ойоштороуҙың яңы мөмкинлектәрен эҙләргә бурыслы. Уҡытыусы үҙдәрестәренең ижадсыһы булып ҡала. Яңы стандарттар белем биреүҙең һөҙөмтәләренә яңы талаптар ҡуйып, яңы идеялар, ижади асыштар өсөн юл аса. Әгәр уҡытыусы элекке методтарҙың һәм эш алымдарының яңы стандарттар талаптарын тормошҡа ашырыуына булышлыҡитеүенә ышана икән, уларҙан бөгөн баш тартырға кәрәкмәй ҙә. Уларға бары яңы шарттарҙа заман технологиялары менән бер рәттән ҡулланылыш табырға кәрәк.

Заман менән бергә атлайым тиһәң, үҙ өҫтөңдә эшләүҙән туҡтарға ярамай. Яңы технологияларҙы үҙләштерергә, төрлө яҡлап белемеңде үҫтерергә, һөнәри бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып тәжрибә тупларға кәрәк.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.     М.И.Баһауетдинова,Г.Н.Йәғәфәрова.Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу/ Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.- 176 бит.

2.     Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау: ​Методик кәңәштәр. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2015. – 44 бит. Төҙөүсеһе: Илмөхәмәтов Ә.Ғ., ф.ф.к., БР МҮИ­ның башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты.

3.     Р.F.Аҙнағолов. Хәҙерге дәрес: уҡыу ҡулланмаhы. Үҙгәреш ле, икенсе баҫма. — Өфө: БашДУ, 2011. — 155 бит

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә төп талаптар” темаһына курс эше"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Руководитель образовательной организации

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 852 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.07.2017 3975
    • DOCX 38.3 кбайт
    • 77 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Усманова Василя Борисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Усманова Василя Борисовна
    Усманова Василя Борисовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 55400
    • Всего материалов: 27

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой