Жизнь и творчество Рауля Бикбаева

Предпросмотр материала:

Тема: «Тыуған ил йөрәктә»

Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады буйынса кластан тыш сара

ФИО: Хабибуллина Юлия Рафитовна

Муниципальный район: Советский

Школа: МАОУ “Лицей № 96”

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тема:  «Тыуған ил йөрәктә»

Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады буйынса кластан тыш сара

Маҡсат: 1) Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың тормошо һәм ижады менән танышыу;

2) Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү;

3) Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү уятыу.

Йыһазландырыу: проектор, дәреслек, китаптар күргәҙмәһе, Р. Бикбаевтың портреты.

Сараға әҙерлек: сара уйын- сәйәхәт формаһында үтә. Уҡыусылар ике командаға бүленә. Уйын-сәйәхәт 4 турҙан тора. Һорауҙарҙы презентация итеп әҙерләргә була. Командалар һорауҙарға яуап биреп, мәрәйҙәр йыя. Иң күп мәрәй йыйыусы команда еңеүсе була. Жюри ағзалары һайлана.

Сараның барышы.

I.                  Инеш өлөш.

1.     Ойоштороу. Сәләмләү.

2.     Уйын-сәйәхәттең темаһын асыҡлау.

Слайд.

23

1

27

12

16

 

2

13

14

2

1

8

3

      Теманы асыҡлар өсөн алфавитты иҫкә төшөрөгөҙ. Һандар алфавиттағы хәрефтәрҙең урыны менән тап килә.   

II.               Актуалләштереү.

III.           Төп өлөш.

1.     Уҡытыусының инеш һүҙе.

-         Хөрмәтле пассажирҙар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә сығабыҙ. Сәйәхәттең маршруты -  «Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады». Әҙәбиәт донъяһының ҡапҡаһын асыр өсөн һеҙгә викторина һорауына яуап бирергә кәрәк.

1-се тур. Викторина

1.     Башҡортостандың халыҡ шағиры.

а) А.С.Пушкин

б) Р.Бикбаев

в) М. Аҡмулла

г) М. Иҙелбаев

  2.  Р. Бикбаев ҡайҙа тыуған?

а) Өфө ҡалаһында

б) Ырымбур өлкәһендә

в)  Сибай ҡалаһында

г)  Силәбе өлкәһендә

3. Рауил Бикбаев нисәнсе йылда тыуған?

а) 1938 й.

б) 2001 й.

в) 1927 й.

г) 1989 й.

4. Нисәнсе йылдарҙа Р. Бикбаев Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара?

а) 1987-1988

б) 1995-2010

в) 2011-2017

г) 1997-2000

5. Р. Бикбаевтың тәүге шиғырҙар йыйынтығы.

а) “Дала офоҡтары”

б)  “Автобиография”

в)  “Карауанһарай”

г)  “Халҡыма хат”

- Афарин, уҡыусылар! Әҙәбиәт донъяһына рәхим итегеҙ! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады буйынса мөғжизәле сәйәхәткә сыҡтыҡ. Һеҙҙең юлығыҙҙа төрлө һынауҙар буласаҡ. Уңыштар һеҙгә!

2-се тур. Синквейн.

1 юл- 1 асҡыс һүҙ

2 юл- 1-се һүҙҙе характерлаусы 2 сифат яҙырға

3 юл- теманы асыҡлаусы 2 ҡылым яҙырға

4 юл- теманың мәғәнәһен асыҡлаусы 1 ҡыҫҡа һөйләм

5 юл- асҡыс һүҙҙең синонимын яҙырға.

1-    шағир

2-    талантлы, бөйөк

3-    яҙа, ижад итә

4-    Тыуған ил өсөн яна!

5-    Бикбаев

Сәйәхәтте дауам итәбеҙ! Һеҙҙең алдығыҙҙа бейек тау. Уны яулар өсөн һынау үтергә кәрәк.

3-сө тур. Әҙәби конкурс.

 Таҡтала ике тау һүрәте. Тауҙың бер өлөшөндә шиғырҙың юлдары яҙыла, икенсе өлөшөнә дауамын яҙырға кәрәк.

1.     – Республикам, бында башландың!-тип

(Әйткәнемдә ергә һоҡланып)

2.     Йырҙар яҙам. Халҡым түгел наҙан.

(Барып етер, тимен хаттарым.)

3.     Эй еркәйем! Уттар үткән халҡым

( Мәңгелеккә төйәк тапҡан ер)

4.     Салауат нисә йәшендә? –

(Ил ҡайғыһы уның башында.)

5.     Ҡотҡарырға ерҙә матурлыҡты...

(Һуң түгелдер әле, һуң түгел.)

6.     Туған телем минең! Күпме һүҙең

( Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.)

7.     Туғанынан яҙған – ярты йәтим,

( Туған теленән яҙған – мең йәтим.)

-         Афарин, уҡыусылар! Беҙ  һеҙҙең менән сәйәхәттең иң бейек нөктәһенә килеп еттек.

4-се тур. Ижади оҫтахана.

Уҡытыусы Р.Бикбаевтың “Башҡортостан бында башлана” шиғырын уҡый, ә командалар шиғыр буйынса һүрәт төшөрә. Шиғырҙы анализлау. Башҡортостан ҡайҙан башлана? һорауына яуап биреү.

IV.Йомғаҡлау.

Мәрәйҙәрҙе һанап, еңеүсене билдәләү.

-         Сәйәхәтебеҙ аҙағына ла килеп еттек. Шуны әйтке килә: ике команда ла әүҙем булды, Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады тураһында белемдәрен күрһәтте. Ысынлап та, Рауил Бикбаев – бөйөк шағир, тыуған иле өсөн янып йәшәгән кеше ине...

Ошо шиғыр юлдары менән сараны тамамлағым килә:

Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!

Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.

Йөҙөгөҙ аҡ булһын,

Минең кеүек,

Минең кеүек – Башҡортостан кеүек –

Был донъяға тура ҡарарлыҡ.

Жизнь и творчество Рауля Бикбаева

  • DOCX

Файл будет скачан в формате:

  • DOCX

Автор материала

Хабибуллина Юлия Рафитовна

учитель

  • На сайте: 8 месяцев
  • Всего просмотров: 143
  • Подписчики: 0
  • Всего материалов: 1
  • 143
    просмотров
  • 1
    материалов
  • 0
    подписчиков

Настоящий материал опубликован пользователем Хабибуллина Юлия Рафитовна.
Инфоурок является информационным посредником. Всю ответственность за опубликованные материалы несут пользователи, загрузившие материал на сайт. Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете на материал.

ИИ для создания материалов

Создавайте материалы с ИИ

Если готовые материалы не подошли — помогут нейросети

Конспекты, тесты, презентации, рабочие листы и другие материалы по ФГОС — под ваш урок, класс и цели занятия за пару минут.

Попробовать бесплатно

Выберите инструмент

~60

Нейросети могут ошибаться. Обязательно проверяйте ответы.

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы: