Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
1 слайд
Таңсулпан Ғарипова-
яҙыусы-драматург
Таңсулпан Ғарипова -
Башҡортостандың халыҡ
яҙыусыһы;
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты;
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре;
яҙыусы;
драматург;
шағирә;
уҡытыусы.
2 слайд
Баймаҡ районы
Күсей ауылында
йылдың
22 сентябрендә тыуған
Т. Ғарипованың тыуған ауылы
3 слайд
Мөхәмәтҡолов Хизбулла
Ғибадулла улы –
Башҡорт атлы дивизияһы яугиры,
йырсы – сәсән.
Баймырҙина Әсмә
Рәхмәтулла ҡыҙы –
Күсей ауылының тәүге
Совет уҡытыусыһы.
4 слайд
1982 йылда “Ялан сейәһе” исемле тәүге,
1987 йылда “Күгәрсен йыры” исемле икенсе хикәйәләр китабы баҫыла
5 слайд
.
Күсей ауылы. Тыуған ауыл
китапханаһында
6 слайд
Т. Ғарипова БДУ – ның
филология студенты.
IV курс.
1971 йыл.
7 слайд
Радио һәм телевидениела
йыш ҡына
сығыш яһай
йылда “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә хеҙмәт
юлын дауам итә.
8 слайд
Учалыла ”Урал йәшмәләре” әҙәби түңәрәген етәкләй. “Яйыҡ” гәзитен, башҡорт гимназияһын, ”Өлкәр” журналын, яҙыусылар ойошмаһын асыуҙа, музыка училищеһында башҡорт фольклор бүлеген ойоштороуҙа активлыҡ күрһәтә.
9 слайд
Учалыла йәшәгәнендә “Ай менән ҡояш бер генә”, “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” (әкиәт), ”Аҡ тирәк” исемле драма яҙа.
10 слайд
Әҫәрҙәре:
Ялан сейәһе. Хикәйәләр. Өфө. 1982.
Күгәрсен йыры. Хикәйәләр. Өфө. 1987.
Ай менән Ҡояш бер генә. Повесть, хикәйәләр. Өфө. 1990.
Бөйрәкәй. Роман, повесть һәм хикәйәләр. Өфө. 1997.
Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ. Әкиәттәр. — Өфө, 1999.
Бөйрәкәй. Роман - эпопея. Өфө. 2006 .
Илекәй. Повестар, хикәйәләр. Өфө. 2013.
Бөйрәкәй. Роман - эпопея. Өфө. 2016.
Буренушка. Роман - эпопея. Уфа. 2016.
Һайланма әҫәрҙәр. 1 том. 2017.
1986 йылда СССР һәм Башҡортостандың яҙыусылар союздары ағзаһы итеп алына
11 слайд
Яҙыусы - драматургтың байтаҡ әҫәрҙәрендә Учалы районындағы хәл - ваҡиғалар, билдәле кешеләр төп урынды алып тора. ”Ай менән ҡояш бер генә”, “Ялан сейәһе”, “Аҡ тирәктәр”, “Бөйрәкәй” әҫәрҙәрендә
был асыҡ сағыла.
12 слайд
“Тәңкәле ҡыҙ” спектакленән күренеш.
Сибай Башҡорт драма театры.
2003 йыл.
“Ғилмияза” спектакленән күренеш.
Мостай Кәрим исемендәге
Милли йәштәр театры.
2005 йыл.
13 слайд
“Т. Ғарипова – яңы типтағы романсы“, - тип яҙа Рафаэль Аҙнағолов.
14 слайд
“Йәй ташы” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”
исемле фильмды төшөрөү мәле.
Тансулпан Ғарипова фильмдең режиссеры Булат Йосопов менән.
15 слайд
Бөйрәкәй
Был китапта тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Ғарипованың роман - эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине. Тарих тирмәненә бойҙай бөртөктәреләй төшкән кеше яҙмыштары матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа һынау тота. Бәғзеһе онға әйләнә, бәғзеһе — кәбәккә...
Т. X. Ғарипова, 2004. А. Р. Мөхтәруллин, 2004
16 слайд
2004 й. “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһы З.Вәлиди исемендәге Республика китапханаһының “Йыл әҫәре”
(“Произведение года”)
2005 й. «Иң уҡылған әҫәр»
исеменә лайыҡ булды
17 слайд
Таңсулпан Ғарипова — Зәйнәб Биишеванан һуң “республиканың халыҡ яҙыусыһы” тигән абруйлы исемде алған икенсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы.
18 слайд
«…Әммә «Ватандаш»ҡа Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов йыл буйы саҡырһа ла, бая әйткәнемсә, урын һаҡлап тотһа ла, сығып китергә йөрәк етмәй торҙо. Бер Өфөгә килгәндә, ул саҡтағы мәҙәниәт министры, Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовҡа индем (Элек министрға шулай инеп була ине!). Хәлде һөйләнем. Бүлдермәй, тыныс ҡына тыңланы… «Минең бына ошолай итеп үтенесемде һөйләр кешем юҡ Өфөлә, – тинем. – Торлаҡ булмаһа, ошо йәштә нисек сығып китәйем? Ә бит йүнле – башлы яҙыусылар
Барыһы ла Өфөлә йәшәй...». «Тимәк, Таңсулпан Ғарипова атлы яҙыусыға Өфөгә юл
асылмаһа, мин ғәйепле булам? – тине министр».
19 слайд
Тормошо һәм ижады тураһында
Бер тамсыла ҡояш сағыла. Таңсулпан Ғарипова ижады тураһында: Фәнни-популяр мәҡәләләр йыйынтығы/авт.-төҙ. Ә.М. Муллағолова. Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһын, Ғилем, 2011.
Аҙнағолов Р.Ғ. Өйөрмәле йылдар ауазы: Таңсулпан Ғарипова ижады. Өфө. 2005.
Аҙнағолов Р.Ғ. Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе. — «Башҡортостан» гәзите, 2012 й., 26 сентябрь.
Аҙнағолов Р.Ғ. Яҡты яҙмышлы әҙибә. — «Башҡортостан», 2002 й., 21 сентябрь.
Аҙнағолов Р.Ғ. Бәхетле яҙмыш. — «Башҡортостан» гәзите, 2007 й,, 22 сентябрь.
Аҙнағолов Р.Ғ. Ижадына бурыслыбыҙ. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 12 август.
Аҙнағолов Р.Ғ. Әҙибәнең моңло биш йондоҙо. — «Башҡортостан» гәзите, 2004 й., 22, 23,25, 28 сентябрь.
Әминев Ә.М. Үҫеш юлдары. — Т. Ғарипова. Бөйрәкәй. Өфө, 1997 й., 5-8-се биттәр.
Бәҙретдинов С.М. Сулпан таңды уята. — Ҡан-ҡәрҙәштәр төйәге. Өфө, «Китап». 1998 й., 228-235-се биттәр.
Әлибаев З.А. Дәүер һулышы — герой характерҙарында. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 16 август.
Түләков Р.Ғ. (Рәйес Түләк). Изгелек менән яуызлыҡ араһы йыраҡмы? — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 29 март, 1 апрель.
Хәбиров Ә.Х. Үткәндәрҙе ваҡыт хөкөмөнә тарттырып. — Йәнле шишмәләр. Өфө, «Китап». 1996 й., 115-128-се биттәр.
Әхмәтйәнова Н. Кеше яҙмышы — халыҡ яҙмышы. — «Ағиҙел», 2002 й., №6, 153-155-се биттәр.
Ҡолһарина Г.М. Аяныс моң. — «Ағиҙел», 2000 й., 164-166-сы биттр.
Фәйзуллина З.Һ. Таң йондоҙо — Таңсулпан. — «Йәшлек» гәзите, 1997 й., 23 сентябрь.
Гәрәев Ә.С. Күгәрсен йыры. — «Йәшлек», 1997 й., 23 сентябрь.
20 слайд
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Өфөлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге IV Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Бөгөн «Башинформ» агентлығының конференциялар залында еңеүселәргә премиялар тапшырыу тантанаһы үтте. Сараны «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева алып барҙы.
Беренсе урынды яҙыусы Таңсулпан Ғарипова яуланы. Ул бәйгегә ике әҫәр тәҡдим иткән. Уның «Һабаҡ» хикәйәһе «Ағиҙел» журналында донъя күрәсәк.
21 слайд
Т. Ғарипова ҡәләмдәштәре менән
22 слайд
Әҙибәне Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме алыуы
менән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, ижади бейеклектәр теләйбеҙ!
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
6 656 262 материала в базе
Настоящий материал опубликован пользователем Шамигулова Рамзия Наиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалВаша скидка на курсы
40%Курс профессиональной переподготовки
500/1000 ч.
Курс повышения квалификации
36 ч. — 144 ч.
Курс профессиональной переподготовки
300 ч. — 1200 ч.
Курс повышения квалификации
36/72 ч.
Мини-курс
3 ч.
Мини-курс
6 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.