Инфоурок Другое Другие методич. материалыЖәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижадының сағылышы (эҙләнеү эше)

Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижадының сағылышы (эҙләнеү эше)

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Республика политехник лицей-интернаты

дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Жәлил Кейекбаевтың

Туғандар һәм таныштар" романында

халыҡ ижадының сағылышы

ҙләнеү эше)

 

 

 

 

 

Әҙерләне: Солтангәрәева Динә,

XI класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Ишкинина Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы,

Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы уҡытыусыһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Күмертау 2015


 

Йөкмәткеһе

 

Инеш.

I.           Жәлил Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижады, халыҡ йолаларының ҡулланыуы.

1.Романда мәҡәл-әйтемдәрҙең ҡулланыуы.

2.Халыҡ йырҙары - романдың биҙәге.

3. Романда һынамыштар, йолалар, халыҡ кәсеп-шөғөлөнөң сағылышы.

II.         Практик өлөш.

1.Слайд презентацияһы.

2.Фотомәғлүмәт.

Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

Ҡушымта.

 


Эҙләнеү эшенә рецензия

           

 

"Жәлил Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижадының сағылышы" исемле эҙләнеү эше XI класс уҡыусыһы Солтангәрәева Динә тарафынан әҙерләнгән, етәксеһе - Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы уҡытыусыһы Ишкинина Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы.

Уҡыусы романда халыҡ йолаларының, һынамыштарҙың, халыҡ ижады ынйыларының ҡулланыуын, кәсеп-шөғөл төрҙәренең тасуирланыуын ентекләп, бөртөкләп өйрәнә, һығымталар яһай. Ҙур күләмдәге материал туплауға өлгәшкән. Жәлил Кейекбаев тураһында тәнҡитсе ғалимдарҙың хеҙмәттәрен өйрәнә, үҙенсә һығымталар яһап, билдәле ғалимдарҙың фекере менән сағыштыра.

Эш бай йөкмәткеле килеп сыҡҡан. Иң мөһиме - уҡыусы эҙләнгән, мәғлүмәтте бөртөкләп йыйған, материалды системаға килтергән. Был эҙләнеү эшен Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа ҡулланырға мөмкин.

Ошоларҙан сығып, авторға  республика уҡыусыларының эҙләнеү эштәре конференцияһында ҡатнашырға тәҡдим итәм.

 

 

 

 

 

 

Рецензент, РПЛИ ДБДББУ-һы директорының

фәнни эштәр буйынса урынбаҫары                                                                С.С. Исакова


ИНЕШ

 

2015 йылдың 25 октябрендә халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе, тәүге фән докторы, донъя кимәлендәге атаҡлы ғалим, педагог, билдәле яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл тула.

Эҙләнеү эшебеҙ ошо оло шәхестең әҙәби мираҫына бағышлана.

Жәлил Ғиниәт улы - башҡорт теленең тамырын нығытыуға, уны һаҡлауға, телдең ҡеүәтен үҫтереүгә ҙур көс һалған ғалим-шәхес. XX быуаттың 40-сы йылдарынан башҡорт тел ғилеменең байтаҡ өлкәләрен профессор Кейекбаев беренселәрҙән булып өйрәнә. Ул - Башҡорт дәүләт университетының беренсе проректоры ла.

 

Эштең актуаллеге: Ж.Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл тулыуҙы бөтә Башҡортостан ғына түгел, сит ил ғалимдары ла билдәләгәндә, был эҙләнеү эше бөгөнгө көндә актуаль тип иҫәләйбеҙ.

Ж.Кейекбаев башҡорт тел ғилеме өсөн янып-көйөп йөрөгән оло йөрәкле ғалим генә түгел, бәлки талантлы яҙыусы, тәржемәсе, фольклорсы булараҡ та киң билдәле.

Үҙе үлгәндән һуң 29 йыл үткәс кенә донъя күргән "Туғандар һәм таныштар" (1975) романында яҙыусы халыҡ ижадын, халыҡ аҡылын, халҡыбыҙҙың йолаларын бөтә тулылығында һүрәтләй.

 

Ғилми эштең маҡсаты:

-билдәле яҙыусы Ж.Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижадының сағылышына байҡау яһау;

-романдың йөкмәткеһенән сығып, әҫәрҙә мәҡәл-әйтемдәрҙең, һынамыштарҙың халыҡ йырҙарының, йолаларының, кәсеп-шөғөлөнөң ҡулланыуына байҡау яһау;

-слайд презентацияһы төҙөү.

 

Ғилми эштең бурыстары:

1."Туғандар һәм таныштар" романының Ж.Кейекбаев ижадында тотҡан урынын билдәләү;

2.Халыҡ ижадының әҫәрҙә сағылдырылыуын асыҡлау;

3.һынамыштар, халыҡ кәсеп-шөғөлөнөң романда яҡтыртылыуын күҙәтеү.

 

Эҙләнеү методтары:

-китап, ваҡытлы матбуғат биттәренән, Интернеттан мәғлүмәт йыйыу;

-романдың йөкмәткеһе менән танышыу һәм анализлау;  романда халыҡ ижадының сағылышын эҙмә-эҙлекле өйрәнеү; -фотомәғлүмәт эҙләү, системаға килтереү.

 

Эштең теоретик әһәмиәте булып "Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижадының яҡтыртылыуы тураһында мәғлүмәт йыйыу тора.

 

Практик әһәмиәте: Ғилми эҙләнеү барышында романда халыҡ ынйыларын барланыҡ. Ваҡытлы матбуғат материалдары менән таныштыҡ. Ҙур ғалимдарҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалдыҡ. Презентация яһаныҡ. Кем Ж.Кейекбаевтың ижады менән ҡыҙыҡһына, уларға кәрәкле материал булыр, тип уйлайбыҙ.

 

Эштең структураһы.

Эҙләнеү эше төп өлөштән һәм практик өлөштән тора. Төп өлөш өс бүлеккә бүленә. Тәүгеһендә мәҡәл-әйтемдәрҙең ҡулланыуын, икенсеһендә - халыҡ йырҙары, өсөнсөһөндә - һынамыштар, йолалар, халыҡ кәсеп-шөғөлөнөң сағылышын ҡараныҡ.

Тюркологияла киң билдәле ғалим, профессор, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ваҡытлы матбуғат биттәрендә ("Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәре) материал күп баҫылды.

Романдың йөкмәткеһен яңы күҙлектән ҡарап сығыу ҙа эште тулыландырҙы, белемде байытты.


Жәлил Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар"романынца

халыҡ ижадының сағылышы

1. Романда мәҡәл-әйтемдәрҙең ҡулланыуы

2011 йылдың 27 октябрендә күренекле башҡорт ғалимы, киң билдәле төркиәтсе, талантлы яҙыусы, профессор Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Башҡорт дәүләт университетында "Профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев һәм уның Урал-алтай, төрки ғилемендәге хеҙмәттәре" тип исемләнгән Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә.

-Халыҡтарҙың тарихында шундай кешеләр була: улар быуындарҙы үҙҙәренең ижады менән генә түгел, ә һоҡланғыс ғүмере, сағыу тормош юлы, юғары кешелек сифаттары менән дә тәрбиәләй. Профессор Жәлил Ғиниәт улы тап шундай шәхес, үҙ халҡының аҫыл улы ине, - тип филология фәндәре докторы, профессор, Татарстан Республикаһының Фәндәр Академияһы академигы Мирфатих Зәкиев.

Белеүебеҙсә, Жәлил Ғиниәт улы башҡа милләттәрҙең телен генә өйрәнеп ҡалмаған, уларҙың тарихын да, әҙәбиәтен дә, фольклорын да, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, хатта йыр-бейеүҙәрен дә бөтә камиллығында белгән.

Ж.Ғ.Кейекбаевтың тормош юлы һәм хеҙмәттәре менән йәш сәсәндәрҙең "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсына әҙерләнгәндә танышырға тура килде.

"Туғандар һәм таныштар" романында Ташбатҡан ауылы йөҙөндә башҡорт халҡы тарихы, милләттең йәшәйеш ҡанундары, донъяға ҡарашы сағыла.Ж.Ғ.Кейекбаев романын өйрәнеү, уның аша милләттең менталитетын, күңел донъяһын аңлау- үҙ асылыңды аңлау тигән һүҙ.

 Әҫәр - халыҡ мәҡәлдәренә, әйтемдәргә, һынамыштарға, йолаларға, йырҙарға, һамаҡтарға, риүәйәттәргә бай һандыҡ икән. Уларҙа – телдең һәм халыҡтың энциклопедияһы. Романды уҡыу барышында халыҡ ижадының был әҫәрҙә сағылышын өйрәнеү теләге тыуҙы.

Роман геройҙарының теле аша Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев беҙгә бай мираҫ ҡалдырған. Яҙыусы халыҡтың меңәр йылдар буйы йыйған мәҡәл-әйтемдәрен оҫта файҙалана. Ағалы-ҡустылы Шәйәхмәт, Баһау, Әхмәҙи аталарынан ҡалған мираҫты бүлешеү эпизодында ғына ла Хажғәле олатай ундан артыҡ мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡуллана. Яҙыусы, халыҡ теле, халыҡ аҡылы һәр ваҡыт хаҡ, дөрөҫ, тип әйтергә теләй.Шулай итеп, Ж.Кейекбаевтың мәҡәл-әйтемдәр донъяһын барлап сығайыҡ:

        1. Ат дағалатҡанда баҡа ботон ҡыҫтыра (76 бит).

1.            Ике ҡанат, бер ҡойроҡ.

2.             Атам туғаны, инәм ҡәрендәше бармы?

3.             Ҡарға  ҡарғаның күҙен соҡомай (85 бит) .

4.             Кәләш алыу ни  кәрәк, ике батман ит кәрәк (146 бит).

5.  Һүҙ  юҡта  һүҙ  булһын, ата ҡаҙың  күкәй һаламы, ҡоҙағый, тигәндәй (128 бит).

6.             Иләк эсендә һыу торамы?

7.            Ир бала аяҡҡа баҫһа, ат башына йәбешә.

8.     Ат күрмәгән ат күрһә, һуға-саба үлтерә, тун күрмәгән тун күрһә, һаға-һуға бөтөрә (267 бит).

9.     Ҡыҙғанғандыҡын ҡыҙыл эт ашаған (272 бит)..

10.Ярлы өҫтөнә ярҡа йығылыр (289 бит).

11.Ат һимерһә, эйәһен тешләр (294 бит).

12.Ул әсәһе - гөбөрнатыр, ҡыҙ әсәһе боҫоп ятыр.

13.Ҡатайҙың эскәне - ҡатыҡ, ҡатығы бөтһә, ятыр ҡатып.

14.Бай яңы кейем кейһә, ҡотло булһын, ярлы кейһә, кемдеке  тип һорайҙар(298 бит).

15.Төшөп ҡалған - юғалтҡан, тапҡан - алып ҡапҡан (299 бит).

16.Тәҡдиргә тәҡбир юҡ.

17.Таба майламайынса ҡупмай торған, эт ауыҙына һөйәк кәрәк.

18.Эт яманы буранда йөрөр (147 бит).

19.Ҡарға һимерһә, тиҙәк суҡып, суҡышын бысратыр (344 бит).

20.Андыҙ бар ерҙә ат үлмәҫ (12 бит).

21.Илаһаң һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға (18 бит).

22.Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрә килһен (18 бит).

23.Алғы менән киткән ҡайтыр, арҡаһы менән киткән ҡайтмаҫ (25 бит).

24.Атай малы- ҡатай малы (29 бит).

25.Маллы байҙан уллы бай (29 бит).

26.Ике туған ирешер, атҡа менһә, ярашыр (29 бит)

27.Һүҙҙең ҡыҫҡаһы, арҡандың оҙоно яҡшы (29 бит).

28.Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигән боронғолар (39 бит).

29.Кешенең аты уҙғансы, үҙеңдең тайың уҙһын, тигән боронғо бабайҙар (39 бит).

30.Туҡмалғыһы килгән бала атаһының һаҡалы менән шаяра, тигәндәр (40 бит).

31.Бер йыл тартай һимерһә, икенсе йыл бүҙәнә һимерә, тигәндәр (48 бит).

32.Батырға ла ял кәрәк (54 бит).

33.Беҙ ҡапсыҡта ятмай (58 бит).

34.Байлыҡ- бер айлыҡ (59 бит).

35.Ятып ҡалғансы атып ҡал (61 бит).

36.Ауыҙыңды асһаң, үпкәң күренә (63 бит).

37.Атанан күргән уҡ юнған (64 бит).

38.Янтауына күрә ҡапҡасы (74 бит).

39.Бәхетһеҙҙең тоҡсайы тишек була (82 бит).

40.Өйө бейек, өйрәһе һыйыҡ, тип белмәй әйтмәгәндәр боронғолар (85 бит).

41.Юнышҡан ерҙә юнысҡы ҡала (114 бит).

42.Ир үлгәндә дан ҡалыр (146 бит).

43.Һайлаған һаҙға, осраған таҙға (209 бит).

44.Байҙың эше фарман менән, кеҫә тулы дарман менән (252 бит).

45.Ярлыға ямау ҙа йыуаныс (272 бит).

46.Йөрөгәнгә йүрмә эләгә (284 бит).

47.Минән киткән, эйәһенә еткән (285 бит).

48.Үҙеңдең өйөңдәге хәлде күршеңдән һора, тигәндәр боронғолар (345 бит).

 

Романда ҡулланылған мәҡәл-әйтемдәрҙе бер нисә төркөмгә классификацияларға мөмкин.

1.Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре: Ятып ҡалғансы атып ҡал. Тамағыңды алдан ебетеп ал, һөйләүе еңел булыр.

2.Ижтимағи тормош: Көсөң етмәгәс, салғыға йәбешмә. Байлыҡ – бер айлыҡ. Малы байҙан уллы бай.

3.Көнкүреш, йолалар, ғаилә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре: Бер йыл тартай һимерһә, икенсе йыл бүҙәнә һимерер. Үҙеңдең өйөңдәге хәлде күршеңдән һора. Ике туған ирешер, атҡа менһә, ярашыр. Улдың бер күҙе юҡ, ҡолдоң ике күҙе юҡ.

4. Шәхси сифаттар: Тәүәккәлләгән таш йотҡан. Эт яманы буранда йөрөр.

           5.Донъя, ғүмер, яҙмыш тураһында уйланыуҙар: Илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға. Баш һау булһын, һаулыҡ- байлыҡ тигәндәр.

 

2.Халыҡ йырҙары - романдың биҙәге.

Ж.Кейекбаев үҙе боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын яратҡан, йыр-моңға бай кеше була.Ул романда халыҡ йырҙарын, бәйеттәрҙе лә урынлы ҡуллана.

"Йәлмәрҙәк" йыры (85 бит)

"Әсҡәпъямал" йыры (87 бит)

Рекрут йыры (254 бит)

Һалдат бәйете (305 бит)

Әхмәҙи менән Ваһап ҡарт тәпегә төшкән айыу әсән бәхәсләшкәндә лә автор килешле генә итеп Ырымбур һәм һамар буры тураһында әкиәтте ҡыҫтырып ебәрә. ("Коҙғондоң йомортҡаһын, бурҙың итек табанын урлау ваҡиғаһы, 112-113 биттәр).

 

3. Романда һынамыштар, йолалар, халыҡ кәсеп-шөғөлөнөң сағылышы.

Романда һынамыштар, йолалар, халыҡ кәсеп-шөғөлөнөң ҡулланылыуы әҫәрҙе тағы ла йәмләй.

Ямғыр яуыуын билдәләүсе һынамыштарҙы ғына ла әллә күпме осратырға мөмкин. Ямғыр яуа, әгәр:

-йылҡы малы бышҡырһа;

-бал ҡорто кейәгә сығып ятһа;

-ҡаҙҙар ҡаңғылдашып осһа;

-һарыҡ-кәзә тыжынһа;

-бик ауырайтып, бил-баш һыҙлап торһа;

-ысыҡ иртән төшмәһә;

-Мүкле тау үкерһә.

 

Халҡыбыҙҙың туй йолаһы ла әҫәрҙә бөтә тулылығында бирелгән. Яусылау, ҡыҙ һоратыу, кәләш кейәүләү, ҡыҙ оҙатыу, сеңләү 243-246 биттәрҙә һүрәтләнә.

Урман менән бәйле йолалар: туғын сабыу, сана табаны бөгөү, тәгәрмәс туғыны яһау, муйыл ярыу, һалабаш бәйләү ( йүкәне һыуға батырыу), таҡта ярыу.

Халыҡ кәсеп-шөғөлө: муйыл сыбығынан үреп ултырғыстар яһау, күнәк, тәпән, көрәгә, батман эшләү.

һунарсылыҡ менән бәйле шөғөл:

Бөтә һаналып киткәндәрҙән тыш Ташбатҡан ауылы халҡы төлкө, тейен, һуҫар, шәшке, ҡамаға һунар итеү менән мәшғүл. Айыуға тәпе ҡороу нескәлеген  дә яҙыусы бар тулылығында һүрәтләй.

 


II. Практик өлөш

Эшебеҙҙең практик өлөшөндә Жәлил Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар"'романында халыҡ ижадының сағылышына ҡағылышлы материалды ваҡытлы матбуғат биттәренән эҙләнек.

Интернет селтәренә лә мөрәжәғәт итергә тура килде.

Слайд презентацияһын төҙөгәндә романда халыҡ ижадының сағылышын бөтә тулылығында яҡтыртҡан материал ҡулланырға тырыштыҡ.

Әҫәрҙе уҡығанда  халыҡ ижады  ынйыларын  сүпләп йыйыу ҙа  күңелде байытты.


Йомғаҡлау

 

 

Билдәле яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижадының, халыҡ аҡылының ҡулланыуын ҡарап сыҡҡандан һуң шундай һығымтаға килдек.

Ж.Ғ.Кейекбаев үҙенең “Туғандар һәм таныштар” романында халыҡ ижадына хас жанрҙарҙы барыһын да тиерлек киң ҡуллана. Улар әҫәрҙе тәрән мәғәнәле һәм образлы итеүгә булыша, персонаждарҙың телмәрен байыта.

Туған телен ысын күңелдән ололай, хөрмәт итә белгән, уны артабан үҫтереү, байытыу, киләсәк быуындарға бай килеш ҡалдырыу өҫтөндә эшләгән кеше генә халыҡ ижадын шулай ҡуллана алалыр. Халыҡ теле, халыҡ аҡылы һәр ваҡыт хаҡ, дөрөҫ. Оло ғалим романдың геройҙары аша беҙгә шуны еткерергә теләй.

Ж.Ғ.Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романы –башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, йола-традицияларын һүрәтләү йәһәтенән энциклопедик характерҙағы әҫәр.

Икенсенән, телмәребеҙҙә күберәк әйтем, мәҡәлдәрҙе файҙаланһаҡ, телебеҙ бай ҙа, яғымлы ла булыр.

 Телһөйәр, илһөйәр,ғалим, яҙыусы халҡыбыҙ күңелендә мәңге йәшәр.


Ҡулланылған әҙәбиәт

 

1.     Абдуллина Л. Донъя кимәлендәге юғарылыҡ һәм мәртәбә.
"Башҡортостан" гәзите, 22 октябрь 2011.

2.            Бикәнәсова Р. Юбилейға әҙербеҙме? "Башҡортостан" гәзите, сентябрь 2011.

3.           Бикәнәсова Р. Ныҡлы нигеҙ ташы."Башҡортостан" гәзите, 27 октябрь 2011.

4.            Гәрәева Г. Тос йөкмәткеле ижад. "Башҡортостан" гәзите, 27 октябрь 2011.

5.            Килмөхәмәтов Т. Тау ҡәҙәре эштәр атҡарҙы. "Башҡортостан" гәзите, 27 октябрь 2011.

6.     Кейекбаев Ж.Ғ. Туғандар һәм таныштар. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1991, 350 бит.

7.     Котошов Р. Үҙе бөйөк, үҙе ябай ине. "Башҡортостан" гәзите, 25 -26

октябрь 2011

8.     Мөхәррәмов Б. Арҙаҡлы төркиәтсе һәм талантлы яҙыусы.

"Башҡортостан" гәзите, 27 октябрь 2011.

9.     Э.Санъяров Ф. Битарафлыҡ уға хас булманы. ."Башҡортостан" гәзите,

27 октябрь 2011.

     10. Фәйзуллина Р. Изге кешенең рухы ла изге. "Башҡортостан" гәзите,

13 сентябрь 2011.

     11. Хажиев Р. Олуғ ғалим, бөйөк шәхес. "Башҡортостан" гәзите, 25
август 2011.

     12.Әхмәт-Яҡшыбаева Л. һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш. Өфө, ИП

Поляковский Ю.И.,2011, 125 бит.

     13.Әһлиуллина А. Мәңгелек мираҫ. "Башҡортостан" гәзите, 28 октябрь

2011.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар" романында халыҡ ижадының сағылышы (эҙләнеү эше)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Оператор очистных сооружений

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 258 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.10.2015 2518
    • DOCX 96.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ишкинина Фаузия Гирфановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ишкинина Фаузия Гирфановна
    Ишкинина Фаузия Гирфановна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 27866
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 847 человек

Мини-курс

Психологическая зрелость и стрессоустойчивость: основы развития личности и поддержки

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 219 человек из 56 регионов
  • Этот курс уже прошли 57 человек

Мини-курс

Детские и взрослые эмоции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Сельский и индустриальный туризм

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе