Инфоурок Родная литература Научные работыНаучная работа на тему "Рауил ауылы тарихы һәм ер-һыу атамалары"

Научная работа на тему "Рауил ауылы тарихы һәм ер-һыу атамалары"

Скачать материал

Эште башҡарҙы:

Рәхмәтуллина Айзилә,

8-се  класс уҡыусыһы

Етәксеһе:

Әхмәҙиева Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы,

башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

 

Тема: Рауил ауылы тарихы һәм ер-һыу атамалары (Ғилми-тикшеренеү эше)

 

Йөкмәткеһе:

1. Инеш.

2. 1-се бүлек. Рауил ауылының тарихы.

3. 2-се бүлек. Рауил ауылын уратып алған тауҙарҙың атамаларына бәйле риүәйәттәр

4. Ҡулланылған әҙәбиәт

 

Инеш

 

Был ғилми – тикшеренеү эше Рауил ауылы халҡының тарихын һәм  уның тирә-яғындағы ер-һыу атамаларын  өйрәнеү. Илде, телде,тарихты белеү өсөн ер-һыу атамаларының барыһын да  бик ентекләп өйрәнергә һәм белергә тейешбеҙ.

Актуаллеге: Тыуған ауылым менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә беҙ тәбиғәт ҡомартҡыларын күрһәтеп, уларҙың быуаттар төпкөлөнән килгән тарихи исемдәрен әйтеп бирә белергә, тарихын йәки легендаһын бай туған телебеҙҙә һөйләп бирергә тейешбеҙ. Шуға ла Башҡортостандың бер мөйөшө булған Рауил ауылы халҡының тарихын һәм ер-һыу атамаларын өйрәнеү бөгөнгө көн өсөн актуаль проблема тип иҫәпләнем

Тикшеренеү объекты: Рауил ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы

Тикшеренеү предметы: Рауил ауылы  һәм уны уратып алған Бейәғаҙа, Бәләғаҙа, Айранды, Торпай тауҙары

Эшебеҙҙең маҡсаты: Рауил ауылы халҡының тарихы ер-һыу атамаларына бәйле булыуын өйрәнеү.

Эштең бурыстары: Рауил ауылының ер-һыу атамаларының килеп сығышын асыҡлау өсөн, улар тураһындағы риүәйәттәрҙе өйрәнеү

Тикшеренеү барышында ҡулланылған методтар:тарихи, интервью, күҙәтеү, эҙләнеү

Эштең структураһы: Тикшеренеү эше инеш, 2 бүлектән, ҡулланылған әҙәбиәттән тора.

Эштең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: Билдәле булыуынса, күп кенә ауылдарға иң беренсе булып килеп ултырған һәм йәшәй башлаған кешенең исеме бирелә. Мәҫәлән, Рауил ауылына исем биреүсе кеше – Рауил Мостафа улы Яуғыстин. Ауылдың иң тәүҙә исеме – Еруба, шунан Ташъяр булған.

Теге йәки был атама халыҡтың оҙайлы тарихын, уның башҡа халыҡтар менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуын, ысынбарлыҡта булған йәки булмаған төрлө хәл-ваҡиғаны сағылдыра. Рауил ауылының тирә-яғындағы ер-һыу атамаларына бәйле риүәйәттәргә ҡарағанда, ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ баҫҡынсылары халыҡҡа тыныс йәшәргә ирек бирмәгән.Ә инде ысынбарлыҡта, комбриг Муса Мортазиндың штабы Рауил ауылында урынлашҡан булған. Был турала төрлө сығанаҡтарға таянып,“Осҡон” район гәзитендә Әбйәлил районың Ҡаҙмаш мәктәбе уҡытыусыһы Рәжәп Яҡупов  яҙып сыҡты. Тыуған илебеҙҙең иңенә төшкән бөтә һуғыштарҙан да ауыл халҡы ситтә ҡалмаған. Рауил ауылын уратып алған ғорур тауҙар күпме яугир ата-олатайҙарыбыҙҙы Ватанды һаҡлау өсөн төрлө яуҙарға оҙатып ҡалған һәм иҫән ҡайтҡандарын ҡаршы алған. Һәр береһе серле тарих һаҡлаған ошо тауҙарҙың атамаларына бәйле риүәйәттәрҙе өйрәнеү теләге уянды миндә.

 

1-се бүлек

 

Рауил ауылы йәмле Ҡыҙыл йылғаһының һул яғында ултыра. Уны тирә-яҡтан мәғрур тауҙар уратып алған.Төньяҡтан Бейәғаҙа, көньяҡтанБәләғаҙа, көнсығыштан Торпай, көнбайыштан Ирәндек алды тау теҙмәләре, көньяҡ-көнсығыштан Айранды тауы урынлашҡан.

         Ауылдың барлыҡҡа килеүенә 250-260 йыл самаһы.Ауыл халҡы тәүҙә Еруба йәки Убалы ер тигән урында йәшәгән. Хәҙерге ауылдан Ҡыҙыл йылғаһы аша сыҡҡас, көнбайышта, тау теҙмәләренең береһендә Ялпаһаҙ, Бейәгән, Һәбекәй исемле үҙәктәр йәйрәп ята. Шуларҙың Бейәгән (Бейә бәйләгән) үҙәгенең һул яғында бер нисә уба ла бар. Ауыл ҡарттары һөйләп ҡалдырыуынса, Еруба ауылы шул ерҙә урынлашҡан булған. Әле лә бында нигеҙ таштары бар. Бер нисә саҡрымға һуҙылған Бейәгән үҙәгенең уртаһынан йылға аға. Мал көтөү өсөн, бигерәк тә тибенгә йөрөгән аттарға уңайлы үләнле ере һәм һөжүм иткән дошмандан йәшеренер урынларҙың күп булыуы ҡыҙыҡһындырған инде ауыл халҡын.

1736-1740 йылдарҙа халҡы Ҡараһаҡал яуында ҡатнашҡан өсөн Еруба ауылы яндырыла һәм, ауыл халҡы икенсе ауылға күсеп йәшәй башлай.

Ғалим Ә.Әсфәндиәровтың мәғлүмәттәре буйынса, был ауыл Ташъяр тип атала. Ул ауылдың ҡайһы тирәлә булыуы асыҡ ҡына билдәле түгел. Шулай ҙа ололарҙың һөйләүенсә, ауыл Ҡыҙыл йылғаһының һул яғында, Рауил ауылының хәҙерге урынынан бер ике саҡрым көнбайыштараҡ Бейәғаҙа тауы эргәһендә ҡая таштар тапҡырында булған, тиҙәр. Сөнки йылғаның шул тирәләге Теләүкәй, Ишбай, Кәмәтау тигән кисеүҙәре, Носорат быуаһы, Носорат тирмәне, Сәскәтөбәк яланы кеүек урындар, шулай уҡ шул тирәлә күп нигеҙ таштары осрауы, ауылдың шул тирәлә булыуы ышандыра. Минең атайымдың ике тыуған ағаһы Нафиҡ Рәхмәтуллин апамдың һөйләүе буйынса, бынан ярты быуат элек, малайҙар йылға буйында балыҡ ҡармаҡлағанда, шул тирәлә ике кеше башы һөйәген күрәләр. Ауылға барып һөйләгәс,ауылдан ололар килеп,ул һөйәктәрҙе ярҙан ситкәрәк ергә сығарып ерләгәндәр. Был хәл шул тирәлә зыярат булыуын дәлилләй.

Ауылдың хәҙерге исеменә килгәндә, ауылға нигеҙҙе Тамъян ырыуы Әбләйҙәр араһы кешеһе Рауил Мостафа улы Яуғыстин һалған.

 

 

2-се бүлек

 

Тыуған ауылым Рауилды бейек мәғрур тауҙар уратып алған. Уларҙың һәр береһе тарих һаҡлай. Ауыл халҡының төрөк һундарына ҡаршы көрәше тураһында Бейәғаҙа тауына ҡағылышлы риүәйәттәр һөйләһә, ҡаҙаҡтарға ҡаршы һуғыштарҙағы ҡырылыш арҡаһында Бәләғаза тауы барлыҡҡа килгән һәм шул яуҙа һәләк булғандар ерләнгән урын Теләк түбәһе тип  аталыуы тарихтан билдәле. Шулай уҡ ошо тауҙар 1812 йылғы Ватан, 1904-1905  йылдарҙағы рус-япон, 1914 йылдарҙа башланған I Донъя, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғыштарына ла ауылымдың яугирҙәрен оҙатып ҡалған һәм иҫән-һау ҡайтҡандарын тын ғына ғорур баҫып ҡаршы алған. Граждандар һуғышы осоронда Рауил ауылында башҡорт ғәскәрҙәренең Муса Мортазин етәкләгән полкының штабы урынлаша, сөнки тауҙарға менеп дошмандың ҡайһы тарафтан килеүен күҙәтеү өсөн уңайлы була.

Һәр береһе серле тарих һаҡлаған тауҙарҙың береһе – Бейәғаҙа тауы.Уның оҙонлоғо алты, киңлеге ике саҡрымға етә. Тауҙың көньяҡ осо Ҡыҙыл йылғаһының һыуын “эсә” һәм яр ситенән ҡапыл күтәрелеп китә, ошо урынды “Ташморон” тип йөрөтәләр. көнбайыштан, тау итәге буйлап, Иҙәш-Ҡусҡары ауылы ултырған. Бейәғаҙаның ауылға ҡараған битендә бер-береһенән өсәр йөҙ метр самаһы аралыҡта Алатай,Ҡарамалы,Инсеғол тигән тәрән үҙәктәре бар,уларҙың һәр береһенән кескәй генә шишмәләр ағып сыға. Улар күп һыулы булмаһалар ҙа, йәй көнө ҡоромай. Үҙәктәрҙең исемдәренең килеп сығыуы билдәһеҙ.

Бейәғаҙа тауының исеме килеп сығышы тураһында халыҡ телендә бик күп риүәйәттәр йөрөй.Шуларҙың береһен сәсән Мөғәлләм Мирхәйҙәров 1928 йылда яҙып ҡалдырған.

...Бынан ике быуат элек ҡалмыҡтар башҡорттарға һөжүм итә. Бик ҡаты һәм ҡанлы һуғыш була. Ике яҡтан да кеше күп ҡырыла. Эйәһеҙ ҡалған бейәләр өйөрө менән тауҙан төшмәй. Ул ваҡытта тау ҡарағас ағастары менән ҡапланған була, һәм малдар шундағы ағастарҙы кимереп бөткәндән һуң үлә башлай. Шуға күрә халыҡ был тауға “Бейәҡаза-Бейәғаҙа” тигән исем бирә..Тере ҡалған аттарҙы бергә йыйыу өсөн кешеләр Һупай тауының көнсығыш битенә тоҙ һибә.Ул ер һуңыраҡ.”Тоҙтүбә” атамаһын ала. Уның эргәһенән аҡҡан шишмә лә “Тоҙшишмә” тип йөрөтөлә.

Бейәғаҙаның Инсеғол үҙәгенең битендә ап-аҡ таш ята, халыҡ уны Аҡташ тип йөрөтә.Геолог Басир Мәһәҙиев яҙмаларына ҡарағанда, был таштың составында известь һәм бынан йөҙәр йылдар элек вулкан урғылыуынан барлыҡҡа килгән диңгеҙ йәнлектәренең ҡалдыҡтары ла бар икән. Шулай итеп, ул Бейәғаҙа тауы бынан 360 миллион йыл элек вулкан урғылыуынан барлыҡҡа килгән тау тип фаразлай. Был тауҙың иң бейегендә, ҡая таштары араһында, халыҡ медицинаһында киң файҙаланылған шифалы артыш үҫемлеге үҫә, шулай уҡ яҙғыһын тау итәктәрендә оҫҡон, тарғыл, селек йыуалары, мәтрүшкәләр һәмумырзаялар күп була.

https://sun9-37.userapi.com/4b7bhKSkOoMnIK7l9TIf97ilIUjuM4-8LGQGzg/En76of1X5S0.jpg

(Бейәғаҙа тауы)

Тауҙың көнбайыш өлөшөндә, Иҙәш ауылынан алыҫ түгел ерҙә, ҡаянан кителеп төшкән ҙур ғына бер таш ята. Был турала ошондай риүәйәт бар.

Яҙғыһын бер төркөм ҡыҙҙар тау итәгенә йыуаға баралар. Шул мәлдә йәшенле ямғыр яуа башлай, һәм йәшен уғы ҡаялағы ташҡа барып бәрелә. Күрше Иҙәш ауылының өйҙәре һелкенә: ҡайтырға ашыҡҡан ҡыҙҙар өҫтөнә дәү таш тәгәрәй,улар бөтәһе лә ошо таш аҫтында ҡалып һәләк була.

Бейәғаҙаның башҡа ҡая таштары тураһында ла риүәйәттәр бар.Тауҙың төньяҡ битендә бер һунарсы кейек аулап йөрөй, шул саҡ ҡыр кәзәһе(илек)һунарсынан ҡасып ҡаянан оса. Был ҡая хәҙер “Илек осҡан” тип йөрөтөлә.

https://sun9-67.userapi.com/3PZb02LeDt9ffJB3JnM55nu7GookkqlQ5240lQ/FLoiSbGm_5U.jpg

(“Илек осҡан” ҡая ташы)

Ҡаялар буйлап төньяҡҡа киткәндә бер ҡаяла үтә күренеп торған бер тишек бар. Риүәйәт буйынса, ауылға яу килгәс, бер әбей тау тишегенә бала-сағаны һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы индереп йәшергән дә, үҙе уҡтан мәргән атыусы булараҡ, тауға үрмәләгән һәр бер дошманды юҡ иткән. Батыр әбей хөрмәтенә был ергә хәҙер “Әбейүткән” тигән исем бирелгән.

Ҡыҙыл йылғаһын аша сығып, 100 метр самаһы киткәс тә, ауылға ҡарата 90 градуста теп-текә баҫып торған “Бәләғаҙа” исемле тау бар. Риүәйәттә һөйләнгәнсә, элек ҡаҙаҡ баҫҡынсыларының килеүен ауыл халҡына тау башына менеп күҙәтеп тороусылар хәбәр иткән. Ир-аттар яман хәбәрҙе ишеткәс тә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы һәм мал-тыуарҙарын йәшерә һалып, яуға ҡаршы сыҡҡандар. Бәлә-ҡаза килеүен белдереп торғанға тауға ошо исем бирелгән.Бәләғаҙа тауы, ауылды төрлө ел-дауылдарҙан һаҡлаған ҡалҡан кеүек, ғорур баҫып тора.

https://sun9-75.userapi.com/aw7U3L8yTuP9xekvEL-7q43uSxzvS4LkVl63aA/1WWVyH1kcpU.jpg

(Бәләғаҙа тауы)

Ҡаҙаҡтар Айранды тауына ышыҡланып, тәрән уйпат ерҙән килеп сыҡҡандар. Был ерҙе “Урта уй” тип йөрөтәләр. Уртуй Рауил яғынан Айранды, күрше Ишҡол ауылы яғынан, Һупай тауҙарын бүлеп ята. Рауилдар ул уйҙы “Эт аяҡ” тип йөрөтәләр. Уртуйҙың көнсығышында ҡаҙанға оҡшаған тәрән уйпат түңәрәк  ерҙе “Ҡаҙаҡъятҡан” исеме менән йөрөтәләр. Айранды тауының исеменә килгәндә, ошондай риүәйәт йөрөй.

https://sun9-55.userapi.com/VcybQpek-kXulmoj-2R45CGwM7O9XfXk8oFFjQ/SMihYXqZ6Po.jpg

(Урта уй – эт аяҡ)

Дошмандар уртуй буйлап килгәндә, күп кенә башҡорт яугирҙәре уларға тауҙан һөжүм иткәндәр. Ҡаҙаҡтар,Ҡыҙыл йылғаһы буйлап һуғышып килеп, тауҙы уратып алалар.Бер аҙналай һуғышҡан, һыуһаған яугирҙәргә тауҙан төшөп, һыу алырға мөмкинлек булмаған, ә тауҙың үҙендә шишмәләр юҡ.Ауыл халҡы һыуһаған батырҙарына һыу урынына айран эшләп, нисек тә булһа тауғамендереп эсергәндәр.

Яуҙан һау ҡалғандар һуңынан һөйләгәндәр: “Әгәр ҙә шул айранды һыу булмаһа,беҙ тере ҡалмаҫ инек”, – тигәндәр. Шул ваҡыттан бирле тауҙы Айранды, тиҙәр.

https://sun9-62.userapi.com/V2EfLYPuMe5AyLJ-1-iKl5uddbli5cBxErwQJg/jpCO6uAZaiM.jpg

(Айранды тауы)

Ауылымда оҙонлоғо, бейеклеге менән Бейәғаза тауынан ҡалышмаһа ла, бик текә лә һәм ҡаялары ла булмаған Торпай исемле тағы бер тау бар. Был тауҙы ауылдан тура барғанда бер саҡрым алыҫлыҡта ҡояш сыҡҡанын ҡаплап, тырпайып торғанға тырпай, һуңынан торпай тип йөрөтә башлайҙар.https://sun9-8.userapi.com/z5BEnJpB1mBwPdzUlbeo4lICsoFMDTJLO0MiYQ/xxxsKz1xfI4.jpg

(Торпай тауы. Өҫтә – Ҡара таш)

Тауҙың иң бейек ерендә ҙур таш ята, уны Ҡараташ тип йөрөтәләр. Ошо дәү ташҡа баҫып ҡараһаң, көнсығыштан зәңгәрләнеп Бөрсөнсө, Атауҙы күлдәре, арыраҡ Сыбаркүл буйҙары,ауылдар,көтөүлектәр, иген баҫыуҙары, тағы ла алыҫтараҡ төтөн бөркөп Магнитогорск ҡалаһы күренә. Ә инде көнбайышҡа боролоп ҡараһаң, исемдәрендә бына ошондай серле тарих һаҡлаған тауҙар уратып алған һәм Ҡыҙыл йылғаһы буйында ултырған алтын бишегем – тыуған Рауил ауылым күренеп ята.Күпте күргән ғәзиз тыуған ауылымдың үткәне лә, бөгөнгөһө лә ер-һыу атамаларында сағылыш тапҡан. Үҙен уратып алған ғорур тауҙарындай, төрлө ел-дауылдарға бирешмәйенсә, бөгөнгө көндә лә Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл бер төбәге булып йәшәп ята минең Рауилым.Мин үҙемдең тыуған ауылым менән сикһеҙ ғорурланам!


 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

 

1. Лилиә Солтанова ”Бәләғаҙа тауы” мәҡәләһе, ”Йәншишмә” гәзите, №6 (6614).9.02.2018 йыл

2. Нәфиҡ Рәхмәтуллин “Рауилым – минең алтын бишек, ата-бабам торған изге ер!” китабы

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Научная работа на тему "Рауил ауылы тарихы һәм ер-һыу атамалары""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Заведующий хозяйством

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 667 985 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Презентация на тему "Литературная столица Сибири - Новосибирск"
  • Учебник: «Беларуская літаратура. Вучэбны дапаможнік для агульнаадукацыйных устаноў з беларускай і рускай мовамі навучання», Пад рэдакцыяй З. П. Мельнікавай, Г. М. Ішчанкі
  • Тема: Тэорыя літаратуры. Літаратурны працэс
  • 18.10.2021
  • 335
  • 4
«Беларуская літаратура. Вучэбны дапаможнік для агульнаадукацыйных устаноў з беларускай і рускай мовамі навучання», Пад рэдакцыяй З. П. Мельнікавай, Г. М. Ішчанкі

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.10.2021 567
    • DOCX 3.3 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахмадиева Гузель Гиззатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахмадиева Гузель Гиззатовна
    Ахмадиева Гузель Гиззатовна
    • На сайте: 4 года
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2387
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Формирование семейных ценностей у школьников на уроках литературы в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 90 человек

Курс повышения квалификации

История русской литературы конца 20 - начала 21 вв. и особенности ее преподавания в новой школе

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 45 человек из 25 регионов
  • Этот курс уже прошли 543 человека

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка и литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1541 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 4 909 человек

Мини-курс

Hard-skills современного педагога

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 21 человек

Мини-курс

Основы политической науки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек