Инфоурок Родной язык Другие методич. материалы“Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат Юлаев образы”

“Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат Юлаев образы”

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ  МӘҒАРИФ  МИНИСТРЛЫҒЫ

МӘЛӘҮЕЗ  РАЙОНЫНЫҢ  МУНИЦИПАЛЬ  РАЙОН ХАКИМИӘТЕНЕҢ МӘҒАРИФ  БҮЛЕГЕ

3-СӨ ГИМНАЗИЯ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 

Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына 125 йыл айҡанлы

төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға

 

“Башҡорт әҙәбиәтендә

 Салауат Юлаев образы”

 

 

Башҡарҙы: Мәләүез ҡалаһы  3-сө гимназияның

11-се класс уҡыусыһы

Ишкинина Милена

 

Етәксеһе: Башҡортостан Республикаһы

Мәләүез районының 3-сө гимназия

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет

учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Морозова Фаягөл Кәфил ҡыҙы

                                               

 

 

 

 

2020 йыл

Салауат батыр – беҙҙең йөрәктәрҙә. Ул халҡыбыҙҙың йөрәге, уның рухы тиер инем.

Беҙ әҙәбиәт дәрестәрендә Салауат хаҡында күп әҫәрҙәр өйрәнәбеҙ. Уларҙа батыр төрлөсә һүрәтләнә. Халҡыбыҙ улы тураһында күп әҫәрҙәр барлығын белдем. Шуға ла, был тема мине ҡыҙыҡһындырҙы һәм дәрестән тыш батыр тураһында яҙылған төрлө китаптарҙы уҡый башланым.

Ысынлап та, Салауат Юлаев образын халҡыбыҙ күңелендә йөрөтә. Батыр тураһындағы халыҡ йырында:

Ҡара ғына урман, ҡараңғы төн.

Йәшен генә йәшнәй ялтырап,

Салауат та батыр йыр йырлаһа,

Дошмандары тора ҡалтырап – тип Салауаттың батырлығына дан йырлана.

Башҡорт шағирҙары ла Салауатыбыҙҙың рухына һоҡлана. Уның ырыуҙашы Рәми Ғарипов халыҡ йырҙарындағыса данлай Салауатты:

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,

Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,

Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,

Еңә алмай рухын ҡорал-дау.

Салауаттың күңел кисерештәрен һәм уйҙарын беҙ Тимер Йосоповтың «Салауат монологы»нан белә алабыҙ:

Ҡулыңда – ҡылыс,

Үҙең – һыбайһың,

Илкәйең яна,

Нисек сыҙайһың?

Илеңдең яуыз

Ебәрә йәмен.

Ҡалай түҙәһең,

Тәнеңдә йәнең.

Башҡорт прозаһында С. Юлаев тураһында тәүге роман С. Злобин тарафынан яҙылған. С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романы совет әҙәбиәтендә Крәҫтиәндәр һуғышы геройҙарын һүрәтләгән әҫәрҙәр араһында күренекле. Рус яҙыусыһы әҫәре башҡорт батырын һүрәтләүе күҙлегенән бик ҡыҙыҡлы. С. Злобин “Салауат Юлаев” романында башҡорт батырын  колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшеүсе булараҡ һүрәтләргә тырыша. Уның романы совет осоронда яҙылған. Әммә документаль сығанаҡтарға таянып, С. Злобин “Салауат Юлаев” романында милли батырыбыҙҙың тормош һәм көрәш юлын документаль дөрөҫлөк менән һүрәтләүгә өлгәшә тип уйлайым.

Б. Рафиҡовтың “Эйәрләнгән ат” тарихи романы геройҙы бик ҡыҙыҡлы һүрәтләй. Мине әҫәрҙә айыу яҙмышына бәйле ваҡиға бик тетрәндерҙе. Инә айыу яҙмышы улдарынан айырылған Салауат яҙмышына, иркенән, батырҙарынан яҙған, тыуған еренән ҡыуылған башҡорт халҡы яҙмышына ауаздаш тиер инем.

Үҙенең ғилми эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшөн Салауаттың тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә арнаған ғалим-яҙыусы М. Иҙелбаевтың “Юлай улы Салауат” тип аталған тарихи-документаль китабы был йәһәттән күренекле әҫәр булды. Был китабында М. Иҙелбаев Салауаттың тормош юлын юғары документаль дөрөҫлөк менән һүрәтләне, уның көрәш юлын яҡтыртты, ижады хаҡында ла фекер йөрөттө. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә был тарихи-документаль ижад емеше әле булһа ла С. Юлаевтың тормош һәм ижад юлы хаҡында иң бай мәғлүмәткә эйә әҫәр булып тора.

Һуңғы осорҙа башҡорт прозаһында Салауат Юлаев образы тағы ла тәрәнерәк асыла. А. Баһумановтың “Салауаттың йәше” романы бик тә  күренекле.   Автор Салауатты  батыр итеп күрһәткем килә тигән маҡсат ҡуя һәм үҙенсә Салауат образын тыуҙыра. “Салауаттың йәше” романында А. Баһуманов Салауатты батыр тип кенә түгел, ә кеше булараҡ аса. Был ҡарамаҡҡа, әҫәр бөтә башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле ижад емештәренең береһе.

Салауат тураһында яҙылған пьесалар араһында иң боронғолары – Ф. Сөләймәновтың “Салауат” исемле драмаһы һәм С.Мирасовтың “Салауат” пьесаһы. Тиҙҙән Д. Юлтый  үҙенең «Салауат» драмаһын ижад итә. Һүрәтләнгән ваҡиғалар халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшендә мөһим бер күренеш итеп ҡарала.

Баязит Бикбайҙың «Салауат» драмаһында хеҙмәт кешеләренең урындағы феодалдарға ҡаршы, батшалыҡкҡа ҡаршы һәм Пугачев етәкселегендә рустар менән башҡорттарҙың азатлыҡ өсөн берлектәге көрәше һүрәтләнә. Яҙыусы  батырҙың хәрби юлынан үткән, аҡһаҡалдар уға  уны әкиәт геройы һымаҡ итеп һөйләгән.  Б. Бикбай Мәскәү, Ырымбур, Өфө, Ҡазан архивтарынан материалдар йыйған.

Б. Бикбай әҫәре Салауат тураһындағы тарихи йырҙарҙан үҫеп сыға тиер инем. Улар аша яҙыусы иреккә, халҡына дан йырларға тырыша.

«Салауат» трагедияһын тамамлаған һәм милли геройыбыҙҙың тыуыуына 220 йыл тулған айҙарҙа яҙылған «Беренсе башҡорт» исемле мәҡәләһендә М. Кәрим Салауат Юлаевтың ҙур тарихи шәхес икәнлеген һәм уның батырлыҡ, шағирлыҡ, оло дуҫлыҡ миссияһының мәртәбәлеген мәғәнәле итеп аңлатып бирә. «Мине егерме ике йәшендә генә үҙен тиңһеҙ батыр итеп танытып, бына ике йөҙ йылдан ашыу инде туған халҡының рухи һәм үҙаңының иң юғарылығын билдәләп йәшәүе хайран ҡалдыра»,— ти ул быларға өҫтәп [2, 19].

Үҙенең “Салауат” трагедияһында Мостай Кәрим тарихи дөрөҫлөктө художестволы дөрөҫлөккә әйләндергә тырыша.  Салауат характерына хас образ тыуҙырыу уй-ниәте менән ижад итә. Үҙен Салауаттың тоҡомдашы, уның ҡанынан, яфаларынан, өмөттәренән яралған вариҫы булып һөйләшә, батыр һәм шағир образын бар мөһәбәтлеге, һиммәтлеге һәм фажиғәлелеге менән һуғарырға тырыша. Бөгөнгө шағирға Салауат шиғриәттәге алыҫ уҙаманы, алда барыусы бөйөк шәхесе булараҡ та ҡәҙерле. Шуға трагедияла авторҙың үҙ тауышын ишеттереүе лә, шағир персонажын индереүе һоҡландыра мине.

Быуаттар аша халҡына өндәшеп, трагедиялағы  әсир былай ти:

Ҡан-ҡәрҙәштәр, тоғро юлдаштарым,

Яуҙаштарым, етер. Етәрегеҙ!

Һеҙҙән алда ҡылыс мин күтәрҙем,

 Һеҙҙән өҫтөн унан мин һелтәнем.

 Язаһын да бары бер мин генә

 Күтәрергә тейеш. Йырым менән,

 Сәсән һүҙем менән хәтәр яуға,

 Фажиғәле яуға, изге яуға

Һеҙҙе мин күтәрҙем

Язаһын да бары мин генә

Күтәрергә тейеш...

Тотҡондоң үтенесе берәү генә: «Һеҙ һүнгән усаҡтарҙы көйрәтергә таралығыҙ. Үкһеҙ етемдәрҙе йыуатығыҙ. Мине кисерегеҙ. Кисерегеҙ мине!..» Ә халыҡтың үтенесе: «Батыр! Беҙҙең ҡандан, беҙҙең йәндән яралдың һин. Һәм бөтәбеҙ: өсөн күтәрәһең ауыр ғазаптарҙы. Үҙең беҙҙе кисер. Ярлыҡа... Беҙ еңә алһаҡ, һин еңелмәҫ инең. Беҙ еңелдек».

Автор Салауатты бер-бер артлы әленән-әле рухи һынауҙар алдына ҡуя тора. Салауат ирек даулап, яу яралары алып (ә батыр яраһыҙ булмаҫ), ут ялҡындар эсендә ғәйрәтле батыр, етәксе булып танылһа, ғүмеренең һуңғы яртыһында, язалау һәм мәңгелек һөргөн йылдарында тамуҡ ғазаптарын кисә-кисә, береһенән береһе хәтәрерәк һынауҙарға дусар ителә. Ирек һәм ирекһеҙлек, ҡыйыулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, һөйөү һәм нәфрәт кеүек альтернатив һынамыштар алдына ҡуйыла.

Һүҙемде Ш. Бабичтың Салауат хаҡындағы шиғыр юлдары менән тамамлағым килә. Ул беҙгә, йәш быуынға аманат:

Салауат — Урал балаһы,

Салауат — йөрәк ҡәғбәһе,

Ерҙә әнүәр кәүҙәһе,

Күктә зәңгәр шәүләһе.

Салауат дауҙы ҡайтарған,

Салауат яуҙы айҡаған,

Ҡылысы тауҙы аҡтарған,

Тауышынан күл сайҡалған.

Салауат — йәнле шәжәғәт,

Салауат мәңге сәләмәт,

Ҡаны беҙгә аманат,

Килтермәбеҙ яманат!

 

 

ӘҘӘБИӘТ

 

1.     Башҡорт әҙәбиәте антологияһы: ике томда / Рәсәй Фәндәр академияһы, Өфө фәнни үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ; [төҙ. Ғайса Хөсәйенов, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Зәйтүнә Шәрипова]. – Өфө: Китап, 2007. – 560 бит.

2.     Кәрим М. Ғүмер миҙгелдәре. – Өфө: Китап, 2002. – 298 бит.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "“Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат Юлаев образы”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Логопед

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 271 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.01.2021 1744
    • DOCX 39.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Морозова Фаягуль Кафиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Морозова Фаягуль Кафиловна
    Морозова Фаягуль Кафиловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4252
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель русского языка

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 19 человек

Курс повышения квалификации

Методика обучения русскому языку в образовательных организациях в условиях реализации ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 480 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 5 636 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка и литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1539 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 4 905 человек

Мини-курс

Методология физического воспитания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология общения: от многоплановости до эффективности

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 50 человек из 29 регионов
  • Этот курс уже прошли 12 человек

Мини-курс

Подготовка и проведение тренинга

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе