Инфоурок Родная литература Другие методич. материалы“КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ – ХАЛЫҠ УЛЫ”

“КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ – ХАЛЫҠ УЛЫ”

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ  МӘҒАРИФ  МИНИСТРЛЫҒЫ

МӘЛӘҮЕЗ  РАЙОНЫНЫҢ  МУНИЦИПАЛЬ  РАЙОН ХАКИМИӘТЕНЕҢ МӘҒАРИФ  БҮЛЕГЕ

3-СӨ ГИМНАЗИЯ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 

 фәнни-ғәмәли конференция

 

 

 

“КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ –

ХАЛЫҠ УЛЫ”

 

 

Башҡарҙы: Мәләүез ҡалаһы  3-сө гимназияның

7-се класс уҡыусыһы

Мырҙабулатова Эльвина

Етәксеһе: Башҡортостан Республикаһы

Мәләүез районының 3-сө гимназия

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет

учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Морозова Фаягөл Кәфил ҡыҙы

 

Мәләүез, 2022


ЙӨКМӘТКЕ

 

ИНЕШ ………………………………………………………………………... 3

 

ТӨП ӨЛӨШ. КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ – ХАЛЫҠ УЛЫ ............................... 4

 

ЙОМҒАҠЛАУ ................................................................................................... 9

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ ....................................................10

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ИНЕШ

 

Башҡорт халҡы быуаттар буйына үҙ ирке өсөн көрәшкән. Беҙ тарихи китаптарҙы уҡып был хаҡа күп нәмәләр беләбеҙ. Яҙыусыларыбыҙ билдәле шәхестәр тормошон әҫәрҙәре аша танытып тора. Уларҙа тарихи күренештәр һәм ваҡиғалар сағыла.

Шулай ҙа, беҙҙең тарихи шәхестәр тормошон документтар аша ла белге килә. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бит улар йыш ҡына  яҙыусы уйлағанса сағыла. Тарихта улар кем булған? Әҫәрҙәрҙә уларҙы дөрөҫ һүрәтләйҙәрме? Ошо һорауҙар ҡыҙыҡһындыра беҙҙе.

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Кинйә Арыҫланов шәхесе  тормошон да өйрәнеүҙе актуаль тип һанайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, Кинйә Арыҫланов шәхесе һәр саҡ Салауат Юлаев, Ҡараһаҡал, Батырша ише шәхестәр “күләгә”һендә ҡала килә. Кем булған ул Кинйә? Ошо хаҡта тарихи документтар ни һөйләй? Ошо мәсьәлә беҙҙеңсә халҡым тип янған һәр кешене ҡыҙыҡһындырырға тейеш.

Хеҙмәттең тикшереү объекты тип тарихи һәм халыҡ ижадындағы хәтерҙе тикшереүҙе алабыҙ. Тикшереү предметы – Кинйә Арыҫлановтың ғүмер юлы тарихи документтарҙа һәм халыҡ хәтерендә.

Хеҙмәттә төп маҡсат – Кинйә Арыҫланов тураһындағы хәтерҙе тарихи документтар һәм халыҡ ижады, әҙәби материалдар буйынса тергеҙеү.

Хеҙмәттең гипотезаһы: әгәр Кинйә Арыҫланов тураһындағы хәтирәләрҙе тергеҙеп, уның тормош юлын өйрәнһәк, киләсәктә халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе тураһындағы иҫтәлектәрҙе һаҡлау өсөн мөмкинлектәр тыуасаҡ.

Хеҙмәт структураһы. Эш инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

 

 

 

ТӨП ӨЛӨШ.

 КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ – ХАЛЫҠ УЛЫ

 

Кинйә Арыҫланов... Иң беренсе был һүҙҙәрҙе әйткәндә мәшһүр Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романы күҙ алдына килә. Ысынлап та, беҙ, уҡыусылар, уның менән иң беренсе ошо роман нигеҙендә танышабыҙ.  1977 һәм 1978 йылдарҙа донъя күргән романдарҙа Ғәли Ибраһимов Кинйәнең халыҡ батыры образын күркәм итеп тыуҙырған.

Шулай ҙа, Кинйә әҙәби персонаж ғына түгел ул. Ул – тарихи шәхес. Күренекле тарихсы Н.М. Ҡолбахтин үҙенең “Кинйә Арыҫланов” тигән мәҡәләһендә бына ниндәй мәғлүмәттәр бирә: “Кинйә Арыҫланов – башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы һәм уны Башҡортостанда ойоштороусыһы, Е. И. Пугачёвтың баш полковнигы” [1, 154].

Ысынлап та, Кинйә Арыҫланов бик ихтирамлы кеше булған, урыҫ, ғәрәп, фарсы, немец телдәрен белгән. 1760 йылдарҙа – Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуының старшинаһы. 1773—1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы полководецы башҡорттарға башҡортса манифестар яҙыусы, Пугачевтың идеологы. Беренселәрҙән булып, Пугачев яуына ҡушылыусы старшина. Емельян Пугачёв уға бригада генералы титулы бирә. Ул урыҫ булмаған барлыҡ хәрби ойошмалар менән командалыҡ итә. Башҡа милләт вәкилдәре менән аралашҡанда Емельян Пугачёвтың кәңәшсеһе була. Күтәрелештә башҡорттарҙың, татарҙарҙың, ҡалмыҡтарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың күпләп ҡатнашауы - Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Төрки телендә указдар, манифестар һәм башҡа мөрәжәғәтнамәләр яҙа. Пугачев менән берлектә Башҡортостанда барған халыҡ күтәрелештәренә етәкселек итә. 1774 йылда хәбәрһеҙ юғала [2, 195].

Кинйәнең шәжәрәһе бик боронғо. Ул батырҙар шәжәрәһе.  Ә.З. Әсфәндиәров яҙғанса, уның нәҫеле башҡорт халҡының ойошоуында ҙур урын тотҡан ҡыпсаҡтарҙың бошман-ҡыпсаҡ ырыуына барып тоташа. Бына уның ата-бабалары:  Лас бей — Ҡолһары бей — Атағай бей — Баби бей — Бабсаҡ бей — Күсәк бей — Сиркә бей — Күсмәк бей — Бусмаш (Бошман) бей — Борондоҡ бей — Һөйөндөк бей — Аҡбулат бей — Һарыбайсал бей — Дәүләтҡол — Миңлеғол — Аҡҡош (Аҡҡол) Арыҫлан — Кинйә абыҙ — мулла Һеләүек (Һеләүһен).

Шәжәрәнән күренеүенсә, Кинйәне тарихи сығанаҡтарҙа билдәле Бошман бей исемле ҡыпсаҡ батыры менән нәҫел ебе бәйләй.

Тарихта Кинйәнең атаһы Арыҫлан Аҡҡолов булыуы билдәле. Беҙҙең Мәләүез районына ҡараған Арыҫлан ауылы (икенсе исеме Танып) – Арыҫлановтарҙың төп ауылы. Арыҫлан Аҡҡолов һәм уның нәҫеле ошонда көн күргән. Шул уҡ ваҡытта Көйөргәҙе районындағы Кинйә ауылы 1770 йылдан бирле билдәле. Был инде Кинйә Арыҫлановтың төп ауылдан айырылып сығыуы тураһында һөйләй.

Халыҡ хәтере буйынса Кинйә (рәсми телдә Кинйә-Абыҙ ауылы) 1760-сы йылда нигеҙләнгән. Был ауылға бәйле легендалар Кинйә шәхесен сағылдыра. Ауыл урынын һайлау тураһындағы легенда, телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Шуларҙың береһе 1913 йылғы Мәсүрә Төлкөсуринанан яҙып алынған.

Легенда буйынса Кинйә Арыҫланов оло ауыл Арыҫландан (атаһы ауылы) бүленеп сығып, яңы ауыл төҙөү өсөн үҙҙәре биләгән ерҙәр буйлап сығып китә. Үҙе менән ауылдың аҡһаҡалдары Иҫәнаман, Төлкөсура, Байғол, Ҡолһары, Ишһары һәм тағы бер нисә олатайҙы, улдары Иҫәнаман (документтарҙа Сөләйман тип тә яҙылған) менән Һеләүһенде ала.

Улар Һайылмыш йылғаһы буйында туҡтала. Бик матур ер була. Кинйә бында ҡалып торорға, ә улы Һеләүһен менән башҡалар тағы ла уңайлыраҡ ер эҙләп, сығып килергә кәңәшләшәләр. Шулай йөрөй торғас, хәҙерге көндә инде юҡҡа сыҡҡан 1-се Кинйәабыҙ ауылы урынында туҡталалар. Көйөргәҙе буйы күңелдәренә хуш килә. Сапҡын ебәреп, Кинйәне лә алып киләләр. Кинйәгә урын бик оҡшай. Ул буласаҡ ауыл урынына иң тәүҙә Ҡыпсаҡ ырыуының ағасын - ҡарама ултырта.

Ул ҡарама әле лә иҫән, йыуанлығы өс-дүрт ҡоласлыҡ был ҡомартҡы бик ныҡ ҡартайған. Кинйә Арыҫлановтың йорто ла шул ҡарама эргәһендә булған, һуңынан ул ерҙә Кинйәнең ейәне Хәлил йәшәй. Хәлил Кинйин 1812 йылғы Ватан һуғышында полк муллаһы булып ҡатнаша, һуғышта ниндәй наградаларға лайыҡ булғаны билдәһеҙ, әммә 1912 йылда Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап сығарылған һәм унда ҡатнашыусыларҙың нәҫелдәренә тапшырылған юбилей миҙалы әлеге көндә лә һаҡлана. Уны 1912 йылда Ғәзизйән Хәлилов (Шәрипов) Ырымбурҙан барып ала. 1969 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзитендә ошо турала фотоһүрәттәре менән мәҡәлә донъя күрә. Хәлил олатай вафат булғас (1876 йылда), йортта бер ни тиклем ваҡыт улы Ғәзизйән кәләш алып йәшәй. 1850 йылдарҙа эргәләренә 18 метр тәрәнлектә ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра, уны таш менән бурайҙар. Ауыл бөтһә лә, ул ҡоҙоҡ әле лә бар. 1931 йылда Ғәзизйән Хәлиловты, вәлидовсы тип ҡулға алалар. Стәрлетамаҡ төрмәһендә атырға алып барғанда Ғәзизйән олатай: "Көйөргәҙе буйынан барҙармы? Еткерегеҙ Хәлиловтарға, бирешмәһендәр, беҙ бит Кинйә тоҡомдары...", - тип ҡысҡырып киткән.

Ғәзизйән бабайҙың өйөн боҙоп, ул саҡтағы колхоз үҙәге Яҡуп ауылына күсереп һалалар.

Карателдәр эҙәрләй башлағас, Кинйә Ҡаҙаҡ далаларына сығып китә, ләкин уға тыуған еренә әйләнеп ҡайтыу бәхете теймәй. Үлгәс, олатайҙар һөйләүе буйынса, уны ҡаҙаҡтар Кинйә ауылына алып килә һәм батша хөкүмәтенә белдермәҫ өсөн батырҙы тауыш-тынһыҙ ғына ерләйҙәр. Ҡайһы бер тарихсылар, әлбиттә быны кире ҡаға, әммә легендалар бит буш урында тыумай.

Туғай Кинйәһендә тыуған, хәҙер вафат Фәйрүзә Һабансина апай элек ауыл аҡһаҡалдары һөйләгән бер легенданы бәйән итә [3, 24]: Әүлиә зыяратында бик уҡымышлы кешеләрҙе генә ерләр булғандар. Шуларҙың береһе, иң уҡымышлыһы XIX быуат башында ҡаҙаҡтар тарафынан килтереп ерләнгән.

Күп кешеләрҙең, ололарҙың һөйләгәндәре Кинйәнең ҡәбере Туғай Кинйәһендә (Көйөргәҙе районы Кинйә-Абыҙ ауылы) тигән фекерҙе яҡлай һәм иҫбат итә.

Ҡәберҙең ташында ниндәйҙер беҙ белмәгән тамғалар, билдәләр бар.

Кинйәгә бәйле ауыл легендалары уның Пугачев яуы ваҡытындағы яҙмышын сағылдыра. Ихтилал ҡыйратылғас, карателдәр Кинйәне бик ныҡ эҙәрлекләй. 1914 йығы Ғәрифулла Арыҫланов һөйләүенсә Кинйә күпмелер ваҡыт ауылдан 500 метр алыҫлыҡтағы мәмерйәлә йәшенеп ятҡан һәм һуңынан ҡаҙаҡ далаларына ҡасҡан. Батша ялсылары, батырҙы тота алмағас, улы Һеләүһенде аманатҡа ала, ауылды яндыра. Ә халыҡҡа ҡырҡ йыл буйы ауылға кире ҡайтып нигеҙ һалырға рөхсәт ителмәй. Сит ерҙә толҡа тапмаған халыҡ Көйөргәҙе буйҙарына кире ҡайта. Унда Кинйәнең улы Сәғит Кинйин башлап йөрөй. Шулай ҙа ҡырҡ йыл тулмағанлыҡтан, элекке ауылдан бер нисә саҡырым өҫкәрәк ултыралар (әле ул ер Уҫаҡ Ыҙма тип йөрөтөлә). Ул ауыл Сәғит Кинйәһе тип йөрөтөлә. 1800 йылғы Ырымбур губернияһы картаһында Бөрйән волосы составында Сагитово, икенсе исеме Кинзина тип билдәләнгән. Аралары бик яҡын. Ғариф бабайҙың һөйләгәндәренә дәлил итеп тағы ла архив материалдарын да табырға була. Ауыл 1795 йылда нигеҙләнгән Сәғит Кинйин башлап йөрөгән, икенсе исеме Кинйә тип тә йөрөтөлә тип теркәлгән. Тағы ла бер исеме Бишөйлө. Икенсе Кинйә-Абыҙ һуңғараҡ барлыҡҡа килгән.

Рәсми документтар буйынса Пугачевҡа килеп ҡушылыусы башҡорт старшиналарынан Кинйә иң тәүгеләрҙән булған. Крәҫтиәндәр хәрәкәте йылдарында Кинйә ауылы дәһшәтле ваҡиғалар шаһиты була. Пугачев 1774 йылдың 1-2 апрелендә Һаҡмар ҡаласығында еңелгәс, Кинйә Арыҫлановтың кәңәше буйынса Кинйә ауылына йүнәлә. Яңы ғәскәр тупланғансы Кинйәнең өйөндә йәшеренә. Кинйәнең «10 көндән 10 мең башҡортомдо һиңә йыйып бирәм» тип, Пугачевҡа вәғәҙә бирә һәм байтаҡ яугирҙар йыя. Пугачев Кинйәгә полковник дәрәжәһе бирә.

Кинйә Арыҫланов Пугчев яуының башынан алып аҙағынаса батшалыҡ менән көрәшә. Уның белеме һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүе ғәскәр йыйырға ярҙам итә. Кинйә Пугачевтың иң яҡын, иң тоғро көрәштәше булып ҡала. Батыр Ҡаҙанды алыуҙа ҡатнаша. Волга буйы халыҡтарын Пугачев яғына йәлеп итеүгә күп көс һала.

Кинйәнең артабанғы яҙмышы тураһында бер ниндәй ҙә документ юҡ. Берәүҙәр уның хыянатсылар тарафынан үлтерелеүе тураһында фараз итһә, икенселәре был ҡарашты кире ҡаға. Халыҡ күңелендә иһә Кинйәнең күп михнәттәр аша үҙ тыуған ауылына ҡайтыуы һәм шунда ерләнеүе хаҡында легенда йәшәй. Батша властары, оҙаҡ эҙләгәндән һуң, Кинйәнең хәбәрһеҙ юғалыуын иғлан итәләр. Ләкин халыҡ араһында Кинйәнең ғәскәре Ағиҙел башында, Һаҡмар, Ашҡаҙар, Дим буйҙарында тупланыуы тураһында күңелдәрен йыуатҡыс хәбәр йөрөй, халыҡ уның яңынан ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы күтәрелеренә бик оҙаҡ өмөтөн өҙмәй...

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ЙОМҒАҠЛАУ

 

Халҡыбыҙ улы Кинйә Арыҫлановтың яҙмышы бик ауыр һәм ҡатмарлы.  Ул фажиғәле ғүмер юлы үткән. Беҙ хатта уның яҙмышы тураһында ла бик аҙ беләбеҙ.

Шуға ла беҙ тарихи документтарға һәм халыҡ хәтеренә мөрәжәғәт иттек. Байтаҡ тарихсыларыбыҙ Кинйә яҙмышы билдәһеҙ ти. Ләкин халҡыбыҙ уның ғүмер юлын риүәйәттәрҙә һәм легендаларҙа изгеләштергән. Уларҙың байтағы Кинйә нигеҙ һалған ауыл – Көйөргәҙе районы Кинйә-Абыҙ ауылында һаҡланған.

Тарихи документтар буйынса Кинйә Арыҫлановтың Пугачев яуынан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ. Ауыл тарихтары уның ҡаҙаҡ далаларында булыуы, артабан хөкүмәткә белдермәй генә ауылда ерләнеүе тураһында һөйләй. Уны әүлиәләр ҡәберлеге тип тә атайҙар бөгөн. 2003 йылда бында ҡурсаулыҡ та төҙөлә. Ул 1-се Кинйә-Абыҙҙың урынын, Кинйә мәмерйәһен, өс әүлиә ҡәберен үҙ эсенә ала. Унда бошманҡыпсаҡтарҙың изге ағасы ҡарама, ҡойо ла бар.

Шулай итеп, Кинйә хаҡындағы хәтер халыҡта бик боронғо һәм тәрән. Уны ата-олатайҙар аманат рәүешендә һаҡлап беҙгә тапшырған. Тарихи документтар ҡоро рәүештә беҙгә Кинйә тураһында бик аҙ мәғлүмәт еткерһә лә, легендаларҙан һәм риүәйәттәрҙән изге батырыбыҙ тураһында күп нәмәләр беләбеҙ. Халыҡ хәтере – иң беренсе хәҡиҡәт. Кинйә яҙмышын тап унан белергә, һоҡланырға, ғорурланырға тейешбеҙ.

 

 

 

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ

 

1.                 Ҡолбахтин Н. М. Кинйә Арыҫланов  //  Башҡорт энциклопедияһы. –  Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015. – Б. 154-155.

2.                 Әсфәндиәров А. Олатайҙарҙың бай тарихы. – Өфө: Китап, 1994. – 215 бит.

3.                 Хәлилов А. Туғай Кинйә ауылы. – Ермолаево: Юшатыр, 2015. – 56 бит.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "“КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ – ХАЛЫҠ УЛЫ”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Главный бухгалтер

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 349 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.05.2022 1223
    • DOCX 25.6 кбайт
    • 27 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Морозова Фаягуль Кафиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Морозова Фаягуль Кафиловна
    Морозова Фаягуль Кафиловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4253
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 56 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 315 человек

Курс повышения квалификации

Методические аспекты при изучении русской литературы последней трети XIX века в современной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 374 человека

Курс профессиональной переподготовки

Литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 96 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 275 человек

Мини-курс

Оптимизация бизнес-процессов: от логистики до управления персоналом

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология аддиктивного поведения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 25 регионов
  • Этот курс уже прошли 32 человека

Мини-курс

Тревожные расстройства: диагностика и причины

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек