Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Конспект урока по башкирскому языку на тему "З.Султанов "Первый снег"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Конспект урока по башкирскому языку на тему "З.Султанов "Первый снег"

библиотека
материалов

Ә.Ә.Ялалова,Учалы ҡалаһы 3-сө лицей уҡытыусыһы

Башҡорт теле (рус мәктәбе),2-се класс


Тема. Й.Солтанов ”Тәүге ҡар”тексты.

Маҡсат.Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу; предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау; тәбиғәткә,тыуған яҡҡа һөйөү,матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләү ; уҡыусыларҙың телмәрен,ижади эшмәкәрлеген,донъяны танып белеү кимәлен үҫтереү.

Йыһазландырыу.Мультимедиа проекторы,дәрескә презентация,Ҡар бабай һүрәте,фонояҙма,мамыҡтан эшләнгән йомғаҡ.






Дәрес барышы


1.Ойоштороу өлөшө.

Һаумыһығыҙ, балалар,хәйерле иртә.

Хәйерле иртә,күҙҙәр,

Һеҙ уяндығыҙмы.

Хәйерле иртә,ҡулдар,

Һеҙ уяндығыҙмы

Хәйерле иртә,аяҡтар,

Һеҙ уяндығыҙмы

Хәйерле иртә,ҡояш,

Мин уяндым.

Ҡулдар менән ҡояшҡа ынтылабыҙ. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан көс алабыҙ. Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар, хәйерле иртә теләйек.

Балалар,бөгөн беҙгә дәрескә ҡунаҡтар килгән, шулаймы?

Һеҙ үҙегеҙ ҡунаҡҡа йөрөргә яратаһығыҙмы?

Мин дә, балалар, ҡунаҡҡа йөрөргә ,ҡунаҡ саҡырырға яратам.


2.Ситуация тыуҙырыу.

Ә хәҙер һеҙгә йомаҡ ҡоям.Яуабын тапһағыҙ,бөгөнгө дәрестең ҡунағын белерһегеҙ.

Эшкә тотондоҡ күмәк,

Башына ҡуйҙыҡ күнәк.

Күҙҙәре ҡара күмер,

Танауы һары кишер, (Ҡар бабай)


Дәрескә Ҡар бабай килгән.Ул һеҙҙе һынау өсөн төрлө һорауҙар,эштәр ҙә әҙерләп килгән.Үҙе менән бүләктәр ҙә килтергән. Актив,тырыш булһағыҙ,буш ҡайтмаҫһығыҙ.


3.Маҡсатҡа сығыу.

1.Экранда бирелгән шиғырҙы тасуири уҡыу.

Тәүҙә экранға ҡарап шиғырҙы уҡып сығайыҡ.

Оса күктә,оса күктә

Күбәләкме,ҡармы?

Йәй ҙә үтте,көҙ ҙә үтте,

Шундай ваҡыт бармы?

Шиғырҙа ҡайһы миҙгел һүрәтләнә? Ҡыш икәнен нисек белдегеҙ?

Уҡыусыларҙың белеменә таянып,ҡыш,уның билдәләре,матурлығы тураһында

әңгәмә.

Балалар , беҙгә дәрескә ҡар бабай бер көй әҙерләп килтергән.Ошо көйҙө тыңлап алайыҡ һәм күҙҙәр өсөн күнегеү ҙә эшләйек.

Балалар ,һеҙгә көй оҡшанымы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,был көй ниндәй миҙгел тураһында? Ә кем был көйҙө яҙған икән?( Антонио Вивальди-Италия композиторы).

Бына ошо көйҙө тыңлағанда экранда ҡар яуыуын күрҙек, ә ҡайҙа беренсе ҡар яуа икән?( Төнъяҡта).

Ә бына Ҡыш бабайҙың Тыуған иле лә ҡайҙа ул?(Бөйөк Устюг ҡалаһында). Ергә ҡыш килеүен, беҙ тәүге ҡар яуыуына ҡарап, күҙәтеп әйтә алабыҙ. Хәҙер,инде экранға ҡарап рус рәссамы Аркадий Александрович Пластовтың " Тәүге ҡар" картинаһы буйынса һөйләмдәр төҙөйөк.


2.Предмет-ара бәйләнеш. А.А.Пластовтың “Тәүге ҡар” картинаһы буйынса әңгәмә. Һөйләмдәр төҙөү. Слайд-3

Өй күтәрмәһендә балалар тәүге ҡарҙың яуыуын күҙәтә.Ябалаҡлап йомшаҡ,ап-аҡ ҡар яуа.Ул ағастарға,өй ҡыйыҡтарына,ҡыҙ һәм малайҙың өҫтәренә,бит һәм керпектәренә ҡуна.Донъя ап-аҡҡа күмелә.Эй рәхәт, күңелле.Бөтәһе лә шат.Бөтә ерҙә аҡлыҡ,сафлыҡ.Ергә ҡыш килә.

4.Маҡсатты билдәләү.

Балалар, хәҙер Ҡар бабайҙың артабанғы эшен тыңлайыҡ.

Ошо һүрәттәргә ҡарап беҙ нимәләр эшләргә тейешбеҙ?( Дәрестә яҙырбыҙ,уҡырбыҙ. Уйнарға ла өлгөрөрбөҙ).

Ә тағы ла ниндәй эштәр башҡарасаҡбыҙ?

-Ҡыш -тәбиғәттең йоҡоға талған бер миҙгеле.

Тыуған еребеҙгә ҡыш килде. Өйҙәргә,урмандарға,ҡырҙарға аҡ юрған япты. Тирә -яҡта аҡлыҡ,сафлыҡ.Дәресебеҙҙең темаһы Йыһат Солтановтың " Тәүге ҡар"тексты. Беҙ дәрестә ҡышҡы матурлыҡты күрергә, ишетергә, һүрәтләргә өйрәнербеҙ. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләрбеҙ,әңгәмәләр ҡорорбоҙ.

-Был миҙгелдең ниндәй һоҡланғыс, матур икәнлеген тураһында һөйләшербеҙ.



5.Артикуляция күнегеүҙәре.

1.-Ҡа,-ҡы,-ҡо,-аҡ,-ыҡ,-оҡ,-уҡ.

2.Ҡар,ҡыш,ҡыр,ҡош.

3.Ҡар яуғас,

Ҡыш еткәс.

Бар ағас,

Яланғас.

( Р.Ғарипов). Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Балалар, Ҡар бабай һеҙҙең тырыш,актив эшләүегеҙҙе күреп, Күңелле ял минутына саҡыра. Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.


Хәҙер инде дәфтәрҙә эшләп алайыҡ артикуляцион күнегеү эшләгәндә беҙ ниндәй хәрефте ҡабатланыҡ.

Таҙа яҙыу минуты Ҡҡ хәрефен уң ҡул,һул ҡул менән яҙыу.(дәфтәрҙә яҙыу).

Ҡҡ ҡар


Бөгөн ниндәй көн ?

дәфтәргә яҙыу



6.Яңы тема.

1.Автор тураһында белешмә.

Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов 1932 йылдың

3 декабрендә Ырымбур өлкәһе Йәнсура

районы Сәнкем – Биктимер ауылында тыуа.

Күрше Һунарсы ауылының дүрт синыфлы

башланғыс мәктәбен тамамлай.

Ситтән тороп уҡып,Башҡорт дәүләт университетын

тамамлай.

Артабан, “Башҡортостан ҡыҙы” , “Ағиҙел” журналдарында эшләй.

1986 йылдан яҙыусылыҡ эше менән шөғөлләнә.

1967 йылда «Урман бабай» тигән беренсе китабы донъя күрә.

1971 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Башҡортостан яҙыусылар союзында тәүге тапҡыр башҡорт

халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаты

билдәләнде.

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияның тәүге лауреаты

тип яҙыусы Йыһат Солтанов табылды.


Й.Солтанов- яҙыусы, тарихсы.(дәфтәргә яҙып ҡуйыу). Яҙып бармаҡтарығыҙ талғандыр инде ,әйҙәгеҙ урындан ғына бармаҡ уйынын уйнап алайыҡ.


Бармаҡ уйыны


2.Һүҙлек эше.(Тексы уҡыр алдынан һүҙлек эше эшләп китәйек).


турғай-воробей (турғайҙар кешеләргә ярҙам иткән өсөн, уларға һәйкәлдәр ҙә эшләгәндәр. Бына ошондай һәйкәлдәр бар).

ябалаҡлап-хлопьями

мамыҡ-хлопок,вата.

күңелле-весело.

рәхәт-удовольствие,наслаждение

саф һауа-свежий воздух.

тойғо-чувство

3.Йөкмәткене ҡабул итеү. Ҡарағыҙ әле Ҡар бабайҙың эштәре бар бит.Ниндәй эштәр икән?( Текст өҫтөндә эш).

Ә хәҙер инде,балалар, мин бер матур текст уҡыйым,һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.

1)текст ниндәй тойғолар уятты? (Күңелле,рәхәт тойғолар уятты).


2)Уҡыу күнекмәләре:

- сылбырлы уҡыу;

-"Кем иғтибарлыраҡ" уйыны.(Мин һеҙгә һөйләмдең башын уҡыйым,ә һеҙ һөйләмде текстан табып нөктәгә тиклем уҡып бөтөрәгеҙ).

-Разведка уйыны.(Мин һөләмде уҡыйым,ундағы ҡайһы бер һүҙҙәрҙе икенсе һүҙ менән алмаштырам.Һеҙ,балалар-разведчик, йәшерелгән һүҙҙе табырға тейешһегеҙ).


з)Текстын йөкмәткеһен үҙләштереү.( һәр бер балаға ҡар бөртөктәрен таратып биреү).

1) Һорауҙарға яуап биреү.

-1)Текста ҡар яуыуы нисек һүрәтләнә?Ҡар нисек яуа?(елпенеп,ябалаҡлап).

-2)Автор нимәләрҙе ҡара төрткөләргә оҡшата?(турғайҙарҙы).

-3)Һеҙ ҡар яуғанын ғына күҙ алдына килтерегеҙ әле. Ниндәй матур! Бөтә донъя аҡ мамыҡ эсендә ҡала. Автор ҡар бөртөктәрен,нимәләр менән сағыштыра?(мамыҡ,күбәләк).

-4) Һеҙ иғтибар менән яҡындан ҡарағанда ҡар бөртөктәре нимәләргә оҡшаған?( балалар устарына ҡар бөртөктәрен һалып,иғтибар менән ҡарап әйтәләр).

(йондоҙ,алмас,ҡояш һ.б.).

-5) Балалар,ә ни өсөн ҡар яуғанға кешеләр шатлана,бигерәктә ололар?(Һүрәт күрһәтеү) Трактор нимә эшләй?

(Сөнки ҡар булмаһа ,ерҙә дым булмай,дым булмаһа -ҡырҙарҙа иген үҫмәйәсәк,иген булмаһа-икмәктә булмай, шуның өсөн игенселәр ҡырҙарҙа ҡар тотоу эштәрен башҡаралар. Шуға күрә, икмәк-ул ил байлығы,уны ҡәҙерләргә һәм һаҡларға кәрәк!). Шулай уҡ ҡыш тураһында һынамыш (примета) та бар " Ҡыш ҡарһыҙ булһа,йәй ярлы була" ни өсөн шулай тиҙәр икән ( дәфтәрҙәрҙә яҙҙырыу)



-6)Был текста автор йыш ҡына аҡ һүҙен ҡуллана. Ни өсөн? (Ҡар беҙгә таҙалыҡ,сафлыҡ килтерә).

2) Образлы һүҙбәйләнештәр менән эш. Аҡ һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?


Ҡар - аҡ - теләк ,хыял ,шатлыҡ ,бәхет ,юл.(Аҡ һүҙе менән тура мәғәнәләге һүҙбәйләнештәрҙе төҙөп әйтеп ҡарағыҙ әле).

3) Парҙар менән эш.

Һәр кем янында ултырған иптәшенә үҙенең аҡ теләктәрен еткерә.


Балалар,һеҙ бик актив эшләп арып та киткәнһегеҙер инде. Әйҙәгеҙ әле Ҡар бабай беҙҙе ял минутына саҡыра.

6.Ял минуты.

Тышта ҡар яуа” йырын йырлау.(хәрәкәттәр эшләү).


Дәреслектә ,текстың аҙағында эш бар. Нөктә,йоҡо,ҡар,яуа һүҙҙәрен ижектәргә бүлеп дәфтәрҙә яҙырға.(тикшереү).




7.Нығытыу күнегеүҙәре.

Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр менән эш.

  1. Ҡар бабай беҙгә дәрескә ҡар йомғағын алып килгән.“Ҡар бәрешеү” уйынын уйнап алайыҡ.

Уҡытыусы предмет әйтеп, “ҡар йомғағын” ырғыта,уҡыусылар предметтың билдәһен атай.

Бишмәт - йылы

көн – матур

Ҡар - йомшаҡ

бүрек-йылы

һауа-саф һ.б.


2.Төркөмдәрҙә эш. “Ижад ит”.

Буталған һүҙҙәрҙе урынына ҡуйып,шиғырҙы тәртипкә килтерергә.Һәр төркөм үҙ аллы эшләй.

Яуа,ҡар,тышта,

Саф,ниндәй,һауа.

Һөйрәп,саналар,

Киттек,тауға,беҙ.

Эштәрҙе тикшереп,һығымта яһау.



3.Уйын-ярыш. Ҡар бабай яһау.

Балаларға ҡағыҙ, төрлө фигуралар бирелә.Һәр бер бала бүленгән ваҡыт эсендә үҙенең Ҡар бабайын “әүәләп”күтәреп күрһәтә.



8)Рефлексия. Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшаныма? Нимәләр оҡшаны? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Нимәләргә өйрәндегеҙ? Улар һеҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡмы?( Уҡыусылар дәрескә баһа ҡуя,үҙ эштәре менән ҡәнәғәт булыу-булмауын әйтә,яуаптарын дәлилләй. Баланың эшмәкәрлеге баһалана.) Тағыла нимәләр белергә теләр инегеҙ?


Ә хәҙер инде ҡар бабай һеҙҙең дәрестә алған белемегеҙҙе баһалап,һүрәттәрегеҙҙе үҙе менән алып китергә теләй?


Алған белемебеҙҙе дөрөҫ баһалай белербеҙме,тикшерәйек әле?

-Балалар,һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?Бына ҡар бабайҙың төймәләре юҡ?(ниндәй билдә үҙегеҙгә ҡуяғыҙ шунса, төймә ҡуйығыҙ).

-Һеҙгә дәрес оҡшанымы?Әгәр ҙә дәрес оҡшаһа Ҡар бабайҙың танауы урынына(!)билдәһен ҡуйығыҙ,әгәр ҙә дәрестең темаһын аңламаһағыҙ(?)билдәһен ҡуйығыҙ.

-Дәрестә кәйефегеҙ шәп булһа,дәрес ҡыҙыҡлы булһа ирендәр урынына "смайл" ҡуйығыҙ.

Эшләп бөттөгөҙмө ?


Балалар,һеҙҙең дәрестә тырышып эшләгәнегеҙҙе күреп , хатта,ҡар бабайға йән керҙе.


-Балалар, һеҙ дәрес барышында бик актив, бик тырышып эшләнегеҙ, буш ҡайтмаҫһығыҙ, тип әйткән инем. Мин һеҙгә үҙем менән күстәнәстәр ҙә килтерҙем. Хәҙер мин күстәнәстәрҙе таратам, ә һеҙ миңә үҙегеҙҙең һүрәттәрегеҙҙе йыйып бирегеҙ.


Ҡар бабайҙың күстәнәстәре таратыла.


8.Йомғаҡлау.Т.Искәндәрованың шиғырынан өҙөктө уҡып,һығымта яһала.


Ҡар яуа,

Ҡар яуа,

Ҡарға тулған

Бар һауа.

Ҡар яуа,

Ҡар яуа,

Өҫтөбөҙгә күк ауа!

Йомшаҡ ҡарҙы,

Ынйыларҙы

Өҫтөбөҙгә түк,һауа!

(Т.Искәндәрова)

9)Өй эше. Ҡыш тураһында бәләкәй генә инша яҙып килергә.









Краткое описание документа:

Тема. Й.Солтанов ”Тәүге ҡар”тексты.

Маҡсат.Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу; предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау; тәбиғәткә,тыуған яҡҡа һөйөү,матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләү ; уҡыусыларҙың телмәрен,ижади эшмәкәрлеген,донъяны танып белеү кимәлен үҫтереү.

 Йыһазландырыу.Мультимедиа проекторы,дәрескә презентация,Ҡар бабай һүрәте,фонояҙма,мамыҡтан эшләнгән йомғаҡ.

Дәрес барышы

 

1.Ойоштороу өлөшө.

Һаумыһығыҙ, балалар,хәйерле иртә.

Хәйерле иртә,күҙҙәр,

Һеҙ уяндығыҙмы.

Хәйерле иртә,ҡулдар,

Һеҙ уяндығыҙмы

Хәйерле иртә,аяҡтар,

Һеҙ уяндығыҙмы

Хәйерле иртә,ҡояш,

Мин  уяндым.

   Ҡулдар менән ҡояшҡа ынтылабыҙ. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан көс алабыҙ. Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар, хәйерле иртә теләйек.

    Балалар,бөгөн беҙгә дәрескә ҡунаҡтар килгән, шулаймы?

Һеҙ үҙегеҙ ҡунаҡҡа йөрөргә яратаһығыҙмы?

 

Мин дә, балалар, ҡунаҡҡа йөрөргә ,ҡунаҡ саҡырырға яратам. 

Автор
Дата добавления 17.01.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров476
Номер материала 311130
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх