9 (тыуған тел)
16.03.2016 йыл
Тема контроль : Яҙғы ташшҡын
Маҡсат: уҡыусыларҙың белемдәрен системаға килтереү,баһалау.
Йыһазландырыу: Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы китабы
Дәрес барышы:
Инеш әңгәмә үткәреү
Дәрестең маҡсатын әйтеү
Контроль эш дәфтәрҙәре таратыла. Дәфтәргә число, көн исеме, диктан һәм текст исеме яҙыла.
Тексты тәүге ҡат уҡыу
Яҙғы ташҡын.
Яҙғы көн – ярты аҡыл. Тағы байтаҡ ваҡыт ошолай бер имшетеп, бер ҡатырып боларҙы ла тәбиғәт, ниһәйәт, дәррәү йылытып ебәрҙе. Тәпәш өйҙәрҙе ҡыйығынаса һырыған көрт өйөмдәре көн битендә селтәрләнеп ҡарая, күҙгә күренеп шиңә, урам буйлап гөрләүектәр йүгерешә. Әллә ни арала сыйырсыҡ, ҡарға ҡайтып өлгөргән, ағастар уянып, дымһыу рәшәгә төрөнгән. Ул да булманы, һауа шәмәрәп торҙо ла, геүләтеп ямғыр яуып уҙҙы.
Баҡһаң, нисә йыл инде яҙғы ташҡынды күргәне юҡ икән уның. Хәтерендә, Ҡаҙаяҡтың өҫтө айғыр һырты кеүек дуғаланып ҡалҡына башланымы, ауылдың йәше-ҡарты, эркелешеп, яр буйына ағылыр ине. Ҡуштирәк егеттәре, уларға эйәреп саяраҡ малай-һалай, ҡулдарына оҙон таяҡтар, багорҙар тотоп, ҙур ғына боҙға баҫыр ҙа китер ине, бәрелә-һуғыла, тирмән быуаһына табан. Ҡатын-ҡыҙ абына-һөрлөгә йүгереп, сыр-сыулап ҡысҡырышып, тегеләрҙе тыйырға, туҡтатырға тырыша, ә малайҙарға ҡыҙыҡ.
Уйындан-уҫмаҡ. Аҙағы йыш ҡына күңелһеҙ барып ослана бының ише мәрәкәләрҙең.
Яҙғы ташҡын. (КРО)
Яҙғы көн – ярты аҡыл. Тағы байтаҡ ваҡыт ошолай бер имшетеп, бер ҡатырып боларҙы ла тәбиғәт, ниһәйәт, дәррәү йылытып ебәрҙе. Тәпәш өйҙәрҙе ҡыйығынаса һырыған көрт өйөм(дар,дәр)е көн битендә селтәрләнеп ҡара(йа,я), күҙгә күренеп шиңә, урам буйлап гөрләүектәр йүгерешә. Әллә ни арала сыйырсыҡ, ҡарға ҡайтып өлгөргән, а(г,ғ)астар у(йа,я)нып, дымһыу рәшәгә төрөнгән. Ул да булманы, һауа шәмәрәп торҙо ла, геүләтеп ям(г,ғ)ыр (йа,я)уып уҙҙы.
Баҡһаң, нисә йыл инде яҙғы ташҡынды күргәне юҡ икән уның. Хәтерендә, Ҡаҙа(йа,я)ҡтың өҫтө айғыр һырты кеүек дуғаланып ҡалҡына башланымы, ауылдың йәше-ҡарты, эркелешеп, яр буйына ағылыр ине. Ҡуштирәк егет(тар,тәр)е, уларға эйәреп са(йа,я)раҡ малай-һалай, ҡул(дәр,дар)ына оҙон та(йа,я)ҡтар, багорҙар тотоп, ҙур ғына боҙға баҫыр ҙа китер ине, бәрелә-һуғыла, тирмән быуа(х,һ)ына табан. Ҡатын-ҡыҙ абына-һөрлөгә йүгереп, сыр-сыулап ҡыс(к,ҡ)ырышып, тегеләрҙе тыйырға, туҡтатырға тырыша, ә малай(зар,ҙар)ға ҡыҙыҡ.
Уйындан-уҫмаҡ. Аҙағы йыш ҡына күңелһеҙ барып ослана бының ише мәрәкә(лар,ләр)ҙең.
Һәр һөйләм әйттерелеп яҙҙырыла.
Тексты тулы килеш уҡыу.
Һуңынан уҡыусылар үҙ аллы тикшерәләр.
Тикшереп баһалау өсөн, дәфтәҙәр йыйып алына.
Өй эше: Киләһе дәрескә диктаннта булған ҡағиҙәләрҙе ҡабатлап килергә
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.