Башҡорт иле-дуҫлыҡ ере.
Әҙәби-музыкаль кисә.
Маҡсат: Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың үҙ ара татыу һәм килешеп
ғүмер итеүҙәренә төшөнөү,уҡыусыларға һәр милләткә хас милли үҙенсәлектәрҙе
хөрмәт итеү хистәре тәрбиәләү,
Тыуған еребеҙҙәге
милләттәр араһындағы татыулыҡты ҡәҙерләү.һаҡлау тойғолары уятыу.
Йыһазландырыу:ноутбук,темаға ярашлы слайдтар, ӨСәскә
ат,Илешем” видеоязмаһы,экран, магнитофон.
Төҙөүсеһе: 4-се һанлы ҮргеЙәркәй
урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Миназева Рәфәғә Йыһандар ҡыҙы
/ Уҡыусылар төрлө милләт халыҡтарының милли
кейемдәрендә/
1-се уҡыусы
Башҡортостан- башҡорт иле
Шунда беҙҙең тамырҙар.
Беҙҙең ҡайнар
ҡаныбыҙҙа
Сал тарихтың даны
бар.
2-се уҡыусы
Башҡортостан-башҡорт
иле,
Торна булып сыңрар ил ,
Сор ҡурайҡай һыҙҙырғанды
Ғәләм өнһөҙ тыңлар
гел.
3-се укыусы
Һыҙҙырт,ҡурай,үткән ҡайғыларҙы
Өҙҙөрт,ҡурай, йөрәк ҡылдарын.
Һиҙҙерт,ҡурай
, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт көйләп башҡорт
моңдарын.
4-се укыусы
Килде заман,инде
шатлан,ҡурай,
Йәмле тауышың илгә яңғыраһын.
Кыуанып китһен урман, сахра,
туғай,
Бүҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын.
5-се уҡыусы
Уйна,ҡурай,күктән
йәм шаулаһын,
Нур уйнаһын баштар өҫтөнән.
Ҡоштар тынып торһын бер аҙға
Гөлдәр үҫҫен таштар өҫтөндә.
/ Ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәре уйнала /
6-сы уҡыусы
Башҡортостан-йырсы Урал .
Нисә милләт һиндә яралған?!
Зур йөктәрҙе бергә күтәреп,
Көрәштәрҙә бергә дан алган.
7-се уҡыусы
Башҡортостан-гүзәл
гөлөстан!
Иреклеләр менән
юлдарың…
Балҡыһындар яҡты уйҙарың,
Ғорурлана ҡыҙ һәм
улдарың.
8-се уҡыусы
Башҡортостан!
Халыҡ дуҫлығы!
Мәңге күрмә күңел тарлығы!
Аҡыл сәсеп йәшә,
Нур булып,
Яңраһын данлы йырҙарың!
/ Тыуған яҡ тураһында йыр /
9-сы уҡыусы
Башҡортостан-Салауаттың иле,
Ниндәй иркен ,урман ,ҡырҙарың,
Данлы илем,йөрәгемдә
минең-
Моңло ҡурай үҫкән
Уралым.
10-сы уҡыусы
Тыуған ерем - гүзәл Башҡортостан,
Башҡорт теле-тыуған ер теле,
Күңелдәрҙе
тетерәндерә торған,
Йырлап туймаҫ, данлы йыр теле.
1-се уҡыусы
Һөйөп уҡыйым ,йомшаҡ иркә
телле
Башҡорт әҙиптәре
әҫәрен.
Уңыштары өсөн гел һөйөнөп,
Гел үҙ итеп,ғорур йәшәймен.
2-се
уҡыусы
Башҡортостан-иген даръяһы,
Нефть шишмәләре сыңлауы.
Ниндәй матур байлыҡ,бөтмәҫ көс-
Һинең эшсән ул һәм ҡыҙҙарың.
3-сө уҡыусы
Татар теле –туған анам
теле,
Башҡорт теле-тыуған ер теле,-
Ә рус теле-бөйөк
Ватан теле,
Өсөһө лә минең үҙ телем.
/ Рус халыҡ йыры /
4-се уҡыусы
Был ер миңә бик ҡәҙерле,
Мин шул ерҙә йәшәйем.
Бында мин тәпәй баҫҡанмын,
Бында минең әсәйем.
5-се
уҡыусы
Нисек яратмайһың уның
Туғай, урман,күлдәрен…
Игендәрзең сәсен һыйпап
Иҫкән наҙлы елдәрен.
6-сы
уҡыусы
Тыуған
ерем- гүзәл
баҡсам,
Һиндә йәшәйбеҙ йырлап.
Һиндәй юҡ бүтән, ер шарын
Мең ҡат сыҡһаң да
урап.
/ Татар халыҡ бейеүе/
7-се уҡыусы
Башҡортостан! Шиңмәҫ гөлдәр иле,
Илешкәйем- уның бер гөлө.
Тыныс тормош,тырыш хеҙмәт менән
Үтә Илешемдең һәр көнө.
8-се уҡыусы
Башҡортостан! Шиңмәс гөлдәр иле.
Ә Илешем -уның бер гөлө.
Хеҙмәт тәме ,йәшәү йәме менән
Илешленең үтә
һәр көнө.
9-сы
уҡыусы
Бәрәкәтле Илеш
тупрағында
Күкерәп ята иген ҡырҙары.
Ситтә түгел ,нигеҙендә таба
Үҙ бәхетен улы -ҡыҙҙары.
/Башҡорт бейеүе /
10-сы уҡыусы
Илеш иле-игенселәр
иле,
Иңдәрендә тоя ил ғәмен.
Байрамдарҙа ҡунаҡ өҫтәленең
Иң түренә
ҡуя икмәген.
1-се уҡыусы
Илеш иле-аҡ ҡайындар
иле.
Илешлелә-Ватан хаҡлығы.
Һәр кешелә изгелек
һәм сафлыҡ,
Һәр күңелдә ҡайын
аҡлығы.
2-се уҡыусы
Илеш иле –һандуғастар
иле.
Халыҡ бында йырға табына.
Сөнки күңелдәргә бишектән үк
Мәңге һүнмәҫ бер моң һалына.
3-сө уҡыусы
Илеш иле –ысын шағирҙар иле.
Шиғыр кеүек көҙө,
яҙы ла.
Ағиҙелдә, Сөндә, Баҙыла,
Аҡ ҡағыҙға ал да яҙ ғына.
4-се уҡыусы
Илеш иле,күрһәң ине,
Шишмә лә инеш кенә.
Шишмәләре ,инештәре,
Һыуҙары көмөш кенә.
5-се уҡыусы
Илеш иле –икмәк иле,
Еләк тә емеш кенә.
Халыҡтың
төп маҡтанысы
Хеҙмәт
кенә,эш кенә.
6-сы уҡыусы
Илеш иле- дуҫ-иш кенә,
Таныш та белеш кенә.
Байрамдары шау –гөр
килә-
Йырлаш та бейеш кенә.
7-се уҡыусы
Гүзәллектең тыуған яғы
Һин генә-Илеш кенә.
Йәшә,Илеш,ошо килеш,
Гел гүзәл килеш кенә.
/Мари халыҡ бейеүе
8-се уҡыусы
Башҡа матурлыҡтар
кәрәк түгел,
Һеҙгә- һәр бер йөрәк тибешем.
Һеҙ мәңгегә
күңелемдә минең
Башҡортостан менән Илешем. //
9-сы уҡыусы
Башҡортостан -дуҫлыҡ йорто,
Татыулыҡта уның ҡото.
Туғанлыҡта -уның ҡуры,
Тоғролоҡта-уның
уты.
10 уҡыусы
Башҡортостан-дуҫлыҡ иле
Һәр милләте туған телле.
Йыры- моңо төрлө-төрлө.
Булһын мәңге рухлы,түлле.
Мәңге йәшә,дуҫлыҡ иле!
Мәңге йәшә,башҡорт иле!
/ Йыр « Туған
телемдә һөйләшәм»/
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.