Инфоурок Родная литература СтатьиПубликация. Өләсәйем хәтирәләренән. Мусина Л.

Публикация. Өләсәйем хәтирәләренән. Мусина Л.

Скачать материал

Өләсәйем хәтирәләренән...

Бесән сабам.
Ергә ныҡлы баҫып,
Ҡолас ташлап, һелтәп салғымды.
Рәхәтләнеп бесән сапҡан саҡта
Онотамын бөтә ҡайғымды.

Ф. Абдуллина.

    Рауза өләсәйем һөйләүенсә, илебеҙҙә  колхоздар осоронда ҡолас ташлап бесән сабыу,  баҡуй өҫтөнә ултырып, мәтрүшкәле сәйҙәр эсеү үҙе бер ғүмер булған. Ул осорҙа, техника етмәгәнлектән, Бишауыл - Уңғар халҡы ла бесәнде, ауыр булһа ла, ҡул менән әҙерләгән. Өләсәйем дә йәш сағында был эштән ситтә ҡалмаған. Уның хәтирәләре менән минең дә уртаҡлашҡым килә: “Бесән әҙерләү ваҡыты етеү менән, иртән иртүк тороп, ҡатын-ҡыҙҙар баштарына ап-аҡ яулыҡ ябынып, йыйылышып трактор арбаһына ултырып, салғыларҙы, һәнәктәрҙе, тырмаларҙы артҡа һалып, туғайға юлланабыҙ. Бабайҙар рәхәтләнеп мәҙәк һөйләй, кәрт уйнай, ә беҙ:

   Ал итә, итә, итә,

   Гөл итә, итә, итә,

   Яндарыңа барыр инем

   Ял итә, итә, итә.

   Ал булмай, булмай, булмай,

   Гөл булмай, булмай, булмай.

   Бер болғанмай һыу ҙа тонмай,

  Дуҫтар айырылмай булмай, - тип йырлаша-йырлаша бесәнлеккә килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Унда барып етеү менән, ашнаҡсы апайҙар мәтрүшкә, ҡарағат япраҡтары һалып, тәмле итеп сәй ҡайнаталар. Хуш еҫле сәйҙәрҙе эсеп алғанғандан һуң, ирҙәр менән ҡатындар бесән сабырға төшә. Тирә-яҡ хуш еҫле сәскәгә күмелгән, туғайлыҡта ҡоштар һайраша, ҡояш ҡыҙҙыра. Салғы сыңы тирә-яҡҡа тарала. Иҫ киткес матур һәм яуаплы мәл! Оҙайлы ямғырҙар башланғанға тиклем малҡайҙарға был һутлы үләнде әҙерләп бөтөргә кәрәк. Бесән сабыу ҙур оҫталыҡ, көс, ғәйрәт, быуындарҙың ныҡлығын, таһыллыҡты һынай торған оло, кәрәкле эш һанала ине, - ти өләсәйем. Ҡул салғыһы менән оҫта бесән сабыусы ир-ат  ауылдағы иң абруйлы, иң эшлекле, егәрле кеше һанала ине. Бесәнде ирҙәр менән бер рәттән ҡалышмай сапҡан ҡатындар бар ине арабыҙҙа. Барлыҡ көстө бергә туплағас, бесән сабылып бөтөлә, уны йыйып алырға ла ваҡыт етә. Бесән елләгәндән һуң һәнәк, тырмалар менән  әйләндерәбеҙ, күтәрәмдәргә һалабыҙ. Ир-егеттәр ат арбаһына “собиралка”(бесән йыйҙыртҡыс) менән бер урынға тарттыралар, күбәләр һалалар.Трактор килеп, күбәләрҙе кәбәнгә өйә. Бабайҙар, ят-күҙҙәрҙән һаҡлау өсөн, сиратлап төнгөлөккә бесәндәрҙе  ҡарауылларға ҡала.

Матур тәбиғәт ҡосағында көн үткәне лә һиҙелмәй ҡала торғайны. Ауылға ҡайтыр алдынан ни тиклем эшләп арыһаҡ та, буш ҡайтмай инек. Күҙҙең яуын алып торған балан тәлгәштәре, эре-эре сөм ҡара төҫтәге муйылдар  үҙҙәренә саҡырып торған кеүек ине. Баштағы яулыҡты сисеп, ошо емештәрҙе йыйып алып, яулыҡҡа төрөп алырға ла өлгөрә инем. Ҡайһы бер көндәрҙә ҡайын ағасынан миндек әҙерләп алып ҡайтырға ла ваҡыт таба инем. Тракторға ултырғас, тағы ла йырҙы башлап ебәрәм:

   Ҡайтҡан саҡта Сәрмән буйҙарынан

   Тыңларһыңмы йырҙар йырлармын.

   Һин дә ҡушылып йырлайһыңмы, ап-ағым?

...Бына ошондай күңелле тормош менән йәшәй инек, - ти өләсәйем үҙенең йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп...

  Эйе, колхоз ваҡытында бесән әҙерләүе ауыр булһа ла, бик күңелле булған, тәртип боҙорға урын ҡалмаған. Ул саҡтар хәтерҙә генә ҡалды, сөнки хәҙерге заман – прогресс заманы,  баҫыуҙарҙа, яландарҙа барлыҡ эштәрҙе техника башҡара, - ти Рауза өләсәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш быуын вәкилдәре бесән әҙерләүҙең нимә икәнен дә белмәй үҫә. Халыҡтың күбеһе салғы, тырма, һәнәк тотоп эшләмәй.Мал аҫраусылар ҙа  күҙгә күренеп кәмей. Халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, шөғөлдәре юҡҡа сыға. Минеңсә,тап бына ошо бесән әҙерләү баланы хеҙмәткә өйрәткән, физик яҡтан үҫтергән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бергәләп мал аҙығы әҙерләп алырға халыҡты берләштергән, үҙ-ара аралаштырған, хужалығын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән. Мал тотҡан кешенең ите лә, һөтө лә, ҡаймағы ла һәм башҡа һөттән эшләнгән ризығы ла булған. Натураль аҙыҡ ашау сәләмәтлекте нығытҡан. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ауылда ла йылдан-йыл һыйырҙар һаны кәмеүе күҙәтелә.  Бөгөнгө көндә бесән әҙерләүе еңелләшһә лә, уны әҙерләүселәр һирәгәйеүе йөрәкте әрнетә, әлбиттә, уның сәбәптәре лә етәрлек. Минеңсә, кешеләр ялҡауланды. Уйланырға урын бар: совет осоронда етәрлек техника булмаһа ла, кешеләр күпләп ҡул көсө менән бесән әҙерләгән, трактор, һирәкләп ат арбаһына ултырып булһа ла алыҫҡа бесән әҙерләргә йөрөгән.  Ә хәҙер һәр урамда еңел һәм йөк машиналары ла була тороп та бесән сапмаусылар, мал аҫрамаусылар күбәйә. Шунлыҡтан урам тирәһен бейек үлән баҫты, уныһын да сабырға иренеүселәр артты. Эш юҡ, аҡса юҡ тип зарланыусылар бихисап, халҡыбыҙҙың ошо матур шөғөлөн тергеҙеп, ни өсөн матур итеп йәшәмәҫкә? Ҡул менән бесән сабыуҙар онотолоп, тарих төпкөлөндә ҡалмаһын  ине. Һүҙемде Фәүзиә Ҡотлогилдина- Алтынбаеваның “Салғы сыңы” шиғыры менән тамамлайым:

                        Салғы тотоп һелтәнеүҙе

                        Белмәйҙәр инде йәштәр,

                        Олатай бесән сапты тип

                        Хәтерләй генә күптәр!

                        Салғы тотоп бесән сабыу-

                        Ата-баба йолаһы!

                        Йолаларҙы онотмаһын

                        Башҡортомдың балаһы!

Мусина Ләйсән,

Бишауыл – Уңғар урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Публикация. Өләсәйем хәтирәләренән. Мусина Л."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Менеджер спортивного клуба

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Воспоминая бабушки о том, как в молодости ходили в сенокос.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 709 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 02.01.2022 172
    • DOCX 21.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхакова Рамиля Филаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхакова Рамиля Филаритовна
    Исхакова Рамиля Филаритовна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 27254
    • Всего материалов: 21

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

История русской литературы конца 20 - начала 21 вв. и особенности ее преподавания в новой школе

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 47 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 543 человека

Курс повышения квалификации

Особенности организации изучения учебного предмета "Родная русская литература" с учетом обновленного ФГОС ООО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 194 человека

Курс профессиональной переподготовки

Литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 97 человек из 38 регионов
  • Этот курс уже прошли 275 человек

Мини-курс

ИТ-инструменты в управлении документооборотом

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии карьерного роста и развития

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии брендинга в условиях глобальной конкуренции и изменяющихся рыночных тенденций

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе