Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку в 9 классе. Габитова

Рабочая программа по башкирскому языку в 9 классе. Габитова

Скачать материал

Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр

 

     Шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)      башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интелектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен,уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)      башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау;туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү;үҙ телмәреңде камиллаштырырға ынтылыу;

3)      аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

      Метапредмет  һөҙөмтәләре:

1. Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус:       

коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау);                                                    танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дерөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлау табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-комньютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б);                                                 регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; уҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу.)

2. Функциональ грамогалыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

     3. Функциональ грамотапыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта моһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

     Предмет һөҙөмтәләре:

1)      Телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле,БР-һының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2)       гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3)      туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү;

4)      тел ғилеменең төп аңлатмалары:лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр аралашыуы,һөйләү һәм яҙма телмәр,монолог,диалогһәм уларҙың төрҙәре; функциональ стилдәр,текст,текст төрҙәре;телдең төп берәмектәре,уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5)      башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын,башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6)      телдең төп берәмектәрен,грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7)      һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен,һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ яһау;

8)      тел-һүрәтләүсаралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу.

 

Уҡыусы йыл аҙағына өйрәнәсәк белемдәренә талаптар:

1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү;

-    тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

-    10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

-    эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

-    уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

 

Уҡыусы уҡырға өйрәнә алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ:

Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-    диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

-    һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

-    диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

-    өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

-    һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

-    үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

 

Уҡыу предметының йөкмәткеһе

  Һаумы, мәктәп!  (6 сәғәт)

          Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

          Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

 Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  7сәғәт.

          Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй?  10 сәғәт.

            Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

            Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

   Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.  8 сәғәт.

          Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры.  6 сәғәт.

          Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

          Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. 8 сәғәт.

          Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты.  8 сәғәт.

          Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Башҡорт халыҡ милли аштары.  7 сәғәт.

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

          Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклк эш дауам итә.

 Күңелле яҙ килә.  8  сәғәт.

          Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре.  Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

БР ҙың милли төбәк үҙенсәлектәрен, этномәҙәни ҡиммәттәрен ҡулланыу техник карталар (дәрестәр планы) төҙөгәндә бүленә.

 

Тематик планлаштырыу

 

Раздел буйынса темалар

Сәғәттәр  һаны

1

Һаумы, мәктәп! 

6

2

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 

7

3

Атамалар ни һөйләй? 

10

4

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 

8

5

Башҡорт театры. 

6

6

Башҡорт халыҡ ижады.

7

7

Башҡорт аты. 

9

8

Башҡорт халыҡ милли аштары. 

7

9

Күңелле яҙ килә. 

8

 

БӨТӘҺЕ

68

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку в 9 классе. Габитова"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель научной организации

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 064 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.01.2019 557
    • DOCX 26.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахмадуллина Роза Фаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахмадуллина Роза Фаритовна
    Ахмадуллина Роза Фаритовна
    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 127203
    • Всего материалов: 44

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Мини-курс

Развитие когнитивных способностей у младших школьников

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Специальная реабилитация: помощь детям с особыми потребностями

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Копирайтинг: от пресс-портрета до коммуникаций

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе