Инфоурок Другое СтатьиИрек Кинйәбулатов поэзияһына байҡау

Рецензия на стихи Ирека Кинзябулатова

Скачать материал

                                       Халыҡ ихтирамын яулаған ижад

   Шағир Башҡотостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мәжит Ғафури, Зәйнәб Биишева, Фәтих Кәрим, Рәми Ғарипов, Сергей Чекмарев, Назар Нәжми исемендәге әҙәби, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙарын, поэмаларын уҡып сығыу менән шул күҙгә ташлана: уларҙа илебеҙ, халҡыбыҙ тарихы эҙмә-эҙлекле һынланыш ала. Шағир үҙе йәшәгән осорҙа шаһит булған төрлө мөһим хәл-ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдереп, үҙ мәлендә баһаһын бирҙе, йәмғиәттең барлыҡ сфераларында хеҙмәт иткән күренекле шәхестәрҙең эшмәкәрлегенә маҡтау йырланы. Ошо рәүешле, үҙенән-үҙе төплө, бай йөкмәткеле шиғри йылъяҙма хасил булды. Шағирҙың ижадын башынан алып бөгөнгөгә саҡлы байҡағанда социализм ҡороу йылдарының ҡоласлы төҙөлөштәре, хеҙмәт дәрте, рухи күтәренкелек, яҡты киләсәккә өмөт-хыялдар бер осор шиғриәтенең рухын билдәләүенә шаһит булына. Артабан  үҙгәртеп ҡороуҙар, баҙар мөнәсәбәттәре, яңы рухи ҡиммәттәр тормошҡа үтеп ингәндә ябай кешеләрҙең шуға яраҡлашыу мәлендәге уй-ниәттәре, икеләнеүҙәре, тетрәнеүҙәре, донъяға ҡараштары, бер-береһенә мөнәсәбәттәре шағир поэзияһының идея-тематик йөкмәткеһен билдәләй. Әммә шағир хәл-ваҡиғаларҙы ябай күҙәтеүсе, ябай теркәүсе генә булманы. Әгәр шулай була ҡалһа, ҡиммәте лә шул сама тип ҡул һелтәр ҙә ҡуйыр инек. Ирек Кинйәбулатов шиғриәте, шөкөр, патриотик рухы, публицистик асылы, үткер тәнҡите, халыҡсан юморы менән меңдәрсә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бөгөн дә үҙенә ылыҡтыра. Шағирҙың 2013 йылда донъя күргән “Ғүмер китабы” исемле йыйынтығына тупланған һуңғы биш йылда ижад ителгән әҫәрҙәренә ҡарата ла ошондай фекерҙәрҙе икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Йылдар алға барған һайын ижадсы үҙ асылына тоғро ҡалды.

    Арттырыу-шаштырыу юҡ, күктәргә лә атылмай, хыял диңгеҙҙәрендә лә йөҙмәне шағир. Ул ерҙә,  ғәҙәти донъяла ябай кешеләр араһында булды. Барлыҡ заман ағышы эсендә шағир үҙе ҡайнаны, ил өҫтөнә, халыҡ иңенә төшкән һынауҙарҙы үҙе татыны, ауырлыҡтарҙы замандаштары менән бергә кисерҙе. Бар халыҡты борсоған проблемалар шағирҙы ла урап үтмәне. Әммә ул күп замандаштарынан шуныһы менән айырылып торҙо: кемдәрҙер ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндә, икенселәр өмөт өҙөп, төшөнкөлөккә бирелгәндә, берәүҙәр бар ни, юҡ ни тип битараф ҡалғанда шағир объектив ҡараштан ситләшмәне. Ҡарағыҙ, тип өндәште ул замандаштарына, барыһы ла насар түгел дә инде, ыңғай үҙгәрештәр ҙә бар ҙа баһа. Тирә-яғыбыҙға күҙ һалғанда ҡыуанырлыҡ күренештәр байтаҡ бит. Ирек Кинйәбулатовтың “Вәлиди урамынан” шиғыры ғына ла ошоға бер дәлил. Ысынлап та, З. Вәлиди исеме менән баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарының береһе аталыуы үҙе ҙур ҡаҙаныш, оло бер ҡыуаныс. Шиғырҙың лирик геройы бөгөнгө Башҡортостаныбыҙҙың яңы шарттарҙа алға барыуы, яңыса фекерләүсе шәхестәре үҫеп сығыуы менән ихлас шатлана. Бер нәмә лә еңел генә бар булмай. Бөгөнгөбөҙ ҙә анһат ҡына күктән төшмәгән, төрлө киҫкен ҡаршылыҡтар аша яуланған. Шул ирешелгәндәр менән генә тынысланып ҡалмайынса, артабан дауам итеү, үҫтереү һәр аңлы кешенең изге бурысы тип саҡырыу ташлауы ла шағирҙың ил, халыҡ хәстәренән ул. Йәшәү өсөн, хаҡлыҡ, ғәҙеллек өсөн “барыбыҙға ла кәрәк Зәки Вәлиди аҡылы” тип әйткәндә лә шағирҙың тел төбөндә үҙенә бер хикмәт бар.

    Патриотик рухлы шағирҙың шиғриәтенең бер өлөшөн халҡына, милләтенә, Ватанына арналған шиғырҙар биләй. “Һинең яҙмыш – минең яҙмыш” шиғыры - ана шуларҙың береһе. Ил, халыҡ яҙмышы өсөн һәр кем яуаплы тип иҫкәртеп, шағир былай ти:

                         Тик уйларға, тик эшләргә кәрәк,

                   Һәр береңә башты ватырға,

                   Күп нәмәгә хоҡуҡ булған саҡта,

                   Һис хоҡуҡ юҡ уйһыҙ ятырға.

  Ғәмһеҙлек, битарафлыҡ бер ҡасан да йүнлегә алып бармай, шуға күрә уяу булыу, кәрәк саҡта ут булыу мөһим– бына ул шиғырҙан аңлашылған хәҡиҡәт. Ә инде “Һинең яҙмыш – ул бит минең яҙмыш” тигән юлдар - үҙе бер оран.

  Халҡыбыҙ, илебеҙ менән ғорурланыу хистәре “Беҙҙең юл” шиғырында ла дауам ителә. Меңәр йыллыҡ данлы ла, шанлы ла тарихи үткәне булған башҡорт халҡы – бөйөк халыҡ ул. Яуҙа ла, хеҙмәттә лә ал бирмәгән халҡыбыҙ юлы йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел, киреһенсә, күптәрҙе  хайран итерлек. Әммә ошондай тойғолар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалырға түгел, быны һәр саҡ раҫларға, донъя киңлегендә үҙебеҙҙе һынатмаҫҡа кәрәк.  Ошо тәңгәлдә шағир тағы бик дөрөҫ, ялҡынлы саҡырыу ташлай халҡына:

                  Күрһәтәйек һәр саҡ бар ғәләмгә

                  Меңәр йыллап тормош ҡорғанды.

                  Кирә баҫып, киләсәккә ҡарап,

                  Ер шарында ныҡлы торғанды.

     2012 йылда илебеҙ халҡы 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығын билдәләгәндә Ирек Кинйәбулатов та ситтә ҡалманы. Ошо тарихи ваҡиға айҡанлы “Бородино” исемле баллада ижад итеп, “Башҡортостан ” гәзитендә баҫтырҙы. Был әҫәр юбилей уңайынан мәртәбәле хеҙмәт емеше булды.

       Башҡорт халҡының был еңеүгә индергән өлөшө һәр кемебеҙгә мәғлүм. Шағирҙың әйтергә теләгәне уларҙы ҡабатлау ҙа, яу яландарын һүрәтләргә ынтылыу ҙа түгел. Әҙип, бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарап, бынан ике быуат элек булған ваҡиғалар айҡанлы ҡайһы бер борсоған мәсьәләләргә ҡарашын белдерә, илдәр араһындағы низағтарҙы һуғыш юлы менән түгел, халыҡтар араһындағы татыулыҡ, берҙәмлек юлы менән хәл итеү фекерен ҡеүәтләй.      

      Рәсәй дәүләте тарихында 1812 йылғы Ватан һуғышында үҙенең  еңелмәҫлегенә ныҡ ышанған Наполеонды ҡыйратыу – үҙе бер данлы ваҡиға ул. Был еңеү Рәсәйҙең ҡеүәтен күрһәтеп, империя исемен ҡайтанан раҫлай. Әммә еңеү, Европаны азат итеүҙә ҡатнашып, абруй яулау сығанаҡтарын бары тик ҡорал көсөнә, Кутузов кеүек ғәскәр башлыҡтарының юғары һәләтенә генә ҡайтарып ҡалдырыу һис кенә лә тулы булмаҫ ине. Рәсәй империяһында йәшәгән күп милләттәрҙең илде һаҡлап, дошманға ҡаршы берҙәй күтәрелеүе, ватансылыҡ тойғоһо, батшаға тоғролоҡ хистәре лә еңеү яуларға булышлыҡ итә. Башҡорт халҡының индергән өлөшө бер ниндәй үлсәүҙәргә һыйғыһыҙ. Ҡаһым Мырҙашев, Абдрахман Аҡйегетов кеүек ғәскәр башлыҡтары – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре. Әммә батша властары шундай абруйлы шәхестәрҙе яу ҡупҡанда ғына данлай, бүләкләй, ә инде яуҙар үткәс, уларҙан арынырға ашыға. Ҡаһым түрәнең ағыуланыуы, Абдрахмандың да кинәт кеннә вафаты юҡтан түгел. Рәсәй батшалығы рус милләтенән башҡаларҙы түпәләп, баҫып тотоу йолаһына һәр саҡ тоғро ҡала. (Хәтерләйек: Алдар батыр менән дә шулай була). Балладала ошо әсе хәҡиҡәтте шағир тағы ла бер ҡат иҫкә төшөрөп, тарихи үткәндәргә аналитик күҙлектән сығып ҡарарға саҡыра. Барыһы ла һәйбәт кеүек бөгөн: 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында йырҙар ижад ителгән,  сәсмә әҫәрҙәр ижад ителгән, һынлы сәнғәттә сағылыш тапҡан. Ә шулай ҙа шағир тағы бер ғәмһеҙлек, битарафлыҡ күренешен һис кенә лә урап үтә алмай. Ошо айҡанлы әрнеүле уйҙары менән бүлешеп, бына нимә ти:

                      Лейпцигта, Дрезденда ла бар

                      Батыр башҡорттарға һәйкәлдәр.

                      Тик Өфөлә генә һәйкәлдәр юҡ,

                      Елгә оса халыҡ әйткәндәр.

    Нисек кенә булмаһын, башҡортҡа хас яугирлек традициялары һис кенә лә онотолорға тейеш түгел. Бөгөн дә еребеҙ, берҙәм Ватаныбыҙ бар. Бөгөн дә дошман юҡ түгел. Тарҡаулыҡта, үҙ-ара хаслашыуҙа түгел, берҙәмлектә, татыулыҡта, милләттәр дуҫлығында ул уңыш, йәмғиәт үҫеше. Тик шул саҡта ғына яҡты матур киләсәккә өмөт була. Балладалағы ошондай оптимистик рухтағы юлдар ҡайһылай ғорур, ҡыйыу, ышаныслы яңғырай:

                               Кем ҡотороп, шашып китһә,

                               Үҙ башына булыр бары.

                               Бородино иҫтә торһон,

                               Ни әйтергә шунан ары.

       И. Кинйәбулатов шиғриәте – публицистик шиғриәт. Шағир бөгөнгө заман кешеһен борсоған мәсьәләләргә, киҫкен проблемаларға, хәүеф-хәтәр тыуҙырырҙай  мәлдәргә һис кенә лә битараф ҡала алманы. Шуға күрә ул шиғри һүҙ менән нимәләргә иғтибар итергә, нимәнән һабаҡ алырға, аныҡ фекер йөрөтөп, дөрөҫ йүнәлеш билдәләргә, баҙыҡ эштәр ҡылырға өндәне. Ҡасандыр диңгеҙҙә хеҙмәт итеп, дөрөҫ йүнәлештең мөһимлегенә инанған шағирҙың ғәҙәти тормошта ла шулай булырға тейешлегенә иманы камил ине. “Тағын да” тигән шиғыр әлеге фекеребеҙҙе тулыһынса ҡеүәтләй. Көнөбөҙ тыныс тип кенә тынысланырға түгел, ҡазалар ҙа аҙым һайын һағалай, тамаҡ туҡ тип ҡәнәғәтләнеп, аслыҡ заманын да оноторға ярамай, тигән фекер ярылып ята шиғырҙа. Ә иң мөһиме, шағир һүҙҙәре менән  әйткәндә:

                                      Ерһеҙ ҡалыу – илһеҙ, телһеҙ

                                      Тороп ҡалыу алдында.

                                      Иң аҡтыҡҡы өмөт һүнһә,

                                       Нимә ҡала тағын да.

    Шағирҙың һәр бер шиғыры аҡыллы фекер менән үҙенә йәлеп итә. Шундайҙарҙан береһе “Иң ҡыйыны” тип исемләнгән. Башҡаларҙың хатаһын күрәбеҙ, ғәйепләйбеҙ, кәмһеткән булабыҙ, ә күп осраҡта үҙебеҙҙе онотабыҙ. Шул арҡала мин-минлек сиренә юлығабыҙ, нәфсе ҡолона әүерелеүебеҙҙе лә һиҙмәй ҡалабыҙ. Таныш хәҡиҡәт, тик иҫтә генә тотмайбыҙ. Шуға күрә шиғырҙағы лирик герой һүҙҙәрен хәтеребеҙгә ныҡлы һеңдереү һис зыянға булмаҫ:

                           Үҙемде лә шулай түгелмен, тип,

                           Тормам аҡланырға йыйынып.

                           Барыбыҙ ҙа шулай икәнлекте,

                          Шуны таныу – иң-иң ҡыйыны.

Шиғырҙарҙағы лирик герой ниндәйҙер сихри көс эйәһе түгел. Ул- ябай, ҡәҙимге кеше. Әммә уға башҡалар тоймағанды тойоу, башҡалар күрмәгәнде күреү һәләте хас. Был лирик герой үҙен түгел, башҡаларҙы күберәк ҡайғырта, улар өсөн борсола, киләсәк өсөн хәүефләнә. Кешеләр араһында бер-береһен яратмау (“Яратмау”), әйләнә-тирәбеҙҙәге әленән-әле булып торған хәүеф-хәтәр (“Ҡайһы юлдан китеп”), сәхнәләрҙә лайыҡлымы-юҡмы йондоҙҙарҙың артыҡ күбәйеүе (“Ҡабаланып”) менән дә риза түгел лирик герой. Дөрөҫ бит, килешмәйенсә булмай. И. Кинйәбулатовтың лирик геройы – шағир. Шағирлыҡ - Хоҙай биргән яҙмыш ул. Лирик герой үҙе әйткәнсә, шағир яҙмышы яуаплы ла, хәтәр ҙә. Сөнки “шағир кешелекте яуҙан ҡотҡарырға, үҙе әҙер ауға ҡабырға”, “хыял хаҡын ғәзиз башы менән түләре” лә бик мөмкин (“Хыял хаҡы”). Шағирҙар яҙмышы хаҡында уйланыуҙар “Йыр яҡтыһы” хәтер-поэмаһында ла дауам итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми иҫтәлегенә бағышланған был әҫәр. Поэмала урынлы һорау ҡуйыла: үҙҙәре иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен белеп бөтөрәбеҙме һуң шағирҙарҙың? Ә. Атнабай әйтмешләй, “алтын кеүек кеше булғанмын да, үлеп кенә харап булғанмын” һымаҡ килеп сыҡҡан хәлдәргә лә шаһит булына  ҡай ваҡыт. И. Кинйәбулатовтың  үкенес менән ошолай тиеүе юҡтан ғына түгел:

                           Ер ярылып китер оранын да,

                           Ҡай саҡ ҡолағына элмәйҙәр.

Йәмғиәтебеҙҙәге битарафлыҡҡа ишара был. Әммә ул Н. Нәжмигә ҡағылмай. Поэмала оло шағир үҙенә генә хас сифаттары менән һынландырыла. Берсә ҡырҡыу, ярһыу, берсә моңло, һағышлы, берсә тура һүҙле, уҫал, бер ҡараһаң, тыйнаҡ, яғымлы. Яу юлдарын үтеп сыҡҡан шағир тыныс тормошта ла яугир, һалдат рухынан һис кенә лә ситләшмәй: ғүмеренең аҙағынаса алғы сафтарҙа атлай. Шуныһы шатлыҡлы: Н. Нәжми халҡының хөрмәтен үҙе иҫән сағында уҡ ҡаҙанды. Туған халҡы яратҡан шағирын халыҡ шағиры тигән исем менән ололаны. Ярһыу һүҙ оҫтаһы тип ҙурланы уны И. Кинйәбулатов. Йылдар үтеү менән Н. Нәжми талантының бәҫе китмәй, киреһенсә, “сағыулана ғына йырҙарының яҡтыһы”, тип шағир ижадына  оло баһа бирҙе ул.

       Шағирлыҡ булмышы хаҡында фәлсәфә “Мәңге кәрәк шағир аҡылы” шиғырында ла дауам итә. Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинға арналған был әҫәрҙә шағирҙар илселәр менән тиңләштерелә. Ил яҙмышын хәстәрләүсе, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыусы илсе тип баһалай автор ҡәләмдәш дуҫын.

                      Уның һүҙе ерле юҡтан түгел,

                      Уның һүҙе йөрәк арҡылы, -

тигән юлдар шағир асылын бар тәрәнлегендә асып бирә. Ә инде:

                      Халҡы тотош бәхет кисермәһә,

                      Бәхетле тип булмай шағирҙы, -

тигәндә Ғафуриға, Бабичҡа хас шағир һәм халыҡ берҙәмлеге идеяһы дауам ителә. Тимәк, замандар үҙгәрһә лә шағирлыҡ асылы үҙгәрешһеҙ ҡала.

    “Туфандар бар” тигән шиғырҙа шағир яҙмышына төшкән михнәттәр хаҡында әрнеп иҫкә алғайны И. Кинйәбулатов. Әммә уны меҫкен хәленә төшөрмәне. Тормоштоң әсе  һынауҙарын мул кисергән Х. Туфан һынмаҫ рухлы, бирешмәҫ, көслө ихтыярлы шәхес булып күҙ алдына баҫа.  Ысын шағирҙар шулай булырға тейештер ул. Аҡмуллалар, Рәмиҙәр шикелле. Нахаҡ ғәйеп, йәбер-ғазап кеүек заман ғәләмәттәре (уларҙы автор “уттар” тип атай) Х. Туфанды ла сыныҡтыра ғына.

   “Туҡай һүҙе” шиғырында бөйөк шағир “янып торған маяҡҡа” тиңләнә, ә һүҙҙәре мәңгелектән килгән оран булып ишетелгәндәй. Был шиғырҙа ла халҡы өсөн янып хеҙмәт иткән шағирға дан йырлана:

                    Ҡанаттарың тамам талғанда ла,

                    Күккә осор булып талпындың.

                    Телен һаҡлау, илен яҡлау өсөн,

                    Йәнен һаҡлау өсөн халҡыңдың.

Ошо рәүешле, И. Кинйәбулатов шиғриәтендә шағирҙар, яҙыусылар хаҡында шиғри әҫәрҙәр ҙур ғына урын биләй.

   И. Кинйәбулатовтар быуыны – ауыр һуғыш михнәттәрен күреп, аслыҡ ғазаптарын татып, бала саҡтан ауыр эштә сынығып, иртә ир ҡорона кергән кешеләр быуыны. Ана шуға күрә лә был быуын тормош һынауҙары алдында һис баҙап ҡалмай, яҙмыштарға баш эймәй, ауырлыҡтарға зарланмай. Тормош ҡәҙерен белеү, йәшәү тәмен тойоу, артығына өмөт итмәйенсә, булғанына шөкөр итеү ҙә шунандыр ул. Шағирҙың байтаҡ шиғырҙары ошондай рухта ижад ителгән. “Ниңә ҡайтырға?” тигән шиғырҙың лирик геройы ла һынмаҫ рухлы бирешмәҫ шәхес. Ул үткәндәргә зарланып ултырыусы түгел, ә бары тик алға бағыусы оптимист. “Ҡорҙашыма” шиғырында ла шундай оптимистик рухлы шәхестәр күҙ алдына баҫа. Яҡташы яҙыусы Һәм ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа бағышлау шиғырындағы ошо юлдар  барлыҡ замандаштарының уртаҡ сифаттарын асып бирә төҫлө:

                      Ҡараштарың алыҫ төбәлгәнггә,

                      Ерҙә ныҡ торғанға аяғың,

                      Һин меңдәрҙең бөгөн таянысы,

                      Һин меңдәрҙең ерле маяғы. 

    И. Кинйәбулатов ижадында бағышлауҙар ҙур урын биләй. Шағир үҙе күргән, белгән кешеләргә йылы ҡараштарын, дуҫтарса мөнәсәбәтен белдереп, уларҙың ҡылған эштәренә ихлас ҡыуана, уңыштарына һоҡлана. Бағышланыусылар араһында шағирҙың ҡәләмдәштәре лә, сәнғәт эшмәкәрҙәре лә, ауыл эшсәндәре лә, дәүләт эшмәкәрҙәре лә бар. Ғөмүмән, Ирек Кинйәбулатов геройҙары – Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары. Илебеҙ үҫеше, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге уларҙың ябай тырыш хеҙмәтенә бәйле. Улар – илебеҙ терәге, йәмғиәтебеҙ тотҡаһы. Шағирҙың бағышлауҙары ябай хикәйәләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Уның үҙенә генә хас булғанса, шиғырҙарҙа ябай ғына ваҡиғанан да һығымта яһап, аҡыллы тос фекер әйтеү оҫталығы күҙгә бәрелеп тора. Сатнатып әйтә шағир, сәптең нәҡ алмаһына тейә. Мәҫәлән,

                    Китап йорто -  тик хазина йорто –

                    Быуаттарға аҡыл бишеге, -

тигән юлдарҙа фекер байлығы һоҡланырлыҡ. “Ышанайыҡ” шиғырындағы:

 Түрә булғанда ла күрә белдең,

Сабатаңды түргә элмәнең, - тигән юлдар ҙа аңлағанға бик яҡшы ишара. “Күктә йондоҙ былай ҙа күп” шиғырында:

                         Ләкин ерҙә лә бар

                         Йондоҙға тиң кешеләр, -

тип әйтелә икән, тимәк ерлек бар. “Ябай булмаған тормошта” шиғырындағы:

                    Бер уйлаһаң, йәшел дә беҙ,

                    Бер уйлаһаң, йәшен дә беҙ, -

 тигән юлдарға ла тос фекерҙәр һыйҙырылған. Улар кешенең булмышы, мөмкинселеге хаҡындағы уйҙар булыр. Тик кеше генә  теләһә, тауҙар аҡтара, йылғалар ағышын туҡтата ала.

   И. Кинйәбулатовтың шиғриәте хаҡында һүҙҙе тағы дауам итергә булыр ине. Әммә ошонда туҡтатып торайыҡ. Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтәйек: шағир үҙ заманы менән бергә атланы, һәр үҙгәреш, яңылыҡ, бер генә хәл-ваҡиға ла уның иғтибарынан ситтә ҡалманы. Уларға ваҡытында баһа биреп, үҙ ҡараштарын еткерә барҙы. Шағирҙы ҡыуандырырҙай ваҡиғалар ҙа етерлек булды, борсоғандары ла юҡ түгел ине. Улар барыһы ла күңеленән ярһып, ташып-урғылып сығалар ҙа шиғыр булып халыҡ күңеленә юл ала торғайны. Ине…  Торғайны… Ҡыҙғаныс, хәҙер шулай үткән заманда ғына һөйләргә ҡалды. Әммә әҙипкә ҡарата халҡының ихтирамы һис кенә лә һүнмәйәсәк, әҫәрҙәре халҡы күңелендә йәшәйәсәк. Шағирҙар үлемһеҙ бит ул.

 

                                                                                                         Рим Исхаҡов.

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ирек Кинйәбулатов поэзияһына байҡау"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Ученый секретарь

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 628 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 12.12.2016 844
    • DOCX 27.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхаков Рим Рифович. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхаков Рим Рифович
    Исхаков Рим Рифович
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 98648
    • Всего материалов: 87

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 21 региона

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Основы инженерной подготовки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Особенности патриотического воспитания

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 52 человека

Мини-курс

Личностное развитие и отношения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе