Инфоурок Другое КонспектыТема урока: Р. Ниғмәтуллин. "Тырышлыҡ"

Тема урока: Р. Ниғмәтуллин. "Тырышлыҡ"

Скачать материал

4-се дәрес

Тема: Р. Ниғмәтуллин. Тырышлыҡ.

Маҡсат: шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу, тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү,

Йыһаз: дәреслек, көн режимын сағылдырған һүрәттәр, мәҡәлдәр яҙылған карточкалар, ҡылымдарҙың затта үҙгәреүен күрһәткән таблица (слайдтар)

Дәрес барышы

I. Артикуляцион күнегеү.

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

“4”-ле, “5”-ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

II. Өй эшен тикшереү.

1. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

2. Өҙөгөн ятлау

3. “Минең туған телем” тигән темаға мини тексты уҡыу.

(Бер нисә уҡыусының шиғыр ятлауын тыңлау, мини-текстарын тыңлап, баһалар ҡуйыу)

III. Яңы тема буйынса эш.

1. Инеш әңгәмә.

- Көн һайын һин сәғәт нисәлә тораһың?

- Торғас, нимәләр эшләйһең? (Урынымды йыйыштырам, йыуынам, тешемде таҙартам, иртәнге аш ашайым да мәктәпкә китәм).

(Көн режимын сағылдырған һүрәттәрҙе ҡулланырға мөмкин)

- Һеҙҙең төп эшегеҙ - ул нимә?

- Һеҙҙе тырыш кеше тип әйтеп буламы? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

- Р. Ниғмәтуллин ниндәй кешене тырыш тип әйтә икән, быны белер өсөн, әйҙәгеҙ, уның “Тырышлыҡ” тип аталған шиғыры менән танышайыҡ.

2. Шиғырҙы уҡытыусы тасуири уҡый (Уҡыр алдынан уҡыусыларға был шиғырҙан таныш булған (йәки таныш булмаған) һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе табырға ҡушыла).

3. Таныш һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе табыу (иртә тора, урынын йыя, зарядка яһай, битен йыуа, атай, әсәй, эш, өйҙәге эштәр, яҡшы, насар, эшләйһең, “бишле” алаһың)

4. Һүҙлек эше: тырыш – прилежный, старательный

Тырышлыҡ – прилежание, старательность, старание

Ашыға – торопится

Аңлай – понимает

Фашлай – разоблачать, изобличать

Үтәй – выполняет

5. Шиғырҙы уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

6. Шиғырҙы 1-әр куплетлап уҡыу һәм һорауҙарға яуаптар биреү:

- Шулай итеп, тырыш кеше нимәләр эшләргә, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Яуапты дәфтәргә яҙып ҡуйыу.

(Тырыш кеше – таҙалыҡ ярата, бөхтә була, ата-әсәһенә ярҙам итә (ярҙамсыл), яҡшылыҡҡа ынтыла, һәр эшен ваҡытында эшләй, тырышып уҡый һ.б).

7. - Шиғырҙан ҡылымдарҙы табығыҙ, затын билдәләгеҙ (телдән).

(Тораһың, йыяһың, яһайһың, йыяһың, эшләйһең, аңлайһың, үтәйһең, алаһың – 2 зат, һин)

8. Ял минуты. “Аҙашҡан мәҡәлдәр”

Уҡыусыларға мәҡәлдәр таратып бирелә. Мәҡәлдәрҙең йә башы, йә аҙағы яҙылған, уларҙы бутап таратырға.

… уң булыр

 

Күп һөйләү …

…. аҙ уйлауҙан килә

Уңғандың ике ҡулы ла …

 

 

Иң татлы емеш - …

 

… хеҙмәт емеше

 

Тырышҡан табыр ….

 

… ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр

 

Хеҙмәтенә күрә …

 

… хөрмәте

 

9. 30-сы күнегеү. Һөйләмдәр төҙөү. 3-4 һөйләмде дәфтәргә яҙыу.

Йыйыштыра  ҡылымын телдән затта үҙгәртеү.

 

I зат

Берлек һан (-м, ым/-ем)

Күплек һан (-быҙ/-беҙ)

 

II зат

Берлек һан (-һың/-һең)

Күплек һан (-һығыҙ/-һегеҙ)

III зат

Берлек һан (-а, -й)

Күплек һан (-лар/-ләр,

                       -ҙар/-ҙәр)

Мин

Беҙ

Һин

Һеҙ

Ул

Улар

IV. Йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

- Тырыш кеше ниндәй була?

            Һеҙ ҙә шул сифаттарҙы үҙегеҙҙә булдырырға тырышырһығыҙ, тип уйлайым. Тырышҡанда күп нәмәләргә өлгәшергә була. Юҡҡа ғына халыҡ “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр” тимәгән.(Вода камень точит)

V.Өйгә эш.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятларға. 12-се бит 22-се күнегеү (шиғырҙы тасуири уҡырға)

2. “Мин тырыш уҡыусы” темаһына 5 һөйләм төҙөп яҙырға.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тема урока: Р. Ниғмәтуллин. "Тырышлыҡ""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Микробиолог

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 417 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.04.2017 928
    • DOCX 34.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Давлетова Лилия Фандусовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Давлетова Лилия Фандусовна
    Давлетова Лилия Фандусовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 36660
    • Всего материалов: 19

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой