Инфоурок Другое КонспектыБаязит Бикбайҙың «Аҡсәскә» повесы

Баязит Бикбайҙың «Аҡсәскә» повесы

Скачать материал

Тема: Баязит Бикбайҙың «Аҡсәскә» повесы

Маҡсаттар: 1.Шәхес култы хөкөм һөргән 30-сы йылдарҙың фажиғәһен «Аҡсәскә» повесы аша күрһәтеү;

2.Әҫәрҙе анализларға өйрәнеү, образдар системаһын тикшереү;

3.Әйткән һүҙҙәр, ҡылған ҡылыҡтар өсөн яуап тота белергә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: Б. Бикбайҙың портреты, экран, проектор, презентация.


Дәрес барышы:

І. Ойоштороу мәле

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ! Кәйефтәрегеҙ нисек?

Кемдәр дәрестә юҡ, билдәләп китәйек.


ІІ. Өйгә эште тикшереү этабы

Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән Б. Бикбайҙың «Аҡсәскә» повесы менән таныша башланыҡ. Өйгә эш итеп һеҙгә «Кәкүе атайҙар булып китеүҙең сәбәптәре» тигән темаға мини-инша яҙып килергә ине. Әйҙәгеҙ тикшереп китәйек. ( Уҡыусылар яҙып килгән иншаларын уҡыйҙар, бәхәскә инәләр, бер-береһен тыңларға өйрәнәләр).

Афарин! Бик матур, тәрән фекерле иншалар яҙып килгәнһегеҙ.

Ә хәҙер слайдҡа иғтибар итегеҙ. Тексты уҡып сығайыҡ.

Йәмғиәтебеҙҙә, әлбиттә, ғаиләһеҙ- йортһоҙ буйҙаҡтар элек-электән булған. Тик барыбер хәҙерге менән сағыштырырлыҡ түгел, ә бармаҡ менән һанап сығырлыҡ әҙ күләмдә. Һуңғы осорҙа уларҙың күҙгә күренеп күбәйеүе ысын проблемаға әйләнде...

Былай ғынамы ни! Ул һаман да киҫкенләшә бара. Бында һүҙ үҙебеҙҙең Башҡортостан тураһында ғына бармай, башҡа республикалар, өлкәләр, илдәр өсөн дә баш бәләһенә әүерелгән проблема ул.

Элек яңғыҙҙарға димсе-яусылар ярҙамға килгән. Бәлки, уларҙың тырышлығы менән ишһеҙҙәр әҙ булғандыр. Әллә изге ниәтле әбейҙәрҙе ҡабат ҡайтарырғамы? Ҡалаларҙа замансалары бар, әлбиттә, тик ауыл буйҙаҡтары уларҙан да мәхрүм.

Республикабыҙҙың ҡайһы ғына ауылын алма, һәр береһендә буйҙаҡтар һаны ундан кәм түгелдер. Уларҙың иң йәшенә 25 булһа, иң олоһо 60 – 70 йәштәрҙә.

( Р. Ғиззәтуллина )

ІІІ. Тема һәм маҡсаттырҙы әйтеү

Текст буйынса эш:

Бирелгән текста нимә тураһында һүҙ бара? (Бирелгән текста һүҙ хәҙерге ваҡытта бик актуаль булған буйҙаҡтар проблемаһы күтәрелә. Ул бөтә донъяны ялмап алған).

Авторҙың позицияһы? Һеҙҙең позиция? (Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен еткерәләр).

Бөгөн дәрестә Баязит Бикбайҙың «Аҡсәскә» повесы миҫалында ғаилә проблемаһы, буйҙаҡтар фажиғәһе тураһында һөйләшеп китәсәкбеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең теманы нисек атарға була? (Уҡыусылар үҙҙәренең варианттарын әйтәләр, уңышлы булғанын һайлап алалар).

Ә мин был дәрестең исемен «Ғаиләм ‒ ҡәлғәм» тип атар инем.

Хәҙер уйлап ҡарайыҡ, дәрестә беҙ ниндәй маҡсаттарға ирешергә тейешбеҙ? ( Уҡыусылар маҡсаттарҙы әйтәләр:

  • «Аҡсәскәнең» йөкмәткеһе менән танышыу

  • Образдар системаһын тикшереү

  • Әҫәрҙәге проблемаларҙы асыҡлау

  • Иптәштәреңде тыңларға өйрәнеү һ.б. )


Дәрестә үҙегеҙ өсөн алған яңылыҡтарҙы «Асыштар китабына» теркәп барасаҡбыҙ Дәрес аҙағында уларҙы уҡып, йомғаҡ яһап китербеҙ.


ІV. Яңы теманы аңлатыу этабы

Баязит Бикбай 1962 йылда яҙылған «Аҡсәскә» повесы менән үҙ ижадында ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтендә лә бығаса бөтөнләй тиерлек яҡтыртылмаған темаға мөрәжәғәт итә. Үҙ повесында заманыбыҙҙың иң оло фажиғәләрен тыуҙырған шәхес культы һәм уның эҙемтәләренең халыҡҡа, йәмғиәткә килтергән зыяны хаҡында әҫәр яҙыу коммунистар партияһының XX съезына тиклем бөтөнләй мөмкин булмаған хәл ине. Б. Бикбай нахаҡ яла яғылып бер ғәйепһеҙ ҡулға алынған атайға йәбештерелгән, «халыҡ дошманы» тигән ҡара тамғаның балаһына, уның ғаиләһенә ниндәй бәхетһеҙлек алып килеүен сағылдыра. Нәғимәнең ғаиләһенә килгән бәхетһеҙлекте һүрәтләп, яҙыусы Нәғимәнең, Аҡсәскәнең генә түгел, хатта бөтә яҡлап үҙе генә ғәйепле булып күренгән Әхмүш Ямаевтың да шәхес культы ҡорбаны булыуын асып биргән. Яҙыусы ошо ғаиләнең фажиғәһен һүрәтләп, шәхес яҙмышының йәмғиәт араһында гармония булғанда ғына һәр кеше үҙен бәхетле итергә мөмкин булыуын раҫлаған.


Хәҙер әҫәрҙең йөкмәткеһен иҫкә төшөрөп китәйек. Кем һөйләп ҡарай?

«Халыҡ дошманы» тигән һүҙбәйләнештәр нисек аңлайҙар?

Репрессиялар осоро тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?


Репрессия осоронда бик күп башҡорт яҙыусылары ла ҡорбан етелгән. Улар: Д. Юлтый, Т. Йәнәби, И. Насыри, Ғ. Амантай, Х. Дәүләтшина, Ғ. Дәүләтшина һ.б. Тағы ла улар араһында талантлы композитор һәп күренекле йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов та бар.


V. Яңы теманы нығытыу этабы

Әҫәрҙе анализлау

1.«Аҡсәскә» повесында ниндәй тема яҡтыртылған?

2.Әҫәрҙең идеяһы нимәлә?

3.Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ошо повесть аша Б. Бикбай беҙгә нимә әйтергә уйлаған?

4.«Аҡсәскә» повесындағы геройҙарҙың яҙмышы хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?

5.Әҫәрҙә мәҡәл-әйтемдәр осрай. Уларҙы һеҙ нисек аңлайһығыҙ? ( слайд № 7)

  • «Яҙмыш ‒ уйынсыҡ түгел, юрамал сейәлтмәй үҙ ептәрен...» ( 269-сы бит )

  • «Бер ҡыйратылған тормошто яңы ямау менән генә бөтәйтеп булмай...» ( 271-се бит )

  • «Күҙ өҫтөндә ‒ ҡаш, һәр нәмәлә баш...» ( 273-сө бит )

  • «Был тормош тигәнең хас диңгеҙ тулҡындары инде: ярға сыға башлағанда арттан килеп береһе һине аяҡтан йыға һуға ла, торҙом ғына тигәң, икенсе тулҡын, өсөнсө...» ( 277-се бит )

  • «Кеше ‒ һуҡыр эсәк түгел, ҡырҡып ҡына ташлап булмай» ( 281-се бит )


Баязит Бикбай ‒ һүҙ оҫтаһы. Әҫәрҙә бик көслө итеп яҙылған урындар күп. Шуларҙың береһе: «Юҡ, юғала торған бала түгел был...Күрсе, башын ниндәй юғары тотоп бара ул! Әйтерһең, ул һауаға ыласын сөйгән дә шуның әйләнеп ҡайтыуын күҙәтә ... Уның атаһы ла ыласын һымаҡ, юҡ, ыласындың да ҡыйыуырағы ‒ сапсан ине. Сафаров та юғалмаҫ, ҡайтыр, ҡайтыр яратҡан ҡаяһына!..»

Был һүҙҙәрҙә ниҙәр ята?

(Уҡыусылар үҙҙәрен фекерҙәрен яңғырата, иптәштәренең яуаптарын тыңлайҙар, бәхәсләшәләр).


VІ. Йомғаҡлау

Шулай итеп, бығаса әҙәбиәттә тик маҡтау яуҙырылған осорҙоң ҡаршылыҡтарын, фажиғәләрен ҡыйыу асып биреү, уны дөрөҫ баһалау бер Баязит Бикбай ижады өсөн генә түгел, бәлки бөтә башҡорт әҙәбиәте өсөн өр-яңы күренеш булды.

Ә хәҙер һеҙҙең «Асыштар китабындағы» булған яҙмаларҙы уҡып китәйек. Нимәләр белдегеҙ икән бөгөн дәрестә? ( Уҡыусылар һәр бер яңы нәмә белгәнде теркәп барғандар, ә хәҙер шуны уҡып ҡына күрһәтәләр).


VІІ. Өйгә эш биреү

Өйҙә һеҙгә «Нимә ул бәхет, нимә ул бәхетһеҙлек?» темаһына инша яҙып килергә.


VІІІ. Баһалау

Барыһы ла дәрестә әүҙем ҡатнашты, һорауҙарға тулы яуаптар ҡайтарҙы, үҙ фекерҙәрегеҙ менән бүлештегеҙ. Афарин тип кенә әйтергә ҡала. Артабан да шулай уҡ дауам итегеҙ.

Дәрес тамам. Һау булығыҙ!






Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Баязит Бикбайҙың «Аҡсәскә» повесы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по волейболу

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 842 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.12.2016 2875
    • DOCX 42.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Бадретдинова Рита Фаиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Бадретдинова Рита Фаиловна
    Бадретдинова Рита Фаиловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 18321
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 158 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Эффективные стратегии продаж: воронка, агрегаторы и мессенджеры

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Путь к осознанным решениям и здоровым отношениям

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 104 человека из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Мини-курс

Практика гештальт-терапии: техники и инструменты

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 313 человек из 65 регионов
  • Этот курс уже прошли 74 человека