Инфоурок Другое Другие методич. материалы9 кластарҙа Һуңғы ҡыңғырау байрамы сценарийы эшкәртмәһе

9 кластарҙа Һуңғы ҡыңғырау байрамы сценарийы эшкәртмәһе

Скачать материал

Рәхмәт һиңә, мәктәбем!

 

1-се уҡыусы.  

Шундай матур көн бөгөн: йырлайһы килеп тора,

Күңелдә тулышҡан шатлыҡ урғып ташырға тора.

 

2-се уҡыусы.

Шундай ғәжәп көн бөгөн:йөрәктәр ярһып тибә,

Ҡояш та, ана, йылмайып, йылы нурҙарын һибә.

 

3-сө уҡыусы.

Шундай ҙа серле көн бөгөн: әллә ниҙәр эшләге килә,

Кешеләрҙең юлдарына гөлдәр һибәһе килә.

 

4-се уҡыусы.

Әллә ниндәй сәйер көн бөгөн: донъя гиҙәһе килә,

Ер шарының бар халҡын дуҫтар итәһе килә.

 

5-се уҡыусы.

Ҡыҙыҡ ҡына көн бөгөн: елдәр булаһы килә,

Елдәр булып, һәр кемде наҙлап үбәһе килә.

 

6-сы уҡыусы.

Үҙенә башҡа көн бөгөн:күңел елкенеп тора,

Тауҙар аҡтарыр ғәйрәт иңдәрҙә ташып тора.

 

7-се уҡыусы.

Ниңә икән улай тип, аптырамағыҙ бер ҙә,

Дәртле ҡыңғырау яңғырай мәктәптәрҙә һәр ерҙә.

 

8-се уҡыусы.

Дәртле ҡыңғырау сыңы өҙә лә һуң үҙәктәрҙе,

Хәтерләтә туғыҙ йыл мәктәптә үткәндәрҙе.

 

9-сы уҡыусы.

Мәктәптә уҙған ғүмер ҡыңғырау моңона тулы,

Бөгөн тағы сыңлай ул, үткәндәр ауазы булып.

 

Күмәк йыр.

 

1-се уҡыусы.  

Ваҡыт, ваҡыт! Елә алға, һис нимәгә ҡарамай.

Туҡтатырға ине ваҡытты, тик ярамай шул, ярамай.

 

2-се уҡыусы.

Туҡтатырға  ине лә борорға ине кирегә,

Бер аҙ ғына булһа ла бала саҡты күрергә.

 

3-сө уҡыусы.

Улайһа, ниңә әле аптырап торабыҙ һуң?

Борайыҡ ваҡытты кирегә, ярамаһа ни, ярамаһын.

 

4-се уҡыусы.

Хыял атлы арғымаҡҡа  ултырайыҡ күмәкләп,

Бала саҡ тигән илгә юлланайыҡ бергәләп.

 

5-се уҡыусы.

Күҙ алдына килә көҙҙөң сыуаҡ бер көнө,

Ул ваҡытта ла ҡояш йылмайып көлә ине.

 

6-сы уҡыусы.

Ҡупшы итеп кейенгән,  ҡулына сәскә тотҡан

Малайҙар, ҡыҙҙар менән мәктәп урамы тулған.

 

7-се уҡыусы.

Беҙ ҙә шулар янында торған булабыҙ баҫып.

Беренсегә килгәнбеҙ бит мәктәп ишеген асып.

 

8-се уҡыусы.

Рәхим итегеҙ, балалар, тип ҡолас йәйҙе мәктәбем,

Белем тауҙары текә, еңел булмаҫ үрләүе,

Булығыҙ, тине, түҙем.

 

9-сы уҡыусы.

Рәхмәт инде мәктәбемә: белемен дә бирҙе ул,

Хеҙмәткә лә өйрәтте, аҡылын да бирҙе ул,

Өйрәтте ул айырырға яҡшыны яманлыҡтан,

Йәшәү йәменең нигеҙе булыуын татыулыҡтан.

 

1-се уҡыусы.  

Ғүмер буйына, мәктәбем, бурыслымын һиңә мин,

Һин бит- сикһеҙ хазина, ырыҫлымын шуға мин.

Рәхмәт һиңә, мәктәбем!

 

Мәктәп тураһыында күмәк йыр.

2-се уҡыусы.

Бөгөнгөнән елә үткәндәргә елдән етеҙ хыял-арғымаҡ,

Күҙ алдына килә хәтирәләр береһенән –бере тулыраҡ.

 

3-сө уҡыусы.

Мәктәп эсе гөр килә балалар тауышынан,

Белем тигән донъяға башлана юлдар шунан.

 

4-се уҡыусы.

Белемгә илткән юлдар таҡыр түгел, ҡатмарлы,

Кәрәк шуға ихтыяр тау-таштар аҡтарырлыҡ.

 

5-се уҡыусы.

Ҡайҙан алмаҡ кәрәк ундай ҙа көс-ҡеүәтте,

Дөрөҫ булһа ла самалап һөйләгеҙ әле әкиәтте.

 

6-сы уҡыусы.

Бер ҙә әкиәт түгел, бөтәһе лә ып-ысын,

Яулай алмаҫ үрҙәр юҡ, яныңда булһа уҡытыусың.

 

7-се уҡыусы.

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, килешәмен ҡуш ҡуллап,

Һәйкәл ҡуйыр инем үҙенә, алтын менән буталлап.

 

8-се уҡыусы.

Ғүмер буйына уҡытыусы һәйкәл ҡуя үҙенә үҙе,

Ғилем һәм тәрбиә алып, тормош юлына баҫҡан

Меңдәрсә егет һәм ҡыҙҙар- тере һәйкәлдең үҙе.

 

9-сы уҡыусы.

Уҡытыусым! Күңелеңдә мәрхәмәттең сиге юҡ,

Хеҙмәттәрең бөйөк һинең, дан-хөрмәткә һин лайыҡ,

Сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен риза булып ҡабул ит,

Һин, уҡытыусым, был донъяла изгеләрҙән -изге кеше бит.

 

Уҡытыусы хаҡында күмәк йыр.

Уҡытыусыларҙың ҡотлау сығыштары.

 

1-се уҡыусы.  

Елә ваҡыт, саба заман, әйтерһең, бәйгегә сыҡҡан,

Туғыҙ йыл ғүмер ҙә шаулап-гөрләп мәктәптә

Үткән дә киткән икән.

 

2-се уҡыусы.

Елә ваҡыт, саба заман, хыял- арғымаҡ етеҙерәк,

Уйҙар китә тағы ла тәрәнгә төшөбөрәк.

 

3-сө уҡыусы.

Мәктәп кеше итте, тибеҙ, был – әлбиттә, хәҡиҡәт,

Ата-әсәбеҙ хаҡында ла онотмайыҡ, йәмәғәт.

 

4-се уҡыусы.

Ата-әсәбеҙ хаҡында онотоу яҙыҡ булыр,

Маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәй, һөйләһәк арыу булыр.

 

5-се уҡыусы.

Кемдәр иртән уятып, тәмле сәйҙәр эсерә,

“Тырышып уҡы, балам,” –тип мәктәбемә ебәрә?

 

6-сы уҡыусы.

Кемдәр беҙҙе ҡурсалай яман ҡылыҡ, яуыз уйҙарҙан,

Бәлә-ҡазаларҙан аралай, һаҡлап ҡала сырхауҙан?

 

7-се уҡыусы.

Кемдәр әҙер беҙҙең өсөн утҡа-һыуға керергә,

Үҙ өлөшөнән баш тартып, беҙгә бүлеп бирергә?

 

8-се уҡыусы.

Әлбиттә, улар – беҙҙең ғәзиз ата-әсәләр,

Мәрхәмәтле, изге йәнле ихтирамға лайыҡ кешеләр.

 

9-сы уҡыусы.

Барыһы, барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, ата-әсәләр,

Һеҙҙең өсөн һандуғастар тирә-яҡҡа моңдар сәсәләр,

Күк йөҙөндә йондоҙҙар баҙлап ем-ем итәләр,

Аллы-гөллө сәскәләр хуш еҫтәрен һибәләр,

Таңғы елдәр шыбыр-шыбыр сер йомғағын һүтәләр,

Һеҙҙең өсөн  рәхмәттәр ямғыр булып ергә яуалар,

Һеҙҙең өсөн, ата-әсәләр!

 

Ата-әсәләргә бағышлап күмәк йыр.

Ата-әсәләрҙең ҡотлау сығыштары.

 

1-се уҡыусы.  

Ваҡыт елә Заман менән ярышып, йылдар алмашына йыл менән,

Алмаштыра йәйҙәрҙе көҙ, төндәр алмашына көн менән.

 

2-се уҡыусы.

Кешеләр ҙә шулай яратылған: быуын менән быуын алмаша,

Үткәндәр һәм бөгөнгө, бөгөнгө һәм киләсәк

Ана шулай бер-беренә тоташа.

 

3-сө уҡыусы.

Беҙҙең дә үҫеп етеүгә алмаштар инде барҙар,

Беренсе класҡа килгәндәр кескәй малайҙар, ҡыҙҙар.

 

4-се уҡыусы.

Һеҙгә төбәп өндәшәбеҙ, һеҙгә беҙҙән теләктәр,

Ололарҙың кәңәше алтындарға бәрәбәр.

 

5-се уҡыусы.

Тормош –тотош фәлсәфә, уй-хыялдың сиге юҡ,

Һорауҙарҙың ҡуя ҡатмарлыһын, яуаптарҙың ғына үҙе юҡ.

 

6-сы уҡыусы.

Һәр кем үҙ урынын тормошта үҙе табырға тейеш,

Тормош ҡуйған һынауҙарҙы йырып сығырға тейеш.

 

7-се уҡыусы.

“Хеҙмәтенә күрә хөрмәте,”- тигәндәр борон заман,

Дан ҡаҙана бөгөн дә хеҙмәт һөйгән уҙаман.

 

8-се уҡыусы.

Белеме бар меңде йығыр – был да һыналған әйтем:

Тотоп тора донъяны аҡыл, хеҙмәт һәм ғилем.

 

9-сы уҡыусы.

Юлдарығыҙ уң булһын, уйҙарығыҙ пак булһын,

Хыялығыҙ аҡ булһын, ҡылғанығыҙ хаҡ булһын.

Иҫегеҙҙән сыҡмаһын беҙҙән ҡалған аманат,

Һис ваҡытта талмаһын иңегеҙҙә пар ҡанат.

 

Кескәй уҡыусыларға арнап күмәк йыр.

 

1-се уҡыусы. 

Елә Ваҡыт, саба Заман тик алға табан,

Хыял-арғымаҡта мин дә сабам.

 

2-се уҡыусы.

Туҡта, төш һин ергә, бөгөнгөгә ҡайт яңынан,

Мәктәптә сыңлай ҡыңғырау, моң тарата сыңынан.

3-сө уҡыусы.

Сыңлай ҡыңғырау, дәртле ҡыңғырау, алда көтә ҙур эштәр,

Алда әле аҡ хыялдар, аҡланаһы өмөттәр.

 

4-се уҡыусы.

Сыңла, ҡыңғырау, дәртле ҡыңғырау, бар ғаләмгә хәбәр ит:

“Кескәй генә балалар инде кеше булды,”- тип.

 

5-се уҡыусы.

Сыңла, ҡыңғырау, дәртле ҡыңғырау, киләсәккә хәбәр ит:

“Лайыҡлы йәштәр килә, ихлас итеп ҡабул ит.”

 

6-сы уҡыусы.

Рәхмәт, ҡыңғырау, дәртле ҡыңғырау, бергә булдыҡ туғыҙ йыл,

Артабан да һин онотма, беҙҙең менән юлдаш бул.

 

7-се уҡыусы.

Елә Ваҡыт, саба Заман. Хыял сапһын алға табан,

Сыңлап торһон ҡыңғырау, дәртләндереп беҙҙе һаман.

 

Рим Исхаҡов.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "9 кластарҙа Һуңғы ҡыңғырау байрамы сценарийы эшкәртмәһе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель ремонтной службы

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 195 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.03.2018 1034
    • DOCX 28.2 кбайт
    • 16 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхаков Рим Рифович. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхаков Рим Рифович
    Исхаков Рим Рифович
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 98571
    • Всего материалов: 87

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Мини-курс

Инновационные технологии в краеведческой и географической работе со школьниками: применение туристических приемов для эффективного обучения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Искусство переговоров: стратегии и тактики в различных сферах жизни

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 14 человек

Мини-курс

Сенсорная интеграция: типовые и инновационные методы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 80 человек из 31 региона
  • Этот курс уже прошли 45 человек