Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку для 6 класса на тему "Рами Гарипов. һабантурғай"

Конспект урока по башкирскому языку для 6 класса на тему "Рами Гарипов. һабантурғай"

Скачать материал

 

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Министрлығы

Муниципаль ҡаҙна учреждениеһы

“Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы

муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге”

 

 

 

 

 

 

 

“Рәми Ғариповтың  “Һабантурғай” шиғырын өйрәнеү”

 

 

 

 

 

Башҡарҙы: Ҡолмөхәмәтова Гөлнара Зиннур ҡыҙы, Ейәнсура районының Ғ.Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбе уҡытыусыһы.

 

 

 

Өфө – 2015.

 

Тема.   Рәми Ғарипов “Һабантурғай”

Маҡсат: 1.Танып-белеү: шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү; йөкмәтке буйынса фекер йөрөтә белеү; автор тураһында белешмә алыу;

2.Регулятив: дәрестең маҡсатына ярашлы эш алып барыу; төҙәтмәләр индереү; үҙ-үҙеңде баһалау;

3.Коммуникатив: әңгәмә ҡора белеү; үҙ фекереңде сағылдыра алыу; башҡаларҙың фекерен тыңлай белеү.

1.     Ойоштороу моменты.Уҡыусыларҙы дәрескә көйләү.

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем,

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Кәйефтәр яҡшы, күңелдәр көр булһын өсөн бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, хәйерле көн теләйек һәм урындарыбыҙға ултырайыҡ.

2.     Дәресебеҙҙе шиғри инештән башлап ебәрәйек. Уҡыусылар, рәхим итегеҙ.

(Талғын ғына көй яңғырай, уҡыусылар Р.Ғариповтың ҡоштар тураһындағы шиғырҙарынан өҙөктәр ятлай)

-         Уҡыусылар, һеҙ иғтибар иттегеҙме, был өҙөктәрҙе нимә берләштерә?

-         Йәки өҙөктәрҙә нимәләр тураһында һүҙ бара?

-         Был шиғри өҙөктәр   кемдең ижадынан алынған?         

3.     Теманы асыҡлау.

-         Ә хәҙер Р.Ғарипов ижадынан тағы бер өҙөк тыңлайыҡ һәм дәресебеҙҙең темаһын билдәләйек:

Зәңгәр күктән дәртле моң ҡойола,

Гүйә, кемдер уйнай ҡурайын!

Юҡ, йомарт ер көмөш шөңгөр итеп   (Һ.эше. ҡыңғырау)

Күккә сөйгән һабан турғайын!

 

-         Өҙөктә нимә тураһында һүҙ бара?Зәңгәр күктән дәртле моң ҡойған ҡоштоң исеме нисек?

-         Шулай итеп, уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә Р.Ғариповтың “Һабантурғай” шиғыры менән танышасаҡбыҙ. (Дәфтәргә число һәм теманы яҙҙырыу).

-         Дәреслектәге 245- се битте асайыҡ. “Тәбиғәт донъяһында” тигән яңы бүлекте башлайбыҙ.   Эпиграфты уҡыйыҡ:

“Ниндәй матур был донъя”,- тип

Ҡоштар һайрай тирәктә.                   (Ҡ.Даян).

-         Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, ҡоштар, бигерәк тә, ҡайһы миҙгелдә һайрайҙар?   Ни өсөн?

Проблемалы һорау ҡуйыу.

-         Яҙ килеүенә ҡоштар ғына шатланамы? 

 Был һорауға беҙ дәрес барышында яуап бирербеҙ.

4.     Маҡсат ҡуйыу.

-         Ә хәҙер, уҡыусылар, теманан сығып, дәресебеҙгә маҡсат ҡуйып ҡарайыҡ. Бөгөн беҙ дәрестә нимәләр эшләйәсәкбеҙ?(Уҡыусыларҙың яуабы, уҡытыусы өҫтәүе)

5.     Төп өлөш. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Рәми Ғарипов тураһында бер уҡыусының сығышы.(Р.Ғарипов тураһында класташығыҙ  ...    белешмә биреп китә).  

-         Рәми Ғарипов ҡайһы районда тыуған?

-         Уның ниндәй китаптары донъя күргән?

-         Рәми Ғариповҡа  ниндәй маҡтаулы исем бирелгән?

6.     Уҡытыусының өҫтәүе.

-         Балалар, иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлткем килә. Был фотола ниндәй таныш кешене күрәһегеҙ.?

-         Эйе, был фотола Р.Ғарипов бар. Тағы ла ауылдашыбыҙ Мәрйәм апай Шафикова бар. Был фотоны ул бирҙе. Ул Р.Ғарипов менән бергә Өфөлә интернат-мәктәптә уҡыған. Мәрйәм апай хәтерләүенсә, Р.Ғарипов башҡорт  һәм рус телдәрен яҡшы белгән һәм Мәрйәм апайға был предметтарҙан гел ярҙам иткән. Ә Мәрйәм апай математиканы яҡшы белгәс, уға математиканан ярҙам иткән.  Ололар кеүек фекерләгәне,  кәңәштәре менән ярҙам иткәне өсөн уға “бабай” тигән ҡушамат та таҡтылар, тип һөйләне Мәрйәм апай.

7.     Ял минуты.

8.     Шиғыр менән танышыу.

а)Уҡытыусының шиғырҙы уҡыуы.

-         Уҡыусылар, шиғырҙы уҡығанда ниндәй күренештәр күҙ алдығыҙға баҫты? (Яҙғы көн, көн ҡояшлы, йылы көн һ.б.)

-         Һабантурғай яҙҙың ҡайһы мәлендә һайрай?

-         Һабантурғайҙың кинәнеп һайрауын шағир нисек тасуирлай? Шул юлдарҙы табып уҡығыҙ.

(1.      Һабансылар күңелен нурлай-нурлай...

(2.      Йә атылып күккә менә уҡтай,

Йә йомолоп ергә төшә туптай,

Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай...)

б) Шиғырҙы үҙ аллы уҡыу.

в) Сылбырлап уҡыу.

г) Бер уҡыусынан тасуири уҡытыу.

 

9. Һүрәтләү саралары өҫтөндә эш.

 - Һабантурғай образын тыуҙырыуға шағир ниндәй һүрәтләүҙәр ярҙамында ирешә? Һабантурғайҙынимә менән сағыштыра?

- Уҡыусылар, был шиғырҙа авторҙың әйтергә теләгән төп фекере ҡайһы юлдарҙа сағыла?  (Шағирҙың йөрәге лә был мәлдә йырлай, шатлана)

- Тимәк, балалар, яҙ килеүгә ҡоштар ғына шатланамы? (Яҙ килеүгә бар тәбиғәт, кешеләр ҙә шатлана).

- Һеҙ яҙҙы көтәһегеҙме, уҡыусылар? Уның килеүенә шатланаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең шатлығығыҙҙы йыр аша күрһәтегеҙ. Йырлап, ял итеп алайыҡ.        (Йыр: “Яҙ” )

10. Төркөмдәрҙә эш.

 - Яҙ кешене дәртләндерә, шатландыра, рухландыра, уға илһам бирә.Тап ошо ваҡытта тәбиғәт, йәшлек, йәшеллек хаҡында шиғырҙар күберәк яҙыла кеүек. Хәҙербеҙ ҙә үҙебеҙҙе ижад кешеләре итеп хис итәйек.

1-се төркөмгә эш: ҡоштар тураһында шиғыр яҙырға.

2-се төркөмгә  эш: һабантурғай һүҙенә синквейн төҙөргә.

3-сө төркөмгә эш: һабантурғай һүрәтен төшөрөргә.

11. Рефлексия.

- Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?

- Дәрестән үҙегеҙ өсөн нимә алдығыҙ?

- Дәрестең ҡайһы өлөшө нығыраҡ оҡшаны?

- Бөгөнгө дәрестә үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? (Үҙбаһа ҡуйыу)

12. Баһалар ҡуйыу.

13. Өйгә эш:

      1. Шиғырҙы ятларға

      2. “Эш дәфтәре”нән 84-85 биттәрҙәге эштәрҙе һайлап эшләргә

      3. Яҙ, ҡоштар тур. шиғырҙар яҙып килергә.

14. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

     Рәми Ғарипов кеүек тормошто, тәбиғәтте яратайыҡ.

Тәбиғәтебеҙҙең матурлығын күрә беләйек, уға һоҡланайыҡ һәм, иң мөһиме, уны һаҡлайыҡ.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку для 6 класса на тему "Рами Гарипов. һабантурғай""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Руководитель образовательной организации

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 064 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.04.2017 1018
    • DOCX 21.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кульмухаметова Гульнара Зиннуровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 28894
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой