Инфоурок Другое Конспекты6 класта "Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады " темаһына туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән дәрес планы

Конспект урока родного языка (башкирского) в 6 классе на тему "Жизнь и творчество Зайнаб Биишевой"

Скачать материал

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Наумовка

 муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм

“Кәмһетелгәндәр” романы (өҙөк).

 

(6-сы класта туған тел һәм әҙәбиәт дәресе)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Төҙөнө: Сибәғәтова Венера Вәхит ҡыҙы

Стәрлетамаҡ районы Наумовка

урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

 башҡорт теле уҡытыусыһы

 

 

 

 

 

 

Наумовка 2017

 

 

Дәрес темаһы: Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм “Кәмһетелгәндәр” романы.

Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү, үтелгәндәрҙе нығытыу.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: З. Биишеваның тормош юлы һәм уның әҫәрҙәре менән таныштырыу.

Үҫтереүсе: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады менән һоҡланыу, үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.

 Тәрбиәүи: Яҙыусының халыҡ тарихы тураһында яҙған әҫәрҙәренең өҙөгө менән танышыу. Әҫәрҙәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтен байытыу һәм арттырыу.

Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, мәҡәл әйтеү, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, уҡыусыларҙың тасуири һәм сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты.

Метапредмет буйынса бәйләнеш : дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси бәйләнеш: Зәйнәб Биишеваның ижадын өйрәнеү һәм аңлау.

Йыһазландырыу: компьютер, презентация материалдары, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, төркөмләп эшләү буйынса карточкалар.

I. Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Уңышлы көн теләйем һеҙгә.

- Һаумыһығыҙ!

II. Уҡыусыларҙың кәйефен күтәреү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү. - Дәрескә әҙерһегеҙме? Кәйефтәр нисек?

- Дәресте яҡшы кәйеф менән башлар өсөн дәрес алды шиғыр юлдарын иҫкә төшөрөп, әйтеп үтәйек. (1-се слайд)

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонабыҙ беҙ эшкә.

III. Яңы материалды өйрәнеү.

З. Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырынан өҙөк уҡыу. (2-се слайд)

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет ү
ҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө баш
ҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!

- Уҡыусылар, кемегеҙ белә был шиғырҙың авторы кем? Әгәр ҙә дөрөҫ әйтһәгеҙ бөгөн дәрестә кемдең тормош юлы һәм ижады тураһында һүҙ барасағын беләсәкһегеҙ. (Уҡыусылар яуап бирә)

- Эйе, был шиғырҙы Зәйнәб апай Биишева яҙған. (3-сө слайд) Һеҙгә мин уның тураһында шиғырҙарын өйрәнгән саҡта ҡыҫҡаса һөйләгән инем инде. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, уның тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ?  (уҡыусылар яуап бирә)

- Хәҙер дәрестең маҡсатын билдәләп ҡуяйыҡ. Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр өйрәнәсәкбеҙ? Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйыр инегеҙ?

- Эйе, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән бөйөк яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишева тураһында һәм уның “Кәмһетелгәндәр” романы һөйләшәсәкбеҙ.

Балалар дәрескә маҡсат ҡуя.

- Ә хәҙер уның тормош юлы тураһында тулыраҡ белер өсөн, дәреслектәребеҙҙең 339-сы битендәге уның биографияһын уҡып үтәйек. Тәүҙә үҙ аллы уҡып сығығыҙ. Кемегеҙ тасуири итеп уҡып ишеттерер? (1 уҡыусы уҡый)

- Рәхмәт. Уҡыусылар, ә һеҙ Зәйнәб Биишеваның шиғырҙар һәм поэмалар ғына  авторы түгел, әкиәттәр ҙә, хикәйәләр ҙә, пьессалар, повестар ҙа, хатта романдар ҙа яҙған  яҙыусы булыуын беләһегеҙме? Уның ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бар? Ниндәй китаптарын беләһегеҙ? (уҡыусылар яуап бирә) (4-се слайд)

- Шулай итеп, бөгөн дәрестә яҙыусының тормош юлы һәм иң тәүге ҙур күләмле әҫәре менән менән танышасаҡбыҙ. Дәфтәрҙәребеҙгә бөгөнгө числоны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуйҙыҡ:

Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм

“Кәмһетелгәндәр” романы (өҙөк) (5-се слайд)

- Ә ниндәй шарттарҙа уға үҫергә тура килә? Уның бала сағы тураһында нимәләр иҫегеҙҙә ҡалған? (уҡыусылар ауыр бала сағы тураһында әйтә)

- Эйе, тормош һәм яҙмыш Зәйнәбте бәләкәй саҡтан ныҡлыҡҡа һынай. Бала сағы бик ауыр һәм ҡыҙғаныс була. Сөнки бик иртә ата- әсәһеҙ ҡала: 1911 йылда әсәһе, ә 1919 йылда атаһы үлеп китә. Апаһы Хәлимә үҙ ҡарамағына алып тәрбиәләй. Етем ҡалһа ла ул бирешмәй, 1920 йылда Ибрай мәктәбендә бер йыл эсендә башланғыс кластар программаһын үҙләштерә. Күп әҙәби китаптар уҡый һәм алға үрләй, бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. 1968 йылда С.Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты була. 1990 йылда Башҡотостандың халыҡ яҙыусыһы исеме иң беренсе уға бирелә. Үҙенең әҙәбиәткә индергән өлөшө, әҫәрҙәре һәм хеҙмәте өсөн өс тапҡыр “Почет  билдәһе миҙалы” менән бүләкләнә. (6-сы слайд)

IV. Ял минуты.  – Аҙыраҡ ял итеп алайыҡ. Бының өсөн күҙҙәргә гимнастика эшләп алайыҡ. (күҙҙәр менән генә төрлө яҡтарға ҡарау, асып йомоу) Ә хәҙер күҙҙәрҙе йомдоҡ, һәм тыныс ҡына 10-ға тиклем һанайбыҙ ҙа асабыҙ. Мәҡәл йәшенгән ребусты сисеү.

V. Белемде нығытыу.

1. - Дәреслегебеҙҙең 340-сы битен астыҡ. “Кәмһетелгәндәр” романы бик күләмле әҫәр, шуға беҙ унан өҙөк уҡыйбыҙ. Был романы тураһында яҙыусы баш һүҙендә: “Ғөмүмән, “Кәмһетелгәндәр” – ул автобиографик роман”- тип үҙ фекерен әйтә. Был роман Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһының тәүге романы булып тора һәм революцияға тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. (7-се слайд) Башҡорт халҡының революцияға тиклемге тормошон сағылдыра, был ваҡиғалар ысынлап та булған хәлдәр. Был әҫәрҙәр тураһында бик күп һөйләп була, ләкин ваҡыт әҙерәк. Был роман тураһында Павел Наумович Берков тигән рус әҙәбиәте белгесе, библиограф: “Ышанығыҙ миңә, «Кәмһетелгәндәр»ҙе уҡып, башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо, көнкүреше, ауыҙ-тел ижады хаҡында һәр төрлө этнографик һәм тарихи әҙәбиәтте уҡығандан күберәк һәм тулыраҡ мәғлүмәт алдым” - ти. (8-се слайд)

Хәҙер үҙ аллы уҡып сығығыҙ. Һуңынан  сылбырлап уҡыйбыҙ. (Сылбырлы уҡыу.)

2. ТҮ. - Һүҙлек һүҙҙәрен уҡып, ҡабатлағыҙ. Текстың йөкмәткеһен кем аңлағанын белер өсөн, һорауҙарға һәм эштәргә күсәбеҙ.

- Текста ҡайһы осор һүрәтләнгән? Һеҙ быны нимәгә ҡарап белдегеҙ? Әҫәр ниндәй тойғолар уятты? Һеҙ был осорҙа йәшәргә теләр инегеҙме?

- Текста телгә алынған бер ҡыҙға характеристика бирегеҙ.

- Тексты уҡығанда ҡунаҡ һыйлауҙың ниндәй тәртиптәрен белдегеҙ?

- Һеҙ хәҙер ниндәй уйындар уйнайһығыҙ? Һеҙҙең уйындар әҫәр геройҙарыныҡынан айырыламы?

- Ә хәҙер текстан һөйләшкән урындарҙы табып ролләп, интонация менән уҡыйыҡ.( Текстағы һөйләшеүҙәрҙе уҡыусылар ролләп уҡый)

3. Яҙма эш. Бер уҡыусы таҡтала эшләй.

- Текстан кейем-һалым, биҙәүестәрҙең исемдәрен яҙып алығыҙ. Һеҙ уларҙы күргәнегеҙ бармы? (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

- Бөйөк ҡатын –ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе булған Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның исеме онотолмай. Уның исемен йөрөткән, иҫтәлектәрен  һаҡлаған йорт-музей, китап нәшириәте, урамдар, Өфөлә 140-сы гимназия һәм Күгәрсен районы Мораҡ ауылында мәктәп бар.  Шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге премия булдырылған.(9-сы слайд)

- Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ошондай шиғыры бар:

Урал түбәһенән

Ҡарап торам

Йырлай-көйләй

Уҙған юлыма.

Илем, халҡым тиеп

Дөрләп янған

Йөрәгемде услап ҡулыма.

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә әйтергә теләгән автор? (уҡыусылар яуабы)

- Ә хәҙер бөгөнгө дәрестә алған белемебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.

VI Рефлексия

- Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

- Маҡсатыбыҙға ирештекме?

- Нимә белдек?

- Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

- Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

- Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

- Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ. (10-сы слайд)

- Кемгә әле белемен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

- Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ

- Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

- Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар!

Күмәкләп баһалар ҡуйыу. – Ошоноң менән дәресебеҙҙе тамамларға ваҡыт етте, дәресте ошондай шиғыр юлдары менән тамамлар инем. Дәресте тамамлау. (11-се слайд)

VII. Өй эше. “Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары” альбомына Зәйнәб Биишева тураһында өҫтәлмә материал алып килергә.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "6 класта "Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады " темаһына туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән дәрес планы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Землеустроитель

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 553 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.04.2017 975
    • DOCX 63 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сибәғәтова Венера Вәхит ҡыҙы. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сибәғәтова Венера Вәхит ҡыҙы
    Сибәғәтова Венера Вәхит ҡыҙы
    • На сайте: 7 лет
    • Подписчики: 3
    • Всего просмотров: 56342
    • Всего материалов: 37

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой