Инфоурок Родной язык Другие методич. материалыКонтрольно-измерительные материалы для уроков башкирского языка и литературы для учащихся с ОВЗ (3-4 класс)

Контрольно-измерительные материалы для уроков башкирского языка и литературы для учащихся с ОВЗ (3-4 класс)

Скачать материал

 

 

Контрольно-измерительные материалы

дляуроков родного (башкирского) языка и литературы

для обучающихся 3, 4 классов по адаптированной программе

с ограниченными возможностями здоровья

( вариант 7.1, 7.2)

 

3 класс.

Инеш контроль диктант. 

«Быҙау эҙләгәндә»

Нәсимә менән Зөбәржәт туғайға йүгерҙе. Сәлимә әбейҙең быҙауы шунда йөрөй. Быҙау туғайҙа юҡ ине.

Ҡыҙҙар кукуруз баҫыуына атланы. (18 һүҙ)

Эш төрҙәре:1. Беренсе һөйләмдә нәҙек һуҙынҡыларҙың аҫтына һыҙырға.

I триместрға контроль диктант.

«Ҡариҙел буйында»

Малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡариҙел йылғаһы буйына еттеләр. Бына аҡ ҡайын. Ана ерек ағасы. Ҡыҙҙар еләк йыйҙы. Малайҙар елкәнле кәмә ебәрҙе. (20 һүҙ)

Эш төрҙәре:1. Беренсе һөйләмдең һыҙмаһын һыҙырға.

 

II триместрға  контроль диктант.

«Яҙ килде»

Яҙ бөтә донъяны йәнләндерә. Ҡояш нығыраҡ йылыта. Ул ергә йылы нурын һибә. Көндәр оҙая. Ағастар япраҡ яра. Ҡоштар оя ҡора. Ер йәшәрә башлай. (23һүҙ)

Эш төрҙәре:1.[й] өнө булған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙ.

 

 

Йыллыҡ контроль диктант.

«Яланда»

Ғариф, Айнур, Әлиә, Фәниә яланға сыҡтылар. Йылға буйы бик йәмле. Туғай төрлө сәскәләр менән ҡапланған. Ҡоштарға бай. Ҡапыл ямғыр яуа башланы. Ямғыр туҡтағас, йәйғор ҡалҡты. ( 25 һүҙ)

Эш төрҙәре: 1. 1-се һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табып, аҫтына һыҙырға.

4 класс.

Инеш контроль диктант.

«Самолетта».

Мин самолетта Мәскәүгә барҙым. Самолет осоп китте. Тәҙрәнән ҡарап барам. Бөтә нәмә күренә. Бына йәшел урмандар, бейек тауҙар. Ер матур! Азамат ағайым ҡаршы алды. Ул- летчик.  (26 һүҙ)

Эш төрҙәре: 1.Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына ике һыҙыҡ һыҙырға.

 

 

I триместрға контроль диктант.

 

«Бал»

Солоҡсолоҡ менән борон Урал тауы буйында шөғөлләнгәндәр. Балды урманда йәшәгән бал ҡорттары йыйған. Кешеләр балдың файҙаһын белгән. Умартаға күсереп ҡорт үрсетә башлаған. Балды аҙыҡ, дарыу итеп ҡулланғандар.  (27 һүҙ) 

Эш төрҙәре: 1.Күплек ялғауҙарына тулҡынлы һыҙыҡ һыҙырға.

II триместрға контроль диктант.

«Мәктәп» 

Матур икән ул мәктәп. Баҡсаһы сәскәгә күмелгән. Һәр бүлмәлә ҡара таҡта. Ул көҙгө кеүек ялтырап тора. Парталары шундай күп. Тәҙрәләрҙә гөлдәр. Класс эсе яҡты, таҙа.  Матур мәктәптә яҡшы уҡырға кәрәк. (31 һүҙ)

Эш төрҙәре:1. Дүртенсе һөйләмдең баш киҫәктәрен табып, аҫтына һыҙырға.

Йыллыҡ контроль диктант.

«Ямғыр»

Ҡапыл көслө ел сыҡты. Ҡара ямғыр болоттары ҡояшты ҡапланы. Улар ҡуйыра барҙы. Әле генә тыныс ятҡан быуа тулҡынын тибрәтте. Ул күк төҫ алды. Һыуҙа сумып йөрөгән ҡаҙ һәм өйрәктәр ярға ашыҡты.

Эре тамсылы  ямғыр яуа башланы. (36 һүҙ )

Эш төрҙәре:1. Текстан өс ижекле һүҙ һайлап яҙырға.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                            Тексты для проверки техники чтения

3 класс

1 полугодие

 

Аҡбай.

Ғәлимгә көсөк бүләк иттеләр. Ул көсөккә Аҡбай тип исем ҡушты. Атаһы менән уға матур итеп өй төҙөп ҡуйҙылар. Аҡбай уларға шатланып ҡарап ултырҙы. Эт хужаһын бик яратты.Малайҙың дәрестән ҡайтыуын көн дә түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Төшкө аштан һуң улар йорт тирәһен ҡарап сыҡтылар. Малай Аҡбайҙы ат, һыйыр,һарыҡ- кәзәләр һәм дә ҡаҙ, тауыҡ өйрәктәр менән таныштырҙы. Ғәлим, эш бөткәс:

-Йорт тирәһен яҡшы һаҡла, Аҡбай. Был һинең эшең,- тине Ғәлим, көсөктөң башынан һыйпап.

Һорауҙар:

1.Ғәлимгә нимә бүләк иттеләр?

2.Эш бөткәс, Ғәлим Аҡбайға нимә ҡушты?

 

 

10

20

29

40

49

60

70

73

 

2 полугодие

 

Әрем.

Әрем үҫеп ултыра. Һөрөп ҡалдырылған ерҙә, туғайҙа, көтөүлектәрҙә, хатта иген баҫыуында ла әремде осратып була. Беҙҙең Урал алды һәм Урал аръяғы ерҙәрен әремһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әрем- күп йыллыҡ, бейек булып үҫә торған үлән. Тамыры ағастыҡы кеүек йыуан, шуға әрем көслө елгә лә бирешмәй. Сәскәләре бик бәләкәй, хатта лупа аша ҡарағанда ла насар күренә. Улар борсаҡ-борсаҡ булып бер урында ойошоп ултыралар. Был үҫемлектең япраҡтары, сәскәләре үтә әсе була. Әремдән төрлө дарыуҙар эшләйҙәр.

Һорауҙар:                                                    

1.Әрем үләне ҡайһы урындарҙа үҫә?

2.Әрем нимә менән файҙалы?

 

 

 

 

 

 

4 класс

1 полугодие

 

Йомарт август.

Һеҙгә ниндәй миҙгел оҡшай? Әлбиттә, йәй тиерһегеҙ. Мин дә йәйҙе яратам. Июнь айында каникул башлана, рәхәтләнеп һыу төшәһең. Июлдә еләк бешә, бесән саба башлайҙар. Ә бына йәйҙең иң бай һәм йомарт айы-август. Баҡсала алма ҡойолған тауыш ишетелә. Ҡайһы берҙә алма ямғыры яуа: малайҙар ағас һелкетеп, иң тәмле алма һайлай. Түтәлдәргә күҙ һал. Унда кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, картуф өлгөрә. Сәскәләрҙең төҫтәре тағы ла сағыуыраҡ. Әйтерһең, улар ҙа уҡыусылар кеүек беренсе сентябргә әҙерләнә.

Урманда күләгәле урында ҡарағат, ҡурай еләге бешә. Бына уман ситендә бәшмәкселәр йөрөй. Ниндәй генә бәшмәк юҡ һауыттарында: аҡ, майлы, баллы бәшмәктәр. Юл буйында иген баҫыуҙары күренә. Тиҙҙән комбайндар эш башлай. Иген үҫтереүе еңел түгел, ә уны ваҡытында йыйып алыуы тағы ла ауырыраҡ. Август йомарт булһа ла, ялҡауҙарҙы яратмай. Ял итергә ваҡыт юҡ.

Һорауҙар:

1.Ҡайһы айҙа каникул башлана?

2.Ҡасан еләк бешә?

3.Йәйҙең иң бай һәм йомарт айы ниндәй ай?

 

 

 

10

18

30

39

50

59

68

73

82

90

99

109

119

125

 

 

 

2 полугодие

 

 

Ҡайын.

Юл ситендә ҡара ҡайын үҫә. Ул элек аҡ ҡына күлдәк кейә ине. Ни өсөн ҡарайған һуң? Ҡайынҡай тыуғанда тирә-яғында ағастар күп ине. Бөтәһе лә уның менән танышты: Имән олатай, Ҡарағас ағай, Миләш апай. Ҡайынҡай күршеһендәге Шыршыҡай менән дуҫлашты. Ағастар бик бәхетле ине. Тыуған ерҙең ҡара тупрағы йәшәү бүләк иткән бит уларға. Ҡыш етеү менән Ҡайынҡай аҡ шәл ябынды. Башҡа ағастар менән тын ғына яҙҙы көттө. Яҙ еткәс, бөтә тәбиғәт уянды. Ҡарҙар ирене. Ҡоштар ҡайтып оя ҡорҙо. Йылы ҡояш аҫтында ҡайындың бөрөләре асылды. Ул япраҡ ярҙы. Йәйгеһен тирә-яҡ йәшел үләнгә төрөндө, яландар сәскәләр менән сыбарланды. Урман ҡоштар йырына күмелде.

Көҙ еткәс, урман алтын төҫөнә инде. Ағастарҙың япраҡтары ҡойолдо. Ҡайынҡай, тағы ла аҡ шәлгә ябынып, яҙҙы көттө.

Тик...Ҡышҡы иртәлә урманда кешеләр күренде. Өй һалырға тип Ҡайындың дуҫтарын ҡырҡа башланылар. Шыршыны Яңы йыл байрамына алып киттеләр. Урман урынында буш ялан торп ҡалды. Ҡайынҡай туҡтауһыҙ иланы. Ул ҡайғыһынан башын түбән эйҙе. Ә икенсе көндө уның олоно ҡап-ҡара ине.

                                                                            («Тәбиғәт» журналынан)

Һорауҙар:

1.Юл ситендә ниндәй ағас үҫеп ултырған?

2.Ул ниндәй ағастар менән дуҫлашҡан?

3.Ни өсөн Ҡайынҡайҙың олоно ҡап-ҡараға әйләнә?

 

 

14

23

33

40

51

61

72

81

91

99

100

109

117

126

133

142

151

158

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Контрольно-измерительные материалы для уроков башкирского языка и литературы для учащихся с ОВЗ (3-4 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Логист

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Контрольно-измерительные материалыдля уроков родного (башкирского) языка и литературыдля обучающихся 3, 4 классов по адаптированной программе с ограниченными возможностями здоровья

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 976 материалов в базе

Материал подходит для УМК

  • «Башкирский язык (Башкорт теле): учебник для общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения (в 2 частях)», Сынбулатова Ф.Ш., Валиева Г.А.

    «Башкирский язык (Башкорт теле): учебник для общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения (в 2 частях)», Сынбулатова Ф.Ш., Валиева Г.А.

    Больше материалов по этому УМК
Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 13.02.2022 310
    • DOCX 33.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Аблаева Альбина Агзамовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Аблаева Альбина Агзамовна
    Аблаева Альбина Агзамовна
    • На сайте: 2 года и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3936
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Преподавание русского языка как неродного в образовательном учреждении

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 73 человека из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 233 человека

Курс повышения квалификации

Методика обучения русскому языку в образовательных организациях в условиях реализации ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 473 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 5 649 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 88 человек из 36 регионов
  • Этот курс уже прошли 254 человека

Мини-курс

Договоры и их правовое регулирование

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 13 регионов

Мини-курс

Здоровьесбережение и физическое развитие школьников

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Патологии нервной системы у детей: от перинатального периода до нарушений поведения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 27 человек