Инфоурок Другое Другие методич. материалыКонтрольно-оценочный материал по башкирскому языку для 9 класса

Контрольно-оценочный материал по башкирскому языку для 9 класса

Скачать материал

Рассмотрено на МО

социально-гуманитарного

цикла

Протокол №____

Руководитель ШМО

__________________

Полякова Ф.Г.

«_____» сентябрь 20____г.

 

 

 

 

 

 

 

Контрольно-оценочный материал

 по башкирскому языку

9 класс

 

 

 

 

 

Выполнила:

Учитель башкирского языка

Кинзягулова Г. Ф.

 

2016

Башҡорт теленән  9 класс уҡыусылары өсөн

методик һәм баһалау материалдары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән методик һәм баһалау материалдары  9 класта башҡорт  телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Тәҡдим ителгән  контроль һәм баһалау  материалдары башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәнеү, үҙләштереү кимәлен, практик йәһәттән ҡулланыу күнекмәләрен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәрҙең  һөҙөмтәле динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалашыу кимәлен билдәләргә йүнәлтелгән.

Уҡыусыларҙың төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүенең йомғаҡлау (һөҙөмтә) баһаһы булып предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы тора. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә,  яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға күрә, бер яҡтан, контроль  эштәр, уларға ҡуйылған баһалар, уҡыусыларҙың башҡорт  теленә һәм  әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу, дәртләндереү, ыңғай ҡараш формалаштырыу сараһы булып торһа, икенсе яҡтан, ул - уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, динамикаһын күҙәтеү, балаларҙың универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү кимәлен билдәләй. Былар бөтәһе лә уҡытыу-өйрәтеүгә етди ҡараш булдырыуҙы, ижади эшләүҙе талап итә.

Контроль эштәр итеп төрлө характерҙағы диктант, инша, изложение, текстарҙы  күсереп  яҙыу алынған. Өҫтәлмә эштәр өсөн  һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты, артыҡ һүҙҙе табыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текст төҙөү кеүек. төрлө типтағы күнегеүҙәр бирелә. Эштәр һәр класҡа айырым тәҡдим ителә. Бирелгән эш моделдәрен ижади эшләүсе уҡытыусылар кластың, уҡыусыларҙың үҙенсәлегенән, әҙерлек кимәленән сығып, үҙгәртә, өҫтәй алалар.

Контроль һәм баһалау материалдары коммуникатив, ябайҙан ҡатмарлыға  принциптары  буйынса төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация  булдырыу  маҡсатында  йөкмәткеһе, формаһы  буйынса  ҡыҙыҡлы эш-биремдәрҙән тора.

Уҡыусыларҙың  контроль  эштәрен тикшергән саҡта  балл системаһын ҡулланыу тәҡдим ителә. Балаларҙа башҡорт дәүләт теленә ҡарата ыңғай мотивация, стимул, ҡыҙыҡһыныу  булдырыу маҡсатында  эштәрҙе баһалау һәм анализлау берҙәм йөкмәтке һәм критерийҙар нигеҙендә булырға тейеш. Контроль-тикшереү материалдарын баһалау, анализлау уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен күрһәтә, динамикаһын күҙәтергә, предмет  һәм  метапредмет  һөҙөмтәләрҙе баһаларға булышлыҡ итә.

9 класс уҡыусыларына башҡорт теленән белемдәрҙе контролгә алыу, тикшереү өсөн контроль диктант, шулай уҡ сирек уртаһында үтелгән грамматик һәм лексик темаларҙы йомғаҡлау маҡсатында төрлө кимәлдәге яҙма һөҙөмтә эштәр, иншалар үткәрелә. Контроль диктанттар өсөн текст уҡытыусы тарафынан төҙөлөргә лә, төрлө авторҙар тәҡдим иткән «Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы»нан да алынырға мөмкин. Өҫтәлмә эштәр итеп дәрестә үтелгән грамматик темалар буйынса һүҙҙәрҙе билдәләү, тәржемә итеү, һ.б. бирелә. «Башҡорт теленән  9 класс  уҡыусылары өсөн методик һәм баһалау материалдары» 5 өлөштән тора: титул бите,  аңлатма яҙыу, контроль эштәрҙе баһалау нормалары,  методик һәм баһалау материалдары һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡорт теленән  9 класс уҡыусыларының контроль эштәрен

 баһалау нормалары

 

Контроль күсереп яҙыу текстарын баһалау

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн дәрестәрҙә  текстарҙы  күсереп  яҙыу киң ҡулланыла. Уҡыусылар  дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр, бигерәк тә башҡорт телендәге үҙенсәлекле  хәрефтәрҙе, үтелгән  орфограмманы ғәмәлдә ҡулланырға, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсерергә, һүҙҙәрҙе  уҡып  яҙма телмәрҙә хатаһыҙ  яҙырға өйрәнәләр. Күп тапҡырҙар яҙыу һөҙөмтәһендә, балаларҙа дөрөҫ яҙыу күнекмәләре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ күсереп яҙыу эше  уҡыусыларҙың  иғтибарын, хәтерен  үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Күсереп  яҙыу текстары дәрестә үтелгән грамматик һәм лексик темалар менән бәйле алына.  Күсереп  яҙғанда  текст һәр уҡыусының алдында булырға тейеш. Индивидуаль карточкалар, дәреслектән күнегеүҙәр алынырға мөмкин.  Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, күсереп яҙыу тексы бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе  төҙәтеүҙәр, бысратыуҙар булмаған, йә 1 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 4 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 6 пунктуацион хатаһы булған  эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 3 орфографик, 4 пунктуацион йә 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 2 орфографик, 4 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 6 орфографик,  8 пунктуацион йә 10 пунктуацион хатаһы булған  эшкә  ҡуйыла. Хаталар һаны 8  орфографик  хатанан  да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр тексты  күсереп  яҙыуҙан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы  тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим итәләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

 

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

1)    теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

2)    яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

3)     

                                                                       Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең  йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менә айырылп торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

1.     Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.     Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ  булһа ла,фактик хаталар осраһа,

3.     Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

4.     Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

5.     Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири   булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә.  Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «ғ» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

 

Яҙма эштә 2 орфографик  һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.     Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.     Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

3.     Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

4.     Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

5.     Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.  Яҙма эштәге телмәр хаталары  5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1.     Яҙма эш темаға тура килмәһә,

2.     Фактик хаталар күп булһа,

3.     Эштең бөтә өлөштәрендә  фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға ярашһыҙ булһа,

4.     һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы  ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталр осраһа,

5.     Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары ҡ-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла

 

1 – се контроль эш.

Легенда – риүәйәттәр.

 

2 – се контроль эш.

Ҡоштар.

 

 3- сө контроль эш.

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.

 

4- се контроль эш.

Башҡорт милли аш – һыуҙары.

 

 

 

 

5- се контроль эш.

Ниндәй ул башҡорт аты.

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

1.   Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн. / Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина (1-4 кластар өсөн), Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. (5-11 кластар өсөн). - Ижевск: КнигоГрад, 2008.

2.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.

 3.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.

4.Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ, Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен  уҡытыу: Методик күрһәтмә. – Өфө: БМҮИ, 2008.

5. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2002.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Контрольно-оценочный материал по башкирскому языку для 9 класса"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Садовод-декоратор

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 114 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.04.2017 2566
    • DOCX 1.4 мбайт
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кинзягулова Гульшат Фарисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кинзягулова Гульшат Фарисовна
    Кинзягулова Гульшат Фарисовна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 3
    • Всего просмотров: 52019
    • Всего материалов: 24

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой