Инфоурок ОБЗР Другие методич. материалыУрок по башкирскому языку для 5 класса «Ҡыш. Ҡылым .»

Домино "Башкортостан" - 1 часть для уроков башкирского языка

Файл будет скачан в форматах:

  • pdf
  • pptx
67
6
23.03.2025

Материал разработан автором:

Разработок в маркетплейсе: 428
Покупателей: 9 943

Об авторе

Категория/ученая степень: Первая категория
Место работы: МОБУ СОШ с.Тукан
Я — учитель, который искренне любит свою профессию и детей. Мне нравится постоянно развиваться, узнавать что-то новое и идти в ногу со временем. Я стремлюсь быть современным педагогом, сочетая традиционные методы обучения с актуальными тенденциями, чтобы вдохновлять своих учеников и помогать им раскрывать свой потенциал.
Подробнее об авторе

Настоящая методическая разработка опубликована пользователем Гильманова Ленара Рафаилевна. Инфоурок является информационным посредником

Уникальные шаблоны для электронного домино в стиле культуры Башкортостана!** Откройте для себя увлекательный мир башкирской культуры через игру! Представляем эксклюзивные шаблоны для электронного домино, которые перенесут вас в атмосферу традиций, природы и искусства Башкортостана. Каждый шаблон — это: Яркие иллюстрации с элементами башкирского орнамента, национальных костюмов и символов региона. Удобный формат для использования в электронных устройствах — играйте где угодно! Погрузитесь в культурное наследие Башкортостана и проведите время с пользой и удовольствием. Идеально для семейных вечеров, образовательных проектов или подарка ценителям башкирской культуры. Спешите приобрести шаблоны по специальной цене! Сделайте игру не только развлечением, но и путешествием в мир традиций и истории! Скачивайте, играйте и вдохновляйтесь!

Краткое описание методической разработки

Уникальные шаблоны для электронного домино в стиле культуры Башкортостана!**

Откройте для себя увлекательный мир башкирской культуры через игру! Представляем эксклюзивные шаблоны для электронного домино, которые перенесут вас в атмосферу традиций, природы и искусства Башкортостана.  

Каждый шаблон — это:  
Яркие иллюстрации с элементами башкирского орнамента, национальных костюмов и символов региона.  
Удобный формат для использования в электронных устройствах — играйте где угодно!  

Погрузитесь в культурное наследие Башкортостана и проведите время с пользой и удовольствием. Идеально для семейных вечеров, образовательных проектов или подарка ценителям башкирской культуры.  

Спешите приобрести шаблоны по специальной цене!  
Сделайте игру не только развлечением, но и путешествием в мир традиций и истории!  

 Скачивайте, играйте и вдохновляйтесь!

Развернуть описание

Урок по башкирскому языку для 5 класса «Ҡыш. Ҡылым .»

Скачать материал

Ҡыш. Ҡылым .

Маҡсат .  1 ) Ҡыш миҙгеле тураһында төшөнсә биреү . Ҡышҡы матурлыҡты тоя һәм тасуирлай белергә өйрәнеү .

2 ) Тел байлығын үҫтереү .

3 ) Тәбиғәткә һөйөү , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ,ҡоштарға ярҙам итеү теләге уятыу .

Йыһазландырыу . Ҡышҡы күренеште һүрәтләгән картина , карточка һәм открыткалар , компьютер , дипроектор , ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре , „ Ҡышҡы урман ” , „Ҡоштар” һүрәттәре .

Һүҙлек эше . Ҡор , тағараҡ , ҡырпаҡ ҡар , бәҫ .

                                                     Дәрес барышы .

Ойоштороу мәле .

Һаумыһығыҙ , хәйерле көн , ултырығыҙ . ( Кем дежурный ? Кем юҡ ? )  

Инеш әңгәмә .

Бөгөн һеҙҙең менән ҡыш тураһында һөйләшәбеҙ . Ҡыш айҙарыа иғтибар итербеҙ . Тел байлығын үҫтерербеҙ . Ҡоштарҙың , йәнлектәрҙең ҡышҡы тормоштары тураһында һөйләшербеҙ . Тәбиғәтте яратырға өйрәнербеҙ .

Артикуляцион күнегеү . Йо – йө , йы-йә ижектәренә миҫалдар , йә . . . ( Йомшаҡ , йөрәк , йоҙаҡ , йәйғор , йәшел , йыл , быйыл , йылға .)

  Ә хәҙер өйгә эште тикшереп китәйек әле . Өйгә һеҙгә ҡыш темаһына һүрәт төшөрөп , рәсем буйынса һөйләм төҙөп килергә ине . ( 2 – 3 баланан һорап сығыла . ) Дөрөҫ эшләгәнһегеҙ , бик яҡшы .

  Хәҙер , балалар , бөгөнгө числоны яҙып ҡуйығыҙ ( число яҙыла ) . Эш – хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр . Йәгеҙ әле , барығыҙ ҙа экранға күҙ һалығыҙ . Унда шиғыр - йомаҡ яҙылып эленгән . Шуны күҙҙәрегеҙ менән генә уҡып сығығыҙ , бышылдап уҡығыҙ . Өсөнсө тапҡыр бергәләп хор менән ҡысҡырып уҡыйыҡ .

                                                            Һәр ер ҡарланған ,

                                                            Һыуҙар боҙланған ,

                                                            Уйнай ел , буран , -

                                                            Был ҡай саҡ , туған ?

                                                                           ( Ғ . Туҡай .)

Балалар , Ғ . Туҡайҙың был шиғыр юлдары йылдың ҡайһы ваҡыты тураһында ?

 - Был шиғыр ҡыш тураһында .

 - Дөрөҫ , Ғ . Туҡайҙың был шиғыры ҡыш тураһында . Шиғырҙа ҡыш ваҡытын күрһәткән ниндәй һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр бар ?

 - Шиғырҙа ҡыш ваҡытының эш – хәрәкәттәрен белдергән киләһе һүҙҙәр күрһәтелә : ер ҡарланған , һыуҙар боҙланған , ел уйнай , буран уйнай .

Был тәбиғәт күренештәре ҡыш көнөнә хас .

Балалар , ҡыш тип әйткәс , һеҙҙең күҙ алдына нимәләр килеп баҫа ?

1 ) Ҡыш тип әйткәс беҙгә халҡын көндәр иҫкә төшә .

2 ) Яланғас торған ағстарҙы иҫкә төшөрәбеҙ .

3 ) Күп ҡар өйөмдәре күҙ алдына килә .

4 ) Ҡыш көнө әсе бурандар була .

-Дөрөҫ , балалар . Ә ҡыш айҙары тип беҙ ниндәй айҙарға әйтәбеҙ ? Ҡыш айҙары тип беҙ декабрь , ғинуар , февраль айҙарына әйтәбеҙ .

- Балалар , ә ҡыш ниндәй була ?

- Ҡыш һалҡын , буранлы , оҙон була .

- Ҡыш көнө көн ниндәй була ?

- Көн ҡыҫҡа , һалҡын , буранлы була .

- Ә төндәр ниндәй була ?

- Төн оҙон , ҡараңғы була .

- Ер өҫтө ниндәй була ?

- Ер туң , ҡар менән ҡапланған була .

- Ағастар ҡыш көнө ниндәй булалар ?

- Ағастарҙың япраҡтары ҡойолоп , яланғасланып ҡалала .

Слайдта ҡыш һүрәттәрен күрһәтеп , үткәндәрҙе нығытыу .

-          Балалар , ҡоштар ҡыш көнө нимә эшләйҙәр ?

-          Ҡоштар йылы яҡҡа осоп китәләр .

-          Беҙҙең яҡта ниндәй ҡоштар ҡала икән ?

Әйҙәгеҙ әле һанап китәйек ( Слайд , һүрәт ҡулланырға мөмкин )

1 ) Һайыҫҡан – сорока ,

2 ) Ала ҡарға – ворона ,

3 ) Турғай – воробей ,

4 ) Тумыртҡа – дятель ,

5 ) Ҡарабаш турғай - синица ,

6 ) Ҡыҙылтүштәр – снигири ,

7 ) Күгәрсендәр – голуби .

-          Балалар , ҡоштарға ҡыш көнө бигерәк тә ҡыйын . Улар аҙыҡ таба алмайҙар , уларға һыуыҡ . Шуның өсөн уларға тағараҡтар эшләп ҡуйырға тейешбеҙ ( Компьютерҙан мультимедия һүрәт „ Ҡоштарҙы ашатабыҙ ” .)

-          Беҙҙең урмандарыбыҙ йәнлектәргә лә бай .

-          Ниндәй йәнлектәр ҡышын урманда йәшәй , ниндәйҙәре йоҡоға тала ?

-          Ҡыш көнө беҙҙең урмандарҙа бүре , төлкө , ҡуян , тейен йәшәй , ә айыу ҡышын йоҡоға тала .

-          Дөрөҫ , беҙ әйткән бөтә күренештәр ҙә ҡыш көндәренә хас .

Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ . Матур итеп итеп баҫайыҡ . Ҡыш тураһында физминут эшләп алайыҡ .

        Тышта ҡар яуа                          2 тапҡыр ( ҡулдарҙы өҫкә күтәреп һелкетәбеҙ . )

        Ниндәй саф һауа                     2 тапҡыр ( тәрән итеп һауа һулайбыҙ )

        Әйҙә сығайыҡ                           2 тапҡыр ( ҡул менән саҡырабыҙ )

        Саңғы шыуайыҡ                       2 тапҡыр ( ҡул менән хәрәкәт күрһәтәбеҙ )

Матур итеп ултырайыҡ һәм таҡтаға күҙ һалайыҡ . Унда бик матур картина ( һүрәт ) эленеп тора . Ҡарағыҙ әле , әйҙәгеҙ „ Ҡышҡы урман ” темаһына һөйләмдәр төҙөп китәйек .

 Һүрәттә йәшел шыршылар үҫеп ултыра . Унда ҡыҙылтүштәр ултыралар . Тумыртҡа ағастан ем эҙләй . Урман тып – тын . Унда йәнлектәрҙең эҙҙәре күп . Ҡуян ҡыуаҡ төбөндә ултыра . Төлкө сысҡан эҙләй . Урман әкиәттәге кеүек матур . Беҙ ҙә үҙебеҙҙе шул урманда икән тип хис итәйек . Урман тынлығын тыңлайыҡ . Тәрән итеп саф һауаны һулайыҡ ( Тын алыу күнекмәһе – психологик күнекмә )

  Бик матур хикәйә төҙөнөгөҙ . Яҡшы . Киләһе эш „ Ватыҡ текст ” тип атала . Боҙолған тексты дөрөҫләп яҙырға һәм эш – хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға кәрәк . ( 79 – сы бит , 2 – се күнегеү . )

1 ) Малайҙар өйҙә хоккей уйнайҙар .

2 ) Ришат урамда телевизор ҡарай .

3 ) Малайҙар бассейнда – шахмат уйнайҙар .

4 ) Ҡыҙҙар мәктәптә дәрес әҙерләйҙәр .

Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ . Мин һеҙгә йомаҡтар уҡыйым , һеҙ яуабын әйтегеҙ :

1 ) Тәңкә ҡарҙар һипкән ,

     Ерҙе ап – аҡ иткән .

     Шыршы , ҡайын , имән

     Ҡарҙан сәкмән кейгән . ( Ҡыш .)

2 ) Утта янмай , һыуҙа батмай . ( Боҙ . )

3 ) Ҡулһыҙ , күҙһеҙ , буяуһыҙ ,

      Яһай ул төрлө биҙәк . ( Һыуыҡ . )

4 ) Үҙе һыу , үҙе ҡаты . ( Боҙ . )

5 ) Килделәр ағайҙар балтаһыҙ ,

      Һалдылар күпер таҡтаһыҙ . ( Боҙ күпере . )

Йомаҡтарҙы дөрөҫ систегеҙ , бик яҡшы .

-          Ә хәҙер китаптарҙы астыҡ , 127– се биттә „ Ике ҡуян балаһыҠоштарға ярҙам ” тигән текст бар , уҡып сығайыҡ әле һәм урыҫ теленә тәржемә итәйек .

-          ( китап менән эш бара ) һүҙлек :икмәк валсыҡтары, тағараҡ, элеү, яһау .

-          Өйгә эш : тексты уҡып , йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеп килергә .

-          Балалар , беҙ бөгөн бик күп ҡыш темаһына һөйләштек . Ә һеҙ ҡыш көнөн яратаһығыҙмы ? яратмайһығыҙмы ? Ни өсөн ? Ҡыш көнөн бик һыуыҡ була бит ?

1 ) Ҡыш көнө Яңы Йыл байрамы була .

2 ) Беҙ ҡыш көнө санала шыуабыҙ ( саңғыла , һ . б . )

3 ) Ҡыш көнө бейек тау , ҡыш бабай яһайбыҙ .

4 ) Ҡышын каникулдар була .

5 ) Мин ҡыш көнөн яратам , сөнки тәбиғәт ап – аҡ юрғанға төрөнә .

-          Дөрөҫ , ҡыш көнөн мин дә яратам . Ул һыуыҡ булһа ла , үҙенең матурлығы бар . Юҡҡа ғына бик күп яҙыусылар матур шиғырҙар ижад итмәгәндер .

Мәҫәлән : Ғ . Туҡайҙың „ Ер йоҡоһо ” тигән шиғырын тыңлағыҙ әле . ( Уҡытыусы уҡый . )

„Ҡырға аҡ ҡарҙан

 Юрған ябылған .

Ер яҙға саҡлы

Йоҡоға талған .

Ер йоҡлай тыныс

Күреп тәмле төш .

Уяныр әле ,

Туҡта үтһен ҡыш . ” ( экранда )

-          Балалар , ә һеҙ ҡыш тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ ?

Балалар , һеҙ бик матур шиғырҙар беләһегеҙ икән .Бына ҡыш темаһына арналған дәресебеҙ аҙағына ла килеп етте . Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр белдек ?

1 ) Ҡыш темаһына һөйләштек .

2 ) Йомаҡтар систек .

3 ) Ватыҡ тексты төҙөнөк .

4 ) Матур шиғырҙар һөйләнек .

5 ) Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөнөк .

6 ) Физминут эшләнек .

  Бик күп эштәр эшләп өлгөргәнбеҙ икән . Молодцы, Афарин ! Ә хәҙер дәрестә эшләгәнегеҙ өсөн билдәләр ҡуйып китәйек : оценка ҡуйыла .

Өйгә  эш . Ҡоштарға ярҙам хикәйәһенең йөкмәткеһен һөйләргә . Ошоноң менән бөгөнгө дәрес тамам . Һау булығыҙ !!!                             

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

         

          

Һайыҫҡан – сорока ,

Ала ҡарға – ворона ,

Турғай – воробей ,

 Тумыртҡа – дятел,

Ҡарабаш турғай - синица ,

Ҡыҙылтүштәр – снигири ,

 Күгәрсендәр – голуби .

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирскому языку для 5 класса «Ҡыш. Ҡылым .»"
Смотреть ещё 6 084 курса

Методические разработки к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

1 ) Ҡыш миҙгеле тураһында төшөнсә биреү . Ҡышҡы матурлыҡты тоя һәм тасуирлай белергә өйрәнеү .  2 ) Тел байлығын үҫтереү .  3 ) Тәбиғәткә һөйөү , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ,ҡоштарға ярҙам итеү теләге уятыуЙыһазландырыу . Ҡышҡы күренеште һүрәтләгән картина , карточка һәм открыткалар , компьютер, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре , „ Ҡышҡы урман ” , „Ҡоштар” һүрәттәре . Һүҙлек эше . Ҡор , тағараҡ , ҡырпаҡ ҡар , бәҫ .Балалар менән ҡыш тураһында һөйләшеү, Ҡыш айҙарына иғтибар итеү, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең ҡышҡы тормоштарын менән танышыу. 

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

7 367 170 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

Скачать материал
    • 28.04.2014 2315
    • DOCX 49.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Букетова Филюза Ильдусовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Букетова Филюза Ильдусовна
    Букетова Филюза Ильдусовна
    • На сайте: 10 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3809
    • Всего материалов: 2

Оформите подписку «Инфоурок.Маркетплейс»

Вам будут доступны для скачивания все 364 298 материалов из нашего маркетплейса.

Мини-курс

Деловые мероприятия: спикерс-менеджмент и оценка эффективности

2 ч.

Подать заявку О курсе

Мини-курс

Великие мастера русской литературы: В. Г. Короленко, М. М. Зощенко, А. П. Платонов

3 ч.

Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные инструменты управления запасами и акциями в ритейле

3 ч.

Подать заявку О курсе
Смотреть ещё 6 084 курса