Инфоурок Другое Другие методич. материалыМифтахетдин Аҡмулла “Нәсихәттәр” (өҙөк) (6 класта дәрес планы)

Мифтахетдин Аҡмулла “Нәсихәттәр” (өҙөк) (6 класта дәрес планы)

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Мәләүез районы

муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

                                                   

        Тема:   Мифтахетдин Аҡмулла “Нәсихәттәр” (өҙөк)

      (6 класта туған(башҡорт ) тел һәм  әҙәбиәттән дәрес   планы)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

             Тема: Мифтахетдин Аҡмулла “Нәсихәттәр” (өҙөк)

1.      Маҡсат: М.Аҡмулланың  “Нәсихәттәр”  шиғыры менән таныштырыу,  әңгәмә үткәреү,тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

2.      Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, бәйләнешле телмәрен үҫтереү .

3.      Башҡорт әҙәбиәтенә ихтирам уятыу,  халҡыбыҙҙың күренекле     әҙиптәре менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; Аҡмулланың тарихта тотҡан урынын билдәләү .

Йыһазландырыу: Мифтахетдин Аҡмулланың портреты, интерактив таҡта,карта.

 

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле уҡыусылар! Барыбыҙ ҙа дәрескә әҙер,бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ,бер-беребеҙҙе сәләмләйек.  Ябай ғына йылмайыуҙан  класыбыҙ тағы  ла  яҡтырып киткәндәй булһын.РәхмәтУлтырығыҙ.

2.Психологик инеш.

 Дәресебеҙҙе матур шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек.

Минең тыуған ҡырҙарым, (слайд)

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым,урманым,

Күккә ашҡан Уралым-

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

2. “Уңыш” сиуацияһын тыуҙырыу.

“Шиғриәт” минуттары. Бирелгән шиғыр юлдарын төрлө интонация менән уҡырға кәрәк.Тәүҙә үҙ аллы уҡып сығығыҙ.

 1.Ғорурланып:

Тап әкиәт миңә китап, (слайд)

Һәр бите серле ишек.

   Асам шул ишектәрҙе,

   Биттәрҙән биткә күсеп.

2. Шатланып:

    Кем күп белергә теләй-

    Китап була ҡулында.

     Бына  хәзер һүҙ башлайбыҙ

     Шул яҡын дуҫ тураһында.

 

3.Тасуири уҡырға:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк,уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп,уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй,туғандар,наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

 

3.Маҡсатҡа сығыу.

-Был шиғыр  һеҙгә танышмы? Был  юлдарҙы кем яҙған?

 Эйе, ошо  көндәрҙә Мифтахетдин  Аҡмулланың тыуыуына 190  йыл тулды.

4.Маҡсатты хәл итеү.

 

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында тыуған (слайд). Әсәһе үлеп киткәс,бик йәшләй үгәй әсәһенең ҡыйырһытыҙарын күреп үҫергә тура килә. Ул башта үҙ ауылында атаһынан тәүге һабаҡтарҙы ала,унан күрше ауылдағы мәҙрәсәлә уҡый.Аҙаҡ тыуған ауылынан сығып китә.Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый,һуңынан Троицк ҡалаһына юл тота.Ҡышын мәҙрәсәләрҙә уҡый,ә йәйен ҡаҙаҡ далаларына китеп ,ҡаҙаҡ балаларына һабаҡ бирә .

Уҡымышлығы,тура һүҙлелеге,сәсәнлеге өсөн уны халыҡ Аҡмулла тип атай.Аҡмулла ҡаҙаҡса тура һүҙле,ғәҙел кеше тигәнде аңлата.Байҙар,түрәләр унан әсе шиғри һүҙ менән тел тейҙергән өсөн үс алырға тырышҡандар.Хатта нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә ултыртҡандар.Аҙаҡтан кешеләр яллап,уны 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһының Мосолмандар зыяратында ерләгәндәр.

Миәкә районының Туҡһанбай ауылында 1981 йылда Аҡмулланың музейы асылды.Миәкә район Советы ҡарары менән 1989  йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырылды.

Әҫәр өҫтөндә эш.

-Хәҙер Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғыры менән танышып китәйек.

1) Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы.

-Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

2) Шиғырҙың  йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

- Шиғырҙы үҙ аллы  уҡығыҙ,аңлашылмаған һүҙҙәрҙе ҡәләм менән билдәләгеҙ.

3) Һүҙлек эше.

-Аңлашылмаған һүҙҙәр булдымы?

Әүүәл-беренсе,тәүҙә

Иман-намыҫ;убеждения,совесть

Тәүфиҡ-тәрбиәлеле;воспитанность

Көфөр-умение довольствоваться

Ниғмәт-байлыҡ,богатство

Ихлас-искренность

-Уҡыусылар,бына ошо һүҙҙәрҙе беҙ кемдәрҙең телмәрендә йышыраҡ ишетәбеҙ?(ололарҙың,олатай-өләсәйҙәрҙең)

Олатай-өләсәйҙәр беҙҙе тик яҡшы,изге эштәр эшләгеҙ,тәүфиҡле бала булығыҙ ,тип теләй. Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырында ошо теләктәр әйтелгән.

4)Шиғырҙы сылбыр буйынса тасуири уҡыу.

5)Һайланма уҡыу.

- Балалар,ә хәҙер үҙегеҙгә оҡшаған шиғыр юлдарын уҡып ишеттерегеҙ.

6)Дәфтәрҙә эш.

-Шиғырҙан кешегә кеше булып ҡалыу өсөн нимә кәрәк, тигән һорауға яуаптарҙы яҙып үтәйек.

Иң әүүәл кәрәк нәмә- иман тигән,

Икенсе ҡиммәт нәмә-күңел тигән,

Өсөнсө ҡиммәт нәмә аҡыл тигән,

Дүртенсе ҡиммәт нәмә-шөкөр тигән,

Бишенсе ҡиммәт нәмә-әҙәп тигән,

Алтынсы ҡиммәт нәмә- сабыр тигән,

Етенсе ҡиммәт нәмә- ихлас тигән.

 

 Шулай итеп,Аҡмулла беренсе планға  ул  "иман" төшөнсәһен ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыллылыҡ, шөкөр-ҡәнәғәт була, нәфсене тыя белеү, әҙәплелек, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы уның менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай. Шағир-сәсән   ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур, һаҡ булырға саҡыра, шул   сағында йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәр, тигеҙһеҙлектәр бөтөр, бөтәһе лә яҡшы тормош юлына сығыр тигән фекерҙе әйтергә теләй.

7)Һорауҙарға яуаптар.

-Шиғыр ни өсөн “Нәсихәттәр” тип атала?

- Күп йылдар элек яҙылған Аҡмулланың был  шиғыры  бөгөн дә актуаль булып ҡаламы? Ни өсөн?

8)Төркөмдәрҙә эш. Бөгөнгө көн менән бәйләп үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ.

Кеше өсөн кәрәк нәмә – (ер)

Кеше өсөн кәрәк нәмә – (һыу)

Кеше өсөн кәрәк нәмә – (тел,рух)

Кеше өсөн кәрәк нәмә – (һауа)

 

5.Рефлексиф анализ.

-Бөгөнгө дәрестән үҙең өсөн ниндәй фәһем алдың? Киләсәктә был шиғырҙың файҙаһы тейерме?

6. Йомғаҡлау.Баһалау.

Акмулла  иҗадында -   халыҡ тәрбиәһе. Иман, әҙәп, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы юлдаш иткән кеше генә үҙен белемле, тәрбиәле ,тип иҫәпләй ала.

7.Өйгә эш.

1) М.Аҡмулланың шиғырын тасуири уҡырға.

  2) М.Аҡмулланың биографияһы буйынса белешмә яҙырға.

3) Аҡмулла һүҙенә кроссворд төҙөргә..

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Мифтахетдин Аҡмулла “Нәсихәттәр” (өҙөк) (6 класта дәрес планы)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Клининговый менеджер

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 814 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.01.2023 330
    • DOCX 27.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гаделева Гульшат Галимяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гаделева Гульшат Галимяновна
    Гаделева Гульшат Галимяновна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8922
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 157 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 288 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Мини-курс

Финансовые аспекты и ценности: концепции ответственного инвестирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Практические навыки трекинга и менторства

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методология и организация образовательного процесса по информатике

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе