Инфоурок Иностранные языки КонспектыПлан- конспект урока по башкирскому языку в 5 классе на тему: "Рәми Ғарипов. Алма. Омонимдар"

План- конспект урока по башкирскому языку в 5 классе на тему: "Рәми Ғарипов. Алма. Омонимдар"

Скачать материал

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа № 13»

городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан

 

 

 

План- конспект урока по

башкирскому языку в 5 классе

“ Рәми Ғарипов. Алма. Омонимдар.”

 

 

 

Составитель: Хазиева Флюза Мурзагуловна,

учитель башкирского языка и литературы

                                                                

 

 

 

 

 

 

г. Октябрьский

2017

Төҙөүсеһе: Хажиева Флүзә Мырҙағол ҡыҙы.

Предмет: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.

Класс: 5

Тема: Р.Ғарипов. Алма. Омонимдар.

Маҡсат: Омонимдар һәм уларҙың барлыҡҡа килеүе хаҡында төшөнсә биреү;

Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу,

 «Алма» шиғырының идея- йөкмәткеһен үҙләштереү; шағир ижады аша  уҡыусыларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу: Р.Ғариповтың портреты. Уның тормош юлын сағылдырған стендтар. Шағирҙың китаптар күргәҙмәһе.Фотографиялар, компьютер дәреслеге, мультимедия проекторы.

Дәрес барышы.

                   I.            Ойоштороу.

                  II.            Дәрестең маҡсатын ҡуйыу.

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, бөгөнгө дәрестең маҡсатын бергәләп билдәләйек. Экранға күҙ һалығыҙ.(Слайдта Р.Ғариповтың «Парслар»ынан өҙөк) Был өҙөктө бергәләп уҡыйыҡ әле.

Шулай ғүмер һөрҙөм: һөрҙөм ерҙе,

Бесән  саптым, саптым  аттарҙа;

Атҡанда таң, таң  ҡалдым мин ергә,

Шиғыр яҙҙым, яҙҙым аҡылдан,

Кистем йылға, йылға  йыл өҫтәп,

Ғүмер үтте.

(Р.Ғарипов)

                      -Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

                      - Әйтелеше менән дә, яҙылышы менән дә бер төрлө һүҙҙәр.

                      -Тәржемә итеп, мәғәнәләрен асыҡлайыҡ.

 (Ҡалын хәреф  менән яҙылған һүҙҙәр аңлатыла,тәржемә ителә.)

 

                      - Әйтелеше менән дә, яҙылышы менән дә бер төрлө һүҙҙәр, шуға ҡарамаҫтан был һүҙҙәр төрлө мәғәнә аңлаталар.Бындай һүҙҙәр омонимдар тип атала.

-Был шиғырҙың авторы кем

-Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән башҡорт теленә дан йырлаусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры , Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов тураһында һөйләшәсәкбеҙ, ә башҡорт теле буйынса грамматик тема – омонимдар.(Дәфтәргә дата, тема яҙыла.)

 

 

Уҡытыусы.

-Был ике теманың берләшеүе юҡҡа түгел. Күреүебеҙсә, халыҡ шағирына омонимдар ҙа, синонимдар ҙа, антонимдар ҙа ят түгел. Уның өсөн был донъялағы һәр нәмә яҡын булған, бөтәһен дә үҙ иткән, бигерәк тә, үҙ телен, халҡын һәм тыуған ил яҙмышын.

 «Ғөмүмән алғанда, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың әҫәрҙәре, айырыуса поэма, шиғырҙары, башҡорт әҙәбиәтен, бигерәк тә поэзиияһын, әҙәби телебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.»- тип яҙған шағир ижады тураһында филология фәндәре докторы, профессор Ғәли Сәйетбатталов.

 

 

                III.            Яңы тема өҫтөндә эш. ( Слайдтан Р.Ғариповтың портреты күрһәтелә.Унда йәшәгән йылдары яҙылған: 1932-1977 )

                                                      1.            Уҡытыусы һүҙе.

-Уҡыусылар, Рәми Ғарипов тураһында һүҙемде уның яратҡан уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Мөсәлимә Хәйруллинаның иҫтәлектәренән өҙөк менән башлағым килә.

«Мин Рәмиҙең үҙенсәлекле уҡыусы икәнен тиҙ аңланым. Миңә  уның һүҙ өҫтөндә эшләүе,мәҡәл, әйтемдәр йыйыуы оҡшай торғайны. Дәрескә һәр саҡ әҙерләнеп килә, ләкин ҡул күтәреп үҙенең белгәнен күрһәтергә ашыҡмай. Һорау ҡуйһаң, һораһаң, ашыҡмай ғына төплө яуап бирә. Рус теле дәрестәрендә, һәр ҡағиҙәгә әҙәби әҫәрҙән өҙөктәр йәки шиғырҙарҙан миҫал килтереп, рус теленең үҙенсәлектәрен аңлата. Әҙәбиәт дәрестәрендә Рәми минең һөйләгәнде йотлоғоп тыңлай, һүҙҙең серенә төшөнөп, яҙыусыларҙың уны оҫта файҙаланыуҙарына иғтибар итә. Шуға үҙенең дә яҙма теле ифрат бай, тасуирлы»-тип яҙа ул уҡыусыһы тураһында. Ысынлап та Рәми Ғарипов өсөн  һүҙ –тылсым эйәһе.

                                                      2.            Алдан әҙерләнгән уҡыусы «Туған тел » шиғырын яттан уҡый

Туған тел

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

 

 

Шуға ла беләм мин тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

 

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, -

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

Әсәм теле миңә - сәсән теле, -

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

                                                                        1957

                   Родной язык

Я, как пчела в саду цветущем, в поле,

Как жемчуга искатель в глубине,

Тружусь, веду свой поиск, и все боле

Родной язык волнует душу мне.

 

Сэсэна сказ и матери напевы

Для жизни он вобрал, а не для лжи.

В нем колосятся праотцов посевы,

Правнук будет жив.

 

К народам – братьям с ним прийти я вправе,

Чтоб он звучал средь языков других.

Кто низким вздумал бы язык наш ставить,

Сам не высок тот в помыслах своих.

 

Чьем сыном без него назваться мне бы,

Чтоб общий подвиг с братьями вершить?

Есть у меня с ним и землә, и небо,

Я без него – безвестный, без души.

 

- Үҙенең шиғырында Р.Ғарипов һүҙҙе нимә менән сағыштырған?

                                                      3.            «Ынйы» һүҙе тәржемә ителә, аңлатмалы һүҙлектән мәғәнәһе уҡыла.

 

Уҡытыусы.

1957 йылда Р.Ғарипов “Туған тел” шиғырын яҙа. Был әҫәр өсөн уға “милләтсе” тигән мөһөр тағыла. Надеждаға яҙған бер хатын уҡып сығайыҡ.

“У меня оказывается, очень много новых стихотворений, около пятидесяти! А вот последнее, самое лучшее и самое нужное: “Родной язык”. Надя, если бы ты знала, как это мощно и гордо звучит на башкирском языке! Почти каждая строка – пословица, рожденная в моем сердце, - для сердца! Все мои стихи можно забыть, но это стихотворение нельзя забыть тому, кому дорог башкирский язык! Я не сказал, как Тургенев о русском языке, что мой язык тоже “великий”, но сказал, что этот язык не низкий, а кто его считает таковым, тот сам низок”  (11.05.1957)

 

-Ысынлап та, шағир хатында әйткәнсә, “Туған тел” бөтә күңелдән, йөрәктән яҙылған. Бер уҡып сыҡҡандан һуң, ишеткәндән һуң, йөрәк аша үткәргәндән һуң уны онотоу мөмкин түгел. Һәр һүҙе ынйыларҙан тора, һәр һүҙе бал кеүек телдән тама. Ә шиғыр юлдарының һәр береһе тиерлек – афоризм!

                                                      4.            Алдан әҙерләнгән уҡыусы Р.Ғариповтың биографияһын һөйләй.

- Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған.  Р.Ғариповтың  әсәһе яғынан тамырҙары- урыҫ милләтенән, өләсәләре Анна исемле була. (Башҡортостан уҡытыусыһы .б.23, №2, 2011). Ул ире Хизбулла менән һөйләшеп, үҙ ризалығы менән Өфө мәсетенә килеп, ислам динен ҡабул итә һәм исемен Мөхлисәгә үҙгәртә. Мөхлисәнең балалары өсөн башҡорт теле туған тел булып китә. Уның ҡыҙы Гөлмәрйәмде Арҡауылдан ярлы егет Йәғәфәр кәләш итеп ала. Йәғәфәр бабай менән Гөлмәрйәм әбейҙең Рәмил (Рәми), Рауил, Урал, Мөршиҙә исемле балалары тыуып үҫә.

Арҡауылда етенсе класты тамамлағас, 1946 йылда Рәми Ғарипов Өфөләге балалар йортона килә. Хәҙер ул- Рәми Ғарипов исемендәге

1- се Башҡорт республика гимназия- интернаты.

1950 йылда шағир Рәми Ғарипов Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә. 1955 йылда, уны тамамлағандан һуң, Мәскәү ҡыҙы Надеждаға өйләнә. Был ғаиләлә Салауат, Азамат, Гөлнара исемле балалар үҫә.

               IV.            «Алма »шиғыры өҫтөндә эш.

 

а) шиғырҙы тасуири уҡыу.

Алма.

Ҡояш нуры, ерҙең һуты,

 Кеше тире-был алма.

Шуға нурлы, шуға һутлы,

 Шуға эре был алма.

Ҡояш һымаҡ ,тынғы белмәй,

Ерем, тиеп, янмаһаң,

Ерем, тиеп , янып-көйөп

Ҡара тирең таммаһа-

Кеше эшенең емешен

Ҡулдарыңа һин алма,

Йәмен бирмәҫ, тәмен бирмәҫ,

Харам булыр был алма.

                  б) таныш булмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау, тәржемә итеү, һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙыу.

Тир-пот

Харам-незаработанный

Йәм-красота

Тәм-вкус

Һутлы-сочный

в) һорауҙар ярҙамында шиғырҙың йөкмәткеһен асыҡлау:

-Алманы шағир нимәләр тип атай? (Ҡояш нуры, ерҙең һуты, кеше тире) Һүҙбәйләнештәр тәржемә ителә.

 

- Һуңғы строфаның 2- се һәм 4- се юлдарындағы алма һүҙен руссаға тәржемә итегеҙ.

 

                      -Был һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

 Омонимдар тураһында төшөнсә биреү.(Слайдтан ҡағиҙә уҡыла.)

Омоним тигән термин (һүҙ) башҡорт теленә рус әҙәби теле аша грек теленән килеп ингән. Омонимдар тип әйтелештәре, яҙылыштары тап килеп, мәғәнәләре менән ныҡ айырылған ике йәки унан да күберәк һүҙҙәргә әйтәләр.

 

 

. Һуңғы строфаны дәфтәрҙәргә күсереп яҙығыҙ.

 

- Ҡара тир тигән һүҙбәйләнештә ҡара һүҙе тирҙең төҫөн белдерәме?

- Харам һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

- Шағир кешеләрҙе нисек эшләргә саҡыра? Һеҙ уның менән ризамы?

Р.Ғарипов халҡына хеҙмәт итеүҙә үҙен бал ҡорто менән сағыштыра. Р.Ғарипов тураһында замандаштары бына нимә тип әйткән:

 “... Әммә ул эшлекһеҙ түгел, ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп, зауыҡланып, ярһып башҡарыр кеше ине. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны - әҙәбиәт, башҡарған мөҡәддәс хеҙмәте – шиғыр булды. Дәрүишерәк тәбиғәтле ине ул Рәми. Татарҙың бөйөк Туфаны, йәғни Ғариповты юғары баһалаған Хәсән Туфан, балҡарҙарҙың бөйөк сабыйы Ҡайсын Кулиев ана шундай ойотҡонан, шундай тоҡомдан ине. Улар өсөн донъя – фани, шиғриәт  – мәңгелек”. (М.Кәрим)

 

6.Омонимдарға миҫалдар килтереү. Һүҙлектәр менән эш.(Омонимдар(аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.-Өфө, 2006.)

                 V.            Теманы нығытыу.

1.Карточка буйынса эш.

1- се төркөм өсөн эш

Парлап бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ, тәржемәһен яҙығыҙ. Уның өсөн һүҙҙәрҙең баҫымына иғтибар итегеҙ. Һәр омоним һүҙ менән һүҙбәйләнеш яҙығыҙ.

 бүлмәһен- бүлмәһен;                                                           

күрһәтмә- күрһәтмә;

бүлмә- бүлмә                                                          

Өлгө: тыуған ҡалам(город)- тыуған ҡаламда ҡалам(остаюсь)

2-се төркөм өсөн эш

Түбәндәге һүҙҙәрҙе омонимдар итеп, һүҙбәйләнештәр яһап яҙығыҙ.Тәржемә итегеҙ.

Йәш, иртә,йөҙ, быуа,боҫ, йәймә.

Өлгө: йәш ағас (молодое дерево)- йәш аға (слезы текут).

 

2.Шиғриәт минуты. «Алма » һүҙен ҡулланып, уҡыусылар үҙҙәре шиғыр яҙып ҡарайҙар.

 

3. Антонимдар,синонимдарҙы ҡабатлау.

-Р.Ғарипов ижад процесында синонимдар менән оҫта эш иткән.        Өҙөктө уҡып, синонимдарҙы табығыҙ.

 

Ялҡын яулыҡ болғап, һөйгән йәрҙәй,

Ҡаршы алыр һине Стәрле;

Ул ,атайың һымаҡ, бик ябай ҙа,

Ул, әсәйең төҫлө, хәйерле.(«Стәрлетамаҡ»).

-Синонимдар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

 

-Тағы  шағирҙың поэтик әҫәрендә антонимдарҙы ла осратабыҙ.

 

Ят та һәм яҡын да миңә ҡарттар,

Ят та һәм яҡын да йәштәре,

Әллә илдә ир уртаһы булып

Йөкләгәнгә донъя эштәрен.(«Парсалар»).

-Антонимдар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

Уҡытыусы һүҙе.

-Күреүебеҙсә, халыҡ шағирына омонимдар ҙа, синонимдар ҙа, антонимдар ҙа ят түгел. «Ғөмүмән алғанда, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың әҫәрҙәре, айырыуса поэма, шиғырҙары, башҡорт әҙәбиәтен, бигерәк тә поэзиияһын, әҙәби телебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.»- тип яҙған шағир ижады тураһында филология фәндәре докторы, профессор Ғәли Сәйетбатталов.

               VI.            Йомғаҡлау.

-Әйҙәгеҙ, үткән тема буйынса белемегеҙҙе тикшереп алайыҡ. (Уҡытыусы бер-бер артлы компьютерҙа эшләнгән һорауҙарҙы таҡтаға элеп бара һәм, улар менән башланған һорау һөйләмдәре төҙөп, яуап ала. Һөйләмдәр төҙөүҙә уҡыусылар ҙа ҡатнаша)

-Кем?

Кем ул Р.Ғарипов? (Шағир) Кем ул Йәғәфәр? (Рәми Ғариповтың атаһы). Кем ул Гөлмәрйәм? (Рәми Ғариповтың әсәһе)

 

-Ҡасан?

Ҡасан Рәми Ғарипов тыуған? (1932 йылдың 12 февралендә) Ҡасан Рәми Ғарипов өйләнгән? (1955 йылда)

 

-Ҡайҙа?

Ҡайҙа тыуған? (Салауат районының Арҡауыл ауылында) Ҡайҙа уҡыған? (Өфөлә, балалар йортонда, һуңынан Мәскәүҙә, Әҙәбиәт институтында)

 

-Нисә?

Нисә китабы тере саҡта сыҡҡан? ( 7 китабы). Нисә балаһы булған? (Өсәү)

 

-Ниндәй?

 Ниндәй темаларға яҙған? (Мөхәббәт, тыуған яҡҡа, тәбиғәткә ҡарата һөйөү). Ниндәй йыл миҙгелен яратҡан? (Яҙ миҙгелен)

 

      -Нисек?

       Балаларының исемле нисек? (Азамат, Салауат, Гөлнара)

    Тест һорауҙарын эшләү

 

а) Тиң, тиҫтер, ҡорҙаш, йәштәш һүҙҙәре нимә тип атала:

1) антоним;    2) синоним;   3)омоним?

б)Бирелгән һүҙҙәр нисек атала: ҙур-бәләкәй, дуҫ- дошман, ҡайғы- шатлыҡ, яҡты- ҡараңғы:

1) антоним;    2) синоним;   3)омоним?

в) Һөйләмдәрҙәге «башҡа» һүҙенең омоним булыуын иҫбатла:

Ауырымаҫ башҡа тимер таяҡ.

Минеңсә, ғорурланыу өсөн башҡа сәбәптәр ҙә бар.(Ә.Бикчәнтәев)

    Уҡытыусы һүҙе.

-Рәми Ғарипов өсөн туған тел, һүҙ һәм уның байлығы бер- береһе менән бәйле, уларҙы айырып булмай. Шағирҙың һүҙ өҫтөндә эшләүе- ул туған телде байытыу, туған телде күтәреү тигән һүҙ.

Беҙ ҙә телебеҙҙе байытырға тырышайыҡ, уҡыусылар. Һүҙ – телмәрҙең нигеҙ ташы икәнен онотмайыҡ.

             VII.            Өй эше.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.      В.И. Хажин, Ә.Х.Вилданов. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 5 класс.Өфө.Китап. 2008.

2.      «Ағиҙел» журналы. 5-20-се биттәр. №2, 2002.

3.      «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы.№11, 2010.

4.      «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы.№2, 2011.

5.      М.И.Баһауетдинова. Г.Н.Йәғәфәрова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҡулланыу. Өфө-2008.

6.      Башҡортостан уҡытыусыһы .23-сө бит, №2, 2011

7.      В.Ш.Псәнчин. «Әсә теле » дәреслегенә методик күрһәтмәләр.

5 класс.Өфө.2007.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "План- конспект урока по башкирскому языку в 5 классе на тему: "Рәми Ғарипов. Алма. Омонимдар""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по учету энергопотребления

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 129 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.01.2017 1767
    • DOCX 35.1 кбайт
    • 12 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хазиева Флюза Мурзагуловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хазиева Флюза Мурзагуловна
    Хазиева Флюза Мурзагуловна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 14913
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Повышение мотивации и эффективности обучения иностранному языку с помощью интерактивных тренажеров (на примере английского языка)

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 277 человек из 53 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 075 человек

Курс повышения квалификации

Основы билингвального обучения иностранным языкам

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 59 человек

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания китайского языка с учетом требований ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 107 человек

Мини-курс

Рациональность и творчество в педагогике

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Практика гештальт-терапии: техники и инструменты

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 314 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 66 человек

Мини-курс

Психологические особенности педагогического общения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек