Инфоурок Другое КонспектыПлан-конспект на тему "Глаголы движения"

План-конспект на тему "Глаголы движения"

Скачать материал

 

Юмагулова Г.К., Хафизова Р.Ф.

 

ГБПОУ Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники;

ГБПОУ Уфимский автотранспортный колледж.

 

Глаголы движения. Режим дня

(План-конспект по предмету «Башкирский язык как государственный язык РБ»)

 

Тема: «Хәрәкәт ҡылымдары. Көн режимы»

Дəрес маҡсаттары:

Белем биреү: – ҡылым һүҙ төркөмөн үҙлəштереү; хәрәкәт ҡылымдары буйынса һүҙлекте өйрəнеү; хәрәкәт ҡылымдарын дөрөҫ әйтергә, яҙырға, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Тəрбиəүи: – студенттарҙа ваҡытты дөрөҫ бүлергә, көн режимын төҙөргә өйрәтеүһәр минутты файҙалы итеп үткәреү кәрәклеген билдәләү.

Үҫтереүсе: –  студенттарға ҡылым һүҙ төркөмө тураһында белем биреү, йәнле һөйләү телмәрен, ижади фекерләүҙе, хәтер ҡеүәһен үҫтереү.

Йыһазландырыу: дəреслектəр,русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлек. Дидактик материалдар: слайдтар, таблицалар,текстар.

 

Уҡытыусы :  Хәйерле, көн, уҡыусылар, бер-беребеҙгә матур йылмайып, һәйбәт көн теләп, дәресебеҙҙе башлайбыҙ
Әйҙәгеҙ, бала саҡты иҫкә төшөрәйек. Иғтибар менән тыңлайбыҙ:

Дин-дин-дин,                                                           Өс, дүрт - һул яҡҡа!

Ҡыңғырау тауышы      Бер, ике – ҡулдарыңды
        Яңғырап китте залда: Тейҙереп ал аяҡҡа!
        Зарядкаға! Зарядкаға!    Өс, дүрт – эйеләйек;
        Кемебеҙ баҫа алда,                                             Бер, ике – үҫәйек;

Бер, ике – уңға борол,  Өс, дүрт – теҙелешеп
                                                                                      Түңәрәктән үтәйек.

Уҡытыусы: Һүҙ нимә тураһында?
Студент: 
Зарядка тураһында!
Укытыусы: 
Ә беҙ зарядка менән нимә башлайбыҙ?
Студент: 
Үҙебеҙҙең көндәлек режимды.
Уҡытыусы: 
Дәрес темаһы ниндәй?
СтудентМинең көн  режимым.
Уҡытыусы: 
Көндәлек тормошто зарядканан башлау беҙҙе нимәгә өйрәтә?
СтудентТәртипкә, таҙа, һау-сәләмәт булырға өйрәтә.
Уҡытыусы: 
Ә һыҙылған һүҙҙәр нимә аңлата?
(Ул һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡыйбыҙ).
Студенттар ҡысҡырып уҡыйҙар:  баҫ, борол, эйеләйек, үҫәйек, үтәйек.
Хәрәкәт ҡылымдарыны
ң тәржемәһе: стой, повернись, нагнулись, растём, проходим.

Укытыусы: Иғтибар иткәнһегеҙҙер, көн режимын төҙөгәндә хәрәкәт ҡылымдарын ҡулланабыҙ. Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?

Студент: 1) Көн режимын төҙөй белеү;

2) Хәрәкәт ҡылымдарын телмәребеҙҙә ҡуллана белеү.
Уҡытыусы:   Дөрөҫ әйттегеҙ, студенттар. Ә беҙгә тема асыр өсөн, үҙебеҙҙең көн режимын белер өсөн нимә кәрәк?
Студент:  Көн исемдәрен белеү кәрәк.
Укытыусы: Бында ҡарайбыҙ. Дөрөҫмө?
1-се слайд.     Дүшәмбе–воскресенье      Шәмбе-пятница          Йәкшәмбе – суббота

        Шишәмбе- среда                Шаршамбы –вторник Кесе йома-четверг

                Йома- понедельник

Студент: Юҡ, дөрөҫ түгел.

Укытыусы: Дөрөҫ итеп төҙөп бирәбеҙ. Ҡысҡырып уҡыйбыҙ.
Студенттар дөрөҫ итеп уҡыйҙар,  күсереп алалар.
Укытыусы:  Ә хәҙер  бына ошо текстҡа иғтибар итәбеҙ. Карточкалар таратылып бирелә.

1) Мин дүшәмбе көнөн көтөп алам. Көн дә иртән сәғәт 7-лә торам һәм физзарядка эшләйем дә ашап алғас, үҙемдең яратҡан колледжыма атлайым.

2) Шишәмбе көн  минең дәрестәр еңел, шуға күрә ул көндө бассейнға барам.

3) Шаршамбы көнөн дә мин файҙалы үткәрергә тырышам, сәғәт 4-кә саҡлы дәрестә булғас,  ашап алып, уҡыу залына йүнәләм .

4) Кесе йома беҙгә физкультура дәресе керә. Мин спорт менән шөғөлләнәм, ашап ял иткәс, спорт залына киләм, кис буйы спорт залында булам.

5) Йома көнөн мин көтөп алам, дәрестән һуң, сәғәт 5-тә ауылыма юлланам.

6) Шәмбе көнө мин атай –әсәйемә ныҡ ярҙамлашам, утын ярам, өләсәйгә барып әйләнәм һәм малдарҙы ҡарайым. Кис еткәс, класташтар менән осрашырға сығам.

7) Бына тағы бер аҙна үтеп китте. Йәкшәмбе үҙемдең тыуған йортомдо бер аҙға ҡалдырып, Өфөгә белем алырға киләм.

Уҡытыусы: Мин һеҙгә ниндәй һөйләмдәрҙе ҡысҡырып уҡыным?

Студент: Беҙ көн режимын тыңланыҡ.

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ тәржемә итәбеҙ:

1) Я с нетерпением жду понедельника. Я каждый день встаю в 7 утра и делаю физзарядку, покушав иду в свой родной колледж.

2) Во вторник у меня лёгкие уроки, поэтому в этот день хожу в бассейн .

3)  В среду я стараюсь провести с  пользой, проучившись до 4 часов дня, покушав иду в читальный зал.

4) По четвергам у нас урок физкультуры, занимаюсь  спортом, покушав, отдохнув иду в спортзал, целый вечер занимаюсь в спортзале.

5)Пятницу я жду с нетерпением, после уроков в 5 часов направляюсь в свою деревню.

6) В субботу целый день помогаю родителям. Колю дрова, к бабушке схожу и смотрю за скотиной. Когда наступает вечер, я встречаюсь с одноклассниками. 7)Таким образом, прошла ёще одна неделя. В воскресенье, оставив свой родной дом на некоторое время, возвращаюсь в Уфу за знаниями.

Уҡытыусы: Шулай итеп уҡыусылар беҙ ниндәй текст төҙөнөк?

Студент: Көн режимын.

Уҡытыусы: Аҫтарына ике тапҡыр һыҙылған һүҙҙәр нимәне аңлата: сәғәт 7-лә, сәғәт 4-кә саҡлы, кис буйы, сәғәт 5-тә, көн буйы, кис еткәс, бер аҙға.

Студент: Ваҡыт берәмеген аңлата.

Уҡытыусы: Был һүҙҙәр менән беҙ “Ваҡыт” темаһын үткәндә танышҡайныҡ инде.  Дәреслектең 96-сы битен асып, был һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәйек.

Сәғәт - часы, время, час                                 Нисә? күпме? –сколько?

Ваҡыт-время                                                   Нисәнсе? – который?

Минут-минута                                                Ярты - половина

Секунд- секунда                                             Теүәл – ровно

Сәғәт нисә? - который час?                           Ваҡыт күпме? – сколько времени?

Уҡытыусы: Был һүҙҙәр көн режимын төҙөгәндә кәрәк буласаҡ.

i (8).jpgУҡытыусы: Ә бер тапҡыр һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүҙҙәр булла?

Студент: Хәрәкәт ҡы-лымдары.

 Уҡытыусы:  Хәрәкәт ҡылымдарын күрһәтәбеҙ
         Студент:  Барам, йүге-рәм, йүнәләм, атлайым, әйләнәм, ҡайтам.
Уҡытыусы: Дөрөҫ, студенттар, ә хәҙер бында ҡарайбыҙ.
Мультимедиа аша төшөрөлгән хәрәкәттәрҙе ҡарайбыҙ, уларҙы аңлатҡан ҡылымдарҙы ҡабатлайбыҙ, рус теленә тәржемә итәбеҙ (2-се слайд).

123-сө биттәге ҡағиҙәне ҡысҡырып уҡыйбыҙ.

Уҡытыусы: Хәрәкәт ҡылымдары нимә менән үҙгәрә?

Студент: Ваҡыт, һан, зат менән.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, таҡтаға яҙылған хәрәкәт ҡылымдарын ҡысҡырып  уҡыйбыҙ, тәржемәләйбеҙ. Хәрәкәт ҡылымдары: сап, бар, йөрө, атла, борол, йүнәл үт, мен, эйел, үҫ, төш, йүгер, бейе, өйрөл, һикер, әйлән.  

Уҡытыусы: Башҡорт телендә башҡа төрлө ҡылымдар ҙа бар, ҡысҡырып уҡыйбыҙ:  эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары:

а) эшләү, яһау ҡылымдары: ҡор, яһа,төҙө,яҙ,эшлә; б) аҙыҡ-түлек әҙерләү ҡылымдары: баҫ, бешер, ҡыҙҙыр,ҡой,ҡайнат;

В) үҙгәртеү ҡылымдары: бүл, айыр, ултырт, ҡырҡ, киҫ; г)физиологик эшмәкәрлекте белдереүсе ҡылымдар: аша, эс, ауыҙ ит, тәмлә, йот;

ғ) танып-белеү ҡылымдары: һиҙ, той, ишет,ҡара,күр;

д) фекерләү ҡылымдары:уйла, фекерлә, аңла, баш ват.

Уҡыусылар менән бергә ҡысҡырып уҡыу.  

Уҡытыусы: Шулай итеп,  беҙ һеҙҙең менән хәрәкәт ҡылымдарын, шулай уҡ көн режимын да төҙөргә  өйрәндек,  ә хәҙер һеҙҙең иғтибарлылыҡты тикшереп алайыҡ.       

      Уҡытыусы: 1-се төркөм,  һеҙ  кроссворд сисәһегеҙ. 3-сө слайд.

1) прыгать һүҙенең башҡортса тәржемәһендә 3-сө хәреф (һикерергә);

2) повернись һүҙенең башҡортса тәржемәһендә 2-се хәреф (борол);

3) крутись һүҙенең башҡортса тәржемәһендә 3-сө хәреф 2 тапҡыр (әйлән);

4) суббота һүҙенең тәржемәһендәге һуңғы һүҙ (шәмбе);

5)понедельник һңҙенең тәржемәһендәге тәүге хәреф (дүшәмбе);

6) режим һүҙендәге 3-сө хәреф (режим).

Уҡытыусы. Икенсе төркөм ребус сисә.4-се слайд.

Penza_LiAZ_525645_20071223.jpgˮ̕    24913.jpg ˮ                                                                          +i (4).jpgi (5).jpg

Уҡытыусы. 1-төркөм ниндәй һүҙ сыҡты?

Студент: колледж.

Уҡытыусы. 2-се төркөмдөң яуабын тыңлайбыҙ.

Студент.Автотранспорт.

Уҡытыусы. Ә хәҙер бына шул ике һүҙҙе ҡушып һөйләм төҙөйбөҙ.

Студент. Мин автотранспорт колледжында уҡып йөрөйөм. - хәрәкәт ҡылымын күрһәтеү.

Уҡытыусы. Ә хәҙер үҙебеҙҙең көн режимын төҙөйбеҙ. Көн режимын төҙөү алдынан һүрәттәргә иғтибар итәбеҙ. Беренсе төркөм дөйөм ятаҡта йәшәгәндәр үҙҙәренең көн режимын, ә ҡаланыҡылар үҙҙәренең төҙөйҙәр.

Яңы һүҙҙәр:

Уянырға – просыпаться                                 һуңламаҫҡа –не опаздывать

Торорға – встать                                             Төшкө аш ашарға – обедать

Йыуынырға – умыться                                   Ҡайтырға  - возвращаться

Иртәнге аш ашарға – завтракать                   Әҙерләнергә - готовиться

Бикләргә – закрыть                                         Йоҡларға – спать

Уҡытыусы : Афарин, студенттар, көн режимдарын матур төҙөнөгөҙ. Ә хәҙер бында иғтибар. Был һөйләмдәр һеҙҙең көндәлек режимына тура киләме? Беҙҙең алдыбыҙҙа һүрәттәр бирелгән. Шул һүрәттәргә тәғәйен һөйләмдәрҙе ҡуябыҙ. Был күнегеү һеҙҙең иғтибарға.

1)Йәкшәмбе көн физкультура дәресендә канаттан

2)Шәмбе көн төшкө ашты ашарға колледждың буфетына

3)Дүшәмбе иртән биштә торҙом да бассейнға

4)Шаршамбы, аҙна бөткәс, ял итергә ауылға табан

5) Кесе йома сәғәт туғыҙҙа бейеү түңәрәгенә

6) Шишәмбе футболдан сәғәт 2-лә ҡайтттым да душҡа

7)Шәмбе көн сәғәт 8 –ҙә рус теленән i (1).jpgкүнегеүҙе эшләргә колледждың уҡыу залына

84769_html_f348145.jpgi (2).jpg

 

i.jpgi (3).jpg

70057b7dbb2577f15159cc4789ecb5b0.jpg

 

Уҡытыусы : Ә хәҙер 125– се биттәге 14-се күнегеүҙе  парлап эщләйбеҙ. Бер-беребеҙгә һорауҙар бирәбеҙ.

Яуаптар тыңланылды.

Уҡытыусы: 124 –се биттәге 12-се күнегеү. Тәржемә итәбеҙ.

Уҡытыусы: 120-се биттәге 3-сө күнегеүҙәге «Хыялым тормошҡа ашты» тигән тексты тасуири уҡыйбыҙ, тәржемә итәбеҙ. Яңы һүҙҙәр:

Кешегә инәлеп йөрөмәҫ – не будет упрашивать других

Хыялым тормошҡа ашты – моя мечта осуществилась

Сөнки үҙем шулай ҡарар иттем – потому что я сам так решил

Уҡытыусы. Бына беҙҙең дәрес. Дәрестә бөтәгеҙ ҙә әүҙем ҡатнаштығыҙ. Бөтәгеҙгә лә «бишле» билдәһе ҡуям.

Өйгә эш: көндәлек режимды индереп колледж тураһында презентация эшләргә.

Əҙəбиəт:

1. Дәреслек: М. Усманова., З. Солтанғолова. Башҡорт теле: башҡорт теле дəүлəт   теле итеп уҡытылған башланғыс һəм урта профессиональ белеем биреү учреждениелары өсөн. – Өфө: Китап, 2008.–124 бит.

2. Башкирско-русский и русско-башкирский словарь. Башкирско-русский разговорник. – Уфа. ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2008. –160 с.

2.Өҫтəлмə əҙəбиəт.

1. Русско-башкирский словарь: В 2т.  /  Под редакцией З.Г.Ураксина.  –  Уфа:Башкирская энциклопедия, 2005.                                                                                                                            

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "План-конспект на тему "Глаголы движения""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по охране труда

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 379 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.09.2018 871
    • DOCX 645.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Юмагулова Гульназ Камиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Юмагулова Гульназ Камиловна
    Юмагулова Гульназ Камиловна
    • На сайте: 9 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11291
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 184 человека из 48 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Мини-курс

Личность в психологии

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 14 регионов

Мини-курс

Создание и продвижение сайтов для достижения максимальных результатов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 15 регионов

Мини-курс

Анализ эффективности проектов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе