Инфоурок Родная литература ПрезентацииПрезентация Ғәли Соҡорой, тормош юлы һәм ижады

Презентация Ғәли Соҡорой, тормош юлы һәм ижады

Скачать материал
Скачать материал "Презентация Ғәли Соҡорой, тормош юлы һәм ижады"

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Помощник руководителя отдела библиотеки

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йылАвторы: Хәсәнова Зөләлә Әнәс ҡыҙы

    1 слайд

    Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл
    Авторы: Хәсәнова Зөләлә Әнәс ҡыҙы

  • Кем ул Ғәли Соҡорой?Ғәли Соҡорой (төп исеме — Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих...

    2 слайд

    Кем ул Ғәли Соҡорой?
    Ғәли Соҡорой (төп исеме — Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы; 8 ғинуар 1826 йыл (1828 йыл) — 10 декабрь 1889 йыл) — башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир.

  • БиографияһыМөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков 1826 йылда (башҡа мәғлүмәттәр...

    3 слайд

    Биографияһы
    Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков 1826 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1828 йылда) Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Әсәһе — Хөббигөлбаһар (1807—1843), атаһы — Ғәбделсәлих (1798—1849), уның ҙур иген баҫыуҙары, тирмәне, умарта баҡсаһы булған, ауылда мәҙрәсә тотҡан. Ғаиләлә ете ҡыҙ һәм алты ир бала үҫкән.

  • Кейековтарҙың шәжәрәһеКейековтарҙың шәжәрәһе буйынса уларҙың ата-бабалары ирә...

    4 слайд

    Кейековтарҙың шәжәрәһе
    Кейековтарҙың шәжәрәһе буйынса уларҙың ата-бабалары ирәкте башҡорт ырыуы ханы Иҫәнгә барып тоташа: Иҫән хан → Бараҡ → Кейек → Шәриф → Ғабдулла (1746—1828) → Ғәбделсәлих (1798—1849) → Мөхәмәтғәли (1828—1889) → Ғарифулла (1861—1918). Ата-бабаларының береһе Кейек һәм уның улы Шәриф Кейеков Ирәкте улусының старшинаһы була. Шәрифтең өсөнсө һәм кесе улы — Ғабдулланың ҡустыһы Ниғәмәтулла Кейеков дворян дәрәжәһен ала, ә 1825 йылда Бөрө өйәҙендәге 10-сы башҡорт кантоны башлығы итеп һайлана.

  • Башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Ғәли Соҡоройҙың шәжәрәһе

    5 слайд

    Башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Ғәли Соҡоройҙың шәжәрәһе

  • Белем алыуы тураһындаАуыл мәҙрәсәһен тамамлағас, ике ҡыш Йөгәмеш, Ҡаҙансы, ...

    6 слайд

    Белем алыуы тураһында


    Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, ике ҡыш Йөгәмеш, Ҡаҙансы, Борай ауылдары һәм ете ҡыш ғәйнә башҡорттарынан һабаҡ ала. 1843 йылда тыуған ауылына ҡайта.
    1844 йылда Танып ауылына уҡырға китә, һуңынан тыуған ауылына ҡайта, әммә тиҙҙән кире сығып китә һәм 1848 йылға ҡәҙәр бер нисә ҙур мәҙрәсәлә, шул иҫәптән Ҡаташ-Ҡаран һәм Тайсуған ауылдары мәҙрәсәләрендә белем ала.

  • Тормош юлы һәм эшмәкәрлегеБер нисә ай дауамында Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарында,
 ҡаҙ...

    7 слайд

    Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге
    Бер нисә ай дауамында Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарында,
     ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.
    1849 йылда шағир Шәмсетдин Зәки етәкләгән Стәрлебаш мәҙрәсәһенә уҡырға инә, күпмелер һабаҡ тыңлағас,
    уға уҡытыу эшен йөкмәтәләр.
    Шәмсетдин Зәки менән дуҫлаша, унан шиғриәт серҙәренә өйрәнә, бер нисә әҫәрен бағышлай.

  • Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге1852 йылда үҙ ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең а...

    8 слайд

    Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге
    1852 йылда үҙ ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй, крәҫтиән эше менән шөғөлләнә, балалар уҡыта. Атаһының вафатынан һуң уның мөлкәте үҙ-ара бүленгән була, Мөхәмәтғәлигә ата мираҫынан өлөш бөтөнләй тиерлек эләкмәй. Шунлыҡтан уға донъяһын яңынан ҡорорға тура килә. 

  •  «Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») тигән ҡулъяҙма китабының баш һүҙенән «...

    9 слайд

     «Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») тигән ҡулъяҙма китабының баш һүҙенән 
    «Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндәр. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-яраҡтары һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...»

  • Хажға барыуы тураһында1872 йылда Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына хаж ҡыла, ҡайтҡа...

    10 слайд

    Хажға барыуы тураһында
    1872 йылда Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына хаж ҡыла, ҡайтҡас был турала «Нәсим әс-саба» («Таң теле») тигән сәйәхәтнамәһендә тасуирлай. Улы Ғарифулла Кейеков яҙғанынса, шағир үҙ ғүмерендә барлығы 4 мәртәбә хаж ҡыла[7].
    1889 йылдың 23 декабрендә тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа вафат була.

  • ИжадыҒәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай, тәүге әҫәрҙәр...

    11 слайд

    Ижады
    Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай, тәүге әҫәрҙәре тип Танып мәҙрәсәһе хәлфәһенә мәҙхиәһе һәм әсәһе вафатынан һуң яҙылған мәрҫиәһе иҫәпләнә. Артабан төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә 100-гә яҡын әҫәр ижад итә. Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы исеменән алған[4].

  • Ижады1860 йылда «Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре») тигән тәүге китаб...

    12 слайд

    Ижады
    1860 йылда «Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре») тигән тәүге китабы баҫылып сыға. Һуңынан «Дөрри Ғәли» («Ғәли ынйылары», 1873), «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы», 1883), «Замми нәзир» («Оҡшашын өҫтәү», 1888 йылда һәм тағы бер нисә тапҡыр донъя күрә), «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә», 1889), «Тәрхиби, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!», 1903), «Васыяти Мөхәммәдғәли Соҡорой» («Мөхәмәтғәле Соҡорой васыяты», 1913) һәм башҡа бер нисә китабы нәшер ителә. 

  • Ижады«Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») ҡулъяҙма йыйынтығына ингән «Фосули...

    13 слайд

    Ижады
    «Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») ҡулъяҙма йыйынтығына ингән «Фосули әрбағә» («Йылдың дүрт миҙгеле») тигән шиғырҙар циклында шағир донъяға ер-тәбиғәт һөйөүсе крәҫтиән булып баға, һәр миҙгелгә шиғри ҡылыҡһырлама бирә. «Фосули әрбағә» — XIX быуат башҡорт лирик шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләренең береһе тип иҫәпләнә[8].
    1883 йылда нәшер ителгән «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы») китабында наҙанлыҡҡа һәм томаналыҡҡа ҡаты тәнҡит, ә фәнгә һәм мәғрифәткә мәҙхиә яҙыу күҙәтелә. Йыйынтыҡҡа Өфө ҡалаһына арналған «Мәдхи Өфө» шиғыры ингән.

  • ИжадыҒәли Соҡорой үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына, ирәкте (ҡара табын) баш...

    14 слайд

    Ижады
    Ғәли Соҡорой үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына, ирәкте (ҡара табын) башҡорттары шәжәрәһенең бер нисә вариантын яҙып ҡалдыра. Варианттарының береһе «Тәзкирәтен әл-әхуан вә әл-әхбаб» («Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү») тип аталған, бында шағир үҙенең 18 быуын ата-бабаларын теҙеп күрһәтә. Риүәйәт буйынса төп бабаһы Майҡы бейҙең монголдарҙың Сыңғыҙ ханы заманында йәшәүе тураһында бәйән итә. Шәжәрәгә ярашлы, Майҡы бейҙең өс (дүрт) улы була — Ҡара Табын бей, Байҡы бей, Балыҡсы бей. Ҡара Табындың улы Мейәс буйҙарында йәшәгән Әхмәтшәйех була, ул Кама буйҙарына күсә, ә артабан ошо ерҙә Абдул улын ҡалдырып хәҙерге Башҡортостандың төньяғына килеп төпләнә. Шулай итеп шәжәрәлә ирәкте башҡорттарының таралып ултырыуы һүрәтләнә. Улар күршеләре көҙәй, таҙлар, ҡайпан, гәрәй, уран, ғәйнә башҡорттары менән мөнәсәбәткә инә. Шәжәрәлә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ҡатнашҡан Иҫән хандың өс тапҡыр батша Иван Грозныйға барыуы тураһында бәйән ителә.

  • Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәҡрии Ғари» («Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса...

    15 слайд

    Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәҡрии Ғари» («Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары») исемле ҙур күләмле тарихи-әҙәби ҡулъяҙмаһы инештән һәм 7 өлөштән тора. Беренсе бүлектә Волга буйы Болғарының ислам дине ҡабул итеүе хаҡында боронғо риүәйәт тә килтерелә. Икенсе бүлектә XVIII—XIX быуаттарҙа йәшәгән зыялылар, дин әһелдәре тураһында биографик мәғлүмәттәргә урын бирелгән, шулар араһында Ғәбдрәхим Усманға һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡортҡа арналған юлдар ҙа бар. Өсөнсө бүлектә «Сыңғыҙнамә» әҫәрендә һәм Хисамитдин Мөслимиҙең «Тәуарихи Болғарийа...» китабында бирелгән «Аҡһаҡ Тимер ҡиссаһы» тураһында тасуирлана. Дүртенсеһендә Уралдың, Рәсәйҙең географик урынлашыуы хаҡында һүҙ алып бара һәм тәбиғәте тураһында яҙа. Донъя географияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе «Рөбөғи мәскүн бәйәне» («Ерҙең кеше йәшәй торған дүрт өлөшөн хикәйәләү») тип исемләнгән бүлектә һүрәтләнә. Алтынсы бүлектә уҡымышлы зыялылары тормошонан ғәҙәти булмаған, ғибрәтле хәл-күренештәр тураһында бәйән итә

  • Китаптары«Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре»), 1860.
«Нәсим әс-саба» (...

    16 слайд

    Китаптары
    «Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре»), 1860.
    «Нәсим әс-саба» («Иртәнге шәфәҡ еле»), 1872.
    «Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»), 1873.
    «Тәүарихи Болғарийа, йәки Тәҡриби Ғари» («Болғар тарихы, йәки яҡынса Ғари аңлатмаһы»), 1879.
    «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы»), 1883.
    «Заммы нәзир» («Оҡшашын өҫтәү»), 1888.
    «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә»), 1889.
    «Дөрр әл‑кәлам» («Ҡиммәтле һүҙҙәр»), 1900.
    Шәм яҡтыһы: шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, тарихи яҙмалар, хаттар. Өфө, 1995.

  • ҒаиләһеҒәли Соҡорой тыуған ауылында Мәрфүғә Ямалетдин (Йәләлетдин) ҡыҙы менән...

    17 слайд

    Ғаиләһе
    Ғәли Соҡорой тыуған ауылында Мәрфүғә Ямалетдин (Йәләлетдин) ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, өс ҡыҙ, биш ул тәрбиәләп үҫтерә, мәҙрәсә һабаҡтарын бирә. Иң кесе улы Ғарифулла (1861—1918) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе булып китә, атаһына арналған «Ғәйн әр-риза» («Ризалыҡ сығанағы»; 1900) тигән китап баҫтырып сығара.

  • Хәтер2021 йылдың 8 ғинуарында Тәтешле районында Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195...

    18 слайд

    Хәтер
    2021 йылдың 8 ғинуарында Тәтешле районында Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар башланды. Улар барышында шағирҙың Иҫке Соҡор ауылындағы музейында һәм Үрге Тәтешлелә уның исемендәге урамда мемориаль таҡтаташтар асылды.
    Тәтешле районының үҙәге Үрге Тәтешле ауылының бер урамы Ғәли Соҡорой исемен йөрөтә.
    Яңауыл районы хакимиәте йәш яҙыусыларҙы ижади эшкә ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында 1997 йылда «Ғәли Соҡорой исемендәге премия» булдырған, ул иң яҡшы әҫәр авторына йыл һайын бирелә.
    2001 йылда Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылында мәғрифәтсе-шағирҙың йорт-музейы асыла. Музей фондында һаҡланған 230-ҙан ашыу тарихи ҡомартҡы араһында Ғәли Соҡорой төҙөгән «Ирәкте ырыуы шәжәрәһе», шағирҙың бер нисә китабының күсермәһе бар

  • Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

    19 слайд

    Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 378 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Методическая разработка "Электронное пособие на основе Олонхо Ядрихинского П.П. – Бэдьээлэ «Дьырыбына Дьырылыатта - Кыыс бухатыыр»
  • Учебник: «Төрөөбүт литература (Родная литература) (в 2 частях)», Поликарпова Е.М., Флегонтова У.М., Филиппова Н.И.
  • 18.01.2021
  • 520
  • 9
«Төрөөбүт литература (Родная литература) (в 2 частях)», Поликарпова Е.М., Флегонтова У.М., Филиппова Н.И.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.01.2021 404
    • PPTX 797.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хасанова Зулала Анасовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хасанова Зулала Анасовна
    Хасанова Зулала Анасовна
    • На сайте: 7 лет и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 38647
    • Всего материалов: 40

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Методические подходы при изучении литературы "Серебряного века" в современной школе

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 74 человека

Курс повышения квалификации

Основы герменевтического анализа текста на уроке литературы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 57 человек

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 56 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 315 человек

Мини-курс

Управление личной продуктивностью менеджера

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Самопознание и личностный рост

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Мотивация и индивидуализация в образовательном процессе

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе