Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку (8класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (8класс)

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Аҡсәйет ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет

                                                                                   дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

МБ ултырышында ҡаралды                                                 Килешәм:                                               Раҫлайым:

Протокол №____                                                                  Директор урынбаҫары                          Аҡсәйет урта мәктәбенең   «_____»___________2017й.                                                Дәүләтбаева Л.Р.                                    директоры Ғәлимов И.М.

                                                                                                 “____________2017й.                         Приказ № ___ 

                                                                                                                                                                 “_______________2017й.                        

 

 

 

 

 

 

 

                                                                      “Башҡорт  дәүләт теле “ предметынан   эш программаһы

8-се класс

 

 

 

 

 

 

 

                                                                                                                                                                                         Төҙөнө:

                                                                                                                                                                                         башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                                                                                                                                                                         уҡытыусыһы

                                                                                                                                                                                         Нурисламова Ифира Рәмзи ҡыҙы

                                                                                            

2017й.

Аҡсәйет

                                                               

                                                        

                                                                                                       Аңлатма яҙыу

       Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн) буйынса төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

 

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2011.- 288 бит.

 

Программа  бөтәһе 68 сәғәткә бүленгән (байрам көндәрен индереп)

    Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1.      Толомбаев Х.А., С.В. Атнағолов. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы.– Өфө: Китап, 2009.

2.      Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы .– Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.

        Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2011.

 

           Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  • текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

 

                Уҡытыу предметының йөкмәткеһе

        Һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм, уларҙың яһалышы ҙәм төҙөлөшө. Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы.һүҙбәйләнештәрҙең кәмендә ике үҙ аллы һүҙҙән барлыҡҡа килеүе, уларҙағы эйәртеүсе һәм эйәреүсе киҫәктәр. Һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре.

Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше: теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе саралар. Эйәртеүсе бәйләнештәрҙең төрҙәре: ярашыу, башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү, уларҙың үҙенсәлектәре –8 сәғәт.

             Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр. Эйә, уның төп килештә килеүе һәм башҡа һөйләм киҫәктәренә буйһонмауы. Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше, составы. Хәбәр, уның эйә тураһында нимә булһа ла хәбәр итеүе һәм эйә менән бәйләнеп килеүе. Хәбәрҙең төп билдәләре, уның составы һәм бирелеше. Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Уларҙың баш киҫәктәрҙе асыҡлап, уға эйәреп килеүе, һөйләмдә бер эйәрсән киҫәкте икенселәре асыҡлап килеү осраҡтары. Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше, һөйләмдә исем менән белдерелгән киҫәккә ҡарауы. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлек. Тултырыусылар, уларҙың ҡылым менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы, исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе. Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар. Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Хәлдәрҙең мәғәнәләре, үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше –17 сәғәт.

 

Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәктәр тураһында төшөнсә, уларҙың һөйләмдә бер үк һүҙгә ҡарауы, бер һорауға яуап булыуы. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр, уларҙың тиң киҫәктәрҙән алда ла, һуң да килеүе -4 сәғәт .

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр, уларҙың төрҙәре. Билдәле эйәле һөйләм. Билдәлеһеҙ эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләм. Дөйөм эйәле һөйләм – 12 сәғәт.

Тулы  һәм  кәм  һөйләмдәр. Мәғәнәне тулы асыҡлау өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең һөйләмдә бирелеүе. –4 сәғәт.

Һөйләмдең айырымланған  эйәрсән  киҫәктәре. Айырымланыу тураһында төшөнсә. Телмәрҙә айырым мәғәнә төҫмөрләнешен биреү өсөн ҡайһы бер һөйләм киҫәгенең интонация менән айырым әйтелеүе, уның һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенә мөнәсәбәте. Аныҡлаусыларҙың  айырымланыуы. Хәл  әйтемдәренең  айырымланыуы. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.

Ябай һөйләм синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр –10 сәғәт.

Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. Өндәш һүҙҙәрҙең һөйләмдә айырым әйтелеүе, һөйләмдең ҡайһы урынында килеүгә ҡарап паузаларҙың үҙенсәлеге –2 сәғәт.

Инеш һүҙ һәм инеш һүҙбәйләнештәр, уларҙың һөйләмдәге уй-фекергә һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдереүе, йыйнаҡ һәм тарҡау була алыуы, өндәш һүҙҙәр менән сағыштырғанда уларҙы айырып әйткән паузаның ҡыҫҡалығы –5 сәғәт.

Тура телмәрле һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр, улар ҡырында тыныш билдәләре. Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 5 сәғәт.

 

Диалог. Тура телмәрҙең диалог, монолог, цитата тигән төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылыу үҙенсәлектәре – 1сәғәт.

 

Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау –2 сәғәт.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау -6 сәғәт

 

                       

 

 Башҡорт теленән 8-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

 

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Иҫәбе

Диктант

4

Изложение

2

Инша

2

 

 

           

 

 

                                                               Предмет һөҙөмтәләре

1.Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.

2. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

3. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.

     4. Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү.

          5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

         6.Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

         7. Башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр эшләү

          8.Тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

          9. Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһай белеү.

         10.Карточкалар һәм тестарменән эшләү.

         11. Синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 

        

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Темалар йөкмәткеһе

 

Дәрес төрө

 

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

 

   Контроль эш төрө

Йыһазлау

Сәғәт һаны

Дата

 

план

факт

 

I сирек

 

1

Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм

Яңы тема

Һүҙбәйләнештәрҙе таный белеү,һөйләмдән һүҙбәйләнештәрҙе табыу

Һүҙбәйләнештәрҙе тарҡатыу

Дәреслек

Методик ҡулланмалар

1

04.09

 

 

2

Һүҙбәләнештәрҙең яһалышы

Яңы тема

Һүҙҙәрҙе теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнештә бәйләү

Һүҙбәйләнештәрҙе тарҡатыу

Дәреслек

карточкалар

1

05.09

 

 

3

Ярашыу

Яңы тема

Эйәртеүле бәйләнешкә  ингән һүҙҙәр ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү.Эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙҙән айырырға өйрәтеү

схема

Схема

Дәреслек

1

11.09

 

 

4

Башҡарылыу

Яңы тема

Һүҙҙәрҙе эйәртеүле бәйләнешкә индергәндә дөрөҫ саралар ҡулланыу

схема

Дид.китаптар

Дәреслек

1

12.09

 

 

5

Йәнәшәлек

Яңы тема

Һүҙҙәрҙе эйәртеүле бәйләнешкә индергәндә дөрөҫ саралар ҡулланыу

схема

Методик ҡулланма

дәреслек

1

18.09

 

 

6

Һөйкәлеү

 

 

Яңы тема

Һүҙҙәрҙе эйәртеүле бәйләнешкә индергәндә дөрөҫ саралар ҡулланыу

 

 

 

Тестар

 Күнегеүҙәр йыйынтығы

1

19.09

 

 

7

Һүҙбәйләнештәр темаһы буйынса диктант

Б.т.ү.

Уҡыусыларҙың грамоталыҡтарын тикшереү

Диктант яҙыу

Диктанттар йыйынтығы

1

25.09

 

 

8

Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙбәйләнештәр темаһын ҡабатлау

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе практикала ҡуллана белеү

 

Дәреслек

 Методик ҡулланма

1

26.09

 

 

9

Һөйләмдең  баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә менән хәбәр

Яңы тема

Һөйләмдең баш киҫәктәрен табыу

 

 

 

Күнегеүҙәр йыйынтығы

дәреслек

1

02.10

 

 

10

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ

 

 

Яңы тема

Тыныш билдәләрен ҡуйыу,миҫалдар табыу

Синтаксис анализ

Дәреслек

карточкалар

1

03.10

 

 

11

Аныҡлаусы. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар

 

 

Яңы тема

Тыныш билдәләрен ҡуйыу,миҫалдар табыу. Аныҡлаусыларҙың тиң һәм тиң булмауын билгеләү Аныҡлаусыларҙы табыу, уны һөйләмдә ҡулланыу

Синтаксик анализ

Таблица

Дәреслек

Методик ҡвлланмалар

1

09.10

 

 

12

Өҫтәлмәлек

Яңы тема

Өҫтәлмәлек тураһында тулы төшөнсә биреү

Синтаксик анализ

Күнегеүҙәр йыйынтығы

1

10.10

 

 

13

Тултырыусы. Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар

Яңы тема

Һөйләмдә тултырыусыларҙы, тура һәм ситләтелгән  тул. һорау ҡуйыу ярҙамында табыу

Синтаксик анализ

Дәреслек

таблица

1

16.10

 

 

14

Административ  контроль диктант

 

Контроль дәрес

Белемдәрен тикшереү.

диктант

Диктанттар йыйынтығы

1

17.10

 

 

15

Хаталар өҫтөндә эш.Ситләтелгән тултырыусылар  темаһы буйынса күнегеүҙәр

ҡабатлау

Һөйләмдә тултырыусыларҙы, тура һәм ситләтелгән  тул. һорау ҡуйыу ярҙамында табыу

Синтаксик анализ

дәреслек

1

23.10

 

 

16

Һөйләмдең баш  һәм эйәрсән киҫәктәре темаһы буйынса ҡабатлау

ҡабатлау

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу

 

 

Дәреслек

Күнегеүҙәр

1

24.10

 

 

II сирек

 

17

Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре

Яңы тема

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

Синтаксик анализ

Схема

дәреслек

1

06.11

 

 

18

Рәүеш хәле

Яңы тема

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

Синтаксик анализ

Методик ҡулланма

1

07.11

 

19

Урын хәле

Яңы тема

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

Синтаксик анализ

Дәреслек

слайдтар

1

13.11

 

 

20

Т.ү.Изложение “Ысын дуҫлыҡ”

Б.т.ү.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Ишеткәнде хәтерҙә ҡалдырыу, план төҙөү, йөкмәтке һөйләү

Изложение яҙыу

Изложение йыйынтығы

1

14.11

 

 

21

Хаталар өҫтөндә эш. Ваҡыт хәле

Яңы тема

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

 

Дәреслек

каоточкалар

1

20.11

 

 

22

Маҡсат һәм сәбәп хәлдәре

Яңы тема

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

Синтаксик анализ

Схема

дәреслек

1

21.11

 

 

23

Күләм-дәрәжә хәлдәре

Белем һәм оҫталыҡты  комплекс

лы ҡулланыу, нығытыу

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

Синтаксик анализ

Дид. Китаптар

Методик ҡулланма

1

27.11

 

 

24

Шарт хәле. Күнегеүҙәрҙә нығытыу

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

 

Синтаксик анализ

дәреслек

1

28.11

 

 

25

 Кире хәл

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Хәлдәрҙе табыу, төркөмсәһен билдәләү,хәлдәр ингән һөйләмдәр төҙөү

 

Синтаксик анализ

Дәреслек

Күнегеүҙәр йыйынтығы

1

04.12

 

 

26

Синтаксик анализ тәртибе

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Синтаксик анализ эшләү тәртибе менән танышыу

Синтаксик анализ

Схема

Таблица

дәреслек

1

05.12

 

 

27

Тиң киҫәкле һөйләмдәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуйыу, һорау ҡуйыу ярҙамында уларҙы табыу

анализ

Слайдтар

Методик ҡулланма

1

11.12

 

 

28

Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә   тыныш билдәләре

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуйыу, һорау ҡуйыу ярҙамында уларҙы табыу

анализ

Карточкалар

Дид.китаптар

1

12.12

 

 

 

 

29

Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләмдә тиң киҫәктәр эргәһендә килгән дөйөмләштереүсе һүҙҙәрҙә табыу, һорау ҡуйыу

анализ

дәреслек

1

18.12

 

 

 

 

 

 

30

Тиң киҫәктәр темаһы буйынса контроль диктант

Контроль дәрес

Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Ишеткәнде хәтерҙә ҡалдырыу, план төҙөү, йөкмәтке һөйләү

 

Диктанттар йыйынтығы

1

19.12

 

 

31

Хаталар өҫтөндә эш.Ҡабатлау

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе практикала ҡуллана белеү

 

Дәреслек

Методик ҡулланма

1

25.12

 

 

32

Тиң киҫәктәр темаһы буйынса күнегеүҙәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Бер составлы һәм ике  составлы һөйләмдәрҙе һорау ҡуйыу ярҙамында табыу, синтаксик анализ эшләү

анализ

Дид.китаптар

тестар

1

26.12

 

 

III сирек

 

 

33

Бер составлы һөйләмдәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Бер составлы һәм ике  составлы һөйләмдәрҙе һорау ҡуйыу ярҙамында табыу, синтаксик анализ эшләү

анализ

Схема

Таблица

дәреслек

1

15.01

 

 

34

Ике составлы һөйләмдәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Бер составлы һәм ике составлы һөйләмдәрҙе һорау ҡуйыу ярҙамында табыу, синтаксик анализ эшләү

анализ

Карточкалар

дәреслек

1

16.01

 

 

35

Инша. Ихтирамға лайыҡ кешеләрем

Б.т.ү.

Мөмкин тиклем тулы йөкмәткеле итеп инша яҙыу

 

Журналдар,

Картиналар,һүҙлектәр

1

22.01

 

 

36

 Хаталар өҫтөндә эш. Билдәле эйәле һөйләм

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу,ығытыу

Хәбәр составынан булған бер составлы һөйләм төрө билдәле эйәле һөйләмдәрҙе табыу

анализ

Дәреслек

карточкалар

1

23.01

 

 

37

Билдәһеҙ эйәле һөйләм

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Хәбәр составынан булған бер составлы һөйләм төрө билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙе табыу

анализ

Дәреслек

Методик ҡулланма

1

29.01

 

 

 

 

 

 

 

38

Эйәһеҙ һөйләм

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Хәбәр составынан булған бер составлы һөйләм төрө- эйәһеҙ һөйләмдәрҙе табыу

анализ

Дәреслек

карточкалар

1

30.01

 

 

 

39

Атама һөйләмдәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Эйә составынан булған бер составлы һөйләм - атама һөйләмдәрҙе һорау ҡуйыу ярҙамында табыу, һөйләмдәр төҙөү

 

Схема

Таблица

дәреслек

1

05.02

 

 

40

Тулы һәм кәм һөйләмдәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекс

лы ҡулланыу, нығытыу

Тулы һәм кәм һөйләмдәрҙе табыу, уларҙа синтаксик анализ яһау

 

Слайдтар

дәреслек

1

06.02

 

 

41

Айырымланыу тураһында төшөнсә

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәренең айырымланыуы тураһында мәғлүмәт алыу

анализ

Методик ҡулланма

дәреслек

1

12.02

 

 

42

Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәренең айырымланыуы тураһында мәғлүмәт алыу

Һорауҙар һәм биремдәр

Карточкалар

журналдар

1

13.02

 

 

43

Т.ү.Изложение. “Әсә”

 

Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Ишеткәнде хәтерҙә ҡалдырыу, план төҙөү, йөкмәтке һөйләү

 

Изложение йыйынтығы

1

19.02

 

 

44

 Хаталар өҫтөндә эш.Хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәренең айырымланыуы тураһында мәғлүмәт алыу

 

Дәреслек

таблица

1

20.02

 

 

45

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәренең айырымланыуы тураһында мәғлүмәт алыу

 

Дәреслек

Методик ҡулланма

1

26.02

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

46

Өндәш һүҙҙәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр – өндәш һүҙҙәр  менән һөйләмдәр төҙөү

Һорауҙар һәм биремдәр

Дид. Китаптар

дәреслек

1

27.02

 

 

47

Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр – өндәш һүҙҙәр  менән һөйләмдәр төҙөү, уларҙа дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйыу

 

Таблица

дәреслек

1

05.03

 

 

48

 

Ябай һөйләм синтаксис буйынса ҡабатлау

нығытыу

Алған белемдәрҙе практикала ҡуллана белеү

 

Дәреслек

Методик ҡулланма

1

06.03

 

 

49

Тыныш билдәләре буйынса күнегеүҙәр

ҡабатлау

Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр – өндәш һүҙҙәр  менән һөйләмдәр төҙөү, уларҙа дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйыу

 

Дәреслек

карточкалар

1

12.03

 

 

50

Административ контроль диктант

Контроль дәрес

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү

 

Диктанттар йыйынтығы

1

13.03

 

 

51

Хаталар өҫтөндә эш. Өндәш һүҙҙәр

ҡабатлау

Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр – өндәш һүҙҙәр  менән һөйләмдәр төҙөү

 

Журналдар

дәреслек

1

19.03

 

 

52

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

ҡабатлау

Үтелгән темаларҙы практикала күрһәтә белеү

 

Дәреслек

Методик ҡулланма

1

20.03

 

 

IV сирек

 

 

53

Инеш һүҙ һәм инеш һүҙбәйләнештәр

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр – инеш һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр   менән һөйләмдәр төҙөү

Һорауҙар һәм биремдәр

Дәреслек

таблица

1

02.04

 

 

54

Үтелгәндәр буйынса аңлатмалы диктант

Б.т.ү.

Уҡыусыларҙың грамоталыҡтарын тикшереү

 

Диктанттар йыйынтығы

1

03.04

 

 

55

Хаталар өҫтөндә эш. Инеш һөйләмдәр

ҡабатлау

инеш һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр   менән һөйләмдәр төҙөү

 

Дәреслек

слайдтар

1

09.04

 

 

56

Тура һәм ситләтелгән телмәр

Яңы тема

Тура һәм ситләтелгән телмәрҙе дөрөҫ төҙөү, уларҙа тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу

 

 

Таблица

Методик ҡулланма

1

10.04

 

 

57

 

Тура һәм ситләтелгән телмәрҙә тыныш билдәләре

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

 

Тура һәм ситләтелгән телмәрҙе дөрөҫ төҙөү, уларҙа тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу

 

 

Дәреслек

Карточкалар

журналдар

1

16.04

 

 

 

58

Т.ү.Инша Ә.Лотфуллин “Көтәләр” картинаһы буйынса  эш

Б.т.ү.

Мөмкин тиклем тулы йөкмәткеле итеп инша яҙыу

 

Журналдар

Картина

һүҙлектәр

1

17.04

 

 

59

Хаталар өҫтөндә эш. Тыныш билдәләре

ҡабатлау

Һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен дөрөҫ куя белеү

 

Карточкалар дәреслек

1

23.04

 

 

60

Диалог

Белем һәм оҫталыҡты  комплекслы ҡулланыу, нығытыу

монологик һөйләү телмәрен үҫтереү

Һорауҙар һәм биремдәр

Методик ҡулланма

дәреслек

1

24.04

 

 

61

Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау

ҡабатлау

Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр – өндәш һүҙҙәр  менән һөйләмдәр төҙөү, уларҙа дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйыу

 

Дәреслек

журналдар

1

30.04

 

 

62-63

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре буйынса ҡабатлау

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системаға һалыу

 

Дәреслек

слайдтар

2

07.05

08.05

 

 

64

Синтаксис һәм пунктуация темаһы буйынса ҡабатлау

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системаға һалыу

 

Күнегеүҙәр йыйынтығы

1

14.05

 

 

65

Йомғаҡлау контроль диктант

Контроль дәрес

Уҡыусыларҙың грамоталыҡтарын, , белемдәрен тикшереү

 

Диктанттар йыйынтығы

1

15.05

 

 

66

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системаға һалыу

 

Карточкалар

дәреслек

1

21.05

 

 

67

Йомғаҡлау

ҡабатлау

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау

 

Дәреслек

тестар

1

22.05

 

 

 

 

 

 

 

                                               Материаль-техник ҡулланмалар.                                      

 

-        телевизор;

-        видеомагнитофон;

-        магнитофон;

-        компьютер

 

                                      Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 8 класс, Өфө - 2011.

3. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин 8 кластар өсөн “Әсә теле” дәрестәренә дидактик материалдар. Өфө - 2007.

4.Әхтәмов М.Х..Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө - 2009.

5.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

6. М.Ғ.Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле 5-9 Өфө-2013

7. Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.А. Әсә теле дәреслегенә  дидактик материал -Өфө:Китап,2010.

8.Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В. Диктанттар йыйнтығы.5-9-сы кластар өсөн.-Өфө:Китап,2009.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                                                                                                                                                                                         Ҡушымта 1

Контроль диктанттар

                                                                           

ДАЛА КИСЕ.

        Шәфәҡ ваҡытын Абай өндәшмәй генә тынлыҡта үткәрә. Эгәр был ваҡытта ул тышта булһа, яңғыҙы ғына тауға менеп китә. Дала кисе, серле көсө менән Абайҙы үҙенә буйһондороп, уның йөрәк моңдарын уртаҡлашҡандай тойола.

         Хәҙер ҙә ул өләсәһенең тын ғына йырын иғтибар менән тынлай, ә ҡараштары, Сыңғыҙ тауҙары һыртынан  йүгереп үтеп, күгәреп ятҡан алыҫ-алыҫтағы тау буйҙарына барып тоташа.

         Унда тулған ай йөҙә. Бына ул яңғыҙ ҡара болот эсенә инеп йәшеренде лә әллә ниндәй мәрәкә уйын уйнағандай ҡылана башланы. Абай, шуға ҡарап, бөтә донъяһын онотто.

         Болот эсенә сумған ай, бер юғалып, бер күренеп, тап һәпәләк уйнағандай һикергеләп, ары-бире йүгерҙе. Бына ул, кемделер юрый шаяртҡандай, күҙен ҡыҫып, аҙ ғына ялт-йолт иттерҙе лә күк буйлап йөҙөп барҙы, унан ҡапыл болот аҫтына тағы ла сумды. Ошондай тиктормаҫ шаян айҙы Абай үҙ ғүмерендә һис күргәне юҡ ине. Айҙың бер яҡ сите, яңынан һыҙылып китеп, күҙ асып йомғансы йәнә юғалғас, ул ихтыярһыҙ көлөп ебәрҙе: ай уға тыйыла алмай шаярған баланы хәтерләтте. (М. Ауэзов, «Абай юлы».)

 

                                                                                                                 Яҙ көнө.

      Көн матур. Ҡояш ҡыҙҙыра. Бөтә донъя тәбиғәттең яҙғы байрам шатлығы эсендә йөҙә.

      Ана, киң яландар, уйһыу болондар, ҙур ҡалын урмандар – һәммәһе лә йәшәреп ултыралар.Матур ал, ҡыҙыл, һары, зәңгәр, күк, күгелйем сәскәләр был йәшел яландың йөҙөн матурлайҙар. Был гөлдәр, сәскәләр араһында аҡтан ҡыҙылға, күктән зәңгәргә ҡунып, ал-гөл күбәләктәр туҡтауһыҙ осалар. Йылы яҡта ҡышлап килгән һәр төрлө ҡоштар: матур һандуғастар, ала муйын ҡарлуғастар, сыйырсыҡтар, һабансы өҫтөндә һайраусы буҙ турғайҙар үҙҙәренең дәртле музыкаһы менән бөтә донъяны яңы бәхеттәргә, яңы шатлыҡтарға саҡыралар.

      Урманда ла тәбиғәттең яҙғы шатлығы балҡый.Ерҙе ҡаплаған үләндәр һәм сәскәләр, күккә һуҙылған төҙ ҡарағайҙар, сибәр аҡ ҡайындар, бал еҫле, иркә, йомшаҡ йүкәләр, сәскәгә бөрөләнгән муйылдар -  бөтәһе лә яҙҙың ғәжәп матурлығы, йәшәү дәрте менән ирәйеп ултыралар.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку (8класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Кризисный психолог

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 528 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.11.2017 1456
    • DOCX 51.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Нурисламова Ифира Рамзиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Нурисламова Ифира Рамзиевна
    Нурисламова Ифира Рамзиевна
    • На сайте: 7 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 14010
    • Всего материалов: 25

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 288 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 500 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 335 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Успешные деловые сделки: от встреч до заключения контракта

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Инновационные технологии в краеведческой и географической работе со школьниками

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Карьерный навигатор: эффективный поиск работы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 18 регионов