Һәр сабыйҙың бар үҙ хоҡуғы
20 ноябрь -
Бөтә донъя балалар көнө булараҡ билгеләнеп үтте. Киләсәктең дауамы булған
сабыйҙар баласаҡтарын бәхетле, матур уҙғарырға тейеш. Дәүләт тарафынан да был
йәһәттән күп эштәр башҡарыла.
Балалар булған
ғаиләләргә өҫтәмә льготалар, пособиялар, программалар байтаҡ. Өс һәм унан да
күберәк балалы ғаиләләргә лә тойомло ғына ярҙам күрһәтә хөкүмәт. Балиғ
булмағандарҙың бушлай белем алыуы, медицина хеҙмәте менән ҡулланыуы,
шифаханаларҙа ял итеүҙәре кеүек шарттар беҙҙең республикала яҡшы ойошторолған.
Байрам алдынан һәр
сабыйҙың тормоштағы урыны хаҡында һөйләнелде. Район мәктәптәрендә “Үҙ
хоҡуғымды беләм” тигән исем аҫтында асыҡ дәрестәр уҙҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар
менән осрашыуға бала хоҡуғын һаҡлау буйынса әйҙәүсе белгес Әлфиә Ғәниева, Башҡортостан
Республикасының Тәтешле районы буйынса балалар хоҡуғы йәмғиәт ярҙамсыһы вәкиле Әлфиә
Шәйнурова, балалар эштәре буйынса яуаплы сәрҡәтип Фәйрүзә Ҡыямова һәм балиғ
булмағандар эше буйынса МВД бүлеге инспекторы Эльвира Гилязева ҡатнашты.
Килгән ҡунаҡтар үҫмерҙәрҙе борсоған һорауҙарға яуаптап бирҙе, төрлө яңы
закондар менән таныштырҙы. Районыбыҙҙа булған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләне.
Тиҫтерҙәренең ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар менән осрашыуы, ғаиләләрҙә тыуған
конфликтлы ситуациялар тураһында ишетеп уҡыусылар үҙ аллы, йөрәге аша бер
һығымта яһағандыр. Был осрашыуҙан малай һәм ҡыҙҙар мөһим нәмәләр, йәш үҙенсәлектәре
буйынса айырым хоҡуҡтарҙы белде.
Әйләнә-тирәбеҙҙә
лә төрлө ғаиләләр йәшәй. Берәүҙәрҙең бәхетенә, татыулығына һөйөнһәң, ҡай
берҙәренең төҫһөҙ генә, тырышмайынса күңелһеҙ йәшәүенә шаһит булаһың. Бындай
йәшәйештә уҫал ҡарашлы, кеше яратмаған, үҙе тураһында ғына уйлаған эгоист кешеләр
тәрбиәләнә. Балалар баҡсаһы, мәктәп тәрбиәһе менән генә яҡшылыҡҡа үҙгәрһә ярай
ла ул мин-минлеклеләр. Ҡайсағында һәйбәт, изге күңелле кешеләр осрап
күптәрҙең ҡылығы ла үҙгәрә ала. Әммә ләкин, ғаилә - тәрбиә сығынағы. “Ояһында
ни күрһә, осҡанында шул була” ти бит халыҡ мәҡәле. Шуның өсөн һәр ата, һәр әсә
кеше ныҡлы ғаилә тотҡаһы булһа икән. Сабыйҙар күңеле китек булмаһын. Тормош
йәмен тойоп үҫһендәр өсөн өлкәндәргә сәләмәт тормошта йәшәргә кәрәк тә баһа.
Эйе, районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле кешеләр, талант эйәләре һаны аҙ түгел. Киләсәктә
лә йәштәрҙең яҡты киләсәге булһа икән.
Эльвира Муллаярова, 2-се мәктәп уҡытыусыһы.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.