Инфоурок Родной язык СтатьиСтатья "Проектные технологии на уроках башкирского языка и литературы".

Статья "Проектные технологии на уроках башкирского языка и литературы".

Скачать материал

Йәш уҡытыусыға ярҙамға.

 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект технологияһын ҡулланыу.

Бөгөн мәктәптең иң төп бурысы  –  заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу.   Был йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа  һәр уҡытыусы төрлө инновацион алымдар, технологиялар ҡуллана.

Минең һүҙем проект технологияһы тураһында. Уҡытыу процесында проект технологияһын ҡулланыу – белем биреү сифатын күтәреүҙә бик һөҙөмтәле сара булып тора. Был технология уҡыусыларҙа уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра.

 Уҡытыусы дәрестә күберәк уҡыусыларҙың үҙҙәрен эшләтергә тырышырға тейеш. Уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороуҙа, уларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, һәр баланы үҙ фекерен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүҙә проект методын ҡулланыу юғары һөҙөмтәгә килтерә. Уҡыусы үҙ эшенә баһа бирергә, башҡортса дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәнә.  

Башҡорт теле дәрестәрендә проектлау  технологияһы уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята,  үҙ аллы фекерләү  һәләтен, ижади һәләттәрен үҫтерә. Әлбиттә, проект технологияһын ҡулланғанда һәр балала үҙенең теле, традициялар, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре  аша  башҡорт милләтенә, уның тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләү иң төп бурыстарҙың береһе булып тора.   Шуға күрә, дәрестә  белем һәм тәрбиә биреү бер бөтөн булып үрелеп барырға тейеш.

   Дәрестә өйрәнеләсәк уҡыу материалының йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау методының төп асылын тәшкил итә.  Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проектлау технологияһының бер-нисә төрө бар:

1)уйын проекты (ролләп уйнау). Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусының нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Уйын буйынса  һығымта яһала, дискуссия алып барыла;

2)информацион проект. Ул мәғлүмәт менән бәйле: уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе гәзит, доклад, презентация рәүешендә башҡаларға баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә тоташтырыла;

3)эҙләнеү проекты. Был проект – фәнни-тикшеренеү эшенең бер төрө ул. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың фәнни-тикшереү эштәренә иғтибар ныҡ артты;

4)ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һәм башҡа формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора.

5)логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда информация схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаттарҙа төйөндәр менән билдәләнә. Логик-мәғәнәүи модель – кодлаштырылған конспект ул.

Проект өҫтөндә эшләгәндә уның  этаптарын белеү һәм теүәл үтәү мотлаҡ:

1)      проект темаһын тәҡдим итеү һәм эш мәсьәләһен ҡуйыу;

2)      эш йүнәлешен һайлау. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү. Эш планын төҙөү. Мәғлүмәт йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү;

3)      проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау;

4)      йомғаҡлау, һығымта яһау.

Проектлау технологияһының әһәмиәте:

1)      грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя,  бер урынға туплай;

2)      өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә; практик эштәргә  күберәк ваҡыт ҡала;

3)      тәҡдим ителгән проект уҡыусының тикшеренеү эшендә, үҙ аллы белем алыуында таяныс ролен үтәй;

4)      проектты файҙаланып, уҡыусылар  дәрестә  үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә.

Проектлау методын ҡулланыу тик ошо метод менән генә  уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡуллана ала. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинселектәрен  үҫтереүгә  булышлыҡ  итә,  уҡыусылар  фәнни-тикшеренеү  эшенә  йәлеп  ителә.

      Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар  үҙ-ара  аралаша, бер-береһенә  йоғонто  яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй. Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның  ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе менән  шәхси һәләттәре бергә алына. Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив  яуаплылыҡ  уята. Бергәләп эшләү уҡыусыға  башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш  һөҙөмтәһен  документаль  күрһәтергә өйрәтә: проблемалы өлкә эҙләп табыла; проект темаһы асыҡлана (теманы ни өсөн һайланыҡ, төрлө  варианттар араһынан  ни  өсөн  ошо  вариант  һайланғанын  аңлатырға); эшләнәсәк проекттың  формаһы,  йөкмәткеһе  ниндәй  була  ала; был тема буйынса ниндәй  мәғлүмәттәр бар (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, күргәҙмә эштәрҙе ҡарау, төрлө сығанаҡтар менән танышыу һ.б.); эште башҡарыу этаптары асыҡлана.

Проектты яҡлау презентация формаһында ойошторолорға мөмкин. Проекттың емеше булып уның продукты тора. Продукт бар икән, тимәк, уҡыусы эште үтәй алған. Уҡыусылар бер-береһенә  һорауҙар бирәләр. Тәүҙә  уҡыусы баһаны үҙенә үҙе ҡуя, унан класташтары уны баһалай, һуңынан    уҡытыусы.  

      Проект технологияһын ҡулланыу телде аңлауға, һүҙлек запасы туплауға, диалогик һәм монологик телмәрҙең үҫешенә ярҙам итә, уҡыусының интеллектуаль  үҫешен  тәьмин  итә, уның  фекерләү  һәләтен  үҫтерә,  үҙ  эшенә  баһа  бирергә  өйрәтә.  

 

Зимфира Хәйруллина,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Статья "Проектные технологии на уроках башкирского языка и литературы"."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Управляющий рестораном

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 262 материала в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.05.2020 512
    • DOCX 41.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хайруллина Зимфира Мухаррамовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 4 года
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3194
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и культура речи: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель русского языка и культуры речи

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 61 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 183 человека

Курс повышения квалификации

Теория и методика преподавания родного (русского) языка и родной литературы

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 200 человек

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по русскому языку у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 484 человека

Мини-курс

Уникальный образ как педагога: основные принципы позиционирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 21 человек

Мини-курс

Психология личности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 23 регионов

Мини-курс

Современные подходы к духовно-нравственному воспитанию дошкольников

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек