Предпросмотр материала:
Беҙҙең ижад.
Беҙҙен Нефтекама ҡалаһы махсус (коррекцион) VIII төр интернат – мәктәбендә йыш ҡына төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Бына декабрь айында ла беҙ “Башҡортостанымда ҡыш” тигән тамаға конкурс үткәрҙек. Был сарала бөтәһе лә бик теләп ҡатнаштылар. Эштәрҙең күбеһе үҙебеҙҙең мәктәп тормошонан алынған. Сөнки балалар спорт менән шоғөлләнәләр, аҙна һайын урманға, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ янына йөрөйҙәр, бөтә байрамдарҙа ла актив ҡатнашалар. Был саралар сәләмәт булырға, тыуған яҡты яратырға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтә.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Вахитова Рәйфә Солтан ҡыҙы

Ғорурланам
Ғорурланам йәшәгәнем өсөн
Гүзәл Башҡортостан ерендә,
Уҡытҡаным өсөн балаларҙы
Үҙебеҙҙең башҡорт телендә.
Күңеленә һала алған өсөн
Мәктәбемдә һәр бер баланың,
Һөйөү, ғорурланыу тойғоларын,
Матурлығын миләш, баландың.
Бәхетлемен байтаҡ ғүмеремде
Ошо изге эшкә биргәнгә.
Әле һаман булһа хеҙмәтемдең
Емештәрен көн дә күргәнгә.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Вахитова Рәйфә Солтан ҡыҙы

“Ҡыш. Хайуандар доъняһы”.
Ислибаев Евгений, IX синыф уҡыусыһы.
Йәнлектәр ҡышын
Тыныслыҡ һаҡлай.
Айыу, сысҡандар
Күптәндән йоҡлай.
Иралин Фәрит, VII синыф уҡыусыһы.

“Ҡыш. Яңы йыл байрамы”.
Федоров Егор, IX синыф уҡыусыһы.
Бына ҡыш бабай килде,
Беҙгә буләктәр бирҙе.
Уның менән уйнаныҡ,
Рәхмәт әйттек, ҡыуандыҡ.
Денисламова Регина, VIII синыф уҡыусыһы.

“Ҡыш. Дуҫтарыбыҙҙа ҡунаҡта”.
Ишкуатов Сергей, V синыф уҡыусыһы.
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы
Һағынып килдек урманға.
Күстәнәстәр алып килдек,
Ҡышын ҡыйын уларға.
Шәрифуллин Радим, VII синыф уҡыусыһы.

“Ҡыш. Саф һауала”.
Ушаков Станислав, IX синыф уҡыусыһы.
Беҙ уңған ҡыҙҙар, малайҙар
Саңғы, сана шыуабыҙ.
Сирләргә һис яратмайбыҙ,
Килһә уны ҡыуабыҙ.
Солтанов Илнур, VII синыф уҡыусыһы.
Әҙерләне башҡорт теле уҡытыусыһы Вахитова Рәйфә Солтан ҡыҙы
Статья учительницы башкирского языка Вахитовой Р.С. раскрывает работу школы с детьми с ограниченными возможностями здоровья. Не смотря на недостатки в умственном развитии учащихся, в данной школе проводятся корректирующие занятия и развивающие мероприятия по разным направлениям. Вот и в декабре месяце провели конкурс "Зима в Башкортостане", где с удовольствием принимают участие. Многие творческие работы детей отражают нашу школьную жизнь, так как дети с удовольствием каждую неделю ходят на экологическую прогулку на лесную поляну к своим пернатым друзьям, активно участвуют в общественной жизни школы.

Профессия: Учитель математики в начальной школе
В каталоге 7 585 курсов по разным направлениям