ЭССЕ "Мин-уҡытыусы".

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ ХАКИМИӘТЕНЕҢ МӘҒӘРИФ ИДАРАЛЫҒЫ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ ДИМ РАЙОНЫНЫҢ 102-CЕ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

Мин уҡытыусы

(эссе)

Яҙыусыһы: Миһранова Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө - 2016 

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй,

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.

Рәми Ғарипов.

Сентябрь башы. Мин оҙон коридор буйлап беренсе дәрескә ашығам. Үҙем тулҡынланам, шатланам... Ҡаршыма ихлас йылмайған уҡыусылар осрай. Бына минең беренсе дәресем башлана. Минең алдымда ике ҙур маҡсат: беренсеһе, башҡорт балаларына үҙ туған телен өйрәтеү, икенсеһе, башҡа милләт балаларында телебеҙгә, илебеҙгә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Мин бәхетле! Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты: үҙ телемде балаларға өйрәтәсәкмен! Ниндәй бәхет!

Хәтер йомғағы мине бала сағыма алып ҡайта. Апайым менән уҡытыусы, табип, һатыусы, бөҙрәханасы, кассир уйындарын уйнап үҫтек. Апайым - һатыусы, мин – уҡытыусы булырға хыялландыҡ. Ә инде мәктәпкә барғас, башҡорт теленән уҡытыусым Фәниә Әсләм ҡыҙының дәрестәрен көтөп ала инем. Уның матур итеп башҡортса һөйләшеүе, беҙҙең менән ихлас аралашыуы мине әсир итте. Көндән-көн мин уға нығыраҡ тартылдым: дәрестәр бөтөү менән эргәһенә ашыға инем. Уҡытыусымдың кәңәшен тотоп, мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ, уҡытыусы булыу маҡсаты менән, Өфө педагогия училищеһына уҡырға индем һәм быға аҙаҡ бер тапҡыр ҙа үкенмәнем.

Минең күҙҙәремә күпме ҡараш төбәлгән. Береһе күҙҙәрен йәшерә – дәрескә әҙер түгел, икенсеһе тура ҡарай – өмөтлө уҡыусы, өсөнсөһө ҡыҙыҡһынып ҡарай - уға яңы уҡытыусы ниндәй булыуы, нимәгә өйрәтеүе мөһим. ...Ә барыһынан да бер үк талап. Нисек бала күңелен яраламаҫҡа?! Уйлап ҡараһаң, һәр береһенең эсендә йәшерен талант йәшәй. Мин уларҙың барыһын да күрергә тейешмен! Уларҙы аса алырмынмы? Был һорауҙар мине бик борсой, сөнки илем яҙмышы – илен, телен һөйгән, һәләтлеләр ҡулында.

Бөгөнгө көндә һәләтле балалар менән эшләгәндә үҫтереүле уҡытыу алымдарын иң уңышлы тип иҫәпләйем. Әлбиттә, яңыға күсеү ауыр, ләкин был замана талабы. ”Кем фәнде өйрәнеп, уны эшкә екмәгән, шул ерҙе һөрөп, орлоҡ сәсмәгәнгә тиң”, – ти Саади. Ә уҡытыусыға хәҙерге заман талаптарына тура килерлек итеп эшләргә кәрәк, “брак” яһарға һис тә ярамай. Хәҙер донъя менән белемле, әхлаҡлы кеше генә идара итә ала. Шул уҡ ваҡытта белем биреү менән бер рәттән балаларҙың күңеленә туған телгә һәм тыуған ергә ҡарата һөйөү, үҙ тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоларын да һалып өлгөрөү зарур.

Балаға үҙ-үҙен шәхес итеп тойорға ярҙам итеү, ул эшләрҙәй эштәрҙе, унан башҡа бер кем дә яҡшыраҡ эшләй алмаясағына төшөндөрөү — минең төп педагогик фәлсәфәм. “Һин бит булдыраһың!”— тигән һүҙҙәр балаға ҡанат ҡуя, уның үҙ-үҙенә ҡарата баһаһын арттыра. Минең уйымса, уҡытыусы уҡыусыһының яҡын дуҫы: уның менән бергә шатланһын, ҡайғырһын, бәхәсләшһен. Бәләкәстәр менән дәрестәрҙә осрашҡан һайын уларҙы нығыраҡ өйрәнәһең, холоҡтарына күнегәһең һәм кемдән тағы ла нимә талап итергә, кемде ҡайһы яҡлап үҫтерергә мөмкин икәнен дә аңғара башлайһың. Артабан инде уҡыусы менән уҡытыусы икәүһе генә аңлаған, тойған ижади процесс башлана. Тап ошоноһо – иң мауыҡтырғысы һәм ҡыҙығы. Әгәр ҙә мөғәллимәнең эске һиҙемләүе дөрөҫ юҫыҡта булып, уҡыусы йөрәгенә асҡыс табыла ҡала икән, матур һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Ә уңыш, үҙ-үҙеңә ышаныс тағы ла яңы үрҙәр яулауға ҡанатландыра, баланы уҡыуға, уҡытыусыны эшкә дәртләндерә. Уҡытыусылыҡ эшенең ылыҡтырғыс көсө шундалыр.

Уҡыусыларым киләсәктә кем булырҙар – белмәйем, ләкин, иманым камил, ижади һәләтле шәхескә дөрөҫ йүнәлеш биргәндә, йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәктәр. “Ағасты япраҡ биҙәй...”, – ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, япраҡтар ни тиклем күберәк икән, ағас та күркәмерәк була.

Алмағастағы алмалар ҙа бер төрлө өлгөрмәй: ҡайһыһы ҡып-ҡыҙыл, өҙөлөп төшәм тип тора, ә ҡайһыһы әле бешеп кенә килә, ә өсөнсөһөн ҡорт кимергән дә шиңә башлаған. Һәр береһенә ваҡыт кәрәк. Ҡортлоһон дауалап, бешмәгәнен өлгөртөп була, тик ваҡытында күреү зарур. Мин бит уҡытыусы!

Ана ниндәй ижади эштәр башҡара ала минең уҡыусыларым! Дилбәр иғтибарһыҙыраҡ күренә, ләкин шиғыр яҙырға әүәҫ. Рөстәм кроссвордтар төҙөргә ярата, ә Асман – тасуири уҡыу оҫтаһы. Гөлдәр килештереп әкиәттәр һөйләй. Уларҙың һәр береһенә айырым иғтибар, хөрмәтле ҡараш талап ителә. Саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡағылһаң кире таждарын ябырға әҙер генә торған бәләкәй гөлдәргә оҡшаған улар. Әммә күрә һәм үҫтерә белһәң, бер-береһен ҡабатламаҫ сәскәләр булып асылып, ил йөҙөн биҙәр гөлләмә булырға ла әҙерҙәр үҙҙәре. Ошондай шәп уҡыусылар – киләсәгебеҙҙең өмөтө бит!

Мин уҡытыусы! Һәр көн мәктәп ишеген асам. Уҡыусыларымдың асыҡ, ҡыҙыҡһыныусан, аҡыллы ҡараштарын күреү – минең өсөн үҙе оло бәхет!

Эссе "Мин-уҡытыусы"

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.