Инфоурок Внеурочная деятельность Другие методич. материалы«Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла».

«Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла».

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы

Дыуан районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм

белем биреү учреждениеһы Мәсәғүт ауылы лицейының филиалы

Иҫке Хәлил ауылындағы төп дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

«Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла»

 

 

(Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса әҙәби кисә)

 

 

 

 

 

 

                                      

 

 

 

                                     Төҙөүсеһе: башҡорт теле

                                                      һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                 Естехина Р.Р.

 

 

 

 

 

 

«Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла»

 

Маҡсат:

1.     Уҡыусыларҙа Мифтахетдин Аҡмулланың  яҙмышына, шәхесенә иғтибарҙы үҫтереү.

2.     Аҡмулланың исеме менән бәйле мәғлүмәттәрҙе тәрәнәйтеү.

3.      Уҡыусыларҙа тыуған яғы, тарихы, мәҙәниәте, теле һәм әҙәбиәте менән ғорурланыу, уларға һоҡланыу тойғоларын тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу:

1.     М. Аҡмулланың портреты.

2.     Шағирҙың китаптары, Аҡмулла образы булған әҫәрҙәр  күргәҙмәһе.

3.     Мультимедия, Аҡмулла исемендәге премия менән бүләкләнеүселәр, Туҡһанбай ауылы тәбиғәте, шишмә, музей фотолары, З. Исмәғиловтың “Аҡмулла” операһы.

 

Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Уртала М.Аҡмулла портреты. Шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған плакаттар, китаптар күргәҙмәһе. Ҡурай моңо аҫтында уҡыусылар сәхнәгә сыға.

 

1-се уҡыусы:  Һәр халыҡтың шундай улдары һәм ҡыҙҙары була, уларҙы шул халыҡтың вәкилдәре үҙ төбәктәрендә, үҙ илендә генә түгел, сит яҡтарҙа ла, башҡа ҡитғаларҙа ла ғорурлыҡ тойғоһо менән телгә ала, уларға таянып, башҡалар кеүек үк, тыуған ере һәм халҡы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һис кенә лә кәмһенмәй һүҙ әйтә ала. Бына шуға ла уларҙы туған халҡының ер йөҙөндәге үҙенсәлекле «визит карточкаһы» тип атап булыр ине.

2-се уҡыусы: Башҡорт халҡының тарихы бындай шәхестәргә шаҡтай бай: Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева һәм башҡалар. Халҡымдың арҙаҡлы улы Мифтахетдин Аҡмулла ла, - һис шикһеҙ, ана шундай шәхестәр рәтендә. Уны оло ихтирам тойғоһо менән телгә алабыҙ.

3-сө уҡыусы:  Кем ул Аҡмулла? Башҡорт әҙәби теле тарихында М.Аҡмулланың урыны нисек сағылған? Был һорауға яуап табыр өсөн байтаҡ ҡына эҙләнергә, шағир тормошон, ижадын өйрәнергә , күренекле әҙиптәрҙең ғилми эштәре менән танышыу кәрәк ине.

4-се уҡыусы: Аҡмулла урыҫ халҡының Пушкины, татар халҡының Туҡайы һымаҡ, халҡымдың яҡты йондоҙо булып тора. Ул – башҡорт халҡының рухи тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уның ҡабатланмаҫ яҡты һыны халыҡ күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған, халыҡ хәтерендә алтын хәрефтәр менән яҙылған. 

5-се уҡыусы: Аҡмулла үҙ заманының иң белемле, уҡымышлы шәхесе. Ул иҫке төрки телендә яҙған, ғәрәп, фарси телдәрен белгән. Ул көнсығыш шиғриәтенең яңы поэтик формаһын асҡан, ҡобайыр жанрында ла ижад иткән. Әҫәрҙәрендә авторҙың кисерештәре, уй-хистәре халыҡ кисерештәре менән бергә үрелеп барған. Уларҙа заманының иң сетерекле, киҫкен мәсьәләләрен яҡтыртан, шуға ла ижады халыҡ араһында киң танылыу тапҡан.

1-се уҡыусы: Бөйөк шағир–сәсәндең тулы исеме Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов. Әммә халыҡ хәтерендә ул Аҡмулла исеме менән йәшәп килә. Был исем уның бөтә тормошон, булмышын һәм йәшәү маҡсатын асыҡлай.

 

Экранда Миәкә районы Туҡһанбай ауылы, ҡурай көйө яңғырай.

 

2-се уҡыусы: Дим буйындағы Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Камалетдин Исҡужа улының ғаиләһендә, көтөп алған шатлыҡ булып, бер ир бала донъяға килә. Балаға Мифтахетдин тип исем ҡушалар. Үтә лә шуҡ, үткер телле, тиктормаҫ бала булып үҫә ул. Бала саҡтан уҡ белемгә ынтыла.

3-сө уҡыусы: Зирәк, белемгә ынтылыусан бала тәүге һабаҡты атаһынан ала, артабан күрше ауылдарҙағы мәҙрәсәләрҙә уҡый. Әммә бындағы уҡытыу кимәле менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһенә барып урынлаша. Унда суфый шағыр Шәмсетдин Зәкиҙең яратҡан шәкерте булып китә. Артабан ул Ырымбур яҡтарына, бер аҙҙан алыҫ Урал аръяғына сығып китә. Бында Троицк мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. Ҡыш көнө мәҙрәсәләрҙә уҡыһа, йәй көндәрендә ҡаҙаҡ балаларына һабаҡ бирә.

(Уҡыусы һөйләгәндә экранда мәҙрәсәләр, ҡаҙаҡ далалары күрһәтелә).

 

4-се уҡыусы: Мәҙрәсәләрҙә уҡыған сағында уҡ ул башҡа шәкерттәрҙән айырылып тора. Наҙан муллаларҙан көлөп шиғырҙар сығара. Әсе теле өсөн уға күп тапҡырҙар эләгә. Ләкин ул үҙе һайлаған юлдан тайпынмай: ҡайҙа ғына булмаһын, олоһон да, кесеһен дә белемгә өндәй. Илгиҙәр шағир атаҡлы сәсәндәр һәм аҡындар менән осраша, йыйындарҙа әйтештәрҙә ҡатнаша. Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, ғәҙеллеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип йөрөтә башлай.

5-се уҡыусы: Атаһы йортонан китеп сит ерҙәрҙә ун өс йыл йөрөгәс, Аҡмулла тыуған ауылы Туҡһанбайға ҡайта. Ләкин оҙаҡ тормай. Туғандары шағирға яҡты йөҙ күрһәтмәүе арҡаһында атаһының атын алып, сит тарафтарға  сығып китә. «Атайыма хат» шиғырында шағир атаһына үҙенең үпкәһен белдерә.

(Уҡыусы «Атайыма хат» шиғырын уҡый).

 

1-се уҡыусы:  Аҡмулла төрлө эш ҡоралдары, китаптары тейәлгән арбаһына ултырып ил гиҙә, төрлө ауылдарҙа туҡтала, халыҡ менән аралаша. Йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа сәсәндәр менән ҡобайырҙар әйтешендә ярыша, үҙенең шиғри ялҡынлы телмәрен халыҡҡа еткерә. Әҫәрҙәрендә байҙарҙың, тархандарҙың, муллаларҙың талаптарына буйһоноп йәшәүсе халыҡты яҡлап сығыш яһай.

2-се уҡыусы: Тура һүҙҙәре өсөн ҡомһоҙ байҙар сәсәнде күрә алмай, нахаҡҡа ғәйепләп, төрмәгә ябалар. Әммә бөйөк аҡһаҡалды яҡлаусылар һәр саҡ табыла. Төрлө михнәттәр уның рухын һындырмай, ә, киреһенсә, нығыта, яңы көс өҫтәй. Тормош дөрөҫлөгө тағы ла асығыраҡ булып уның ижадында сағыла.

3-сө уҡыусы: Аҡмулла, башҡорт халҡының батыры, сәсән-шағиры Салауат Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ халҡына «башҡорттарым» тип өндәшеүсе, мәғрифәткә, ғилемгә өндәүсе. Ул үҙ заманының улы һәм шағиры булараҡ, үҙе йәшәгән осорҙа халыҡтың ауыр тормошон күреп, бар ғазаптар наҙанлыҡтан килә, белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тип уйлаған. Халыҡты уҡырға, белем алырға саҡырған.

 

Уҡыусы «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырын уҡый.

 

4-се уҡыусы: Шағир белем, һөнәр төшөнсәләрен аҡыл, әхләҡ, әҙәп һәм, ғөмүмән, кешелеклелек төшөнсәләре менән тығыҙ бәйләнештә ҡараған, хатта һуңғыларына өҫтөнлөк тә биргән.  Иман, әҙәп, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы юлдаш иткән кеше генә үҙен белемле, тәрбиәле итеп һанай ала тигән фекерҙәрҙе халыҡ тәрбиәһе үрнәге аша бирә.

 

Уҡыусы «Бәхет» шиғырынан өҙөк  уҡый.

 

5-се уҡыусы: Әле яңғыраған «Бәхет» шиғырында шағир донъяң, йыйған малың менән риза булып йәшәргә саҡыра. Автор фекеренсә, беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына. Йәшәүҙең асылы тәртипле, мәғәнәле тормош алып барыуҙа, белем алыуҙа, тырышып эшләүҙә. Тыуған ереңде яратһаң, яҡындарыңдың ҡәҙерен белһәң, тормошоң менән ҡәнәғәт булһаң – һин бәхетле.

1-се уҡыусы: Аҡмулла халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүе сәбәптәре тураһында ныҡ уйлана. Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың берҙәй үк аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп, йөрәге әрней, бай түрәләрҙең ҡомһоҙлоғо, яуызлығы уның күңелендә нәфрәт тойғоһо уята.

 

Уҡыусы «Нәфсе» шиғырын уҡый.

 

2-се уҡыусы: Аҡмулла ижадында үҙәккә ҡуйылған проблемаларҙың береһе - әхләҡи тәрбиә проблемаһы. Шағир-сәсән өсөн донъялағы иң ҡәҙерле, иң ҡиммәт нәмә - кешенең күңел донъяһы, уй-ҡылыҡтары сафлығы. «Кәңәш», «Моңло егет зарын әйтер...», «Билдәһеҙ!», «Аттың ниһен маҡтайһың?», «Донъя», «Нәсихәт», «Дуҫлыҡ» һәм башҡа әҫәрҙәрендә кешенең кешелеген, ысын ғалимлығын уның аң-белеменә генә түгел, әҙәплелегенә һәм ихласлылығына, сабырлығына, кешелеклелегенә лә ҡарап баһалай, ҡан-ҡәрҙәштәрен шул сифаттарға эйә былырға өндәй:

 

3-сө уҡыусы:

                 Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт –

Һәр аунаған ереңдә бер төк ҡалһын.

Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башың баҡ,

Мин-минлек ҡылма аслан, менһәң дә таҡ.

                                            (Теләк)

 

4-се уҡыусы:

        Дуҫ тигәнең тыштан матур, эстән насар булмаһын,

Донъяһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын.

Бар көнөндә дуҫ булып тарлыҡта ташламаһын...

Йорто Болғар булһа булһын, йортто болғар булмаһын.

                                             (Дуҫлыҡ)

 

5-се уҡыусы: Аҡмулланың тәбиғәт лирикаһы дини мотивтарҙан бөтөнләй азат булыуы менән айырылып тора. Шағирҙың тәбиғәт гүзәллеге менән һоҡланыуы эскерһеҙ һәм ихлас. Ләкин бында ла донъя тураһында тәрән фекер йөрөтөүсе аҡыл эйәһе, философ булараҡ күҙаллана.

 

Уҡыусы «Яҙ» шиғырын уҡый.

 

1-се уҡыусы: Тура һүҙле, үткер телле булыуы арҡаһында Аҡмулланы күрә алмаған бай түрәләр 1867 йылда яла яғып уны Троицк төрмәһенә ултырталар. 4 йылдан һуң, Әхмәтбай Бакиров тигән кеше, залог һалып, шағирҙы төрмәнән ҡотҡара.

2-се уҡыусы: Аң-белемгә ҡаршы торған бай түрәләр шағирҙы эҙәрләүҙән туҡтамайҙар. Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһы эргәһендә башҡорт старшинаһы Буранғолдоң ҡушыуы буйынса үлтерелә һәм Миәс ҡалаһының зыяратында ерләнә.

3-сө уҡыусы: Кирәй Мәргән менән Салауат Галин 1959 йылдың июнендә Аҡмулланың ҡәберен барып табалар һәм бер ни ваҡыт үткәс, уға Башҡортостан тупрағын һалалар.

4-се уҡыусы: Аҡмулланы халыҡ онотмай. Тыуған ауылындағы шишмәне  «Аҡмулла шишмәһе» тип йөрөтәләр. Шул уҡ Туҡһанбай ауылында 1981 йылда уның яҡты иҫтәлегенә музей асалар.

 

(Экранда шишмә, музей фотолары).

 

5-се уҡыусы: Аҡмулла ижадын пропагандалаған, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән әҙиптәрҙе, халыҡты мәғрифәтселек идеяларында тәрбиәләүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында 1989 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.

 

(Экранда премия менән бүләкләнеүселәрҙең фотолары).

 

1-се уҡыусы: Тәүге премия 1989 йылда ғалим һәм шағир Рәшит Шәкүргә «Шәғриәт йондоҙо» һәм «Быуаттар аша киләм» тигән китаптары өсөн бирелә. 

2-се уҡыусы: 1990 йылда әҙәбиәтсе ғалим Әхәт Вилданов Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү буйынса хеҙмәттәре өсөн.

3-сө уҡыусы: 1991 йылда фольклорсы ғалим Розалия Солтангәрәева Аҡмуллаға арналған ҡобайырҙар ижад итеп, халыҡ алдында башҡарғаны өсөн.

4-се уҡыусы: 1992 йылда рәссам Зилфәт Басыров Аҡмулланың скульптур портреты өсөн.

5-се уҡыусы: 1993 йылда композитор Роза Сәхәүетдинова Миәкә районы тураһында йырҙар циклы өсөн.

1-се уҡыусы: 1994 йылда рәссам Риф Абдуллин Миәкә районын һынлаған картиналары, хеҙмәт алдынғыларының портреттары өсөн.

2-се уҡыусы: 1995 йылда Ғәзим Шафиков «Аҡмулла» һәм «Башҡорт шиғриәтенең аҡ ыласыны» китабы өсөн.

3-сө уҡыусы: 1996 йылда Заһир Исмәғилов «Аҡмулла» операһы өсөн.

4-се уҡыусы: 1997 йылда яҙыусы Азат Мағазов «Әйләнә тормош тирмәне» трилогияһының тәүге китабы өсөн.

5-се уҡыусы: 1998 йылда артистка Нурия Ирсаева Аҡмулла ижадын пропагандалағаны өсөн.

1-се уҡыусы: 1999 йылда яҙыусы Хәкимйән Зарипов район халҡына рухи тәрбиә биреүгә һалған хеҙмәте өсөн.

2-се уҡыусы: 2000 йылда шағирә Гөлфиә Юнысова Миәкә районына арналған шиғырҙар һәм йырҙар циклы өсөн.

3-сө уҡыусы: 2001 йылда яҙыусы Яныбай Хамматов оло әҙәби мираҫы өсөн.

4-се уҡыусы: 2002 йылда яҙыусы Рамазан Шәғәлиев Аҡмулла ижадын пропагандалағаны өсөн.

5-се уҡыусы: 2003 йылда драматург Наил Ғәйетбаев «Аҡмулла» драмаһы өсөн.

1-се уҡыусы: 2004 йылда опера йырсыһы Йәмил Әбделмәнов Аҡмулла арияһын башҡарғаны өсөн.

2-се уҡыусы: 2005 йылда яҙыусы Факил Мырҙаҡаевҡа Аҡмулланың изге идеяларын тормошҡа ашырыу буйынса емешле хеҙмәте һәм район халҡы тормошон матбуғатта һәм әҫәрҙәрендә сағылдырғаны өсөн.

3-сө уҡыусы: 2006 йылда рәссам Рәшит Имашев Аҡмуллаға бағышланған картиналар йыйылмаһы өсөн лайыҡ була.

4-се уҡыусы: Аҡмулла шиғриәтенең бөйөклөгөн юғары баһалап, профессор Ғ. Ҡунафин ошолой ти: «Аҡмулла әҫәрҙәре – ысын мәғәнәһендә кешеләрҙе уйландырыусы, ата-бабаларыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең рухи ауаздарын быуындарҙан быуындарға еткереүсе мәңге яңғырар хитап, аҫыл шиғриәт өлгөләре ул».

5-се уҡыусы: Эйе, уның шиғриәте моңһоҙҙарға түгел, аҡыллы, һүҙ ҡәҙерен белер кешеләргә яҙылған. Ысынлап та, беҙгә, бигерәк тә киләсәк быуын кешеһенә, Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары, Аҡмулла шиғриәте бик тә ҡәҙерле, ул – тормош һабағы.

1-се уҡыусы: Аҡмулла – һәр заман өсөн дә хаҡ һүҙҙәр яҙып ҡалдырған мулла.

Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре

Бөгөн дә бик ҡәҙерле.

Өгөт – нәсихәттәре лә

 Беҙҙең өсөн фәһемле.

2-се уҡыусы: Ихтибарығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт. Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ.

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.     www.akmulla.ru  М. Аҡмулла тураһында сайт.

2.     Вилданов Ә.Х.Аҡмулла. (Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары башҡорт телендә.) – Өфө,1981.

3.     Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып XX быуат аҙағына тиклем осор. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте,2001.

4.     Аҡмулла. Шиғырҙар.- Өфө: Китап,2006.

5.     Башҡорт әҙәбиәт тарихы. 2 том. XIX-XX ,быуат башы әҙәбиәте. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1990.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡушымта 1

 

М.Аҡмулла портреты

 

https://im0-tub-ru.yandex.net/i?id=a4c72992903d0add122aed346c059bd0-l&n=13

                                                                                                          

 

https://ds04.infourok.ru/uploads/ex/00ca/000e6c31-980e6c24/img6.jpg

 

 

 

 

https://avatars.mds.yandex.net/get-altay/1909414/2a0000016ae2fd6f204d875c9b8f48d6fdff/XXL

 

 

 

https://i.ytimg.com/vi/n1qPzXIPJN4/maxresdefault.jpg

 

 

 

 

https://sun9-28.userapi.com/impf/c624027/v624027077/1978a/Zk42X3A2Nxs.jpg?size=1280x851&quality=96&sign=ecc41e520982f2a7f1385d36ac70f371&type=album

 

 

 

https://sun9-42.userapi.com/impf/c624027/v624027077/19781/BD6t3_EYux0.jpg?size=1280x851&quality=96&sign=f228aa087c81eab1f29e012f5b5b71a2&type=album

 

 

 

https://sun9-83.userapi.com/impf/c624027/v624027077/19778/7FvKy7Q2pZ8.jpg?size=1280x851&quality=96&sign=aa9751265f53c5dcb4aae86a8f970565&type=album

 

https://sun9-6.userapi.com/impf/c624330/v624330077/19ef5/g7qAO-LKI3c.jpg?size=681x1024&quality=96&sign=8b1ff6b1c607e748a362b73c88dd068b&type=album

 

 

 

шағир Рәшит Шәкүр

https://sun9-59.userapi.com/impg/0RYAaiZ5E781KO_Fs5VlMF_SILvPaHvHk4xt5w/yNXA5PBX_0A.jpg?size=411x604&quality=96&sign=818495146d0d6731af3222a589aa7e9e&type=album

 

Әҙәбиәтсе ғалим Әхәт Вилданов

http://rsloboda-rt.ru/images/uploads/news/2018/4/27/c847f81580d8b71c19085462e7056784_XL.jpg

 

Фольклорсы ғалим Розалия Солтангәрәева

http://vechufa.ru/uploads/posts/2016-03/1457390586_puhsvn7zvrg.jpg 

 

Рәссам Зилфәт Басыров

https://sun9-41.userapi.com/impf/c855328/v855328292/f4014/t6DaVCE9tUs.jpg?size=442x604&quality=96&sign=367b019c703eac3b924150b7cc81b1e9&type=album

 

Композитор Роза Сәхәүетдинова

http://kugkultura.ru/_pu/1/56430647.jpg

 

 

 

 

 

Рәссам Риф Абдуллин

http://hallart.ru/images/stories/ForAticles/Our_arts/abdullin/abullin-001.jpg

Ғәзим Шафиков

http://libmap.bashnl.ru/sites/default/files/images/gazim.jpg


Заһир Исмәғилов

 

http://ndo.3dn.ru/_pu/1/s22254333.jpg

 

 

 

 

 

 

 

Яҙыусы Азат Мағазов

http://images.myshared.ru/10/963746/slide_6.jpg

 

Артистка Нурия Ирсаева

http://bashdram.ru/wp-content/uploads/2013/11/yrsaeva.jpg

 

Яҙыусы Хәкимйән Зарипов

http://ebook.bashnl.ru/images/covers/b1d3416fdf9ea8c41b65dfc0dcf54fe9_5cbd2f549a25d72f28298232c3dd7867.jpg

 

Шағирә Гөлфиә Юнысова

https://kulturarb.ru/images/HW/NovostiBash/2018sept/49.jpg

Яҙыусы Яныбай Хамматов

http://www.cultin.ru/writers-images/khammatov-yanybajj-khammatovich_0.jpg

 

Яҙыусы Рамазан Шәғәлиев

https://sun9-40.userapi.com/ePdN_YJePRCaWb6FYVSaRfLaYahVS6Uid1xwLQ/LTUcEpTQKYo.jpg

 

Драматург Наил Ғәйетбаев

https://im0-tub-ru.yandex.net/i?id=7b850cfc5c3d6a15dad1892f99d00fec-l&n=13

 

Опера йырсыһы Йәмил Әбделмәнов

https://sun9-57.userapi.com/impg/cW9iuUDZ11bGBeFMJRDpgt3vUBWAmdwkVYfxtQ/VNJD6MNjbzE.jpg?size=403x604&quality=96&sign=25aa7810f651933d147b92bb7101e56a&type=album

Яҙыусы Факил Мырҙаҡаев

http://ebook.bashnl.ru/images/covers/1449049053_myrzakaev.jpg

 

 

 Рәссам Рәшит Имашев https://sun9-19.userapi.com/impg/Le-szpTLviANrNlOCD0kAuKJgDRtxgSH4UtYdQ/-dMH7CdML6o.jpg?size=385x390&quality=96&sign=700f6c173e0000844270b23965b31c13&type=album

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "«Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла»."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Главный хранитель

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 080 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.06.2022 161
    • DOCX 2.6 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Естехина Регина Робертовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Естехина Регина Робертовна
    Естехина Регина Робертовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 12808
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Робототехника в учреждениях дополнительного образования детей

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 244 человека из 55 регионов
  • Этот курс уже прошли 438 человек

Курс повышения квалификации

Теоретические и методологические основы образовательной робототехники в условиях реализации ФГОС СОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 39 регионов
  • Этот курс уже прошли 568 человек

Курс профессиональной переподготовки

Туризм и спортивное ориентирование: теория и методика преподавания в дополнительном образовании

Педагог дополнительного образования (туризм и спортивное ориентирование)

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 31 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 38 человек

Мини-курс

Искусственный интеллект как помощник в поиске работы

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление бизнес-процессами и инновациями

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление проектами: концепции, практика и финансы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе