Инфоурок Другое СтатьиСтатья "Башҡорт телен лингвокультурологик юл менән уҡытыуҙа фразеологизмдарҙың роле"

Башҡорт телен лингвокультурологик юл менән уҡытыуҙа фразеологизмдарҙың юлы

Скачать материал

Башҡорт телен лингвокультурологик юл менән уҡытыуҙа фразеологизмдарҙың роле.

Тел – халыҡтың милли мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, алдағы быуындарға рухи ҡомартҡы ғына түгел, ул милли мәҙәниәттең артабанғы үҫешенә йоғонто яһаусы фактор ҙа булып иҫәпләнә. Башҡорт теле лә, башҡа телдәр кеүек үк, төрлө фәндәр буйынса тупланған ғилемдәрҙе һыйҙырыусы күренеш булараҡ, үҙенең һүҙлек байлығында, фразеологияһында башҡорт халҡының тарихи тәжрибәһен нығыта, уның эске донъяһын сағылдыра, менталитетының үҙенсәлеген күрһәтә, мәҙәни традицияларҙың берлеген, уның күсәгилешлеген тәьмин итә. Тимәк, башҡорт телен халыҡтың тарихы, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнергә кәрәклек асыҡлана.

Был маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡытыусының башҡорт һәм рус теленең грамматикаһын сағыштырып өйрәтеүе, башҡортса һәм русса һөйләм күнекмәләрен мауыҡтырғыс метод һәм алымдар, шулай уҡ күрһәтмәлелек һәм техник саралар ярҙамында ойоштороу, кластан тыш мауыҡтырғыс эштәр алып барыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Шулар араһынан дәрестәрҙә мәҡәл һәм әйтемдәр,  фразеологизмдар ҡулланыуҙың мөһим икәнен әйтеп китергә теләйбеҙ, сөнки тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше концепт-һүҙҙәр аша бигерәк тә мәҡәл һәм әйтемдәрҙә, фразеологик берәмектәрҙә асыҡ сағылыш таба.   

Быуындан-быуынға күсә килеп, бөгөнгө көнгәсә һаҡланған ҡайһы бер фразеологик берәмектәр бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Шундай һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр аша беҙ әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе, халҡыбыҙҙың үткәнен, аң кимәлен күҙ алдына баҫтырабыҙ. Мәҫәлән, бигерәк тә икмәккә табыныу, аллаға ышаныу, тарихи шәхестәр, яҙыу-һыҙыу эштәренә бәйле, һөнәр, кәсепте сағылдырған берәмектәр үткәндәрҙе күҙалларға  ярҙам итә.

Фразеологик берәмектәр – телдең үҙенсәлекле бер күренеше, уларға күсмә мәғәнәлелек, тарҡалмау хас. Улар, ябай һүҙ һәм һүҙбәйләнештән айырмалы булараҡ, төшөнсәне, фекерҙе һүрәтле, биҙәкле, тәьҫирле итәләр. Фразеологик берәмектәрҙең телдә әһәмиәте бик ҙур. Улар, коммуникатив вазифа башҡарыуҙан тыш, эстетик бурыс та үтәйҙәр.

Һүҙ күрке – мәҡәл, ти халыҡ. Кеше үҙенең һөйләмендә мәҡәл-әйтемдәр, фразеологик берәмектәрҙән ни дәрәжәлә мул уңышлы файҙаланһа, уның фекере кешеләргә шул дәрәжәлә еңелерәк, тиҙерәк һәм күркәмерәк булып ирешә.

Дөйөм тел ғилемендә фразеологияны (“фразис” – грекса һүҙбәйләнеш, “логос” – фән, ғилем ) өйрәнеүҙең 200 йылдан артыҡ тарихы бар. Фразеологик берәмектәрҙең тел күренеше булараҡ тәбиғәте, уларҙың төп билдәләре асыҡланды, күп кенә телдәрҙең фразеологик байлығын  сағылдырған төрлө типтағы, төрлө күләмдәге һүҙлектәр донья күрҙе.

Һуңғы 40 - 50 йыл эсендә төрки телдәрҙең, шул иҫәптән башҡорт теленең фразеологияһын өйрәнеүҙә лә байтаҡ аҙымдар яһалды. С.Н. Моратов, Х.Ғ.Йосопов, Ж.Ғ. Кейекбаевтар был тема өҫтөндә эшләп, ҡыҙыҡлы фекерҙәрен әйттеләр.

Башҡорт тел ғилемендә фразеологияның өйрәнелмәгән проблемалары, асыҡланмаған мәсьәләләре лә күп әле. Уның иң аҙ тикшерелгәндәренең береһе – фразеологик берәмектәрҙең текста ҡулланылышы, бигерәк тә матур әҙәбиәттә һүрәтләү сараһы булараҡ тотҡан урыны. Фразеологик берәмектәрҙең конкрет әҫәр эсендә йәки әҙәби телдең айырым жанрҙарҙа ҡулланылышын өйрәнеү мәсьәләләре лә мөһим. Белеүебеҙсә, телмәр һүҙҙәрҙән төҙөлә. Һөйләм эсендә һүҙҙәр үҙ-ара төрлө бәйләнешкә инә һәм төрлө грамматик формала килә. Һәр бер телмәрҙә, һөйләмдә яңынан бәйләнешкә инеп, яһалып торған һүҙбәйләнештәр “ирекле һүҙбәйләнештәр” тип атала. Мәҫәлән: ал сәскә, ҡыҙыл сәскә, сәскәләр бәйләме, сәскә үҫтереү һ.б. Ҡүренеүенсә, “сәскә” һүҙе быларҙан башҡа ла йөҙәрләгән һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә һәм һәр ваҡыт үҙенең төп мәғәнәһен һаҡлай.

Ләкин икенсе бер төр һүҙбәйләнештәр ҙә бар. Улар составына ингән һүҙҙәр мәғәнә яғынан да, грамматик йәһәттән дә үҙ-ара ныҡ берегеп китәләр һәм тарҡалмай торған бер бөтөнгә әйләнәләр. Телмәрҙә улар шулай нығынған һүҙбәйләнеш хәлендә ҡулланыла, һөйләмгә әҙер көйөнсә инеп китә. Мәҫәлән, “баш ватыу” – берәй эш-хәлде, мәсьәләне хәл итә алмай аҙапланыу; “башы йомро” – аҡыллы; “һанап бөткөһөҙ” – бик күп; “ҡолағына ла элмәй” – тыңламай һ.б.

Фразеологизмдарҙа халыҡтың тормош тәжрибәһе, фекер йөрөтөүе, милли үҙенсәлектәре сағылыш таба. Шуға күрә был тел гәүһәрҙәренән тулы һәм оҫта файҙалана белергә кәрәк.

Фразеологик берәмектәрҙә халыҡтың тарихы сағыла, уларҙың бик күбеһендә төрлө халыҡтарҙың милли спецификаһы күренә. Мәҫәлән “тар”, “тығыҙ” төшөнсәһе рус телендә “яблоку негде упасть”, “как селедки в бочке” фразеологизмдары менән бирелә. Был рус халҡының тормош-көнкүреш традицияһы, йәғни алма үҫтереү, балыҡ тоҙлауы тураһында һөйләй.

Башҡорт һәм татар телдәрендә “тығыҙ, тар” төшөнсәһе “аяҡ баҫыр урын юҡ”, “энә төртөр урын юҡ” тигән фразеологизмдар менән бирелә. Күрәһең, бында энә ҡаҙап ҡуя торған мендәрсек тураһында һүҙ бара - ә был инде көнкүрештең традицион элементы – сигеү һәм тегеү тураһында һөйләй.

Ехать в Тулу со своим самоваром ( рус.) – Барған ерҙә күп булған нәмәне үҙең менән алып барыу мәғәнәһен белдерә. Башҡортта – “урманға утын төйәп барыу”.

Мәғәнәләре һәм образдары берҙәй йәки яҡын фразеологик берәмектәр рус һәм башҡорт телдәрендә меңләп һанала. Ике тел фразеологизмдарындағы бындай ҙур дөйөмлөктөң ике ерлеге бар. Беренсеһе – фекерләү процесындағы төп элементтар барлыҡ халыҡтар өсөн дә берҙәм. Шул иҫәптән, төрлө халыҡтарҙың сәнғәтле фекерләүендә лә дөйөм сифаттар күп. Тотороҡло әйләнмәләрҙең иң ҙур күпселеге һүҙбәйләнештәрҙең, һөйләмдәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуына нигеҙләнгән.

Реаль ысынбарлыҡ, тәбиғәт күренештәре барлыҡ халыҡтар өсөн дә, нигеҙҙә, берҙәм, һәм төрлө телдә һөйләшеүсе кешеләрҙең холҡонда, үҙ-үҙҙәрен тотошонда, мөнәсәбәттәрендә, йәшәү рәүештәрендә уртаҡлыҡтар зур булғанлыҡтан, быларҙың барыһы ла дөйөм сифаттар булмай ҡала алмай. Мәҫәлән, кешенең психологик хәләтен, аҡыл һәм рухи үҫешен, характерларын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен сағылдыра торған фразеологизмдар бар: диңгеҙ тубыҡтан (море по колено), ике ут араһында (между двух огней), энә өҫтөндә ултырыу (сидеть на иголках ), сәстәре үрә торҙо (волосы дыбом встали), ҡараҡтың бүреге яна (на воре шапка горит) һ.б.

Рус һәм башҡорт телдәрендә фразеологизмдар араһындағы ошондай тап килгән осраҡтар бигерәк тә кеше ағзаларын белдергән һүҙҙәр менән төҙөлгән фразеологизмдарҙа күп.  Мәҫәлән, баш (голова) һүҙе менән төҙөлгән фразеологизмдар:баш ватыу (ломать голову), башҡа килеү  приходить в голову ), баш юғалтыу  (потерять голову), баш менән яуап биреү (ответить головой), баштан һыйпау (гладить по голове), баш һалыу (сложить голову ), баш ҡалҡытыу (поднимать голову) һ.б.

 Шулай уҡ аяҡ, ҡул, тел, күҙ, ауыҙ һүҙҙәре менән төҙөлгән фразеологик берәмектәр ҙә ике телдә лә бер үк мәғәнәлә ҡулланылалар. Мәҫәлән, аяҡһыҙ ҡалыу (остаться без ног), ҡул һелтәү (махнуть рукой), тел әйләнмәй (язык не поворачивается), ауыҙ томалау (затыкать рот), борон тығыу (совать нос) һ.б. Бындай тап килеүҙәр күп булыуға ҡарамаҫтан, һәр телдең үҙенә генә хас гәүһәрҙәре – ҙур күләмле һәм ҡатлаулы фразеологик системаһы бар.

Тотороҡло һүҙбәйләнештәр мәғәнәләре, образдары, төҙөлөшө, сәнғәтлелек-һүрәтлелек саралары буйынса күп төрлө. Уларҙың бер телдән икенсе телгә күсеү мөмкинлектәре лә бер төрлө генә түгел: ҡайһы берҙәрен, күреүебеҙсә, мәғәнәләрен дә, сәнғәтлелек сифаттарын да тулыһынса һаҡлап, икенсе телгә күсереп була, ҡайһы берҙәрен иҫә, тәржемә иткәндә, мәғәнәләре бирелә, ә һүрәтлек-биҙәклелеге юғала. Ә ҡайһы бер фразеологизмдарға икенсе телдә берҙәй күсерелмә мәғәнә белдерә торған образлы-һүрәтле оҡшашлыҡ табып та булмай, ундай осраҡта оригинал мәғәнәһе тура мәғәнәһендәге һүҙ йәки һүҙбәйләнеш менән белдерелә. Фразеологик берәмектәр менән эшләүе ҡатлаулы ла, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла. Дәрестәрҙә фразеологизмдарҙы ҡулланыу, уларҙың мәғәнәләрен асыҡлау, уларҙы индереп һөйләмдәр, хикәйәләр төҙөү, ике телдә оҡшаш осраҡтар табыу дәрестәрҙе йәнләндерә, ә уҡыусыларҙың фекерләү рәүешен кәңәйтә, культураһын үҫтерә. Дәрестәрҙә уйын, викториналар үткәреү һәйбәт һөҙөмтә бирә.

Рус телле балалар өсөн программала “Фразеологизмдар” темаһы 6-сы кластан башлана ( был темаға бары 1 сәғәт бирелгән ), ә алдағы кластарҙа ул айырым тема итеп бирелмәй, шулай ҙа   дәреслектәрҙә текст эсендә йәки айырым күнегеүҙәрҙә осрайҙар. Шуға күрә балаларға фразеологик берәмектәр тураһында төшөнсә бирергә кәрәк. Эште былай ойошторорға була: мәҫәлән, “Йыл миҙгелдәре” темаһын үткәндә уҡыусыларға ҙур булмаған текст тәҡдим итергә була:

Сентябрь-көҙҙөң беренсе айы. Һауа көндән-көн һалҡыная бара. Ағастар төрлө төҫкә инә башланы: йәшел, һары, ҡыҙыл күлдәктәре күҙҙең яуын алырлыҡ. “Әбейҙәр сыуағы” башланды. Тиҙҙән ҡоштар ҙа йылы яҡтарға китә башлар…

Тексты уҡып сыҡҡас, тәржемә өҫтөндә эшләп, “күҙҙең яуын алырлыҡ”, “әбейҙәр сыуағы” һүҙбәйләнештәренең мәғәнәһен аңлатырға тырышабыҙ. Ағастарҙың матурлығын һүрәтләү өсөн ниндәй һүҙҙәр ҡулланылған? Артабан уҡыусыларға фразеологик әйтемдәрҙең ике йәки бер нисә һүҙҙән тороуы, ләкин бер бөтөн төшөнсә белдереүе аңлатыла.

 Уҡыусыларға З.Ғ. Ураҡсиндың “Башҡортса-русса фразеологик һүҙлеге” ярҙамында “күҙҙең яуын алырлыҡ”, “әбейҙәр сыуағы” берәмектәренең рус телендәге варианттарын табырға тәҡдим ителә. Артабан ошо һүҙлектең ҡайһы бер биттәрендәге бер нисә миҫал тикшерелә. Мәҫәлән, “Күҙ ҡыҙыу” фразеологик берәмегенең аңлатмаһы  уҡыла, уҡыусыларға үҙ һүҙҙәре менән аңлатырға ҡушыла, һүҙлектән мәғәнә яғынан яҡын фразеологик берәмектәр һайлана.

Шундай уҡ формала Р.Тойғондоң “Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй” шиғырын уҡығанда “Тыуған илкәй бер генә, ҡәҙеркәйен бел генә” һөйләмен, “Намыҫ һатыу” фразеологизмын икенсе төр мәҡәл, әйтемдәр менән алмаштырып ҡарайбыҙ, һүҙбәйләнештәр менән сағыштырабыҙ. Мәҫәлән, “намыҫ һатыу”-оятһыҙлыҡты аңлата, ә алма һатыу – һүҙбәйләнеш…

Баш ватыу - таш ватыу

айыу майы һөртөү – таҡта һөртөү

ҡулы үҙенә кәкре – кәкре таяҡ

осло ауыҙ – осло ҡайсы

өҙә баҫыу – епте өҙә

үткер ел – үткер бысаҡ һ. б.

Шулай уҡ бындай эш төрҙәре бирергә була: уҡыусылар таҡтаға яҙылған һөйләмдәрҙе уҡыйҙар, руссаға тәржемә итәләр, һүҙбәйләнештәргә тарҡаталар.

1.   Беҙ әсәйемдең ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көттөк.

2.   Атайым бер ваҡытта ла һүҙен елгә ташламай.

3.   Дуҫым бөгөн мине кәкре ҡайынға терәтеп китте.

Анализлау һуңында шундай бурыстарҙы асыҡлау, белеү кәрәклеге тыуа: был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнә үҙенсәлеге; улар нисек атала; уларҙың һөйләмдәге роле;  руссаға тәржемә итеү үҙенсәлеге.

Фразеологизмдарҙы өйрәнгәндә “Башҡортса-русса; русса-башҡортса фразеологик һүҙлектәр” ҡулланырға кәрәк. Уҡыусылар фразеологизмдар араһында башҡорт һәм рус телдәрендә уртаҡ булғандарын да, рус теленән һүҙгә-һүҙ тәржемә ителгәндәрен дә күрәсәктәр. Ләкин, әйтеүебеҙсә, башҡорт теленең үҙ милли ерлегендә барлыҡҡа килгәндәре бик күп. Был ҙур байлыҡтың кескәй генә бер өлөшө менән булһа ла таныштырыу уҡыусылар өсөн яңылыҡ буласаҡ, яңы тел өйрәнеүгә этәргес яһаясаҡ.

 Фразеология менән танышыуҙы түбәндәге күнегеүҙәр менән алып барырға була:

1. Русса фразеологик берәмектәрҙе шул уҡ һүҙҙәр менән тәржемә итегеҙ. Һүҙлектән файҙаланығыҙ.

мелко плавать –

не бросать слова на ветер –

тепленькое местечко –

сидеть как на иголках –

стиснув зубы –

2. Фразеологик берәмектәрҙе сағыштырығыҙ. Уларҙың мәғәнәләре уртаҡмы? Һәр ике телдә нимәгә иғтибар ителгән?

үҙ елкәһендә татыу – испытать на своей шкуре

әлифте таяҡ тип белмәү – ни бельмеса не знает

юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙыу – по одежке протягивать ножки

эш баштан ашҡан – дел по горло

сыбыҡ осо – седьмая вода на киселе

утлы табаға баҫтырырға – задать перцу.

3. Түбәндәге фразеологик берәмектәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ:

төн тишегенән – ни свет, ни заря;

уртаҡ тел таптылар – нашли общий язык;

төп башына ултыртты – оставил в дураках;

 эт ҡайышы – тертый калач;

 йән дуҫым – закадычный друг.

4. Ике бағанала бирелгән фразеологик берәмектәрҙе тура килтереп әйтегеҙ.

һүҙ биреү                    сдержать слово

һүҙен тотоу                 брать слово

һүҙ алып барыу           дать слово

һүҙ алыу                      вести разговор

Фразеологик берәмектәрҙең күбеһе “намыҫ” концептына бәйле, сөнки был һүҙ бик киң мәғәнәгә эйә. Намыҫлы кеше – ырыҫлы кеше, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. “Намыҫ” концепты кешене билдәле рухи ҡиммәттәргә, башҡа кешеләргә, йәмғиәткә хеҙмәт итеүсе бурыс итеп ҡуя. Концептың семантик төҙөлөшө тормоштоң әхлаҡ ҡағиҙәләрен тәшкил иткән тәрбиәлелек, йомартлыҡ, ғәҙеллек, рәхимлелек, тоғролоҡ һ.б. сифаттарҙы үҙ эсенә ала. “Намыҫ” концепты рух төшөнсәһен сағылдыра. Ул кешегә үҙенең тәртибен, үҙ-үҙен тотошон, холоҡ-фиғелен баһалай алған кеүек үк, икенсе кешеләрҙең дә шул уҡ һыҙаттарын билдәләү мөмкинлеген бирә. Намыҫһыҙ рухи кеше булмаған кеүек, рух менән намыҫ берлеге кешене төрлө хәүефтәрҙән һаҡлаусы көс булып тора һәм был фразеологик берәмектәрҙә лә асыҡ сағылыш тапҡан. “Намыҫ” концептына ҡағылышлы байтаҡ эш төрҙәре үткәрергә мөмкин. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен генә ҡарап үтәйек. Мәҫәлән:

1. Түбәндәге һөйләмдәрҙәге “намыҫ” концептын сағылдырған фразеологик берәмек менән ирекле һүҙбәйләнештәрҙе айырығыҙ, уларҙың мәғәнәләрен сағыштырып ҡарағыҙ:

1) Илгиз Айнурҙы аяҡ салып йығытты. Маҡсатына инде ирештем тигәндә генә, дуҫы уға аяҡ салды. 2) Айгөл, ҡағыҙҙы бишкә бөкләп, ҡар бөртөктәре эшләне. Ныҡ ҡыҙған Айрат Уралды бишкә бөкләргә әҙер ине.

2. Бирелгән фразеологик берәмектәргә русса мәғәнәһе тап килгән берәмектәрҙе һайлап яҙығыҙ: ҡыҙған табаға баҫтырыу, ус төбөндә генә йөрөтөү, күҙ буяу, таш йотоу, тел әйләнмәй, ҡойроҡто һыртҡа һалыу.

3. Түбәндәге фразеологик берәмектәрҙе индереп һөйләмдәр төҙөгөҙ: арт һабағын уҡытыу; теште ҡыҫыу, аҡ эттең бәләһе ҡара эткә, терһәкте тешләү, тыумаған ҡолондоң билен һындырыу, йөҙөн асыу.

Белеүебеҙсә, рус телле мәктәптәрҙә класта башҡорт телен бөтөнләй белмәүселәр ҙә, бер аҙ аңлаусылар ҙа, яҡшы ғына белеүселәр ҙә ултыра. Башҡорт теленән көслөрәк уҡыусыларға ҡатмарлыраҡ эштәр бирергә мөмкин.

1. Ни өсөн беҙ ошолай әйтәбеҙ?Түбәндәге фразеологизмдар нисек барлыҡҡа килгән?

 

а) Ваҡыт аға ( 3 мең йыл элек Вавилонда, ә һуңыраҡ Греция менән Римда һыу сәғәте барлыҡҡа килә. Был – оҙон, нәҙек сосуд була, ә төбөндә тишеге булған. Ваҡыт сосудтан аҡҡан һыу менән үлсәнгән, икенсе төрлө әйтһәк, ваҡыт аҡҡан, күпме һыуҙар аҡҡан ул ваҡыттан һуң тигән әйтем дә шунан ҡалған ( күптән булған хәл ).

б) Аш хаҡы ( Аш, һыйҙың хаҡы, дәрәжәһе ҙур булыу. Халыҡ ышаныуынса, был хаҡ ризыҡ, беренсенән, игенсенең оҙаҡ һәм ауыр хеҙмәт, тир түгеүҙәре һөҙөмтәһендә алынған булһа, икенсенән, был аҙыҡ кеше тәне һәм ҡанынан өлөш булыуында, йәғни, һый биреүсе хужа ҡунаҡҡа үҙ тәненән өлөш бирә тигән тәрән фәлсәфә ята. “Аш хаҡы бар”, тип, кеше табынға ултырмайынса, китергә теләгәндә әйтелә).

в) Баш өҫтө ( Һеҙҙең бойороғоғоҙҙо үтәү минең башым өҫтөндә, башым менән яуап бирәсәкмен, тигәнде аңлата. Элек хан-солтандар фарманын үтәүсе кеше хан алдында теҙләнеп, башын һуҙып, хандың фарман ҡағыҙын баш өҫтөнә ҡуйҙырып алған һәм шул ваҡыт "баш өҫтә" тип әйтергә тейеш булған. Йәғни, фарманығыҙ минең башымдан юғары, бейек, уны үтәү ҙә минең башым өҫтөндә булып, башым менән яуап бирәсәкмен тигән әйтем булған ).

2. "Кем тиҙерәк?" уйыны. Фразеологик берәмектәрҙең дауамын яҙырға (йәки әйтергә)

1)  Ауыртмаған башҡа … (тимер тараҡ).

2)  Эт өрөр, … (бүре йүгерер).

3)  Ашаһын ашаған, … (йәшәһен йәшәгән).

4)  Йомшаҡ йәйеп … (Ҡатыға ултыртыу).

5)  Күҙ асып … (йомғансы).

6)  Кәкре ҡайынға … (терәтеү).

3. “Тел” һүҙе кергән фразеологизмдарҙы кем күберәк әйтә? (Тел биҫтәһе. Тел асҡысы. Тел менән майлау һ.б. )

4. “Бер һүҙ менән әйт.” Уҡытыусы фразеологизмдар әйтә, уҡыусылар уның мәғәнәһен бер һүҙ менән аңлаталар. Миҫалдар: теңкәне ҡоротоу – туйҙырыу, кәкре ҡайынға терәтеү – алдау, күкрәк кейереү – эреләнеү,  диңгеҙ тубыҡтан – вайымһыҙ булыу һ.б.

5. Һүҙҙәр бирелә: ауыҙ, аҡыл, ҡуян, диңгеҙ, ҡайын, айыу, күҙ. Ошо һүҙҙәрҙе индереп фразеологизмдар төҙөгөҙ, дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. ( Аҡыл һатып ултырыу. Бер атыуҙа ике ҡуянға тейҙереү. Диңгеҙ тубыҡтан. Кәкре ҡайынға терәтеү. Ҡолағына айыу баҫҡан һ.б.)

Шулай итеп, фразеологизмдар өҫтөндә эшләгәндә, беренсенән, уларҙың мәғәнәһе аша баланың тормошто танып белеүе күҙ уңында тотолһа, икенсенән, уларҙы хәтерҙә ҡалдырып, туған телдең нәфис үрнәктәре үҙләштерелә.

Фразеологик берәмектәрҙе өйрәнеү, уларҙы төрлө тематик төркөмдәргә бүлеп  ҡарау, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре үткәреү уҡыусыларға тел һәм мәҙәниәт бәйләнешен йәки лингвокультурология серҙәренә төшөнөргә,  халҡыбыҙҙың  ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белергә ярҙам итә.

Бөтә әйтелгәндәрҙән сығып, йомғаҡ яһайбыҙ: һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең фразеологияһын өйрәнеүҙә байтаҡ аҙымдар яһалды. С.Н.Моратов, Х.Ғ.Йосопов, Ж.Ғ.Кейекбаев, З.Ғ.Ураҡсин был тема өҫтөндә эшләп, ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр үткәрҙеләр.Фразеологик берәмектәргә күсмә мәғәнәлелек, тарҡалмау хас. Башҡорт телен лингвокультурологик юл менән уҡытыуҙа фразеологизмдарҙың роле иҫ киткес ҙур, сөнки уларҙа тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше,  халыҡтың тормош тәжрибәһе, фекер йөрөтөүе, милли үҙенсәлеге һәм тарихы сағылыш таба. Шулай уҡ фразеологизмдар уҡыусыларыбыҙҙың телмәрен һүрәтле, биҙәкле, тәьҫирле    итәләр. Шуға күрә был байлыҡтан тулы һәм оҫта  файҙаланыу – уҡытыусының  изге  бурысы .

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Статья "Башҡорт телен лингвокультурологик юл менән уҡытыуҙа фразеологизмдарҙың роле""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по привлечению инвестиций

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 124 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.09.2016 1748
    • DOCX 63.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галимова Ильсияр Нигъматулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7200
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Патологии нервной системы у детей: от перинатального периода до нарушений поведения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 26 человек

Мини-курс

Развитие и воспитание: ключевые навыки для родителей маленьких детей

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные направления в архитектуре

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе