Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока на тему:" Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Ябай һөйләм төрҙәре."

Конспект урока на тему:" Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Ябай һөйләм төрҙәре."

Скачать материал

 8 – се синыф өсөн дәрес планы.

Тема: Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Ябай һөйләм төрҙәре.

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәрен үҙләштереү.

Үҫтереүсе: логик фекерләүен, телмәр күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: төрлө һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу, башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация тәрбиәләү.

 

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре тураһында белемдәрен актуалләштереү, нығытыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: тыңлай белеүуҡыу маҡсатын һәм бурыстарын ҡуя белеү; уҡытыусының баһаһын адекват ҡабул итеү;

б) танып белеү: логик-структур схемалар, таблица, мәғлүмәт менән эшләү, төркөмләргә, һығымта яһарға өйрәнеү;

в) коммуникатив: темаға бәйле һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү, һөйләмдәр төҙөү, үҙ фекерен әйтә белеү, парлашып эшләү процесында парталашына ярҙам итеү, үҙ-ара килешеү, бер-береһен тыңлай, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эшен баһаларға өйрәнеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: яңы белем алыуға ынтылыш, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, көнкүрешең етеш булһын өсөн тырыш булырға кәрәклеген төшөнөү.

 

Йыһазландырыу

Мультимедиа проекторы, экран, дәреслек, маршрут биттәре, 4-се кластар өсөн электрон дәреслек: “Буш ваҡыт. Хобби” бүлеге (видеоролик).

 

Дәрес этаптары

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Хәйерле иртә!

·         Бөгөнгө башҡорт теле дәресенән яҡшы кәйеф менән китергә теләйһегеҙме?

·         Шулай булғас, бер-беребеҙгә ҡарашып, йылмаяйыҡ әле. Ә хәҙер үҙебеҙгә бөгөнгө дәрестә уңыштар теләп ҡулдарҙы сәпәкәй итәйек, һәм партала бергә ултырған иптәшебеҙгә лә уңыш теләйек.

Фонетик-орфоэпик күнегеү.

·         Дәрестә шыма, матур итеп һөйләшер өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.

Бәләкәстән кәрәк һөнәр

Күңелеңә ятырҙай.

Һөнәрлеләр тормошто ла,

Үҙҙәрен дә матурлай. (М. Дилмөхәмәтов)

Уҡытыусыны сәләмләйҙәр.

 

Уҡытыусы артынан хор менән уҡыйҙар.

 

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

·         Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән? Быны белер өсөн һеҙгә видео ролик ҡарарға тәҡдим итәм.

·         Эйе, һөнәрҙәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

·         Һөнәр һүҙенә ниндәй синонимдар беләһегеҙ? (эш, шөғөл, эшмәкәрлек, ижад, хеҙмәт)

·         Ә һөнәр кешегә кәрәкме ул?

·         Нимә өсөн кәрәк?

·         Эйе, беҙ үҙебеҙҙең эштән файҙа алабыҙ (аҡса), ул үҫеш, үҙеңде раҫлау (самоутверждение), уңыш, яратып башҡарған эштән кинәнес, һөйөнөс тә алабыҙ.

·         Ни өсөн кеше эшләй? (үҙе өсөн, ғаиләһен материаль яҡтан тәьмин итеү өсөн, тыуған ил үҫешенә үҙ өлөшөн индереү өсөн).

·         Һеҙҙең алдығыҙҙа маршрут биттәре ята, унда схема бирелгән. Әйҙәгеҙ, беҙ әле әйткәндәрҙе ошо схемаға яҙып ҡуяйыҡ.

 

hello_html_m60d9440b.png

·         Кеше үҙе, ғаиләһе, Тыуған иле өсөн эшләй тинек. Һөҙөмтәлә беҙ нимә теләйбеҙ, нимә көтәбеҙ? (хөрмәт итеүҙәрен, ыңғай баһалауҙы).

·         Ә беҙҙе хөрмәт итһендәр өсөн, эшебеҙҙе ыңғай баһалаһындар өсөн нимә эшләргә кәрәк икән? (яҡшы уҡырға, яҡшы эшләргә, тырыш, уңған булырға)

·         Әлбиттә, үҙегеҙ ҙә тырышып яҡшы эшләһәгеҙ, һеҙҙең эшегеҙҙе күрәсәктәр һәм хөрмәт тә итәсәктәр. Тырыш, яҡшы хеҙмәттең төбөндә нимә ята инде? (Хөрмәт)

Видеоролик ҡарайҙар, дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураҙында әйтәләр.

 

 

Һорауҙарға яуап бирәләр, диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар.

 

 

 

 

 

Маршрут биттәрендә эшләйҙәр.

Һорауҙарға яуап бирәләр, диалогка инәләр.

 

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

 

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

 

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

 

III. Уҡыу мәсьәләһен

ҡуйыу

·         Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән “Хеҙмәт төбө - хөрмәт” темаһына һөйләшербеҙ.

·         Ә был тема буйынса һөйләшер өсөн беҙгә нимәләр кәрәк һуң? Үҙебеҙгә маҡсат ҡуяйыҡ. (яңы һүҙҙәр белербеҙ)

·         Эйе. Тема буйынса яңы һүҙҙәр белербеҙ, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнербеҙ һәм маршрут битендә бәләкәй генә бер мини проект та эшләрбеҙ.

·         Быларҙы башҡарып сығыр өсөн һеҙҙән тырышлыҡ, әүҙемлек талап ителә? Һеҙ тырышып әүҙем эшләргә ризамы?

 

Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирәләр.

Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.

1.     Маршрут битендә эш.

·         Иғтибар итегеҙ әле, маршрут битендә эштәр һан менән түгел, хәрефтәр менән бирелгән. Был хәрефтәрҙе ҡушып уҡыһағыҙ, ниндәй һүҙ килеп сыға?

·         Хеҙмәт һүҙе. Беҙ бөгөн ошо маршрут битендә эшләрбеҙ. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тиҙәр. (По труду и почет, уважение). Хеҙмәтегеҙҙең хөрмәт билдәһе булып бөгөн дәрестә алған баһаларығыҙ булыр. Ризаһығыҙмы?

·         Һеҙгә шундай эш тәҡдим итәм.

Маршрут битендә кеше фигураһы бирелгән. Әйҙәгеҙ, берәй һөнәр кешеһенең портретын эшләйек.

1.     Өҫкө өлөшөндә ул нимә эшләй белергә тейеш, тигән һорауға яуап бирәйек.

2.     Икенсе аҫҡы өлөшөндә ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, һорауына яуап яҙырбыҙ.

Һеҙгә унда ярҙамға һүҙлек тә бирелгән. Ошо һүҙлекте ҡулланырға мөмкин.

(Схема менән эш)

Һүҙлек эше:

хеҙмәт – труд

хөрмәт – уважение

хөрмәт итә - уважает

уңыш – успех

тырыш - старательный

(Хор менән ҡабатлау).

 

Ниндәй булырға тейеш?

 

2.     - Артабан киттек. Киләһе эште парҙар менән эшләйбеҙ. Был текста төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙырға кәрәк. Аҫтында ҡулланыр өсөн терәк һүҙҙәр бар.

 

Минең исемем ................... Миңә ................. йәш. Мин ........................ мәктәпте тамамланым. ......................., ................... менән шөғөлләнәм. .............................. эшләй беләм. ................, ..............................., ................. телдәрендә һөйләшәм.

 

Терәк һүҙҙәр: йөҙ ҙә ун өсөнсө, компьютерҙа, рус, башҡорт, татар, спорт, музыка, һүрәт төшөрөү, ун өс, ун дүрт.

 

·         Был нимә килеп сыҡты? Ошондай резюме менән эшкә алыр инегеҙме?

 

 

 

V. Ял минуты

 

·         Уйнап алабыҙмы?

·         “Эшлекле портфель” уйынын уйнау. Портфелдә төрлө һөнәр кешеләренә бәйле предметтар һалынған. Был нимә, ниндәй һөнәргә бәйле?

Портфелдән бер предметты алалар, атамаһын, ниндәй һөнәргә ҡарауын әйтәләр.

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

3.     - Тағы ла маршрут битенә әйләнеп ҡайтайыҡ. “Грамматикала ҡунаҡта” рубрикаһы.

Һөйләмдәрҙе уҡығыҙ. Эйә һәм хәбәрен табып аҫтына һыҙығыҙ.

1)Алма ағасынан йыраҡ төшмәй. 2)Себеште көҙ һынайҙар.3)Гөлдәр – уҡытыусы. 4)Төн.

- Төҙөлөшө буйынса был ниндәй һөйләмдәр? Ниндәй төркөмгә бүлер инегеҙ. (Һығымта яһау).(Рус телендәге кеүек үк башҡорт телендә лә грамматик нигеҙе төҙөлөшө буйынса бер составлы һәм ике составлы һөйләмдәр була. Эйәрсән киҫәктәре булыуына ҡарап тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр була.)

·         Әйтелеү маҡсаты буйынса ниндәй һөйләмдәр була? (Хәбәр, һорау, өндәү, бойороҡ һөйләмдәр)

·         Беҙ уҡыған һөйләмдәр әйтелеү маҡсаты буйынса ниндәй төркөмгә ҡарай? (хәбәр һөйләмдәр)

4.     Дәреслек менән эш.

135-се күнегеү. Мәҡәлдәрҙе уҡыу, тәржемә итеү, мәғәнәһен аңлатыу.

Һөйләмдәрҙе уҡыйҙар. Эйәһен, хәбәрен табып аҫтына һыҙалар.

 

Уҡытыусының һорауына яуап бирәләр, ҡағиҙәне әйтәләр. Рус теле менән сағыштырыу.

 

 

Дәреслектәге күнегеү менән эш. Мәҡәлдәрҙе уҡыйҙар, тәржемә итәләр

 

Танып белеү:

VII. Өйгә эш

 

1.     2-се күнегеү (Мәҡәлдәрҙе тәржемә итергә, мәғәнәһен аңлатырға);

Өй эшен көндәлеккә яҙалар.

Уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған эште һайлап ала.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

·         Шулай итеп, һеҙгә дәрес оҡшанымы?

·         Был тема бөгөнгө көндә мөһимме?

·         Ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

·         Был белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ?

Дәрес башында яҡшы кәйеф менән китербеҙ, тигән инек? Ниндәй кәйеф менән дәрестән китәһегеҙ?

·         Киләсәктә үҙегеҙгә оҡшаған һөнәр һайлап, Тыуған илебеҙгә. республикабыҙға кәрәкле, файҙалы шәхес булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

 

Уҡыусыларҙы баһалау.

·         Уңыштар һеҙгә. Рәхмәт. Һау булығыҙ!

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре, ниндәй яңылыҡ алыуҙары тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү.

 

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, үҙҙәренең эшмәкәрлеген баһалау һәләте үҫә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока на тему:" Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Ябай һөйләм төрҙәре.""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Теолог

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 630 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

ДИФФЕРЕНЦИРОВАННЫЙ ЗАЧЕТ ПО ЭЛЕКТРОТЕХНИКЕ
  • Учебник: «Электротехника, учебник для нач. проф. образования», П.А, Бутырин, О.В. Толчеев и др.
  • Тема: 1.1 Понятие об электрической цепи, электрическом токе, напряжении, электродвижущей силе
  • 24.09.2021
  • 486
  • 2
«Электротехника, учебник для нач. проф. образования», П.А, Бутырин, О.В. Толчеев и др.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.09.2021 286
    • DOCX 49.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гильмуллина Лилия Рафкатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гильмуллина Лилия Рафкатовна
    Гильмуллина Лилия Рафкатовна
    • На сайте: 3 года и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4012
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 157 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 500 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 335 человек

Мини-курс

Искусство: от истории к глобализации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Фундаментальные принципы здоровья и двигательной активности

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Практические навыки трекинга и менторства

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе