Инфоурок ИЗО, МХК КонспектыМероприятие на тему: "Боз киткэндэ"

Мероприятие на тему: "Боз киткэндэ"

Скачать материал

БОҘ  КИТКӘНДӘ

(Ераҡтан тауыштар  ишетелә)

Рәсим: Әәй, Илүсә, Ленар, Миләүшә! Баҙыла боҙ ҡуҙғалған! Әйҙәгеҙ, ҡарарға барабыҙ.

Миләүшә. Ысынлапмы.

Ленар. Әйҙәгеҙ.

Бергә. Әйҙә!

Ленар. Илүсә, Илүсә, ҡайҙа барҙың һин кисә.

Илүсә. Әйтмәйем дә, күп белмә, тиҙ ҡартайырһың.

Ленар. Илүсә, сәғәт нисә.

Илүсә. Кисә был ваҡытта нисә булһа, шулай.

Рәсим. Етте инде, үсекләшмәгеҙ. Беҙ бит боҙ ҡарарға төштек.

Миләүшә. Ҡарағыҙ әле, ниндәй оло боҙ!

Ленар. Миләүшә, Миләүшә, үҙ алдына һөйләшә.

Миләүшә. Яп әле шул ауыҙыңды! Ленар, Ленара, баҙарға китеп бара (Ленарны ҡуып китә)

Ленар. Бөттө, бөттө, ауыҙыма һыу ҡаптым.

Рәсим. Әй. Әй, әнә, ҡарағыҙ әле, теге боҙ өҫтөндә нимә ул.

Илүсә. Йомаш ауылынан һиңә күстәнәс ебәргәндәр. (көлөшәләр)

Рәсим. Әй, быларға бер һүҙ әйтеп булмай. Йыйын бала – саға.

Миләүшә. Ҡалай ҙур үҫкәнһең, хәстрүш!

Рәсим. (Маҡтанып) Дәдәгеҙ һеҙҙең кеүек түгел инде, юҡ-бар һөйләмәй.

Миләүшә. Дәдәкәй, әйҙә, булмаһа, берәй уйын уйнап алабыҙ. (көлөшәләр)

Ленар. Әйҙәгеҙ, әбәк биреш уйнайыҡ бергә. ( әйҙә, әйҙә)

Илүсә. Тәүҙә шыбаға тотабыҙ. (Таяҡ алып шыбаға тотошалар)

Бергә. Илүсә, Илүсә көтөүсе!

Илүсә. Аҡ суҡ, күк суҡ, бында торма – һикереп сыҡ!

(Рәсим йүгереп китә, Илүсә тоталмай)

Миләүшә. Илүсә, тиҙрәк!

Ленар. Рәсим, етеҙерәк!  Тоталманы, Илүсә яңынан көтөүсе булаһың.

Илүсә. Аҡ суҡ, күк суҡ, бында торма – йүгереп сыҡ!

Ленар йүгерә.

Миләүшә. Тотолодо, тотолдо. Ленарҙы нимә эшләтәйек.

Илүсә. Әтәс булып ҡысҡырһын.

Рәсим. Таҡмаҡ әйтһен!

Бергә. Эйе, эйе, таҡмаҡ әйтһен!.

Ленар. Ярай инде, бик һорағас, әйтәйем.

Беҙҙең ауыл ҡыҙҙарынан                        Миләүшәнең тауышынан

Иң матуры  Миләүшә                                Һандуғастар көнләшә.

Рәсим. Афарин!

Илүсә. Ай, булдыра. (Миләүшә маҡтаныбыраҡ тора)

(Аҡҡан боҙҙарға ҡарап торған Фәүзиә оләсәй нимәлер һөйләнә. Һыуға туҡыма ташлай)

Рәсим. Фәүзиә оләсәй нимә эшләй ул.

Илүсә. Әйҙәгеҙ, уның эргәһенә! (йүгерәләр)

Миләүшә. Һаумы, Фәүзиә оләсәй!

Фәүзиә. Һаумыһығыҙ, балалар, һыу ташҡанын ҡарарға килдегезме.

Бергә. Эйе.

Ленар. Фәүзиә оләсәй, һин дә түҙә алмағанһың бит әле, төшкәнһең.

Фәүзиә. Эйе, балалар, мин һәр йылды боҙ киткәнен ҡарарға, Ибраһим олатайығыҙ менән һөйләшергә төшәм.

Рәсим. Оләсәй, Ибраһим олатай һуғышта үлеп ҡалған бит, нисек һөйләшәһең һин уның менән.

Фәүзиә. Әй оланым! Үҙе һуғышта үлһә лә, минең күңелемдә уның һыны, рухы хәтирәләре йәшәй... Ошо боҙ киткән ваҡытта гармунын алыр ине лә, өҙҙөрөп уйнап ебәрер ине. Уйнағанда күҙ һирпеп кенә миңә ҡарап алыр ине, уның нимә әйтергә теләгәнен мин һүҙһеҙ ҙә аңлай инем. (Яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә. Әкрен генә һуҙып көйләй)

 Баҙы буйы, Баҙы буйы,                            Һағыныу түгел, һарғайырһың,

Баҙы буйы – тал тирәк                              Осрашабыҙ бик һирәк...

Илүсә.Фәүзиә оләсәй, минең оләсәйем ошо боҙ киткән мәлде үҙе бер байрам була торған ине ти.

Фәүзиә. Дөрөҫ. Боҙ китеү үҙе бер тамаша була торғайны. Ауыл халҡы үҙенең ындыр буйҙарын, һыу буйҙарын өмә итеп таҙарта, тырмалай ине. Кемдер икмәк, кемдер тоҙ, картуф алып сығып, ут яғып, картуф бешереп ашай торғайныҡ. Ә йәш-елкенсәк тау башына кәрәкмәгән, ташландыҡ машина тәгәрмәстәрен әҙерләп ҡуя. Ҡараңғы төшкәс, уларҙы яндыралар.

Рәсим. Ә янғын сыҡмаймы

Фәүҙиә. Юҡ, бәбкәм, еүеш ер улай тиҙ генә янып китә алмай.

Миләүшә. Ә ниңә яндыралар уны.

Фәүҙиә. Тау башындағы ҡый үләндәре янып төшә, бөтә булған бысраҡлыҡ юҡҡа сыға. Ер таҙарып, сафланып ҡала.

Ленар. Вәт шәп икән!

Фәүзиә. Улай ғына ла түгел, һыу буйына төшкән һәр кеше үҙенең кейеменән еп, йәки туҡыма киҫәге алып һыуға ташлаған. Был инде уның бөтә ауырыу, һыҙланыуҙары һыу менән ағып китһен өсөн эшләнә.

Илүсә. Оләсәй, ә беҙгә ташларға мөмкинме.

Фәүзиә. Әлбиттә, йә, алығыҙ әле кейемдәрегеҙҙән епме, туҡыма киҫәгеме. (Балалар ала) Минең арттан ҡабатлағыҙ

Имен торһон тыуған ер,               Хәләл ризыҡ туҡлыҡҡа

Мал-тыуарҙар булһын көр.          Сырхауҙар сыҡһын юҡҡа    (Туҡымаларын һыуға ырғыталар)

Бөтә ауырыуҙар китһен ошо һыу менән.

Тән сихәте, йән тыныслығы менән йәшәргә насип булһын, ярабби аллам. Амин. (гармун тауышы ишетелә) Ибраһимҡайым  уйнаған төҫлө булып китте. Йәштәр һыу буйына төшә икән. Мин әкрен генә ҡайтайым инде. Күҙем дә насар күрә. (Рәсим менән Ленар оләсәйҙе ындыр яғына тиклем оҙаталар).

Йәштәр йырлап инә.

Баҙы буйы, Баҙы буйы,                                       Һағыныуҙарым юҡҡа сыға

Баҙы буйы әрәмә.                                                 Һин булалһаң эргәмдә. (балаларҙы күреп ҡалалар)

Рәсүл. Һеҙ нимә, еүеш морондар, көн оҙонона ҡайтмай юҡты бушҡа ауҙарып йөрөйһегеҙ. Барығыҙ, ысҡынығыҙ бындан!

Рәсим. Ағай, әҙ генә торайыҡ инде, унан ҡайтырбыҙ.

Рәсүл. Әсәй юғалтҡандыр бит үҙеңде, бар, табаныңды ялтырат.

Рәсим. Әтү кем менән үбешеп торғанаңды бөтәһенә лә әйтәм.

Рәсүл. Әле һин эләкселәме

Ирина. Ярай инде, бәйләнмә шуларға, ҡайтырҙар әле.

Розалина. Ошо боҙҙарға ултырып, йыраҡҡа – йыраҡҡа китһәң ине...

Нияз. Ныҡ тотон, төшеп ҡалма.

Розалина. Әй бынауыны.

Света. Әйҙәгәҙ, бер йырлап алабыҙ.

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙә. (Башҡ. Халыҡ йыры)

Ирина. Хәҙер бер уйын өйрәтәм һеҙгә. Мин башлайым, һин дауам ит! Дип атала.

Барый  -

Данил. Тәҙрәнән ҡарай.

Ирина. Ишми

Эльвира. Мейес башынан төшмәй

Нияз. Нисек тәне бешмәй.

Ирина. Исхаҡ

Света. Ҡурҡаҡ

Нияз. Барабан ҡорһаҡ

Данил. Ағас аяҡ

Розалина. Таш ҡурсаҡ

Иринп. Насип

Нияз Тауыҡтарға ярма һип.

Света. Унда һипмә, бында һип.

Ирина. Илаҡ

Данил. Йыртыҡ ҡолаҡ

Ирина. Ҡыҙҙар.

Бергә. Һауалағы йондоҙҙар

Ирина.Малайҙар

Ҡыҙҙар. Сүплектәге ҡалайҙар!

Нияз.Ҡалайҙар булмай торһондар әле, әйҙәгеҙ, күрһәтәйек әле ҡыҙҙарға.

(Егеттәр бейей, ҡыҙҙар ҡул сабып тора. Күмәк бейеү башлана)

Эльвира. Барып индем өйөнә              Туйғансы бейейем әле

Яулыҡ элдем сөйөнә                               Ошо таҡмаҡ көйөнә  (Бейей, Рәсүлгә барып баҫа)

Данил. Рәсүл, давай, ответный удар яһа!

Рәсүл. Иҫке лә шырпы ҡабы            Быйыл алған итегемдең

Яңы ла шырпы ҡабы                          Туҙа инде табаны. (Иринаға баҫа, әйләнәләр)

Ирина. Алайыҡ мылтыҡ көпшәһен                           Әйҙә, Нияз, төш бейергә

Ҡаҙҙар алдан уҙмаһын                                                  Ғүмер бушҡа үтмәһен. (Ниязга баса)

Нияз. Ондо һатып алһаҡ та                                     Күпме төшөп бейеһәк тә

Әпи үҙебеҙҙеке                                                          Тәпәй үҙебеҙҙеке.    (Күмәк бейеү)

Китайский апельсин                             Һыуға һалһаң һыу күтәрмәй

Килә икән йәшниктә                            Бер мыҫҡал тимерҙәрҙе

Ҡартайғастын бейеп булмай             Ҡайтарып ала алмаҫбыҙ

Әйҙә бейейек йәшлектә                      Уҙған йәш ғүмерҙәрҙе.

 

 

 

 

  

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Мероприятие на тему: "Боз киткэндэ""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Консультант по трудоустройству

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Фәүзиә. Эйе, балалар, мин һәр йылды боҙ киткәнен ҡарарға, Ибраһим олатайығыҙ менән һөйләшергә төшәм.

Рәсим. Оләсәй, Ибраһим олатай һуғышта үлеп ҡалған бит, нисек һөйләшәһең һин уның менән.

Фәүзиә. Әй оланым! Үҙе һуғышта үлһә лә, минең күңелемдә уның һыны, рухы хәтирәләре йәшәй... Ошо боҙ киткән ваҡытта гармунын алыр ине лә, өҙҙөрөп уйнап ебәрер ине. Уйнағанда күҙ һирпеп кенә миңә ҡарап алыр ине, уның нимә әйтергә теләгәнен мин һүҙһеҙ ҙә аңлай инем. (Яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә. Әкрен генә һуҙып көйләй)

Баҙы буйы, Баҙы буйы, Һағыныу түгел, һарғайырһың,

Баҙы буйы – тал тирәк Осрашабыҙ бик һирәк...

Илүсә.Фәүзиә оләсәй, минең оләсәйем ошо боҙ киткән мәлде үҙе бер байрам була торған ине ти.

Фәүзиә. Дөрөҫ. Боҙ китеү үҙе бер тамаша була торғайны. Ауыл халҡы үҙенең ындыр буйҙарын, һыу буйҙарын өмә итеп таҙарта, тырмалай ине. Кемдер икмәк, кемдер тоҙ, картуф алып сығып, ут яғып, картуф бешереп ашай торғайныҡ. Ә йәш-елкенсәк тау башына кәрәкмәгән, ташландыҡ машина тәгәрмәстәрен әҙерләп ҡуя. Ҡараңғы төшкәс, уларҙы яндыралар.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 826 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.03.2018 605
    • DOCX 18.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мусина Ильсияр Фавиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мусина Ильсияр Фавиловна
    Мусина Ильсияр Фавиловна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2224
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Обучение архитектуре детей от 12 лет. Проектный подход

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек

Курс профессиональной переподготовки

Искусство: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель искусства

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 93 человека из 36 регионов
  • Этот курс уже прошли 315 человек

Курс профессиональной переподготовки

Педагогическая деятельность по проектированию и реализации образовательного процесса в общеобразовательных организациях (предмет "Изобразительное искусство и мировая художественная культура")

Учитель изобразительного искусства и мировой художественной культуры

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 10 регионов
  • Этот курс уже прошли 29 человек

Мини-курс

Основы финансовой отчетности

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Интерактивные методы обучения русскому языку

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Общественные движения и организации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе