Инфоурок Другое Рабочие программыПрограмма по башкирскому языку

Программа по башкирскому языку

Скачать материал

          Эш программаһы түбәндәге программаларға нигеҙләнеп төҙөлдө:

          Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф Ә  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  программаһы” / Ижевск, 2008.

          М.Ғималова, Ғ. Хөсәйенов “Башҡорт әҙәбиәтенән программа”/ Өфө, 2005.

 

Аңлатма яҙыу

 

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтйғы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Ғаиләләрҙә лә, балалар баҡсаларында ла башҡорт теленә өйрәтеү тейешле кимәлдә түгел ине. Күп мәктәптәр Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлыҡтары тарафынан рус мәктәптәре өсөн сығарылған уҡытыу планы буйынса эшләй. Бындай шарттарҙа башҡорт милләтенән булған уҡыусылар үҙҙәренең булмышынан, тамырҙарынан айырып алына, үҙенең әсә телен, туған әҙәбиәтен системалы өйрәнә алмай, республикабыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡала. Шуның һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең ниндәй милләт вәкиле икәнен дә белмәүсе рухи зәғифлеккә, ярлылыҡҡа дусар ителеүсе кеше булып үҫәләр. Ундай кешеләрҙә, ғәҙәттә, Тыуған ил, туған тел төшөнсәһе булмай, уларҙа интернациональ тойғолар тәрбиәләнмәй. шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтенән, туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған кешеләр барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуғыра.

1999 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Һәм бына Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Быға тиклем ҡайһы бер район, мәктәп етәкселәренең, уҡытыусыларҙың энтузиазмы менән генә уҡытыла башлаған башҡорт теле хәҙер тейешле, законлы нигеҙгә ҡуйылды. Иң мөһиме – бының өсөн тейеше шарттар барлыҡҡа килде: хәҙер рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды.

Эш программаһының зарурлығы шунда: был авторҙар программаһы нигеҙендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте бергә өйрәнелә һәм бер класта сәғәттәр һаны – 102 сәғәт, ә 2011-2012 уҡыу йылының базис планы буйынса мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға бирелгән аҙналыҡ сәғәттәр һаны башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел итеп өйрәнеүселәр өсөн – 70 сәғәт бирелә. Бынан тыш, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен дәүләт теле итеп уҡыған балаларҙы уҡытырға был сәғәттәр һаны тел һәм әҙәбиәт өсөн – 35-әр сәғәт итеп бирелгән. Ләкин 9 май байрам көнгә тура килеү сәбәпле 1 сәғәт дәрес етмәй ҡала, шуға – 69 сәғәт сыға

 

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

 

Үрҙә әйтелгән типтағы мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләү һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы бышҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр интернациональ тәрбиә биреү.

 

 

 

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре

 

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

- предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

- бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

 

 

 

                                                            V класс (71)

                                           План буйынса 68 сәғәт

                                                    

 

Тел – кешеләрҙең төп аралашыу ҡоралы. Туған телде белеү, уның йәмғиәттәге әһәмиәте тураһында шиғырҙар, мәҡәлдәр уҡыу, әңгәмә үткәреү – 1 сәғәт.

 

Башланғыс кластарҙа тел буйынса үтелгән материалды ҡабатлау – 2 сәғәт.

 

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт һәм рус телендә бер хәрефтәр менән белдергән өндәр. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр – 1 сәғәт.

 

             Тартынҡы өндәр. Уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен  рус телендәге тартынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.В, уы, үе өндәре (4 сәғәт)

Башҡорт телендәге к,г һәм һ һәм х; v һәм w; с һәмҫ; з һәм ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә фонетик күнегеүҙәр.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше – 11 сәғәт.

 

Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр –

5 сәғәт.

 

Башҡорт телендә сингармонизм законы, уҡыусыларҙы практик ланда уның төрҙәре менән таныштырыу – 8 сәғәт.

 

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус теле һүҙҙәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре – 6 сәғәт.

 

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре, башҡорт һүҙҙәрендә баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендә һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе баҫымдың үҙенсәлектәре һәм уларҙы сағыштырыу. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙе дөрөҫ баҫым менән әйтергә өйрәтеү.  Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы – 4 сәғәт.

 

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы. Уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр, һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланыуы – 1 сәғәт.

 

Синонимдар, омонимдар, антонимдарҙы телмәрҙә ҡулланыу, төрлө һүҙлектәр менән эшләү – 3 сәғәт.

 

Фразеологик берәмектәр. Нығынған һүҙбәйлнештәрҙең аңлатҡан мәғәнәһен асыҡлау, уларҙы һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге роле. Башҡорт һәм рус телендәге нығынған һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу – 1 сәғәт.

 

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш һәм һүҙ составы. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар: һәр ялғауҙың һүҙгә үҙенсәлекле мәғәнә төҫмөрләнеше биреүен күҙәтеү.

Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар, уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда, һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуы һәм һуҙынҡылар өҫтәлеүе.

Тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ. Ҡушма һүҙҙрҙең дөрөҫ яҙылышы – 11сәғәт.

 

Фонетика, һүҙьяһалыш, һүҙ составын һәм лексиканы дөйөмләштереп ҡабатлау – 5 сәғәт.

 

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә, хат яҙыу – 3 сәғәт.

              Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау 2 сәғәт.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( IXI кластар өсөн) . Өфө - 2005.

2.Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 5 класс, Өфө - 2008.

3. В.Ш.Псәнчин “Әсә теле” дәрестәренә методик күрһәтмәләр 5 класс. Өфө - 2007.

4.Әхтәмов М.Х..Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө - 2009.

5.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

 

 

 

                                                     

VI класс (35)

План буйынса 35 сәғәт

 

       Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм хәрефтәре – 1 сәғәт.

 

Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркәмдәре. Исем. Башҡорт телендә тик затты белдергән исемдәрҙең генә кем? һорауына яуап булыуы. Исемдәрҙең яһалышы. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәреше.

Исемдәрҙең күплек категорияһы, уларҙың үҙенсәлектәрен рус теленең күплек категорияһы менән сағыштырыу. Башҡорт телендә, рус теленән айырмалы, бөтә исемдәрҙең дә күплек ялғауын ҡабул итә алыуын практик күҙәтеү.

Башҡорт телендә исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уларҙың мәғәнәләре. Эйәлек ялғауы ҡабул иткән исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Исемдәр буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау –

8 сәғәт.

 

Сифат. Башҡорт телендә сифаттарҙың килеш, род категорияһы һәм һан менән үҙгәрмәүе. Сифаттарҙың дәрәжә менән үҙгәреше.

Башҡорт телендә исемдәрҙең сифат урынында килә алыуы. Исемләшкән сифаттарҙың үгәреүе.

Сифаттар буйынса дөйөмләштереп ҡабатлау – 8 сәғәт.

 

Алмаш. Алмаштарҙың үҙенсәлектәре, төркөмсәләре.

Алмаш буйынса дөйөмләштереп ҡабатлау – 10 сәғәт.

 

Һан. Уларҙың үҙенсәлектәре. Һандарҙың яһалышы, төркөмсәләре. Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу.

Башҡорт телендә исем алдында килеүсе һандарҙың үҙгәрмәүе.

Ҡушма һандарҙы дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу.

Һан буйынса дөйөмләштереп ҡабатлау – 7 сәғәт.

 

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 1 сәғәт.

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( IXI кластар өсөн) . Өфө - 2005.

2.Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 5 класс, Өфө - 2008.

3. В.Ш.Псәнчин “Әсә теле” дәрестәренә методик күрһәтмәләр 5 класс. Өфө - 2007.

4.Әхтәмов М.Х..Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө - 2009.

5.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

 

 

                                          

 

VII класс (70)

                                               План буйынса (69)

 

Фонетика, һүҙьяһалыш һәм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 2 сәғәт.

 

Ҡылым тураһында дөйөм төшөнсә. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Ҡылымдарҙың эште, хәрәкәтте, һәм хәлде, торошто белдереүе.

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Ҡылым һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше. Заман менән  үҙгәреше. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының хәҙерге заманы. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының киләсәк заманы. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым. Исем ҡылымдарҙың яһалышы. Сифат ҡылым. Киләсәк заман сифат ҡылым. Уртаҡ ҡылым. Хәл ҡылым.

Затлы ҡылымдарҙың заман формалары, һан, зат менән үҙгәреүе. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп ҡабатлау – 42 сәғәт.

 

Һүҙ төркөмө рәүеш. Рәүештәрҙең белдергән мәғәнәһе. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш  дәрәжәләре, яһалышы. Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә ҡулланышы – 8 сәғәт.  

           

            Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Теркәүестәр. Эйәртеү теркәүестәре Дөрөҫ яҙылышы. Бәйләүестәр. Бәйләүестәрҙең бүленеше. Киҫәксәләр. Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең телмәрҙәге роле 11 сәғәт.

 

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы – 4 сәғәт.

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 2  сәғәт.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( IXI кластар өсөн) . Ижевск - 2008.

2.Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 7 класс, Өфө - 2010.

3. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин 7 кластар өсөн “Әсә теле” дәрестәренә дидактик материалдар. Өфө - 2007.

4.Әхтәмов М.Х..Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө - 2009.

5.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

6.Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.Өфө- 2007.

                                                               

 

 VIII класс (71)

План буйынса 68 сәғәт

 

          Һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм, уларҙың яһалышы ҙәм төҙөлөшө. Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы.һүҙбәйләнештәрҙең кәмендә ике үҙ аллы һүҙҙән барлыҡҡа килеүе, уларҙағы эйәртеүсе һәм эйәреүсе киҫәктәр. Һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре.

Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше: теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе саралар. Эйәртеүсе бәйләнештәрҙең төрҙәре: ярашыу, башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү, уларҙың үҙенсәлектәре –8 сәғәт.

             Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр. Эйә, уның төп килештә килеүе һәм башҡа һөйләм киҫәктәренә буйһонмауы. Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше, составы. Хәбәр, уның эйә тураһында нимә булһа ла хәбәр итеүе һәм эйә менән бәйләнеп килеүе. Хәбәрҙең төп билдәләре, уның составы һәм бирелеше. Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Уларҙың баш киҫәктәрҙе асыҡлап, уға эйәреп килеүе, һөйләмдә бер эйәрсән киҫәкте икенселәре асыҡлап килеү осраҡтары. Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше, һөйләмдә исем менән белдерелгән киҫәккә ҡарауы. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлек. Тултырыусылар, уларҙың ҡылым менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы, исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе. Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар. Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Хәлдәрҙең мәғәнәләре, үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше –16 сәғәт.

 

Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәктәр тураһында төшөнсә, уларҙың һөйләмдә бер үк һүҙгә ҡарауы, бер һорауға яуап булыуы. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр, уларҙың тиң киҫәктәрҙән алда ла, һуң да килеүе -4 сәғәт .

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр, уларҙың төрҙәре. Билдәле эйәле һөйләм. Билдәлеһеҙ эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләм. Дөйөм эйәле һөйләм 12 сәғәт.

 

Тулы  һәм  кәм  һөйләмдәр. Мәғәнәне тулы асыҡлау өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең һөйләмдә бирелеүе. –4 сәғәт.

 

Һөйләмдең айырымланған  эйәрсән  киҫәктәре. Айырымланыу тураһында төшөнсә. Телмәрҙә айырым мәғәнә төҫмөрләнешен биреү өсөн ҡайһы бер һөйләм киҫәгенең интонация менән айырым әйтелеүе, уның һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенә мөнәсәбәте. Аныҡлаусыларҙың  айырымланыуы. Хәл  әйтемдәренең  айырымланыуы. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.

 

Ябай һөйләм синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр –2 сәғәт.

 

Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. Өндәш һүҙҙәрҙең һөйләмдә айырым әйтелеүе, һөйләмдең ҡайһы урынында килеүгә ҡарап паузаларҙың үҙенсәлеге –7 сәғәт.

 

Инеш һүҙ һәм инеш һүҙбәйләнештәр, уларҙың һөйләмдәге уй-фекергә һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдереүе, йыйнаҡ һәм тарҡау була алыуы, өндәш һүҙҙәр менән сағыштырғанда уларҙы айырып әйткән паузаның ҡыҫҡалығы –4 сәғәт.

 

Тура телмәрле һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр, улар ҡырында тыныш билдәләре. Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау 5 сәғәт.

 

Диалог. Тура телмәрҙең диалог, монолог, цитата тигән төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылыу үҙенсәлектәре – 1сәғәт.

 

Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау –1 сәғәт.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау -4 сәғәт

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( IXI кластар өсөн) . Ижевск - 2008.

2.Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 8 класс, Өфө - 2007.

3. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин 8-9 кластар өсөн “Әсә теле” дәрестәренә дидактик материалдар. Өфө - 2007.

4.Әхтәмов М.Х..Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө - 2009.

5.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

6.Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.Өфө- 2007.

 

 

 

 

 

                                                 IX класс (35 )

План буйынса 34 сәғәт

 

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау –1 сәғәт.

 

Ябай һөйләм синтаксисы буйынса ҡабатлау – 4 сәғәт.

 

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Ҡушма һәйләм һәм уның төрҙәре. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм 6 сәғәт.

 

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар. Эйә һөйләм. Хәбәр эйәрсән һөйләм. Аныҡлаусы һөйләм. Тултырыусы һөйләм. Ваҡыт һөйләм. Урын һөйләм. Рәүеш һөйләм. Сәбәп һөйләм. Маҡсат һөйләм. Күләм-дәрәжә һөйләм. Шарт һөйләм. Кире һөйләм -22 сәғәт

 

Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр буйынса ҡабатлау – 1 сәғәт.

 

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре. Теҙемдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре -12 сәғәт.

 

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау. Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләр. Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары. Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары. Нөктәле өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары. Ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары. Йәйәләр һәм тырнаҡтарҙың ҡуйылыу осраҡтары – 16 сәғәт.

 

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау –1 сәғәт.

 

Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 4 сәғәт.

Йомғаҡлау – 1 сәғәт.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( IXI кластар өсөн) . Ижевск - 2008.

2.Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 9 класс, Өфө - 2006.

3. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин 8-9 кластар өсөн “Әсә теле” дәрестәренә дидактик материалдар. Өфө - 2007.

4.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

5.Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.Өфө- 2007.

 

IX класс (34)

 

 

Ябай һөйләм синтаксисы буйынса ҡабатлау – 1 сәғәт.

 

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Ҡушма һәйләм һәм уның төрҙәре. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм – 5 сәғәт.

 

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар. Эйә һөйләм. Хәбәр эйәрсән һөйләм. Аныҡлаусы һөйләм. Тултырыусы һөйләм. Ваҡыт һөйләм. Урын һөйләм. Рәүеш һөйләм. Сәбәп һөйләм. Маҡсат һөйләм. Күләм-дәрәжә һөйләм. Шарт һөйләм. Кире һөйләм -6 сәғәт

 

Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр буйынса ҡабатлау – 2 сәғәт.

 

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре. Теҙемдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре –7 сәғәт.

 

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау. Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләр. Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары. Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары. Нөктәле өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары. Ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары. Йәйәләр һәм тырнаҡтарҙың ҡуйылыу осраҡтары – 2 сәғәт.

 

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау –1 сәғәт.

 

Йомғаҡлау – 1 сәғәт.

 

 

 

                         

 

 

 

 

  X класс (33)

 

Тел тураһында дөйөм төшөнсә. Тел һәмә телмәр. Телмәр төрҙәре: һөйләү һәм яҙма телмәр, уларҙың үҙенсәлекле һыҙаттары. Һөйләү телмәренең төрҙәре: диалог һәм монолог телмәрҙең билдәләре. Яҙма телмәрҙең билдәләре. Телмәр эшмәкәрлеге, уның төрҙәре.

Телдең иң мөһим функцияһы – аралашыу сараһы булыу. Тел ғилеменең бүлектәре.

Телдең йәмғиәттәге роле. Башҡортостанда башҡорт һәм рус телдәренең дәүләт телдәре булыуы. Башҡортостанда ике теллелек.

Телмәр культураһы тураһында төшөнсә. өлгөлө телмәр билдәләре: дөрөҫлөк, ябайлыҡ, аныҡлыҡ, логик эҙмә-эҙлелек, ҡыҫҡалыҡ, тасуирилыҡ, телмәр нормаларына яуап биреүе – 1 сәғәт.

 

Лексика. Башҡорт теленең һүҙлек составы. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Актив һәм пассив ҡулланышлы һүҙҙәр. Архаизмдар, историзмдар, неологизмдар, терминдар. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Антонимдар. Синонимдар. Омонимдар. Фразеология. Лексикография – 5 сәғәт.

 

Һүҙьяһалыш. Һүҙ төҙөлөшө һәм һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы – 1 сәғәт.

 

Фонетика һәм графика. Өн һәм хәреф. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәрҙе төркөмләү. Тартынҡы өндәрҙе төркөмләү –1 сәғәт.

 

Башҡорт теленең сингармонизм законы –1 сәғәт.

 

Орфография һәм орфоэпия – 1 сәғәт.

 

Морфология. Һүҙ төркөмдәре, уларға дөйөм характеристика: үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙы бер-береһенән айырыусы һыҙаттар. Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре. Исемдәщ һүҙ төркөмдәре: исем, алмаш, сифат, һан, уларҙы берләштереүсе билдәләр.

Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең үҙгәреүе. Исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категориялары – 1 сәғәт.

 

    Сифат. Сифаттарҙың яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Исемләшкән сифаттар һәм уларҙың үҙгәреүе  – 1 сәғәт.

 

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың үҙгәреше. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Нумератив һүҙҙәр – 1 сәғәт.

 

Алмаш. Уның төркөмсәләре. Алмаштарҙың үҙгәреүе –1 сәғәт.

 

Рәүеш. Уның мәғәнәләре, дәрәжәләре, яһалышы –1 сәғәт.

 

Ҡылым. Затлы ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре. Затһыҙ ҡылымдар. Ҡылым төркөмсәләре. Ҡылым йүнәлештәре. Ҡылымдарҙың яһалышы –2 сәғәт.

 

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр, теркәүестәр. Киҫәксәләр. Уларҙың бүленеше, телмәрҙәге роле. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың мәғәнәләре, телмәр төҙөүҙәге әһәмиәте  –1 сәғәт.

 

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау – 1 сәғәт.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

XI класс (35 )

План буйынса 34 сәғәт

 

       Инеш. Башҡорт теле тураһында дөйөм төшөнсә  Төрки телдәр һәм башҡорт теле. Башҡорт теленең диалекттары – 1 сәғәт.

        Хәҙерге башҡорт әҙәби теле.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 1 сәғәт.

Синтаксис һәм тыныш билдәләре.

Һүҙбәйләнеш.Ябай һөйләм. Раҫлаусы һәм инҡар итеүсе һөйләмдәр - 3 сәғәт.

Һөйләмдәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре.Хәбәр һөйләмдәр. Һорау һөйләмдәр.Өндәү – бойороҡ һөйләмдәр – 3 сәғәт.

Синтаксик бәйләнештәрҙең төрҙәре.Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре – 1 сәғәт.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы, өҫтәлмәлек. Тултырыусы. Хәлдәр – 3 сәғәт.

Ябай һөйләмдең төҙөлөшө буйынса төрҙәре.Бер составлы һөйләм. Уның төрҙәре.Тулы һәм кәм һөйләмдәр.Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр.Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр – 5 сәғәт.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.Һөйләмдә һүҙ тәртибе – 3 сәғәт.

Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләм.Эйәртеүле ҡушма һөйләм.Эйәрсән һөйләм төрҙәре – 1 сәғәт.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.Ҡатлам ҡушма һөйләмдәр – 3 сәғәт.

Теҙемдәр.Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 4сәғәт.

Тыныш билдәләре.Тура һәм ситләтелгән телмәр.Текст төҙөлөшө - 5 сәғәт.

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау – 1 сәғәт.

   

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( IXI кластар өсөн) . Өфө - 2005.

2.Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 11 класс, Өфө - 2007.

3.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                     XI класс (35 )

                                 План буйынса 34 сәғәт

 

       Инеш. Башҡорт теле тураһында дөйөм төшөнсә  Төрки телдәр һәм башҡорт теле. Башҡорт теленең диалекттары – 1 сәғәт.

        Синтаксис һәм тыныш билдәләре.

Һүҙбәйләнеш.Ябай һөйләм. Раҫлаусы һәм инҡар итеүсе һөйләмдәр .Һөйләмдәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре.Хәбәр һөйләмдәр. Һорау һөйләмдәр.Өндәү – бойороҡ һөйләмдәр – 1 сәғәт.

Синтаксик бәйләнештәрҙең төрҙәре.Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре .Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы, өҫтәлмәлек. Тултырыусы. Хәлдәр – 1 сәғәт.

Ябай һөйләмдең төҙөлөшө буйынса төрҙәре -1 сәғәт

Бер составлы һөйләм. Уның төрҙәре.Тулы һәм кәм һөйләмдәр -1 сәғәт

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр.Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр – 1 сәғәт.

Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләм.Эйәртеүле ҡушма һөйләм.Эйәрсән һөйләм төрҙәре – 1 сәғәт.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.Ҡатлам ҡушма һөйләмдәр – 1 сәғәт.

Теҙемдәр.Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 1 сәғәт.

Тыныш билдәләре.Тура һәм ситләтелгән телмәр.Текст төҙөлөшө - 3 сәғәт.

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау – 1 сәғәт.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( IXI кластар өсөн) . Өфө - 2005.

2.Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 9 класс, Өфө - 2006.

3. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин 8-9 кластар өсөн “Әсә теле” дәрестәренә дидактик материалдар. Өфө - 2007.

4.Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

5.Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.Өфө- 2007.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Программа по башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по связям с общественностью

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Аңлатма яҙыу

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 151 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.04.2018 993
    • DOCX 103.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гильмуллина Альфида Баляковна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гильмуллина Альфида Баляковна
    Гильмуллина Альфида Баляковна
    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16183
    • Всего материалов: 14

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 490 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 329 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Мини-курс

Основы инженерной подготовки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективные стратегии текстовых коммуникаций в бизнесе

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Реклама для роста бизнеса: эффективные стратегии и инструменты

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 20 регионов