Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа для 10 класса по башкирскому языку

Рабочая программа для 10 класса по башкирскому языку

Скачать материал

 муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа №1 г.Дюртюли

муниципального района Дюртюлинский район

Республики Башкортостан

 

 

Принято                                                         Согласовано

на заседании МО                           Заместитель директора  по УР

       ____  /Тимирянова Г.Р./____/Казыханова Р.С./

Протокол  № 2от___________г.Протокол  № 2 от____________  г.

Утверждаю

Директор

______/Каримов И.Ф./

Приказ № _______

от ______________ г

 

Рабочая программа для среднего общего образования

на 2018-2019 учебный год

 

Предмет: родной (башкирский) язык и литература

Класс:10

Общее количество часов:68

Количество часов в неделю:2

Программа по башкирскому языку и литературе для учащихся башкир I-XI классов школ с русским языком обучения Составители: Тикеев Д.С., Гафаров Б.Б. , Хуснутдинова Ф.А. - Ижевск: издательство “Книгоград”, 2008.

Учебное пособие: Тикеев Д.С., Гафаров Б.Б. , Хуснутдинова Ф.А. Башкирский язык и литература.Учебник для  учащихся  башкир 10 класса школ с русским языком обучения. -Уфа: Китап, 2010.

Учитель: Байрамшина Миляуша Наиловна

 

 

 

 

Дюртюли – 2018

Аңлатма яҙыу.

            Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәрес ҡулланмаһы: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә. Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2010.-344 бит.

Программа кимәле : базис

 

Башҡортостан Мәғәриф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа  Дүртөйлө ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының "Уҡытыу планы"на ярашлы  тормошҡа ашырыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла. Эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Рәсәй Федерацияһыныңәсәй ФедерацияһындаМәғәриф тураһында" Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.;

2. Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының Мәғәриф тураһында" законы 01.07. 2013 №696-3.

3."Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йылүҙгәртелгән).

4. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законы15.02.1999 №216-3.

5. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730.

6.Муниципаль бюджет  дөйөм белем биреү учреждениеһы  Дүртөйлө ҡалаһының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  уҡыу планы 31.08.2018 йылдың  № 318 бойороғо менән раҫланған.

7. Дүртөйлө ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының  уставы;

8. Дүртөйлө ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡытыу предметы буйынса эш программаһы положениеһы № 315 бойороҡ 31.08.2016 йыл.

9.Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х, Дәүләтшина М. С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И .– Ижевск, “Книгоград”, 2008.

 

 

Төп дөйөм белем биреү маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа “Башҡорт теле” предметының өлөшө.

Башҡорт теле —башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләт­тәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмә­кәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни- тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

            Программаның йөкмәткеһе  3 йүнәлештә төҙөлгән:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

            Программа  буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары: 

-          Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

-          Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

-          Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

-          Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

-          Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

-          Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

-          Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

-          Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

-          Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.   

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

            Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың  маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

            Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

            Мәҙәни компетенция  башҡорт теленең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт телкнең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

            Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуға метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тип яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылығты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

            Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы-предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай алыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн  һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән крһәтеү һ.б.); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән  белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

 

            Предметты үҙләштереү һөҙөмтәләре:

-       Телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының мили теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында  ҡараш булдырыу;

-     Гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

-     Башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл   һәм  берәмектәр  бәйләнеш аңлау;

-     Тел  ғилеменең  төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп  бүлектәре; тел  һәм телмәр,телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми –эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

-     Башҡорт  теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

 

 

Календарь-тематик план

Тема

Сәғәт  һаны

Үткәр. ваҡыты

Уҡыусының эшмәкәрлеге

Иҫкәрмә

календарь буйынса

фактик.

I  ярты йыллыҡ (33 с.)

1.

Тел тураһында дөйөм төшөнсә.

Тел ғилеменең бүлектәре.

1

2.09

 

Әңгәмә

 

2

Башҡорт әҙәбиәте .Инеш.

1

5.09

 

Фекер алышыу

 

3.

Башҡорт теленең һүҙлек составы.

1

09.09

 

Фонетик  күнегеү

Текст өҫтөндә эш

 

4.

5.

Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы, ижады.“Ҡарағол” драмаһы.                            

2

12.09.

16.09.

 

Уҡыусыларҙың

сығыштары

 

6

Актив һәм пассив ҡулланылышлы һүҙҙәр.Р.Шәкүр ”Исемдәрҙә-ил тарихы”.

1

19.09.

 

Һорауҙарға яуап

биреү

 

7.

 

Д.Юлтый "Ҡан" романынан өҙөк. Художестволы әҙәбиәттең теле.

1

23.09

 

Романдың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, әңгәмә ҡороу, фекер алышыу.

 

8.

Д.Юлтый "Ҡан" романынан өҙөк.

1

26.09

 

 

9.

 Һүҙҙең мәғәнәһе. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар.

1

30.09

 

Һорауҙарға яуап

биреү

 

10

Антонимдар. Омонимдар.

1

03.10

 

Грамматик теманы үҙләштереү, ғәмәлдә дөрөҫ  ҡулланыу.

 

11

Ә.Вәлиди. Тәүге ғилми эшмәкәрлегем.

1

07.10

 

Фонетик  күнегеү

Текст өҫтөндә эш

 

 

 

12

Ә.Вәлиди. ”Төрөк тарихы “китабы.

1

10.10

 

Фекер  алышыу

 

13

Фразеология. Лексикография.

1

14.10

 

Карточкалар менән эш

 

14

Һүҙ төҙөлөшө һәм һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

17.10

 

Группалар менән эш

 

15

16

М. Буранғол.” Башҡорт туйы” драмаһы. Беренсе шаршау.

2

21.10.

24.10.

 

М.Буранғолдың тормошо һәм ижады менән танышыу, драма әсәренең үҙенсәлектәре билдәләү, ролдәргә бүлеп уҡыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу.

 

17

Изложение.Йылы яҡҡа китеү

1

28.10

 

Изложение яҙыу

 

18

Фонетика.Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр.Р.Әфләтүнов ”Башҡорт бейеүе”.

1

7.11.

 

Yҙаллыэш,грамматик теманы үҙләштереү, дөрөҫ яҙыу күнекмәләре булдырыу.

 

19

Һуҙынҡы өндәрҙең ярашыуы (сингармонизм). Һуҙынҡыларҙың редукцияһы.Тартынҡыларҙың сиратлашыуы.

1

11.11

 

Һорауҙарғаяуапбиреү,  грамматик теманы үҙләштереү, дөрөҫ яҙыу күнекмәләре булдырыу.

 

20

21

Ғ.Хәйри. “Боролош “романынан өҙөктәр.

2

14.11.

18.11.

 

Сылбырлап уҡыу

 

22

Орфография. Орфоэпия.

1

21.11.

 

Карточкалар менән эш , грамматик теманы үҙләштереү, дөрөҫ яҙыу күнекмәләре булдырыу.

 

23

Инша. Башҡортостан-тыуған төйәгем.

1

25.11.

 

 

Инша яҙыу

 

24

2526

Һ. Дәүләтшина ."Ырғыҙ"  романы.

3

28.11.

02.12.

05.12.

 

Һ. Дәүләтшинаның тормошо һәм ижады менән танышыу, хронологик таблица төҙөү, романдың йөкмәткеһен үҙләштереү,фекер алышыу, әңгәмә ҡороу, бәхәсләшеү

 

27

Морфология. Һүҙ  төркөмдәре.

1

09.12.

 

Әңгәмә

 

 

 

 

28

 

Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреүе. Эйәлек һәм хәбәрлек категориялары.

1

12.12.

 

 

Фонетик  күнегеү

Текст өҫтөндә эш

 

 

2930

С. Мифтахов “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”  драмаһы.

2

16.12.

19.12

 

Әңгәмә

 

31

Контроль диктант.“Рухи хазина”. 

1

23.12.

 

Диктант яҙыу

 

 

32

Ғ.Сәләм.” Бала” поэмаһы

1

26.12

 

Әңгәмә

 

33

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

30.12

 

Исемдәрҙе килеш менән үҙгәртеү күнекмәһен булдырыу, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу, үҙ аллы эшләү.

 

 

 

II  ярты йыллыҡ(36 сәғәт)

34

Исемдәрҙең  иркәләү, кесерәйтеү формалары.

1

16.01

 

Фонетик  күнегеү

Текст өҫтөндә эш

 

35

Р.Ниғмәти.Тормошо һәм ижады. "Һалҡын шишмә".“Үлтер, улым , фашисты!” поэмаһы.

1

20.01

 

Текст өҫтөндә эш,  идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, әңгәмә ҡороу, фекер алышыу.

 

36

Сифат. Исемләшкән сифаттар.Сифат дәрәжәләре.

1

23.01

 

Һорауҙарға яуап биреү

 

37

Р.Ниғмәти. “Һинең кәләшеңдең хаттары” .

1

27.01

 

Әңгәмә,идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, әңгәмә ҡороу, фекер алышыу.

 

38

Һан. Уның төркөмсәләре.

Нумератив һүҙҙәр.

1

30.01

 

Фонетик  күнегеү

Текст өҫтөндә эш

 

39

Р.Ниғмәти. ”Һаҡмар ҡыҙы”

1

03.02

 

План төҙөү

 

40

Алмаш.Уныңтөркөмсәләре.К7р89те7 алмаштары. Һорау алмаштары.

1

06.02

 

Карточкалар

менән эш

 

41

Инша  “Мин кем булырға теләйем.”

1

10.02

 

Инша яҙыу

 

4243

Хаталар өҫтөндә эш.   Б.Бикбай.”Ҡарлуғас” драмаһы.

2

13.02

17.02.

 

Ролдәргә бүлеп уҡыу

 

44

Билдәләү алмаштары.Билдәһеҙлек алмаштары.

1

20.02

 

Группалар менән эш

 

45

46

Б.Бикбай. “Аҡсәскә” повесы (өҙөк)

2

24.02

27.02

 

Сылбырлап уҡыу

 

47

Юҡлыҡ алмаштары.Эйәлек алмаштары.

1

03.03

 

Группалар менән эш

 

48

Рәүеш.Уның мәғәнәләре,дәрәжәләре,яһалышы.

1

06.03

 

Һорауҙарға яуап

биреү

 

49

 Ҡылым. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымы. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы.

1

10.03

 

Әңгәмә

 

50

Контроль диктант.Әсәкәйем.

1

13.03

 

Диктант яҙыу

 

 

51

52

З.Биишева. “Тылсымлы ҡурай” поэмаһы.

2

17.03

20.03

 

Группалар менән эш

 

53

Шарт,теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

1

24.03

 

 

Һорауҙарға яуап

биреү

 

54

55

З.Биишева “Кәмһетелгәндәр”

2

03.04.

07.04.

 

Әңгәмә

 

56

Затһыҙ ҡылымдар. Сифат ҡылым.

1

10.04.

 

Күнегеүҙәр өҫтөндә эш

 

57

З.Биишева  “Оло Эйек буйында”

1

14.04

 

План төҙөү

 

58

Хәл ҡылым. Уртаҡ ҡылым. Исем ҡылым.

1

17.04

 

Әңгәмә

 

59

Изложение. Поезда.

1

21.04.

 

Изложение яҙыу

 

60

Н.Нәжми тормошо, ижады. "Тыуған ил тураһында һүҙ". "Ватан"

       1

24.04

 

Н.Нәжми тормошо, ижады менән танышыу,әңгәмә ҡороу, фекер алышыу, өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланыу, тасуири уҡыу.

 

61

Ҡылым йүнәлештәре.

1

28.04

 

Әңгәмә

 

62

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләр.

1

05.05

 

Фонетик  күнегеү

Текст өҫтөндә эш

 

63

Н. Нәжми.” Йыр тураһында      баллада. “                                   

1

08.05

 

Әңгәмә, дәрес-презентация 

 

 

64

Контроль диктант  “Тел һәм  ер”

 

 

 

1

12.05.

 

Диктант яҙыу

 

65

66

Н.Нәжми “Урал.” поэмаһы.

       2

15.05

19.05

 

Поэманың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, әңгәмә ҡороу, фекер алышыу.

 

67

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар.

1

22.05

 

Карточкалар менән эш

 

68

69

10-сы класта үтелгән темаларҙы ҡабатлау

2

26.05

29.05

 

Үҙ аллы эш

 

 

 

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

              Башҡорт әҙәбиәте- 1сәғәт

Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең әҙәбиәткә йоғонтоһо.Яңы быуын шағирҙарының яңы ижади табыштары.

            Дауыт Юлтый –5 сәғәт.

Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы һәм ижады. Д.Юлтыйҙың төрлө тематикалы шиғыр һәм поэмалары.

Ҡарағол. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тарихи осорға белешмә биреү.

Ҡан романы. Әҫәрҙең темаһы, идеяһы һалдат образдары.

            Әхмәтзәки Вәлиди Туған – 2 сәғәт.

Хәтирәләр

            Мөхәмәтшә Буранғол –2сәғәт.

Тормош юлы. Башҡорт туйы драмаһы

            Ғәйнан Хәйри - 2 сәғәт.

Биографияһы. Мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрлеге. Боролош романының яҙылыу һәм баҫылыу тарихы. Ҡатын-ҡыҙ образы. Художество сифаты.

            Һәҙиә Дәүләтшина -3 сәғәт.

Яҙыусының биографияһы. Башланғыс ижады. Хикәйәләре. Ырғыҙ романының яҙылыу тарихы. Идея-тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә халыҡ традицияларының сағылышы. Образдарға характеристика.

            Сәғит Мифтахов - 2сәғәт.

“Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Образдар системаһына характеристика.

            Ғәлимов Сәләм - 1сәғәт.

“Бала” поэмаһы. Ғаилә, бала тураһында әңгәмә. Поэманың художество үҙенсәлектәре.

            Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әҙәбиәте

Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәттең бурыстары, үҙенсәлеге. Публицистик поэзия. Р. Ниғмәти, М.Кәрим поэмалары һәм балладалары. Дәһшәтле һуғыш картиналарының очерк жанрында сағылышы. Яугирҙарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең батырлыҡтарын тасуирилаған хикәйәләр.

            Рәшит Ниғмәти - 3 сәғәт.

Яҙыусының тормошо һәм ижады. Башланғыс ижады. Шиғырҙар, поэмалар, лирик шиғырҙар циклы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары поэзияһы. “Үлтер, улым, фашисты” поэмаһында Тыуған ил, халыҡ образдары. Тел-стиль үҙенсәлектәре. Һуғыштан һуңғы йылдар ижадында хеҙмәт, тыныслыҡ темалары. Әҙәби тәнҡит. Лирик герой тураһында төшөнсә.

            Баязит Бикбай - 4 сәғәт.

Биографияһы һәм ижады. Б.Бикбай әҫәрҙәрендә азатлыҡ темаһы, поэтик үҙенсәлектәре. “Ҡарлуғас” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады.Һуғыштан һуңғы йылдар. “Салауат” драмаһының йөкмәткеһе. Драмала халыҡтар дуҫлығы. Проза. Әҙәбиәттә һәм театр сәнғәтендә Б.Бикбай ижадының роле.

            Зәйнәп Биишева - 5 сәғәт

Биографияһы һәм ижад юлы.  Балалар өсөн шиғырҙары. Повестары. Драмалары. “Тылсымлы ҡурай” драматик поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Трилогия. Трилогияның композицияһы, тел-стиль үҙенсәлектәре, художестволы эшләнеше.

            Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте

Был йылдарҙа ижад ителгән роман, повесть, хикәйәләр. Поэзияла һуғыш һәм тыныслыҡ темалары. Башҡорт поэзияһының идея-тематикаһы, жанрҙар төрлөлөгө.

            Назар Нәжми - 4 сәғәт

Н.Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады. Әҙәбиәт һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге. Ватан һуғышы йылдары ижады. “Окопта уйҙар”, “Иҫән ҡалһам” шиғырҙарында еңеүгә ышаныуы. Һуғыштан һуңғы поэзияһы. Хәҙерге башҡорт поэзияһында Н.Нәжми ижадының роле, әһәмиәте. ”Йәшлек йыры” һ.б. әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Образдар системаһы.

            Үтелгән темаларҙы ҡабатлау -1сәғәт

 

 

онтроль диктант – 5иргалимовныҙБашҡорт теле

          Тел тураһында дөйөм төшөнсә – 1 сәғәт

Тел ғилеменең бүлектәре.

          Лексика - 5 сәғәт

Һүҙ һәм төшөнсә. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр.фразеологизмдарҙың барлыҡҡа килеүе.

          Һүҙъяһалыш - 1сәғәт

Һүҙ төҙөлөшө: тамыр, нигеҙ, һүҙ яһаусы, үҙгәртеүсе  ялғауҙар, һүҙъяһалыш төрҙәре.

          Фонетика һәм графика – 2 сәғәт

Өн һәм хәреф мөнәсәбәте. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Башҡорт теленең өндәре һәм үҙләштерелгән өндәр.

Башҡорт графикаһы тарихынан: ғәрәп графикаһы, латин һәм рус графикаһы осорҙары.

          Орфография - 0,5 сәғәт

Башҡорт теле орфографияһының төп һәм өҫтәлмә принциптары. Ҡушма һүҙҙәр, уларҙың яҙылышы: ҡушма һәм айырым яҙыу, ҡыҫҡартып яҙыу, һыҙыҡса аша яҙыу. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу ҡағиҙәләре, һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

          Орфоэпия -0,5сәғәт

Башҡорт телендә баҫымдың үҙенсәлектәре: темәр ағышында өндәрҙең үҙгәреше. Сингармонизм, башҡорт телендә уның үҙенсәлектәре.

Морфология – 17 сәғәт

Һүҙ төркөмдәре, уларға дөйөм характеристика: үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исемдәш һүҙ төркөмдәре: исем, алмаш, сифат, һан, уларҙы берләштереүсе билдәләр.

Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәре.

Сифат. Исемләшкән сифаттар, сифат дәрәжәләре.

Һан. Һан төркөмсәләре, нумератив һүҙҙәр.

Алмаш. Уның төркөмсәләре, зат алмаштары, күрһәтеү, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек алмаштары.

Рәүеш. Уның мәғәнәләре, дәрәжәләре, яһалышы.

Ҡылым . Затлы ҡылымдар һәм ҡылым һөйкәлештәре. Хәбәр һөйкәлеше, бойороҡ һөйкәлеше, шарт, теләк һөйкәлеше. Сифат, хәл, уртаҡ, исем ҡылымдар. Ҡылым йүнәлеше.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр. Теркәүестәр. Киҫәксәләр. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар.

            Контроль эштәр – 7 сәғәт

1.Китапхана фонды

1.1. Дәреслек

1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте:  Урыҫ мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә. -Өфө: Китап, 2007.

 

1.2.            Методик әсбаптар

1.Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006.

  1. И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.
  2. Ғ.Б.Хөсәйенов. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.
  3. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге. – Өфө: Китап 2006 – 384 бит.
  4. З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин .Урыҫса-башҡортса һүҙлек .– Өфө:Китап,2007 – 392 бит.

8. Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова. Урыҫса-башҡортса һүҙлек. – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.

 

1.3. Предмет буйынса тәҡдим ителгән өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6. Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

 

7. Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап,-2004.

8. Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993.

9. М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.

10. М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова.  Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009- 168 бит.

11. Ғ.Ғ. Сәйетбатталов Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап,1997 352 бит.

 

3.Электрон әсбаптар

1.Электрон дәреслек

 

4.Класс йыһазы

1.      Башҡортостан картаһы

2.      Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Яҙма эш төрҙәре

Эш төрҙәре

I ярты йыллыҡ

II ярты йыллыҡ

Контроль диктант

1

2

Инша

1

1

Изложение

1

1

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа для 10 класса по башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Ученый секретарь

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 667 430 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.11.2018 937
    • DOCX 189.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Байрамшина Миляуша Наиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Байрамшина Миляуша Наиловна
    Байрамшина Миляуша Наиловна
    • На сайте: 9 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 49226
    • Всего материалов: 40

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 285 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Мини-курс

Методы сохранения баланса в жизни

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 29 человек

Мини-курс

Политология: теория, практика, законодательство

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Мастерство PowerPoint: систематизация, интерактивность и эффективность

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1719 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 170 человек