Инфоурок Другое ТестыРабочая программа по башкирскому (государственному) языку

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку

Скачать материал

                                                                                               1. Аңлатма яҙыу.

   Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтенән өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

5-се  класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле программаһы (2008) нигеҙендә, шулай уҡ:                                                                                          -”Рәсәй Федерацияһы  Мәғариф һәм Фән министрлығының 5.03.2004 й.раҫланған “ дәүләт белем биреү стандартының Федераль компонентына һәм ”Рәсәй Федерацияһы  Мәғариф һәм Фән министрлығының  9.03.2004 й.раҫланған “ Федераль базис белем биреү планына,

- “Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф   министрлығының  17.05.2010 й.раҫланған “ региональ базис белем                                                                                           -Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһы 2-се  урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2015-2016 йылға уҡытыу программаһына,  -Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ. Рус мәктәптәренең 5- се класында уҡыусы рус  балалары өсөн  башҡорт теле дәреслегенә тура килтереп төҙөлдө. Уҡытыу урыҫ телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.

Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә 5 кластарҙа 70 сәғәт ҡаралған.

 

  Эш программаһы стандарттың йөкмәткеһен аса, деталләштерә.

  Эш программаһы 8 бүлектән тора:

1.     Аңлатма яҙыу;

2.     Уҡыу предметына дөйөм характеристика;

3.     Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны;

4.     Уҡыу предметын үҙләшереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре;

5.     Уҡыу предметының йөкмәткеһе;

6.     Тематик планлаштырыу;

7.     Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү;

8.     Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

 

                                           2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра. 

          1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

          Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының   «Мәғариф тураһында » законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә: « Ҡайһы ғына проблеманы алма:

           Уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме- барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:

1.                     башҡорт мөхитендә тыуып  үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;

2.                     башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;

3.                     башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик  күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

 Бындай мәктәпәтрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

1.                     Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

2.                     Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙвң тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

3.                     Башҡорт телен  туған теленә таянып өйрәнеү.

4.                     Башҡорт телен  тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан күп кенә рус мәктәптәрендә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында быға тиклем татарса уҡытып килгән мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу индерелде. Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү зарурлығы менән ҡыҙыҡһына башланы. 

Мәктәптә башҡорт теленә өйрәтеү «Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI синыфтары өсөн башҡорт теле программа» һына нигеҙләнеп төҙөлә.

 

                         3.Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 350 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота; 5-се класс – 70, 6-сы класс  70, 7-се класс – 70, 8-се класс -70, 9-сы клас – 70 сәғәт.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙә   5-се  класс  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) , шул иҫәптән контроль эштәр өсөн  4 сәғәт.

 

4.      Уҡыу предметын үҙләшереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

·       шәхси үҫеш кимәле;

·       метапредмет кимәле;

·       предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ-аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ-аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Ø Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ø Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Ø Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Ø Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет буйынса белем кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Шәхси үҫеш кимәле

«Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

Ø телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

Ø тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

Ø кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

Ø укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

 

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

Ø уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

Ø дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

Ø дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

Ø уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

Ø коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеғе:

Ø дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

Ø дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

Ø бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

Ø ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

Ø фекереңде телдән формалаштырыу;

Ø кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

Ø тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

Ø тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

Ø уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

Ø тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

Ø бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

Ø тексты ентекле һөйләй белеү;

Ø хикәйә төҙеү;

Ø һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

Ø һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

Ø һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

Ø баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

Ø тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

 

1.                     Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-                       башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-                       тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-                       дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-                       һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-                       тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2.  Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3.                     Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.  Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

 

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Күсереп яҙыу-1

Һорауҙарға яуап-1

Диктант-4

Изложение-2

Инша-2

 

Яҙма эш төрҙәре диалог төҙөү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 

                                     5.Уҡытыу предметының йөкмәткеһе

Һаумы, мәктәп!  (8 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында. (8 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре. (8 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (7 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (6 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән. (8 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (6 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте. (6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр. (5 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Яҙғы байрамдар. (2 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

 

 

 

 

 

                                                                      

 

 

 

 

 

 

                                                                     6.Тематик планлаштырыу

                              V класс, йылына 70  сәғәт. Аҙнаға 2 сәғәт иҫәбенән.

 

 

             Тема

Сәғәт һаны

Үткәреү ваҡыты

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре

Иҫкәрмә

Планлаш тырылған

фактик

                                                            Һаумы, мәктәп!  (8 сәғәт)

 

1.                   

Белем көнө. Мин белемле булырға тейешмен.Башҡорт

алфавиты.Фонетика

(ҡабатлау).

Дөрөҫ яҙыу күнекмәләре.

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, бирелгән ситуацияға диалогтар төҙөү. Тема буйынса бәләкәй текстар төҙөү. Һүҙлектәр менән эш итеү Аудирование. Тыңлау һәм аңлау.

 

 

2.                   

Беҙ йәйге каникулды нисекүткәрҙек? Фонетика, орфография һәм орфоэ­пия (ҡабат­лау

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау. Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

3.                   

Беҙҙең ғаилә. Исем. Исемдәрҙең һорауы; күп­лек төшөнсә­һенең иҫемдәрҙә бирелеү юлдары (ҡабатлау

1

 

 

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау.

 

4.                   

Беҙҙең мәк­тәп. Күплек төшөнсәһе­нең иҫемдәр­ҙә бирелеше (ҡабатлау).

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

5.                   

Көҙгө көндәр, һөйләмдә һүҙ тәртибе (ҡабатлау

1

 

 

 

 

6.                   

Ҡурай моңо.

Ҡалын

һәм нәҙек

һуҙынҡылар

(ҡабатлау).

Сифат

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау. Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

7.                   

Әсә ниңә һөйөндө? Контроль эш

1

 

 

 

 

8.                   

Контроль эште анализлау.

1

 

 

 

 

II. ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА (8 сәғәт)

    9.              

Таныш

булайыҡ!

Берлектәге

исемдәрҙең

килеш менән

үҙгәреше.

Төп һәм

эйәлек

килеш.

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

10.              

Минең туғандарым күп, дуҫым да шәп. Төбәү һәм төшөм килеш

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау. Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

 

11.              

Һеҙҙең

өйөгөҙ

ҡайҙа?

Урын-ваҡыт

һәм сығанаҡ

килеш

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү. Төркөмләп эшләү

 

12.              

Минең бер

көнөм.

Күплектәге

исемдәрҙең

килеш менән

үҙгәреше

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау. Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткөнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

 

 

 

 

 

 

 

 

13.              

Зат алмаш­тары. Зат алмаштары­ның килеш менән үҙгә­реше, к-г, ҡ-ғ, п-б өндәре (сиратла­шыу.

1

 

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

14.              

Минең ярҙамым

1

 

 

 

 

15.              

Контроль эш.

1

 

 

 

 

16.              

Контроль эште тик­шереү

1

 

 

 

 

 

                                      III. ЙЫЛ МИҘГЕЛДӘРЕ (8 сәғәт)

17.              

Яҙғы айҙар һәм тәбиғәт. Яҙ тураһын­да һына­мыштар. Һорау алмаштары

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

18.              

Бабай менән һыу инәһе.Тыңлап аңларға өйрәтеү

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау.

 

19.              

Йәйге айҙар һәм тәби­ғәт. Йәй тураһында һынамыш­тар. Күрһә­теү алмаш­тарының килеш менән үҙгәреше.

1

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

20.              

Көҙгө айҙар һәм тәбиғәт. Көҙ тураһын­да һына­мыштар. Билдәһеҙлек һәм билдә­ләү алмаш­тары.

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Аудирование.

 

21.              

Ҡышҡы ай­ҙар һәм тәбиғәт. Ҡыш тура­һында һына­мыштар

1

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

22.              

Дүрт теләк.Юҡлыҡ

алмаштары.

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

23.              

Контроль эш.Инша

1

 

 

 

 

24.              

Контрольэште

тикшереү.

1

 

 

 

 

                       IV. БАШҠОРТОСТАНДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ? (7 сәғәт)

25.              

Урал башҡорт

иле.

Яңғыҙлыҡ һәм

уртаҡлыҡ исемдәр.

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

26.              

«Республи­каның тыуған көнө!» (Г. Сит-диҡова). Исемдең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау)

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау.

 

27.              

Башҡортос­тан флагы. Исемдең килеш менән үзгәреше(ҡабатлау).

1

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

 

 

28.              

«Салауат Юлаев һәй­кәле» (Р. Ла­типова, Р. Камалова). Билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ алмаштары (ҡабатлау

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

29.              

Өфө ҡалаһы.

Һорау,

күрһәтеү

алмаштары

(ҡабатлау

1

 

 

Аудирование. Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

30.              

Контроль эш

1

 

 

 

 

31.              

Контроль эште

анализлау

1

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

 

                                   V. КЕШЕ. ТӘН АҒЗАЛАРЫ. ШӘХСИ ГИГИЕНА (6 сәғәт)

32.              

«Уңған ҡыҙ» (И. Ғүмәро­ва). Башҡорт телендә эйәлек тө­шөнсәһе бирелеүенең 1-се юлы. Эйәлек алмаштары (ҡабатлау.Тел компетен-н формалаштырыу юлдары

1

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

33.              

Кеше. Уның тән ағзалары. Эйәлек тө­шөнсәһе бирелеүенең 2-се юлы

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау. Төркөмләп эшләү

 

 

34.              

Шәхси

гигиена.

Эйәлек

төшөнсәһе

бирелеүенең

2-се юлы.

1

 

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

35.              

Был

нәмәләр? кемдеке? Эйәлек тө­шөнсәһе бирелеүенең 3-сө юлы

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

36.              

Ул кем булып һәм ҡайҙа эшләй? Ҡылым

1

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләү

 

37.              

Дарыу үлән­дәре беҙҙең ярҙамсы. Диктант

1

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләү

 

VI. ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН! (8 сәғәт)

38.              

Башҡортос­танда ҡыш. Ҡылымдар­ҙың зат һәм һан менән үҙгәреше. Хәбәр һөйләм (ҡабатлау

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

 

39.              

«Алдаҡсы йондоҙҙар» (Ф. Иҫәнғо­лов), һорау һөйләм

1

 

 

 

40.              

Ҡоштарға яр­ҙам итегеҙ.

Ҡоштарҙы ашатығыҙ! Бойороҡ һөйләм

1

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләү Ҡоштар тауышын тыңлап, кроссворд сисергә

 

 

41.              

Грипп тейә күрмәһен! Башҡорт телендә тиң киҫәктәр (тиң эйәләр

1

 

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау.

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

42.              

Ҡышҡы уйындар. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр (тиң хәбәрҙәр). Картина буйынса инша яҙырға өйрәтеү

1

 

 

 

 

43.              

Яңы йыл

ҡотло

булһын!

Изложение яҙырға өйрәтеү

1

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткөнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

44.              

 Контроль эш

1

 

 

 

 

45.              

Хата өҫтөндә эш.

1

 

 

 

 

VII. АҘЫҠ-ТҮЛЕК. КЕЙЕМ-ҺАЛЫМ. ӨЙ. МАГАЗИН. БАҘАР (6 сәғәт)

46.              

Аҙыҡ-түлек магазинын­да. Сино­нимдар.

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

47.              

Кейем-һалым. Синоним ҡылымдар

1

 

 

 

48.              

«Яңы күлдәк» (Ф.  Туғыҙбаева).

1

 

 

 

49.              

Магазинда. Рәүештәр.Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

1

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләү

 

50.              

Тыуған көн. Тулы һөйләм төҙөү

1

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау

 

51.              

Контроль эш

1

 

 

 

 

 

                          VIII. 8 МАРТ - ҠАТЫН-ҠЫҘ КӨНӨ (4 сәғәт)

52.              

Байрам ме­нән ҡотла­йым! Конт­роль эште тикшереү.

1

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләү

 

53.              

«Әсә рәх­мәте» (Ә. Ихсан). Антонимдар

1

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү,художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу, текстың йөкмәткеһен һөйләй белеү. Һорауҙарға яуап биреү

 

 

54.              

Әсәйем, өләсәйем. Туғанлыҡ терминдары (тулылан­дырыу.

1

 

 

 

55.              

Аш-һыу әҙер­ләйбеҙ. Нисек? Нимә менән.

1

 

 

Индивидуаль эшләү

 

 

                                                   IX. ЯҘ ЕТТЕ (6 сәғәт)

56.              

Яҙғы көндәр. Омонимдар

11

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләү

 

57.              

 Ҡоштар. Тулы һөйләм төҙөү.

11

 

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләү

 

 

58.              

Минең ду­ҫым компью­тер. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләш­терелгән һүҙҙәр.Текст өҫтөндә эш алымдары

11

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу Паралар һәм төркөм  менән эшләү.

 

 

 

59.              

Ваҡыт күпме? Исемдәрҙеү килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау). Рус телен­дәге у, от предлогы­ның башҡорт телендә бирелеше

11

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Индивидуаль эшләү

 

60.              

Еңеү көнө. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау). Рус телен­дәге в, на предлогы­ның башҡорт телендә бирелеше

11

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

61.              

һаулығыңды һаҡлай бел. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау). Рус телен­дәге к, до предлогы­ның башҡорт телендә бирелеше

11

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

 

 

                                                        Х. ЯҘҒЫ ЭШТӘР (5 сәғәт)

 

62.              

«Баҡсасы һәм уның улдары» (К. Ушин-ский). һан

11

 

 

Паралар һәм төркөм  менән эшләүТөркөмләп эшләү

 

63.              

 Эш ҡорал­дары. Исем­дәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау). Рус телен­дәге о (об, обо), при предлогы­ның башҡорт телендә бирелеше.

11

 

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыуТөркөмләп эшлә.

 

64.              

«Суфия» (С. Агиш). Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау). Рус телен­дәге с (со) предлогы­ның башҡорт телендә бирелеше

11

 

 

Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Төркөмләп эшләү

 

65.              

Яҙғы сәскә­ләр. Сифат (ҡабатлау). Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау). Рус телен­дәге ОКОЛО предлогы

11

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау. Уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү.  Яңы һүҙҙәр менән танышыу

 

66.              

Яҙғы бай­рамдар. Яһалма сифат. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау)

11

 

 

Аудирование. Тыңлау һәм аңлау.Төркөмләп эшләү.

 

XI. ЯҘҒЫ БАЙРАМДАР (2 сәғәт)

 

67.              

Һабантуй. Контроль эш.

11

 

 

 

 

 

68.              

Контроль эште тикшереү

11

 

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

 

69.              

 Кластан тыш уҡыу. һаумы йәй.

11

 

 

 

70.              

5-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау.

11

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                  7.Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү

 

1.                        Усманова М. Ғ.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

2.                        Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4  синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы

3.                        Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап.

4.                        Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

 

5.                        Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

6.                        Әхтәмов М.Х.- Омонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 2006.

7.                        Әхтәмов М.Х.- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап,1987. 

8.                        Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 5 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003.

9.                        М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

10.                   Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     5-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2010.

11.                   Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.- Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се клас уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

12.                   Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

13.                   Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

14.                   Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

 

Материал-техник ҡулланмалар

-                       телевизор

-                       видеомагнитофон

-                       компьютер

 

8.Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

1.     Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

2.     Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

3.     Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

4.     Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

5.     Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

6.     Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

7.     Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

8.     Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 114 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.10.2016 473
    • DOCX 257.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сиражитдинова Лэйсэн Фуатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сиражитдинова Лэйсэн Фуатовна
    Сиражитдинова Лэйсэн Фуатовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8113
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Эффективная самоорганизация и планирование

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 110 человек из 38 регионов
  • Этот курс уже прошли 46 человек

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, психология

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Состав и анализ финансовой отчетности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе