Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Скачать материал

Аңлатма яҙыу

Башҡорт теленән эш программаһыРәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып, уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән Р.Д.Салауатованың Сынбулатованың  1-4-се кластар өсөн «Башҡорт теле»нән өлгө программаһына (Китап, 2011)ярашлы төҙөлдө

4-се класс бөтәһе 105  сәғәт (35  аҙна  х  3 сәғәт)

Бала мәктәптә ике йыл укыу һөҙөмтәһендә программала ҡаралған белем күләмен, йөкмәткеһен үҙләштерҙе. Ул хәрефтәрҙе дөрөç тоташтырырға, үҙенең йәшенә ярашлы етеҙ һәм грамоталы яҙырға өйрәнде. Уҡыусы, нигеҙҙә, программала ҡаралған башҡорт теле үҙенсә-лектәрен, дөрөç яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе, телдең теге йәки был грамматик күренештәрен үҙ телендә дөрөç ҡулланырға өйрәнде. һөйләү-һөйләшеү күнекмәләренә эйә будды. Өсөнсө класта уларҙы артабан нығытыу, йәғни дөрөç, тиҙ яҙыу күнекмәләрен тағы ла сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора. Күсереп яҙыу эштәре лә йөкмәткелерәк була бара. Уларҙы ижади элементтар менән байытыу, тулыландырыу зарур. Программала күсереп яҙыу оçталығын формалаштырыу өçтөндә маҡсатлы рәүештә эшләү ҡаралған. Аралашыу оçталығын шымартыу, ижади йүнәлештә эшмәкәрлек итеү — программала ҡуйылған төп йүнәлештәрҙең береһе.
        Күпселек программа материалы баланы ижади йүнәлештә эшләргә өйрәтеүгә ҡоролған. Бирелгән тексты үҙгәртеп ҡороу, сюжетлы һүрәт буйынса хәл-ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле атҡары-лыуын бәйән итеү, тексты төҙөгәндә «Туған тел» дәрестәрендә өйрәнгән сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙырға өйрәнеү һәм теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашынды, фекеренде белдереү кеүек эштәрҙе башҡарыуҙы тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора.
Өсөнсө кластың «Әсә теле» программа материалы баланы шәхес итеп күреп, уның ирекле фекерләүенә, эш итеүенә шарттар булдырып, уҡыусыны белем алыуҙа үҙен әүҙем ҡатнаштырып, эшмәкәрлек итергә этәргес мотивтар, мөмкинлектәр тыуҙырып, укыу процесын ойоштороуҙы талап итеп ҡуя.

Өсөнсө класс «Әсә теле» программаһында башҡорт теленең үҙенсәлектәрен, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү; телдең теге йәки был күренештәрен өйрәнеү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу маҡсаты ҡуйыла. Ижади эштәр күләмлерәк һәм йөкмәткелерәк йүнәлеш ала. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя:

-лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, киңәйтеү;

ҙлөкһөҙ, матур һәм тиҙ яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;

-грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог текстар төҙөү һәм һөйләү, шиғыр, әкиәт, хикәйә ижад итеү;

-«Туған тел» дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу: сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙыу; теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды, фекереңде белдереү күнекмәләрен сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү.

Норматив документтар

Программа Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан эшләнгән “Уҡыу планы”на ярашлы тормошҡа ашырыла. Башланғыс мәктәптә “Башҡорт теле” дәрестәрендә бәләкәй мәктәп йәшендәге балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора.

Башҡорт теле программаһы “Мәғариф тураһында” закон нигеҙендә донъя күргән “Рәсәй мәғарифын 2010йылға тиклем модернизациялау концепцияһы” , “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законы, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы” һәм башҡа норматив-әхлаҡи документтарға таянып эшләнде.

Маҡсаттар һәм бурыстар:

Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдына ҡуйыл-ған төп маҡсат- баланы шәхес итеп тәрбиәләү. Шул маҡсаттан сығып, башҡорт телен уҡытыуҙың үҙәк мәсьәләләре билдәләнде:

*телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

*тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү:

*башҡорт теле предметы аша тирә-яҡты, йәғни баланы уратып алған мөхитте, объекттарҙы, күренештәрҙе танып-белергә, аңларға, мәғлүмәтле булырға өйрәтеү;

*милли үҙаңды формалаштырыу;

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

-туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

-башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

-башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

 

 

 

Белем биреү һөҙөмтәләре

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

  • дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы билдәләү;
  • план буйынса эшләү, эшеңде план менән сағыштырыу, кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү;

Танып-белеү эшмәкәрлеге:

  • текст мәғлүмәтенең бөтә төрҙәрен уҡыу (текстың үҙен, текстан һуңғы аңлатмаларҙы, өҫтәмә таблицаларҙы, схемаларҙы)
  • төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү(тотош текст, иллюстрация, таблица, схемалар)
  • һүҙлектәр, белешмәләр менән ҡулланыу;
  • сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре булдырыу;

Аралашыу эшмәкәрлеге:

  • телмәр ситуацияһына ярашлы рәүештә үҙ фекереңде телдән һәм яҙма сағылдырыу;
  • диалог һәм монолог телмәр төрҙәре менән ҡуллана алыу;
  • башҡаларҙы тыңлау һәм ишетеү, үҙ фекереңде яҡлай йәки үҙгәртә алыу;
  • аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү;
  • ғаиләлә, йәштәштәрең менән шәхси үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бәхәсле си-туацияларҙың сиселешен хәл итеү;

Предмет үҙләштереү кимәле:

-өн һәм хәрефтәр тураһында үтелгәнде системалаштырыу;

-һүҙгә тулы фонетик анализ яһау;

-башҡорт теленең орфограммалары тураһында белемдәрҙе системаға һалыу;

-тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙыу;

- төрлө тикшереү эштәрен үтәргә өйрәнеү;

“Башҡорт теле” программаһын өйрәнеү процесында 4 класс уҡыусыһы :

1.     Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

  • үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;
  • мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;
  • һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

1.     Предмет буйынса белем алырға:

  • өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы харак-теристика бирергә;
  • һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;
  • өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған 70-80 һүҙҙән торған тексты, каллиграфия талаптары-на ярашлы грамоталы яҙа белергә;

1.     Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарарға;
  • маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белергә;
  • уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • “Башҡорт теле” дәреслеге. Автор Ф.Ш.Сынбулатова
  • Ф.Ш.Сынбулатова .Әсә теле. 2 киҫәктә. Башҡорт мәктәптәренең 4-се класы өсөн дәреслек.-Өфө: Китап, 2017й.
  • Сынбулатова Ф.Ш., Иҡсанова Р.М. Башҡорт мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн “Башҡорт теле” дәрес-легенә методик ҡул.

 

Башҡорт теленән тематик план

 

№ п/п

Йөкмәткеһе

Сәғәт

1

Телмәр үҫтереү

6

2

Фонетика

8

3

Һөйләм

4

4

Исем

8

5

Алмаш

5

6

Сифат

6

7

Рәүеш

3

8

Ҡылым

13

9

Һан

4

10

Лексика

6

11

Үтелгәнде нығытыу

30

12

Контроль диктантар

12

Бөтәһе

105 сәғәт

 


 

Башҡорт теленән календарь - тематик план

 

План.

ваҡыты

Үткәреү

ваҡыты

Дәрестең    темаһы

Примечание

1

05.09

 

Телмәр үҫтереү. Инша «Һаумы, мәктәп!”

 

2

07.09

 

Фонетика. Өн һәм хәреф.

 

3

08.09

 

Һүҙлек диктанты. Һүҙҙәргә фонетик анализ

 

4

12.09

 

Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы.

 

5

14.09

 

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

 

6

15.09

 

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

 

7

19.09

 

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

 

8

21.09

 

Контроль диктант №1

 

9

22.09

 

Хаталар өҫтөндә эш.

 

10

26.09

 

Күнегеүҙәр үтәү.Һүҙлек диктанты.

 

11

28.09

 

Йомғаҡлау

 

12

29.09

 

Һөйләм. Нимә ул һөйләм? Баш һәм эйәрсен киҫәктәр

 

13

03.10

 

Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр

 

14

05.10

 

Телмәр үҫтереү. Алтын көҙ- картина буйынса эш

 

15

06.10

 

Һөйләмгә синтаксис анализ

 

16

10.10

 

Һөйләм темаһын проектлау

 

17

12.10

 

Һүҙлек диктанты.Исем. Нимә ул морфология? Нимә ул исем?

 

18

13.10

 

Һөйләмдә исемдәрҙе билдәләү. Һүҙлек диктанты.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

 

19

17.10

 

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше

 

20

19.10

 

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙ-гәреше.Телмәр үҫтереү. Изложение. Иламаҫ

 

21

20.10

 

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

 

22

24.10

 

Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

 

23

26.10

 

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ялғау-ҙар алмашыныуы

 

24

27.10

 

Һүҙлек диктант.Исемгә морфологик анализ яһау

 

25

03.11

 

Контроль диктант №2

 

26

07.11

 

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр. Ҡабатлау. Йомғаҡлау.

 

27

09.11

 

Телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса инша « Кыш»

 

28

10.11

 

Һүҙлек диктант.Тикшереү эше. Тест. Контроль диктант №3

 

29

14.11

 

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр.

 

30

16.11

 

Алмаш. Уның төркөмсәләре

 

31

17.11

 

Зат алмаштары

 

32

21.11

 

Эйәлек заты алмаштары.

 

33

23.11

 

Һүҙлек диктантыҺорау һәм күрһәтеү алмаштары.Телмәрҙә алмаштарҙың ҡулланышы.

 

34

24.11

 

Алмашты килеш менән үҙгәртеү.

 

35

28.11

 

Телмәр үҫтереү.Изложение. «Ҡышҡы уйындар»

 

36

30.11

 

Алмашҡа морфологик анализ.

Контроль диктант №4

 

37

01.12

 

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

38

 

05.12

 

Сифат. Нимә ул сифат?

 

39

07.12

 

Һүҙлек диктантыТамыр һәм яһалма сифаттар.

 

40

08.12

 

Сифат дәрәжәләре.

 

41

12.12

 

Төп һәм шартлы сифаттар.

 

42

14.12

 

Ҡабатлау. Күнегеүҙәр үтәү.

 

43

15.12

 

Телмәр үҫтереү. «Тәүге ҡар» картина буйынса эш.

 

44

19.12

 

Сифаттың һөйләмдәге роле.

 

45

21.12

 

Сифатҡа морфологик анализ

 

46

22.12

 

Сифатҡа морфологик анализ

 

47

26.12

 

Һүҙлек диктанты.Йомғаҡлау.

 

48

28.12

 

Контроль диктант №5

 

49

29.12

 

Һүҙлек диктанты.Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

50

16.01

 

Рәүеш. Нимә ул рәүеш? Уның яһалышы.

 

51

18.01

 

Рәүеш төркөмсәләре.

 

52

19.01

 

Телмәр үҫтереү «Яңы йыл “картина

буйынса эш

 

53

23.01

 

Рәүешкә морфологик анализ.

 

54

25.01

 

Йомғаҡлау

 

55

26.01

 

Ҡылым. Нимә ул ҡылым?

 

56

30.01

 

Һүҙлек диктанты.Ҡылымдарҙың яһалышы.

 

57

01.02

 

Үтелгәндәрҙе нығытыу.

 

58

02.02

 

Ҡылымдарҙың үҙгәреше ( заман, зат, һан, барлыҡ- юҡлыҡ

 

59

06.02

 

Һүҙлек диктанты. Үткән заман ҡылымдары.

 

60

08.02

 

Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше

 

61

09.02

 

Телмәр үҫтереү «Хоккей майҙансығы» картина буйырса эш.

 

62

13.02

 

Хәҙерге заман ҡылымдары.

 

63

15.02

 

Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше

 

64

16.02

 

Киләсәк заман.

 

65

20.02

 

Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө.

 

66

22.02

 

Телмәр үҫтереү. Изложение.

 

67

23.02

 

Һүҙлек диктанты. Нығытыу

 

68

27.02

 

Ҡылым һөйкәлештәре

 

69

01.03

 

Бойороҡ һөйкәлештәре

 

70

02.03

 

Ҡылымдарҙың үҙгәрештәре.

 

71

06.03

 

Хәбәр һөйкәлеше, ҡылымдарҙың үҙгәреше.

 

72

08.03

 

Үтелгәнде нығытыу.

 

73

09.03

 

Контроль диктант №6.

 

74

13.03

 

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

75

15.03

 

Телмәр үҫтереү “Батырлыҡ» инша

 

76

16.03

 

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

 

77

20.03

 

Һүҙлек диктанты.Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

 

78

22.03

 

Үтелгәнде нығытыу. Морфологик анализ.

 

79

23.03

 

Контроль диктант №7.

 

80

03.04

 

Хаталар өҫтөндә эш.Йомғаҡлау.

 

81

05.04

 

Һан. Нимә ул һан? Ябай һәм ҡушма һандар

 

82

06.04

 

Һүҙлек диктанты.Һан төркөмсәләре

 

83

10.04

 

Телмәр үҫтереү. Өйрәтеү изложениеһы

 

84

12.04

 

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы

 

85

13.04

 

Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы

 

86

17.04

 

Морфологик анализ

 

87

19.04

 

Контроль диктант №

 

88

20.04

 

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

89

24.04

 

Телмәр үҫтереү.»Ҡоштар ҡайта» картина буйынса эш

 

90

26.04

 

Лексика. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр.

 

91

    127.04

 

Омонимдар

 

92

01.05

 

Һүҙлек диктанты.Синонимдар

 

93

03.05

 

Антонимдар

 

94

04.05

 

Нығынған һүҙбәйләнештәр.

 

95

08.05

 

Телмәр үҫтереү «Ҡуян» изложение.

 

96

10.05

 

Фонетика.Һүҙъяһалыш

 

97

11.05

 

Һөйләм.

 

98

15.05

 

Исем

 

99

17.05

 

Контроль диктант №9

 

100

18.05

 

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

101

22.05

 

Үтелгәндәрҙе нығытыу

 

102

24.05

 

Контроль диктант №10

 

103

25.05

 

Һүҙлек диктанты.Хаталар өҫтөндә эш.Күнегеүҙәр

 

104

29.05

 

Комплекслы предмет-ара тикшереү эше

 

105

31.05

 

Үтелгәндәрҙе систамалаштырыу

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.     Дәреслек «Әсә теле» 4 класс –Өфө-2017 уҡыу йылы 1, 2-се киҫәктәр;

2.     «Әсә теле» дәреслегенә эш дәфтәрҙәре –Өфө-2017 уҡ.й. 1, 2-се киҫ.;

3.     Электрон дәреслек 4 класс;

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Тьютор

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Башҡорт теленән эш программаһыРәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып, уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән Р.Д.Салауатованың Сынбулатованың1-4-се кластар өсөн «Башҡорт теле»нән өлгө программаһына (Китап, 2011)ярашлы төҙөлдө

4-се класс бөтәһе 105сәғәт (35аҙнах3 сәғәт)

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 015 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 17.12.2018 220
    • DOCX 37.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Амакасова Айзиля Загитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Амакасова Айзиля Загитовна
    Амакасова Айзиля Загитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 38463
    • Всего материалов: 50

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Психологические аспекты развития и состояния личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Инклюзивное образование: нормативное регулирование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методики воспитания и развитие в СПО

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 12 человек