- 03.11.2015
- 9594
- 64
Получите профессию
за 6 месяцев
Пройти курс
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
Смотреть ещё
3 811
методических разработок в категории другое
Перейти в каталог
Рабочая программа
по башкирскому языку
|
|
класс: |
7 «Б» |
учебный год: |
2014-2015 (адаптированная) |
Учитель: Султанова .Р.З.
7 – се класс өсөн
башҡорт (дәүләт) теленән
эш программаһы
дөйөм сәғәттәр һаны – 66 сәғәт
аҙнаһына - 2 сәғәт иҫәбенән
Төҙөүсе : Солтанова Резеда Зөлҡәрнәй ҡыҙы.
Башҡорт теленән программа (Уҡытыу урыҫ
телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).
Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова
З.М.—Ижевск: “Книгоград”, 2008 нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә
алып барылған мәктәптәрҙең 7–се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б.— Өфө: Китап, 2007 .
Аңлатма яҙыу.
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VII төрҙәге махсус(коррекцион)программалар,дәреслектәр булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға(79 ст.. 1 ч Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы 29.12.2012 № 273) “нигеҙләнеп” төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды.Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәнлектән тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе “Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М. БР Мәғариф министрлығы ,2008 “нигеҙендә” еңелләштереп төҙөлдө.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)
Төҙөүсе: Солтанова Резеда Зөлҡәрнәй ҡыҙы
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2007.
Программа кимәле : базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :
Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2007.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше):
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу планында предметтың урыны :
Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 7 класта 66 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт)
Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1 , 28 август 2014 йыл.)
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:
Маҡсаттар һәм бурыстар:
күнекмәләре булдырыу (аудирование).
Уҡыу курсының йөкмәткеһе
№ |
Бүлек темалары |
Дөйөм сәғәттәр һаны |
Сәғәттәр һаны
|
|
теоретик |
практик (контроль эш, тест,диктант, изложение, инша) |
|||
1. |
Яңынан мәктәпкә |
6 |
5 |
1 |
2 |
Ауыл тормошо |
6 |
6 |
|
3 |
Башкортостан буйлап сәйәхәт |
6 |
5 |
1 |
4 |
Спорт. Спорт кәрәк-ярактары |
5 |
5 |
|
5 |
Мин һәм беҙҙең ғаилә |
8 |
7 |
1 |
6 |
Сәнғәт оҫталары. |
7 |
6 |
1 |
7 |
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? |
4 |
4 |
|
8 |
Борон-борон заманда... |
5 |
4 |
1 |
9 |
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ |
7 |
6 |
1 |
10 |
Йәмле йәй |
13 |
12 |
1 |
|
Бөтәһе: |
66 |
59 |
7 |
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:
Тема |
Сәғәт |
Йөкмәткеһе |
I. Яңынан мәктәпкә |
6 сәғәт |
5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора. Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу. Грамматика: 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. |
Ауыл тормошо |
6 сәғәт |
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу. Грамматика: Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө. |
Башкортостан буйлап сәйәхәт |
6 сәғәт |
Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла. Грамматика:Яңғыҙлыҡ исемдәр. |
Спорт. Спорт кәрәк-ярактары |
5 сәғәт |
Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү. Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр. Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре,һөйләмтөрҙәре. |
Мин һәм беҙҙең ғаилә |
8 сәғәт |
Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү. Грамматика: Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше. |
Сәнғәт оҫталары. |
7 сәғәт |
Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү. Грамматика: Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу. |
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? |
4 сәғәт |
Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк. «Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк. Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау. |
Борон-борон заманда... |
5 сәғәт |
Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк. Грамматика: Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы |
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ |
7 сәғәт |
Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу. Грамматика: Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы |
Йәмле йәй |
13 сәғәт |
Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү. Грамматика: 7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. |
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
|
|
Яҙма эш |
5 |
Күсереп яҙыу - |
2 |
Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар
Материаль-техник ҡулланмалар
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
Календарь- тематик планлаштырыу
№ |
Дәрес темалары |
Бүлек буйынса сәғәттәр һаны |
Сәғәт тәр һаны |
Дата |
Яҡынса өй эше |
|
План буй-са |
Факт |
|||||
1 |
1- се сентябрь - Белем көнө. |
I. Яңынан мәктәпкә. 6 сәғәт |
1 |
1.09 |
1.09 |
2-3 һөйләм яҙ. |
2 |
Б.Бикбай. Туған тел. Күсереп яҙыу. |
1 |
3.09 |
3.09 |
|
|
3 |
В.Баймырҙина. Дуҫлыҡ. Ҡылым төркөмсәләре. |
1 |
8.09 |
8.09 |
8 -күнегеү |
|
4 |
З.Биишева. Башҡорт теле. |
1 |
10.09 |
10.09 |
10-11 бит |
|
5 |
К.Кинйәбулатова. ”Көҙҙәр еткәс”.
|
1 |
15.09 |
15.09 |
12 -күнегеү |
|
6 |
Урман аптекаһында. |
1 |
17.09 |
17.09 |
Һынамыштар яҙып кил |
|
7 |
Ауыл тормошо. |
II. Ауыл тормошо. 6 сәғәт |
1 |
22.09 |
22.09 |
18 -күнегеү |
8 |
Алтын башаҡтар. Сифат ҡылым. |
1 |
24.09 |
24.09 |
Һорауҙарға яуап яҙ 22- бит |
|
9 |
Т. Йосопов. Икмәк еҫе.. |
1 |
29.09 |
29.09 |
22 -күнегеү |
|
10 |
Ҡан ҡәрәҙәштәр. |
1 |
1.10 |
1.10 |
Һүҙлек һүҙ.ятл. |
|
11 |
Н. Мусин. Тәбиғәтте һаҡлау.Һөйләм. |
1 |
6.10 |
8.10 |
26 -күнегеү |
|
12 |
Башҡорт балы. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау. |
1 |
8.10 |
15.10 |
32 -күнегеү |
|
13 |
Башҡортостан. |
III. Башҡортос тан буйлап сәйәхәт. 6 сәғәт |
1 |
13.10 |
20.10 |
34 -күнегеү |
14 |
Урал. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. |
1 |
15.10 |
22.10 |
39 -күнегеү |
|
15 |
Р.Ғарипов. Урал йөрәге. |
1 |
20.10 |
27.10 |
43 -күнегеү |
|
16 |
Яҙма эш.
|
1 |
22.10 |
29.10 |
|
|
17 |
Тыуған ил. Хәҙерге заман сифат ҡылым. |
1 |
27.10 |
|
8 -күнегеү |
|
18 |
Беҙҙең ата- бабаларыбыҙ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. |
1 |
29.10 |
|
8 -күнегеү |
|
19 |
Беҙҙең ғаилә- ярышта |
IV. Спорт. Спорт кәрәк яраҡтары. 5 сәғәт |
1 |
5.11 |
5.11 |
50 -күнегеү |
20 |
Башҡортостанда спорт төрҙәре. |
1 |
10.11 |
17.11 |
спорт төрҙәре тур-да яҙ |
|
21 |
Н.Иҙелбаев.”Беҙҙең катокта |
1 |
12.11 |
|
ҡабатларға |
|
22 |
“Аҡбуҙат”ипподромы. |
1 |
17.11 |
19.11 |
67 -күнегеү |
|
23 |
Башҡортостан- чемпиондар иле.Һөйләм. |
1 |
19.11 |
|
ҡабатларға |
|
24 |
К.Шафикова.”Әсәй күҙҙәре”. |
V. Мин һәм беҙҙең ғаилә. 8 сәғәт
|
1 |
24.11 |
24.11 |
76-күнегеү |
25 |
Кластан тыш уҡыу. Аманат журналынан. |
1 |
26.11 |
26.11 |
План төҙөргә |
|
26 |
БХӘ. ”Ҡошҡа әйләнгән әбей”. |
1 |
1.12 |
10.12 |
81 -күнегеү |
|
27 |
Дуҫым, серҙәшем.. |
1 |
3.12 |
15.12 |
86 -күнегеү |
|
28 |
Шәжәрә. |
1 |
8.12 |
17.12 |
88 -күнегеү |
|
29 |
Ҡ.Даян.”Атай кәңәше”. |
1 |
10.12 |
22.12 |
94 -күнегеү |
|
30 |
Яҙма эш. |
1 |
15.12 |
24.12 |
|
|
31 |
Ф. Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. |
1 |
17.12 |
29.12 |
ҡабатларға |
|
32 |
Й.Солтанов .Кәнәфер сәскәһе. |
VI. Сәнғәт оҫталары. 7 сәғәт |
1 |
22.12 |
19.01 |
84 бит,уҡырға |
33 |
Х Әхмәтов.Тыуған ауылым.. |
1 |
24.12 |
21.01 |
114 -күнегеү |
|
34 |
Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов. |
1 |
29.12 |
26.01 |
116 -күнегеү |
|
35 |
Р. Туйсина. Теркәүес. |
1 |
19.01 |
9.02 |
123-күнегеү |
|
36 |
С.Юлаев ижады. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. |
1 |
21.01 |
|
ҡабатларға |
|
37 |
Р.Хәсәнов. Күсереп яҙыу. |
1 |
26.01 |
|
|
|
38 |
Яҡташ яҙыусылар ижады менән танышыу. |
1 |
28.01 |
11.02 |
һөйләргә |
|
39 |
Исемдәрҙә ил тарихы. |
VII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? 4 сәғәт |
1 |
2.02 |
16.02 |
Үҙ исемең тур-да яҙ |
40 |
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? |
1 |
4.02 |
18.02 |
128 -күнегеү |
|
41 |
Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы |
1 |
9.02 |
25.02 |
Ҡабатларға |
|
42 |
Яҡташ яҙыусылар ижады. |
1 |
11.02 |
|
Ҡабатларға |
|
43 |
Ирәндек.Киҫәксәләр тураһында төшөнсә. |
VIII. Борон- борон заманда. 5 сәғәт |
1 |
16.02 |
|
уҡырға |
44 |
Ф.Туғыҙбаева ”Тайыштабан т-да әкиәт”. |
1 |
18.02 |
|
һөйләргә |
|
45 |
Әкиәттәр. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы. |
1 |
25.02 |
|
Ҡабатларға |
|
46 |
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. |
1 |
2.03 |
|
Һорауҙарға яуап яҙ |
|
47 |
Яҙма эш. |
1 |
4.03 |
|
Ҡабатларға |
|
48 |
Ш. Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк. |
IX. Берҙәм лек, дуҫлыҡ, тыныс лыҡ. 7 сәғәт |
1 |
11.03 |
|
Ҡабатларға |
49 |
К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. |
1 |
16.03 |
|
Һүҙлек һүҙ.ятл. |
|
50 |
Ҡ. Аралбаев. Дуҫлыҡ һәйкәле. |
1 |
18.03 |
|
140-күнегеү |
|
51 |
Дуҫлыҡ. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. |
1 |
1.04 |
|
Һорауҙарға яуап яҙ |
|
52 |
С. Әлибаев.”Ҡайын һыуы”. |
1 |
6.04 |
|
148 -күнегеү |
|
53 |
Урман-ҙур байлыҡ. |
1 |
8.04 |
|
Һорауҙарға яуап яҙ |
|
54 |
Яҙма эш |
1 |
13.04 |
|
|
|
55 |
Ярҙам. |
X. Йәмле йәй. 13 сәғәт |
1 |
15.04 |
|
уҡырға |
56 |
Ымлыҡтар. |
1 |
20.04 |
|
Һүҙлек һүҙ.ятл. |
|
57 |
Яҙ сәскәһе. |
1 |
22.04 |
|
Ҡабатларға |
|
58
59 |
З.Ҡотлогилдина.”Йәй”.
Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. |
2 |
27.04, 29.04 |
|
Ҡабатларға |
|
60
61 |
Үҙе сәскә,үҙе сәғәт.(Аҡбуҙат журналынан) Ҡырмыҫҡалар. |
2 |
4.05, 6.05 |
|
Ҡабатларға |
|
626364 |
Йәйге тәбиғәт. Һөйләм. Үтелгәнде ҡабатлау |
3 |
11.05, 13.05, 18.05 |
|
ҡабатларға |
|
65
|
Яҙма эш. |
1 |
20.05 |
|
|
|
66 |
Үтелгәнде ҡабатлау |
2 |
25.05, 27.05 |
|
ҡабатларға |
В нашем каталоге доступно 74 675 рабочих листов
Перейти в каталогПолучите новую специальность за 2 месяца
Получите профессию
за 6 месяцев
Пройти курс
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
6 665 075 материалов в базе
Настоящий материал опубликован пользователем Султанова Резеда Зулкарнаевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалВаша скидка на курсы
40%Курс профессиональной переподготовки
500/1000 ч.
Курс повышения квалификации
72/180 ч.
Курс профессиональной переподготовки
300/600 ч.
Курс профессиональной переподготовки
300/600 ч.
Мини-курс
10 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.