Инфоурок Иностранные языки Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку 7 класс

Рабочая программа по башкирскому языку 7 класс

Скачать материал

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа

 с. имени Восьмое Марта муниципального района Ермекеевский район  Республики Башкортостан

 

Рассмотрено:

Согласовано:

Утверждено:

Руководитель РМО учителей башкирского языка

Заместитель директора по УВР

Директор школы

_____ Шаймарданова Г.С.

_____ Латыпова Р.И.

_____ Ахмадуллина Л.И.

протокол № _____

«____»______________ 20___г.

приказ № _____

«____» ____________ 20___г.

 

«____»_______________ 20___г.

 

 

 

 

 

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

ПО БАШКИРСКОМУ ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ

ДЛЯ 7 КЛАССА ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ

 

 

Уро Программа разработана на основе  программы по башкирскому языку для учащихся 1-11 классов школ с русским языком обучения (Х. А. Тулумбаев, М. С. Давлетшина, З. М. Габитова, М. Г. Усманова) - Ижевск: «КнигоГрад», 2012

Срок реализации программы  1 год_

Составитель  учитель башкирского языка первой категории

                         МОБУ СОШ с. имени Восьмое Марта

                         Хамидуллина Фидания Кашиповна

 

 

 

2017 год

Аңлатма яҙыу

 Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы:

    Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына:

1.Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3.Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4.”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5.”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6.Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730 һәм Башҡортостан                            Республикаһы Мәғариф министрлығының 737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған “ региональ базис белем биреү планына.

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2012;

      Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәре өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. –     Өфө: Китап, 20    

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2015.

Башҡортостан Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  Һигеҙенсе Март урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  2017-2018 йылға «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

  Башҡортостан Республикаһы Президентының 1990 йылдың  15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды.Ошо Указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың, айырым алғанда, башҡорт телен уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде. Концепцияла былай әйтелә: ”Ҡайһы ғына проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүме, программалар һәм дәреслектәр яҙыумы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүме – барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк”. Былар түбәндәгеләр:

             1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

             2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ   өйрәнгән балалар.

             3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар урыҫ мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет  булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

          Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай                                                                                   мәктәптәрҙә ҡулланыла торған дәреслектәр программалар ҙа үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтелгәникенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

            Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

1.      Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

2.      Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

3.      Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.

4.      Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Шәхсән һөҙөмтәләр:

            -тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнен аңлау, үҙләштереү;

-башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше итеп ҡабул итеү;

-дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

-үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге.

Предмет-ара һөҙөмтәләре:

-белем алыу (уҡыу- уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана    белеү оҫталығы;

-аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

-телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр , яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында , адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

-үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға тырышыу;

-һорауҙар биреү оҫталығы.

Предмет һөҙөмтәләре:

-башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик , лексик , грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төщөнсә алыу;

орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

Өн, хәреф,һүҙ төҙөлөшө, телмәр киҫәге , һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә)  тел берәмектәрен сағыштыра, таба, классификациялай( бүлә), ҡылыҡһырай алыу оҫталығы;

Үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.

 

 

 

 

 

 

 

 

    

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

I Яңынан мәктәпкә (5 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II. Ауыл тормошо (4 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:Ҡылым. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм төҙөлөшө.

III. Башҡортостан буйлап сәйәхәт (4 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары (5 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башҡортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (5 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

VII. Сәнғәт оҫталары. (3 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (2 сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда... (2 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Йәмле йәй (4 сәғәт) Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә  һәм  һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған  әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу. Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

 

 

                                                                           

Календарь-тематик планлаштырыу

 

Тема

Дәреҫ ҫаны

 

Үтҡәр.ваҡыт.

 

 

План.

Үткәр.

 

 

Яңынан мәктәпкә.(5 сәғәт)

 

 

 

1

М. Кәрим. “Уҡытыусыма”. “Тел”(Х.Назар).

1

06.09

 

 

2

Т.Дәүләтбирҙина.”Миҙгелдәр”.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

13.09

 

3

З.Биишева. “Башҡорт теле.” Исемдең килеш ялғауҙары.

1

20.09

 

 

4

 Инеш диктант.

1

27.09

 

 

5

 К.Кинйәбулатова.” Көҙҙәр еткәс”.Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.

1

04.10

 

 

Ауыл тормошо.(4 сәғәт)

 

 

6

Икмәк үткән юл. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

18.10

 

 

7

Т.Йосопов.” Икмәк еҫе.” Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. 

1

25.10

 

 

8

 Н.Мусин. “Тәбиғәтте һаҡлау”. Текст төҙөлөшө.

1

 01.11

 

 

9

Бал ҡорто. Хеҙмәт һәм икмәк тураһында мәҡәлдәр.

1

08.11

 

 

Башҡортостан буйлап сәйәхәт.(4 сәғәт)

 

 

10

Контроль диктант .

1

15.11

 

 

11

М.Кәрим.”Башҡортостан”. Исем.

1

29.11

 

 

12

Урал имәне. Арҡайым. Исем.

1

06.12

 

 

13

Тәбиғәт һәйкәлдәре. Тыуған ил, Ватан тураһында мәҡәлдәр.

1

13.12

 

 

Спорт.Спорт кәрәк-яраҡтары.(5 сәғәт)

 

 

14

Спорт – ул һаулыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

1

20.12

 

 

15

Беҙҙең ғаилә ярышта. Тексты өлөштәргә бүлеү.

1

27.12

 

 

16

Һаулығың – байлығың. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

09.01

 

 

17

 Башҡорт халыҡ уйындары. “Аҡбуҙат” ипподромы.

1

10.01

 

 

18

Изложение

1

17.01

 

 

                                                                                  Мин һәм беҙҙең ғаилә.(5 сәғәт)

 

 

19

К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре.

1

24.01

 

 

20

 Шәжәрә.Минең ғаиләмдең шәжәрәһе. Ҡылым.

1

31.01

 

 

21

В.Сидоров. “Салауаттың туғандары”.Ҡылымдарҙың заман формалары.

1

07.02

 

 

22

Диктант

1

14.02

 

 

23

“Ҡошҡа әйләнгән әбей”. Ҡылымдарҙың заман формаһы.

1

28.02

 

 

                                                                                        Сәнғәт оҫталары.(3 сәғәт)

 

 

24

Башҡорт милли музыка ҡоралдары. Теркәүестәрҙең  төрҙәре.

1

07.03

 

 

25

Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов. Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина. Теҙеүсе теркәүестәр.

1

14.03

 

 

26

 Ете – ғәжәп һан.Башҡорт халыҡ бейеүҙәре. Эйәртеү теркәүестәре.

1

21.03

 

 

                                 Исемең матур,кемдәр ҡушҡан?     Исемдәрҙә-ил тарихы.(2 сәғәт)

 

 

 

 

27

 Ер-һыу атамалары. Исемдәрҙә – ил тарихы. Бәйләүестәр. 

1

28.03

 

 

28

Боронғо башҡорт исемдәре. Бәйләүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

04.04

 

 

                                                                                  Борон-борон заманда…(2 сәғәт)

 

 

 

 

 

29

Оморҙаҡтың тапҡырлығы.  Киҫәксәләр.

1

18.04

 

 

30

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Йомаҡтар.

1

25.04

 

 

                                                                            Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ Йәмле йәй( 4 сәғәт)

 

 

 

 

 

31

Ш.Бикҡол. “Тыныслыҡ кәрәк”. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

02.05

 

 

32

К.Кинйәбулатова. “Дуҫтарым күп”. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

16.05

 

 

33

Инша. Урман – ҙур байлыҡ.

1

23.05

 

 

34

Контроль диктант

1

30.05

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                              

 

                                                                               Ҡушымталар

Диктанттар

Янғантау

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. (66 һүҙ) (Мәктәп календарынан.)

Ҡолон.

Әсәйем мине йоҡонан иркәләп кенә уятты. Мин тороп, ишек алдына сыҡтым. Беҙҙең бейә бәләкә генә ҡолон эйәртеп алып ҡайтҡан икән Ҡолон үҙе ерән, арҡаһына көрән таҫма һуҙылған. Алғы аяҡтарына балтырына тиклем аҡ ойоҡ кейгән.Ул, оҙон нәҙек. Хәлһеҙ аяҡтарына баҫып, әсәһен имә.

 Ҡуйы урмандарҙан. Киң болондарҙан беҙҙең ат күптән ҡолон эҙләп йөрөгән. Быға тиклем ҡолон осрамаған. Бына бөгөн аҡ ойоҡлоһон осратҡан да алып ҡайтҡан. Атайым шулай тине беҙгә.

 

Ағиҙел

Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп йылғаларҙыңһыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән. Колхоз, совхоз баҫыуҙары йәйелеп ята.

 Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур пароходтар, теплоходтарбаржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел! (76 һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)

 

Халыҡ хаҡ һөйләй

Аҙ һөйлә, күп тыңла. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ. Һүҙҙебирә лә бел, үтәй ҙә бел. Ике уйла, бер һөйлә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. Балтаһыҙ урманға барма. Батырлыҡ яуҙа беленер, мәргәнлек ауҙа беленер. Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама. Һүҙеңдең башынан элек төбөн уйла. Башлай белһәң, бөтөрә бел, ала белһәң, килтерә бел. Кисеү күрмәй, итек сисмә. Ҡулың күтәрә алмаҫлыҡ суҡмарҙы билеңә бәйләмә. Ялған һөйләһәң  - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң – ҡотолорһоң. (69 һүҙ.)

1.      Үҙегеҙ белгән бер мәҡәл өҫтәп яҙығыҙ.

2.      Мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар ҡулланып 3 һөйләм яҙығыҙ.

Изложениелар

Икмәк тураһында уйҙар

Беҙҙең илебеҙ икмәккә бай. Магазиндарҙа төрлө печенье, булка, бойҙай һәм арыш икмәктәре тулып ята. Икмәк – ул йәшәү көсө, бөйөк бәхет!

Ләкин игенде үҙе үҫтермәгән, аслыҡты бер ҙә күрмәгәнҡайһы берәүҙәр икмәктең ҡәҙерен белмәй. Урамдарҙа икмәк һыныҡтарын типкеләгәнде күрергә мөмкин. Шуға беҙҙең, оло быуын кешеләренең, эсе боша, күңеле әрней.

Икмәк – бөтә халыҡ байлығы.Уны ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә, һаҡларға кәрәк! (А. Гиталовтан.)

Таштау

Тауҙар... Ниндәй генә серҙәр, ниндәй генә легендалар ятмай икән һеҙҙең ҡуйынығыҙҙа? Ә йөрәгегеҙҙә борондан ҡалған сихри моң һайлайһығыҙ.

Миңә беҙҙең Таштау ҙа бик серле тойола. Уны икенсе төрлө ултырғыслы тау тип йөрөтәләр. Эйе, ундағы бәләкәйерәк таштар, ысынлап та, ултырғысҡа, ә ҙурыраҡтары өҫтәлгә оҡшаған. Шул таштарға ултырып, һалдаттар ял иткәндәр. Тауҙың теге яғы шундай текә, хатта атлап төшөп тә булмай, тәгәрәп түбәнләйһең. Уның ауылға ҡараған яғында бер генә ағас та юҡ, ә икенсе яғы – урманлыҡ. Әгәр Таштауҙың иң бейек урынына менһәң, бөтә тирә-яҡтағы ауылдар күренә. (“Йәншишмә” гәзитенән.)

Инша темалары

1.      Донъяла иң ҡәҙерле кеше.

2.      Урман – ҙур байлыҡ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                                   7 класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар

 

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 5-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә   һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты  шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку 7 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель ремонтной службы

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 043 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.11.2017 939
    • DOCX 46.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хамидуллина Фидания Кашиповна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хамидуллина Фидания Кашиповна
    Хамидуллина Фидания Кашиповна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 19976
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Теория и методика преподавания иностранных языков в профессиональном образовании: английский, немецкий, французский

Преподаватель иностранного языка

500/1000 ч.

от 8900 руб. от 4150 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 110 человек из 41 региона
  • Этот курс уже прошли 229 человек

Курс повышения квалификации

Основы теории обучения немецкому языку

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 52 человека

Курс повышения квалификации

Основные методики в области преподавания испанского языка

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление личной продуктивностью менеджера

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие дошкольного мышления

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Влияние внешних факторов на психологическое развитие личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе