Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку в 4 классе по учебнику Ф.Ш.Сынбулатовой

Рабочая программа по башкирскому языку в 4 классе по учебнику Ф.Ш.Сынбулатовой

Скачать материал

 

 1.Аңлатма яҙыу

Өсөнсө класс «Башҡорт теле» программаһында башҡорт теленең үҙенсәлектәрен, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү; телдең теге йәки был күренештәрен өйрәнеү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу маҡсаты ҡуйыла. Ижади эштәр күләмлерәк һәм йөкмәткелерәк йүнәлеш ала. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя:

-лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, киңәйтеү;

ҙлөкһөҙ, матур һәм тиҙ яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;

-грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог текстар төҙөү һәм һөйләү, шиғыр, әкиәт, хикәйә ижад итеү;

-«Әҙәби уҡыу» дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу: сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙыу; теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды, фекереңде белдереү күнекмәләрен сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү.

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

     -«Башҡорт теле»  дәреслеге, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),

    -«Башҡорт теле»  дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),

    -«Тикшереү эштәре» дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.) ярҙамында бүлекте ,ҙур теманы тамамлағас йәки сирек аҙағында уҡыусыларҙың программа материалын үҙләштереү кимәлен  (сифатын) өйрәнеү,

   -Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.). Бында уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларҙың предмет һәм метапредмет өлкәһендәге белемдәрен тикшереү маҡсатында контроль эш материалдары тәҡдим ителә.

 

2. Предмет йөкмәткеһендә сағылыш тапҡан ҡиммәттәр

  -Ғүмерҙең ҡиммәте- кеше ғүмерен иң юғары ҡиммәт итеп баһалау

-Изгелектең ҡиммәте- тирә-йүндәге кешеләргә миһырбанлы, ярҙамсыл, игелекле булыу

-Ирек, намыҫ ҡиммәте- аралашыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡороу, ҡағиҙәләренең төп нигеҙе икәнлеген төшөндөрөү

-Тәбиғәттең ҡиммәте-үҙеңде тәбиғәттең бер өлөшө итеп тойоу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү

-Ғаиләнең киммәте-әҙәби белемдең йөкмәткеһе аша ғаиләгә, туғандарға ҡарата  яҡшы мөнәсәбәт булдырыуға, ихтирам һәм яуаплыҡ, рәхмәтле булыу, яратыу тойғоларын формалаштырыуға булышлыҡ итеү

Хеҙмәттең һәм ижадтың ҡиммәте-балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай. Уҡыу предметының йөкмәткеһе аша балала маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ,яуаплылыҡ, үҙ аллыҡ, хеҙмәткә һәм айырыуса яҙыусы хеҙмәтенә, ихтирам тойғоларын үҫтереү

-Гражданлыҡ киммәте- үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү.Нәфис әҙәбиәт аша илдең, республиканың тарихына , мәҙәниәтенә, теленә, тормошона, халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу

-Патриотлыҡ ҡиммәте- Рәсәйҙе, Башҡортостанды һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙәр булыу

-Кешелектең ҡиммәте-уҡыусының үҙен Башҡортостандың, Рәсәйҙең генә гражданы итеп түгел, ә бөтөн донъяның бер өлөшө итеп тойоуы, шул донъя йәшәһен, алға китһен өсөн хеҙмәттәшлек, килешеп йәшәү, мәҙәниәттәр төрлөлөгөн ихтирам итеү.

 

3. Предметты өйрәнеүҙең шәхси, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләре

3-сө класс аҙағына «Әсә теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:

 1.Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

 ҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

 -атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-тыуған илде яратырға; ерҙе, телде һаҡларға;

-һаулыҡты нығытырға;

-ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

-кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә.

2. Предмет буйынса белем алырға:

-һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;

-һүҙҙең өлөштәрен (тамыр һәм ялғау, яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға. Уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;

 -тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр, парлы-парһыҙ, яңғырау- һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;

-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;

-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

ҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә;

-һүҙ төркөмдәрен (предмет атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе) таба белергә;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белергә;

-сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә

3.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

ҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белергә һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

ҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләнгән эштәрен дөрөҫ баһаларға һәм кәрәк икән төҙәтмәләр индерергә.

 

4. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Фонетика һәм орфоэпия. Өндәр һәм хәрефтәр. Һүҙ моделе. Нәҙек һәм ҡалын һуҙыңҡылар. Һуҙыңҡылар таблицаһы. Тартыңҡылар. Уларҙың таблицаһы. Яңғырау-һаңғырау тартыңҡылар. Талғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашып килгән тартыңҡылар (теләк- теләге, тараҡ- тарағы, китап- китабы). Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн- хәрефенә (фонетик) анализ.

Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыры һәм ялғауҙары). Тамырҙаш һүҙҙәр. Уларҙың тамыры. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың һыҙыҡса аша яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәрҙә нәҙек айырыу һәм ҡалын айырыу билдәләренең яҙылышы. Һүҙ составы буйынса анализ.

   Орфография һәм пунктуация. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғауҙарҙың ҡушылып яҙылыуы. Ялғау ҡушҡанда бер иш ҡуш тартыңҡы барлыҡҡа килеүе.

 Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. О-ө, ы-е хәрефтәренең тамыр һүҙҙәрҙә яҙылмау осраҡтары. Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы.

 Грамоталы күсереп яҙыу. Диктант, өйрәтеү изложениеһы, миниатюр инша.

Синтаксис. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырыу. Уларҙың оҡшашлыҡтары һәм айырмалылыҡтары. Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереү. Һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмдәрҙе өс төргә айырыу: хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.

Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Предмет атамаһы. Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кеше исем-шәрифтәренең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, газета-журнал исемдәренең ҙур хәрефтән яҙылышы. Мәғлүмәт алыу ысулдары. Күренекле кешеләр тураһында белешмә алыу. Улар тураһында текст төҙөү. Алты-ете балалар яҙыусыларының исем-шәрифтәрен белеү.

Билдәне белдергән һүҙҙәр. Уларҙың исем алдынан килеүе. Һөйләмдә аныҡлаусы ролен үтәүе.

Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдә уларҙы таныу, моделен һыҙыу. Уларҙың һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.

 Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

 Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар, синонимдар, антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөү.

  Телмәр һәм уның төрҙәре. Һөйләү телмәре. Диалог. Әңгәмәсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог.Уны һөйләү оҫталығы. Эске телмәр. Ым-ишара. Уйлау, хыял итеү.

Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр. Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу. Абзац. Ҡыҙыл юл. Бәләкәй күләмле хикәйәләр (текст) ижад итеү. Тексҡа ҡарата 4-5 һөйләмдән торған баһалама яҙыу. Әкиәт. Был жанрға хас үҙенсәлектәр. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғыр яҙыу үҙенсәлектәре. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте. Темаға ярашлы тәбиғәт объекттары, күренештәре, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында, 5-6 һөйләмдән торған мажаралы хикәйә йәки әкиәт төҙөү.

Тексҡа план төҙөү. Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһында мәғәнәүи эҙмә-эҙлеклелек. Текстың идея-тематик йөкмәткеһе. Текстың төҙөлөш схемаһы (башы, уртаһы – төп өлөш, аҙағы).

  Әҙер йәки коллектив төҙөгән план буйынса хикәйәләү. Бирелгән тексты (50-60 һүҙ) изложение итеп яҙыу. Хикәйә ижад итеү. Инша яҙыу (65-70 һүҙ) .

             Тематик  планлаштырыу

 

Дәрес

Дәрестең темаһы

Йөкмәткеһе

Уҡыусының эшмәкәрлеге

 

 

 

 

1

Һаумы, мәктәп! Бай­рам менән, хөрмәтле өсөнсөләр! Ниҙәр иҫемдә?

Нимәләрҙе онотҡанмын?

Белем көнө. Йәйге кани­кул хәтирәләре. Дәреслек персонаждары (Булат, Бикә) көндәлеге (тәьҫо­раттары). Ҡотлауҙар яҙыу.

Ҙур хәреф. Һөйләм. Тыныш билдәләре, һөйләмде дөрөҫ интона­ция менән уҡыу

Йәйге каникул хәтирәләре менән уртаҡлашырға. Бе­лем көнө менән ҡотларға. Һөйләмде ҙур хәреф­тән яҙырға. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау, өндәү билдә­ләрен дөрөҫҡуйырға

 

2

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре

Һөйләмдең башы, аҙағы. Һөйләмде дөрөҫ инто­нация менән уҡыу. Һөйләмдә тыныш билдә­ләре

Һөйләмде ҙур хәреф­тән яҙырға. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау, өндәү билдә­ләрен дөрөҫ ҡуйырға

3

Кешенең исем-фамилиялары Хайуан ҡушаматтары

Исем-фамилиялар, ҡушаматтар һ. б. һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙы л ыу ы. Күренекле шәхестәрҙең исем-шәрифтәре

Кешенең исем-шә­рифтәрен, ҡушамат­тарҙы һ. б. атамалар­ҙы дөрөҫ яҙырға. Кү­ренекле шәхестәрҙең сыҡҡан китаптары, әҫәрҙәре һ. б. тура­һындағы диалогта әүҙем ҡатнашырға. Өҫтәмә материалдар ҡулланырға

4

Әҙәби әҫәр, ки­тап исемдәре.

Гәзит-журнал, телерадио тапшырыуҙа­ры исемдәре

Әҙәбиәҫәр, китаписемдәреһ. б. һүҙҙәрҙеңҙурхәрефменәняҙылыуы. Күренеклешәхестәрҙеңәҫәрҙәре, китаписемдәре.

 Гәзит-журнал, теле­радио тапшырыуҙары һ. б. шундай һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылы-уы. Тапшырыуҙарҙың исемдәре

Кешенеңисем-шә­рифтәрен, хайуанҡушаматтарын, ер-һыуатамаларындөрөҫяҙырға. Яңысыҡҡанкитаптар, республикалағыҡалаларһ. б. тура­һындағыдиалогтаәүҙемҡатнашырға. Өҫтәмәматериалдарҡулланырға. Һөй­ләмдәһаналыпкил­гәнһүҙҙәрҙәөтөрҙөдөрөҫҡуйырға

5

Ер-һыу атама­лары

Йылға, тау, күл ата­малары һ. б. һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылы-уы. Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары

 

Ер-һыу атамаларын дөрөҫ яҙырға. Баш­ҡортостандың тәби­ғәт ҡомартҡылары, ҡала-ауылдар һ. б. ту­раһындағы диалогта әүҙем ҡатнашырға. Өҫтәмә материалдар ҡулланырға

6

Контроль диктант. Дәүләт гербы.

Ҙур хәреф. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләренең үтәлеше

Ҙур хәрефтән яҙылырға тейеш булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға

7

Хаталар өҫтөндә эш.Башҡорт теленең төп за­коны

Ҙур хәрефтән яҙылырға тейеш булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу.Һүҙ. Ижек. Нәҙек һәм ҡалын ижектәр. Ҡалын һәм нәҙек әйте­лешле һүҙҙәр. Башҡорт һүҙҙәренең йә ҡалын, йә нәҙек ижектән генә тороуы

Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Башҡорт һүҙҙәренең йә ҡалын, йә нәҙек ижектән генә торо­уын үҙләштерергә

8

Нәҙек һәм

ҡалын

һуҙынҡылар

Башҡорт һүҙҙәренең йә ҡалын, йә нәҙек ижектән генә тороуы

Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Нимәлер аңлашыл­маған осраҡта һора­шырға, белмәгәнеңде белешеп, төшөнөргә тырышырға

9

Көҙ тураһында

иншаға

әҙерлек.

 Инша «Таң ҡалдырғыс күренеш»

Тәбиғәткә экскурсияға барыу йәки көҙгө тәбиғәт күренешен картинанан күҙәтеү

Тәбиғәтте йәки кар­тинаны ҡарарға, күҙәтергә, сағышты­рырға, һығымта яһарға. Хис-тойғо­ларҙы матур итеп яҙырға өйрәнергә

10

Хаталар өҫтөндә эш. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар

Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Сонор өндәр. Тартынҡылар таблицаһы. Һүҙҙең өн моделе, [к], [ҡ], [п] өндәренең сиратлашыу үҙенсәлеге

Өндәрҙе сағышты­рырға, күҙәтергә, анализларға. Улар­ҙы төркөмләргә, таб­лица һыҙырға. Тар­тынҡылар тураһын­да ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә белергә. Мәҡәл­дәрҙе, әйтемдәрҙе тел­мәрҙә ҡулланырға

11

Танау

тартынҡы

өндәре. Һүҙлек диктанты.

Парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Сонор йәки танау өндәре

Өндәрҙе сағышты­рырға, күҙәтергә, анализларға. Тар­тынҡылар тураһын­да ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә белергә

12

[К]—]г], [-к]—г], [п]—[б] өндәре­нең сират лашыуы

[К—г], [ҡ—ғ], [п—б] өндәренең сиратлашыуы

Сиратлашҡан өндәр­ҙе сағыштырырға, күҙәтергә, анализ­ларға. Күнекмәләр ярҙамында үҙләш­терергә, нығытырға

13

Диктант. Яйыҡ буйында.

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. Башҡорт һүҙҙәренең йә ҡалын, йә нәҙек ижектән генә то­роуы. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләренең үтәлеше

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Өйрә­нелгән ҡағиҙәләрҙе ҡуллана белергә

14

Хаталар өҫтөндә эш.Сит телдәрҙән

үҙләштерелгән

һүҙҙәр

Диктантта ебәрелгән хаталар өҫтөндә эш.Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларҙа ҡалын һәм нәҙек әйтелешле ижектәрҙең ҡатнаш килеүе

һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, ана­лизларға, һығымта яһарға. Ҡоштар тураһында мәғлүмәт алырға, уның менән уртаҡлашырға. Рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫҡулланырға. Уларҙың ҡайһы осорҙа ҡулланыла башлауы тураһында ҡыҙыҡһынырға.

15

Рус теленән үҙләш­терелгән һүҙҙәрҙә ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре

Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре

Рус һәм башҡа сит телдән ингән һүҙ­ҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға. Уларға хас булған үҙенсәлектәрҙе өйрәнергә, улар тураһында фе­кер алышырға. Рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫҡулланырға. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға

16

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғауҙар

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре

Сит телдән ингән һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға. Уларға хас булған үҙенсәлектәрҙе өйрәнергә. Рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

17

Чч,Щщ,Цц, Ёё хәрефле һүҙҙәр

Чч, Щщ, Цц, Ёё хәрефтәре рус һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙ­ҙәрҙә. Уларҙың   дөрөҫяҙылышы.

Чч, Щщ, Цц, Ёё хәрефтәренә һүҙҙәр тупларға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға. Был һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға

18

Ике  өндө

белдереүсе

хәрефтәр

[й] тартынҡы өнө булған һүҙҙәр. Йй хәрефе һүҙбашында, уртаһында һәм аҙағында {Ее, Ёё, Юю, Я я).Ике өндө белдергән хәрефле һүҙҙәр. Һүҙ уртаһында йе ҡушымсаһының яҙылыуы

Ике  өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе сағыштырырға, кү­ҙәтергә, анализлар­ға, һығымта яһарға. Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы  хәрефтәр: Ее, Ёё, Юю, Яя менән һүҙҙәр йыйырға. Уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә

19

Яя, Ее, Юю хәрефле һүҙҙәр

Ике  өндө белдергән хәрефле һүҙҙәр. Дөрөҫяҙылыш ҡағиҙәләре

Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе са­ғыштырырға, күҙә­тергә, анализларға, Һығымта яһарға. Улар менән һүҙҙәр йыйырға

20

Яя, Ее, Юю хәрефле һүҙҙәр

 

Ике  өндө белдергән хәрефле һүҙҙәр. Дөрөҫяҙылыш ҡағиҙәләренең үтәлеше

Ике  өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе сағыштырырға, күҙәтергә, анализларға, һығымта яһарға. Улар менән һүҙҙәр йыйырға. Күнекмәләр  ярҙамында үҙләштерергә, нығытырға. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен үтәргә

21

Контроль диктант.Бесәйем.

Ике  өндө белдергән хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләре менән яҙыу

Ике  өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен ҡуллана белергә

22

Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙ нисек яһала?

Диктантта ебәрелгән хаталар өҫтөндә эш. Һүҙьяһалыш. Һүҙҙең яһалыш ысулдары. Һүҙ составы, һүҙҙең тамы­ры һәм ялғауы. Ялғау төрҙәре. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар

һүҙҙең  нисек яһалыуын  күҙәтергә. Төрлө ялғаулы һүҙҙәрҙе сағыштырырға. Улар тураһында һығымта яһарға, өйрәнергә. Ялғауҙар төрөн бил­дәләргә. Һүҙ яһау­сы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың айыр­маһын төшөнөргә. Тамыр һүҙҙән яңы һүҙҙәр яһарға

23

Һүҙьяһалыш.

Һүҙҙең яһалышы. Тамыр һәм ялғау. «Ҡөрьән» — изге һәм ҡиммәтле китап

Һүҙҙе  күҙәтергә, уны тамыр һәм ялғауға тарҡатырға өйрәнер­гә. Һүҙҙә тамырҙы һәм ялғауҙы тейеш­ле тамғалар менән билдәләргә. Бер үк тамырҙан, яһаусы ялғауҙар ҡушып, яңы һүҙ яһарға өйрә­нергә һәм уларҙың һүҙ төркөмөн бил­дәләргә

24

Ялғау төрҙәре

Ялғауҙарҙың ике төрө. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш

Ялғауҙарҙы һүҙ яһаусы һәм үҙгәр­теүсе ялғауҙарға айырырға. Яһау­сы ялғауҙың һүҙҙә башҡарған эшен аңлата белергә. Уларҙы тейеш­ле тамға менән тамғаларға. Бирел­гән тамыр һүҙҙән һүҙҙәр төҙөргә өйрәнергә

25

Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар

Ялғауҙарҙың ике төрө. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш

Яһаусы һәм үҙгәр­теүсе ялғауҙың һүҙҙә башҡарған эшен аң­лата белергә. Уларҙы тейешле тамға менән тамғаларға. Күнек­мәләр ярҙамында үҙләштерергә, нығы­тырға

26

Тест. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар

Һүҙьяһалыш. Һүҙҙе сос­тавы буйынса анализ­лау. Ялғау төрҙәре

Өйрәнелгән ҡағиҙә­ләрҙе ҡуллана белер­гә. Алған белем си­фатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға,

27

Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр

Тамырында ла, ялғауында ла о/ Тамырында ла, ялғауында ла ө! Һүҙҙең тамырында Оо йәки Өә хәрефе булһа, ялғауында ла о, ө яҙылыу осраҡтары

Оо—Өә хәрефле һүҙ­ҙәрҙе сағыштырырға, күҙәтергә, анализ­ларға. Күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһендә тамы­рында Оо—Өә хәреф­тәре булған һүҙҙәр­ҙең ялғауында әйтел­гәнсә яҙылмау ос­раҡтарын асырға һәм ундай һүҙҙәрҙең яҙылыш ҡағиҙәһен төҙөргә

28

Тамырында ла, ялғауында ла о! Тамы­рында ла, ялғауында ла ө!

Һүҙҙең тамырында Оо йәки Өә хәрефе булһа, ялғауында ла о, ө яҙылыу осраҡтары

Оо—Өә хәрефле һүҙ­ҙәрҙе сағыштырыр­ға, күҙәтергә, ана­лизларға. Әйтелгәнсә яҙылмау осраҡтарын асырға. Ундай һүҙ­ҙәрҙе дөрөҫ яҙырға

29

Тамырында ла, ялғауында ла о! Тамы­рында ла, ялғауында ла ө!

Һүҙҙең тамырында Оо йәки Өә хәрефе булһа, ялғауында ла о, ө яҙылыу осраҡтары

Оо—Өә хәрефле һүҙ­ҙәрҙе сағыштырырға, күҙәтергә, анализ­ларға. Әйтелгәнсә яҙылмау осраҡтарын асырға. Ундай һүҙ­ҙәрҙе дөрөҫ яҙырға

30

Ҡуш

тартынҡылы

һүҙҙәр.

Ҡуш  тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡуш тартынҡының бе­реһе төшөп ҡалғанда, һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәреү осраҡтары (ҡаҙҙы — ҡаҙы, етте — ете һ. б.)

Ҡуш  тартынҡылы һүҙҙе иғтибарлы тыңларға. Уның ҡуш тартын­ҡылы урынын яҡшы тойомлап, дөрөҫ яҙырға. Шул уҡ һүҙҙең ҡуш тартынҡыһының береһен төшөрөп ҡалдырып, һүҙ яһарға һәм был ике һүҙҙе сағыштырырға (ҡатты — ҡаты, ҡаҙҙы — ҡаҙы һ. б.), күҙәтергә һәм мәғәнә үҙгәреүен билдәләргә

31

Ҡуш

тартынҡылы

һүҙҙәр

 

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡуш тартынҡының бе­реһе төшөп ҡалғанда, һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәреү осраҡтары (ҡаҙҙы — ҡаҙы, етте — ете һ. б.)

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙең ҡуш тартынҡыһының береһен төшөрөп ҡалдырып, һүҙ яһарға һәм был ике һүҙҙе сағыштырырға (ҡатты — ҡаты, ҡаҙҙы — ҡаҙы һ. б.), күҙәтергә һәм мәғәнә үҙгәреүен билдәләргә

32

Контроль диктант. Балыҡсылар.

Үтелгән орфограммалы һүҙҙәрҙең  дөрөҫ яҙылышы

 Үтелгән орфограммалы һүҙҙе иғтибарлы тыңларға, дөрөҫ яҙырға. Яҙылыш  ҡағиҙәләрен  дөрөҫ ҡулланырға

 

 

3 сирек

 

33

Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы

Ҡушма һүҙҙәр. Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы бу­лып йөрөгән һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫяҙылышы. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡайһы бер ҡушма һүҙҙәрҙең башҡорт теленең төп законына буйһонмау осрағы

Ҡушма һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға, һығымта яһарға. Уларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштерергә. Ағиҙел, Ҡариҙел һ. б. йылғалар тураһында мәғлүмәт, материал табырға

34

Ҡушма һүҙҙәрҙә ь һәм ъ билдәләре ҡасан яҙыла?

 

Ҡушма  һүҙҙең бе­ренсе ижеге нәҙек бу­лып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтәренән башланған осраҡта, ике һүҙ араһында ь айырыу билдәһенең яҙы лыуы. Ҡушма һүҙҙең берен­се ижеге ҡалын бу­лып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтәренән башланған осраҡта, ике һүҙ араһында ъ айырыу билдәһенең яҙылыуы

Ҡушма  һүҙҙәрҙең әйтелешен транс­крипцияла яҙырға. Уларҙың хәрефтәр менән яҙылыш үҙенсәлектәрен күҙәтергә һәм дөрөҫ яҙырға күнегергә өйрәнергә. Ҡушма һүҙҙәрҙә ъ һәм ъ билдәләре булған һүҙҙәргә миҫалдар уйларға, уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегергә

35

Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр

Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр

Һыҙыҡса аша яҙылған һүҙҙәрҙе күҙәтергә. Уларҙы башҡа төрлө яҙылған ҡушма һүҙҙәр менән сағыштырырға һәм айырмаһын билдәләргә. Ҡушма-һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнергә

36

Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр

Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр

Һыҙыҡса аша яҙылған һүҙҙәрҙе күҙәтергә. Уларҙы башҡа төрлө яҙылған ҡушма һүҙҙәр менән сағыштырырға һәм айырмаһын билдәләргә. Ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнергә

37

Контроль диктант. Ҡыр ҡаҙы.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫяҙылышы.

Диктант яҙғанда иғтибарлы булырға. Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу төрөнә ҡа­рап, уларҙы дөрөҫ яҙырға

38

Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

Һөйләмдең тамамланған бер фекерҙе белдереүе. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең билдәле бер тәртиптә килеүе. Эйә — һөйләм башында, хәбәр — уның аҙағында. Һөйләмдә ты­ныш билдәләре

Һөйләмде  мәғәнәле һәм килешле итеп төҙөргә. Уны киңәй­тергә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен билдә­ләргә. Күҙәтеүҙәр һәм сағыштырыуҙар ярҙамында эйәгә бәй­ләнгән һүҙҙәр эйә ал­дында, хәбәргә бәй­ләнгән һүҙҙәр һөй­ләмдең төрлө уры­нында килеүен бил­дәләргә өйрәнергә. Дәрестә парлап йәки төркөмдә килешеп эшләргә

39

Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

Һөйләмдең тамамланған бер фекерҙе белдереүе. Һөйлөмдә һүҙҙәрҙең билдәле бер тәртиптә килеүе. Эйә — һөйләм башында, хәбәр — уның аҙағында. Һөйләмдә ты­ныш билдәләре

Һөйләмде  мәғәнәле һәм килешле итеп төҙөргә. Уны киңәй­тергә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен билдә­ләргә. Күҙәтеүҙәр һәм сағыштырыуҙар ярҙамында эйәгә бәй­ләнгән һүҙҙәр эйә ал­дында, хәбәргә бәй­ләнгән һүҙҙәр һөйләмдең төрлө урынында килеүен билдәләргә өйрәнергә. Дәрестә парлап йәки төркөмдә килешеп эшләргә

40

Һөйләмдә

һүҙҙәр

бәйләнеше

Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һүҙбәйләнештәрҙе оҡшашлыҡтары буйын­са төркөмләү. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең ялғауҙар һәм ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында бәйләнеше. Эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр эйә алдында, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр һөйләмдең төрлө уры­нында килеүе

Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатырға. Һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәк­тәрҙе дөрөҫ табырға һәм һыҙырға өйрәнергә. Ул һүҙбәйләнештәрҙе үҙ-ара сағыштырырға. Уларға хас оҡшашлыҡтарҙы билдәләргә. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәрҙетанырға өйрәнергә. Икмәк ҡәҙере тураһында фекер алышырға

41

Текст

Текст — һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше. Текст өлөштәре (башы, уртаһы, аҙағы)

Тексты һәм уның өлөштәрен күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға, һығымта яһарға

42

Һүҙбәйләнеш­тәр. Күсмә мәғәнәле һүҙбәй­ләнештәр

Һүҙбәйләнештәрҙе оҡшашлыҡтары бу­йынса төркөмләү. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәр

Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәрҙе танырға, өйрәнергә. Телмәрҙә ҡуллана белергә. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәр ҡулланылған телмәрҙең бөтөнләй икенсе төҫ алыуын билдәләргә

43

Контроль диктант. Ҡоштар.

Һөйләм. Баш хәреф. Һөйләмдә тыныш билдәләре.

Һөйләмде иғтибар менән тыңлап,  гра­моталы итеп яҙырға. Диктант тексын дәф­тәрҙә дөрөҫ урын­лаштырырға: абзац башында «ҡыҙыл юл», һүҙҙәр араһын­дағы аралыҡ бер иш һ. б. Һөйләмде иғтибарлы тыңлар­ға. Уны баш хәреф­тән башлап яҙырға, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға

44

Һөйләү телмәре.

Монолог

Күренештәр, хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеү, бәхәсләшеү. Монолог. Кешенең аулаҡта үҙ аллы һөйләнеүе (фекер йөрөтөүе, уйланыуы)

Монолог тексының йөкмәткеһенә яраш­лы эмоция, инто­нация, мимика, ишара сараларын ҡулланып һөйләргә өйрәнергә. Монолог төҙөргә өйрәнергә

45

Һөйләү

телмәре.

Диалог

 

Һөйләү телмәре. Ике йәки бер нисә кешенең араһында ҡоролған һөйләшеү - диалог. Уға хас үҙенсәлектәр. Һөйләшеү, арала­шыу мәҙәниәте. Диа­логты дәфтәргә теркәү. Һәр кешенең әйткәнен яңы юлдан башлап яҙыу, уның алдына һыҙыҡҡуйыу. Фекер әйтелеп бөтһә, һөйләм аҙағында.?! билдәләре ҡуйылыуы. Автор һүҙҙәре. Уның дөрөҫяҙылышы

Телмәр төрҙәрен айы­ра белергә. Һөйләү, яҙма телмәр айыр­малылыҡтарына төшөнөргә. Диалог­та әүҙем ҡатнашып, телмәр үҫтерергә. Мәҙәниле арала­шыу ҡағиҙәләрен үҙләштерергә. Пар­лап һәм төркөмләп эшләп өйрәнергә. Ди­алог ҡорорға. Диа­логты дәфтәргә дөрөҫ теркәргә (яҙырға). Диалог барышында әңгәмәсең әйткәнен тыңлай белергә. Уның фекерен ихти­рам итергә. Әйтергә теләгән уй-фекереңде әңгәмәсеңә ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә. Моно­логты диалог менән сағыштырырға, анализларға

 

46

Һөйләү

телмәре.

Диалог

Һөйләү телмәре. Ике йәки бер нисә кешенең араһында ҡоролған һөйләшеү — диалог. Һөйләшеү, аралашыу мәҙәниәте. Диалогты дәфтәргә теркәү

Телмәр төрҙәрен айы­ра белергә. Диалог­та әүҙем ҡатнашып, телмәр үҫтерергә. Мәҙәниле арала­шыу ҡағиҙәләрен үҙләштерергә. Пар­лап һәм төркөмләп эшләп өйрәнергә

47

Тикшереү эше.

 

 

48

Яҙма телмәр. Текст

 

Яҙма телмәр — уй-фекереңде эҙмә-эҙҡағыҙбитенә теркәү. Яҙма телмәр төрҙәре. Инша, хикәйә, әкиәт, шиғыр, көндәлек яҙыу, хат, иғлан, белде

реү һ. б.

Әҙәби жанр төрҙәрен сағышты­рырға, күҙәтергә, анализларға һәм бер-береһен айырырға өйрә­нергә. Күнекмәләр ярҙамында нығытырға

49

Яҙма телмәр. Текст

 

Яҙма телмәр. Текст. Текстың темаһы. Уға бирелгән исем. Тек­ста һөйләнелгән төп фе­кер. Унда һөйләмдәрҙең мәғәнәүи бәйләнеше. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү (аб­зац). Абзац (ҡыҙыл юл), һәр һөйләмдә яңы мәғлүмәт. Текста сюжет үҫеше, хәл-ваҡиғалар тәртибе, күренештәр һүрәтләнешенең бәйләнеше

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтерергә, мәғәнәүи өлөштәргә бүлә белергә. Тексҡа ни әсән шундай исем бирелгәнен аңлата белергә. Текс­та һөйләнелгән төп фекерҙе төшөнөргә. Уның йөкмәткеһе буйынса үткәрелгән һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашырға. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеп, ҡыҙыл юлды күрһәтә белергә (аб­зац). Үҙ аллы текс­тар төҙөп ҡарарға

50

Контроль диктант. Яҙ килде.

Үтелгән орфограммалы һүҙҙәрҙең  дөрөҫ яҙылышы

 Үтелгән орфограммалы һүҙҙе иғтибарлы тыңларға, дөрөҫ яҙырға. Яҙылыш  ҡағиҙәләрен  дөрөҫ ҡулланырға

51

Яҙма телмәр. Инша, изложе­ние

Яҙма телмәр. Инша, изложение тексының темаһы. Уға бирелгән исем. Текста һөйләнелгән төп фе­кер. Унда һөйләмдәрҙең мәғәнәүи бәйләнеше. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү (абзац). Абзац (ҡыҙыл юл). Һәр һөйләмдә яңы мәғлүмәт. Текста һөйләмдәр тәртибе (сюжет үҫеше, хәл-ваҡиғалар тәртибе, күренештәр һүрәтләнешенең бәйләнеше)

Инша менән изло­жениены айырырға өйрәнергә. Яҙма телмәрҙе үҫтерергә, мәғәнәүи өлөштәргә бүлә белергә. Тексҡа ни әсән шундай исем бирелгәнен аңлата белергә. Текс­та һөйләнелгән төп фекерҙе төшөнөргә. Уның йөкмәткеһе буйынса үткәрелгән һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашырға. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеп, ҡыҙыл юлды күрһәтә белергә (аб­зац). Үҙ аллы текс­тар төҙөп ҡарарға

52

Яҙма телмәр. Хат, көндәлек

Яҙма телмәр. Хат, көндә­лек. Уларҙа һөйләнелгән төп фекер, мәғәнәүи бәй­ләнеш, әйтеләһе фекер, мәғлүмәт. Текста сюжет үҫеше, хәл-ваҡиғалар тәртибе, күренештәр һүрәтләнешенең бәйләнеше

Хат һәм көндәлек яҙыу тураһында әң­гәмәлә әүҙем ҡатна­шырға. Өлгө хаттар һәм көндәлектәрҙе уҡырға, унда яҙыл­ған фекерҙе аңларға. Дөрөҫ һәм матур итеп хат, көндәлек яҙырға өйрәнергә

53

Яҙма телмәр. Шиғыр. Әкиәт. Хикәйә

Яҙма телмәр. Шиғырға, әкиәткә, хикәйәгә хас үҙенсәлектәр. Темаһы. Исеме. Төп фекер. Мәғә-нәүи бәйләнеш. Текста һөйләмдәр тәртибе (сю­жет үҫеше, хәл-ваҡиға­лар тәртибе, күренештәр һүрәтләнешенең бәйләнеше)

Был әҙәби жанр төрҙәрен сағышты­рырға, күҙәтергә, анализларға һәм бер-береһен айырырға өйрәнергә. Уларҙың йөкмәткеһе буйын­са фекер алышырға. Әңгәмәсеңде хөрмәт итергә

54

Шиғыр нисек

яҙыла?

Шиғыр һыҙмаһы. Риф­малы һүҙҙәр. Ритм. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре

Шиғриәткә битараф булмаған иптәш­тәреңдең ижади эштәрен тыңларға, хупларға. Рифма­лы һүҙҙәр аша ике йәки дүрт юллыҡтар ижад итеп ҡарарға

55

Шиғыр нисек яҙыла?

Шиғыр һыҙмаһы. Риф­малы һүҙҙәр. Ритм. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре

Шиғриәткә би­тараф булмаған иптәштәреңдең ижади эштәрен тыңларға, хупларға. Рифмалы һүҙҙәр аша ике йәки дүрт юллыҡтар ижад итеп ҡарарға. Уңышлыларын гәзит-журналдарға ебәрергә.

56

Яҙма телмәр. Әкиәт

Әкиәт. Әкиәт жан­ры үҙенсәлектәре. Уны ижад итеү серҙәре. Башҡорт халыҡ, рус халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлекле геройҙары (дейеү, мәскәй әбей һ. б.)

Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәрен сағыштырырға. Уларҙың сюжет үҙенсәлектәрен, геройҙарына хас оҡшаш һыҙаттарҙы асыҡларға. Үҙ аллы әкиәт сюжеты уйлап сығарырға, уны та­суирлап һөйләргә

57

Әкиәт ижад итеү

 

Әкиәт. Әкиәт ры үҙенсәлектәре. Уны ижад итеү серҙәре. Башҡорт халыҡ, рус халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлекле геройҙары (дейеү, мәскәй әбей һ. б.)

Әкиәт. Әкиәт жанры үҙенсәлектәре. Уны ижад итеү серҙәре. Башҡорт халыҡ, рус халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлекле герой­ҙары (дейеү, мәскәй әбей һ. б.)

58

Әкиәт, хикәйә ижад итеү

Хикәйә — бәйләнешле телмәрҙең бер төрө. Кар­тина буйынса хикәйә төҙөү. Тормоштағы фәлсәфәүи ситуациялар хәл-ваҡиғалар нигеҙендә хикәйә ижад итеү. Хикәйәгә план төҙөү. Хикәйә яҙыу

Хикәйә төҙөргә өйрәнергә. Һөйләм­дәр тәртибе дөрөҫ бирелмәгән тексты тәртипкә һалырға. Уның планын төҙөргә. Хикәйә йөкмәткеһенә ҡарата һорауҙар төҙөргә. Хикәйә ижад итергә өйрәнергә. Хикәйә сюжетын күҙалларға. Ундағы хәл -ваҡиғаларҙың ағышын эҙмә-эҙлекле тасуирларға. Әкиәт, хикәйә ижад итеп ҡарарға. Уңышлыларын район, республи­ка баҫмаларына ебәрергә

59

Яҙма телмәр. Хикәйә

Яҙма телмәр. Хикәйә — бәйләнешле телмәрҙең бер төрө. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Тормоштағы фәлсәфәүи ситуациялар, хәл-ваҡи­ғалар нигеҙендә хикәйә ижад итеү. Хикәйәгә план төҙөү. Хикәйә яҙыу

Хикәйә төҙөргә өйрәнергә. Һөйләмдәр тәртибе дөрөҫ бирелмәгән тексты тәртипкә һалырға. Уның пла­нын төҙөргә. Хикәйә йөкмәткеһенә ҡарата һорауҙар төҙөргә. Хикәйә ижад итергә өйрәнергә. Хикәйә сюжетын күҙалларға. Ундағы хәл-ваҡиғаларҙың ағышын эҙмә-эҙлекле тасуирларға

60

Хикәйә ижад итеү

Яҙма телмәр. Хикәйә — бәйләнешле телмәрҙең бер төрө. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Тормоштағы фәлсәфәүи ситуациялар, хәл-ваҡи­ғалар нигеҙендә хикәйә ижад итеү. Хикәйәгә план төҙөү. Хикәйә яҙыу

Хикәйә төҙөргә өйрә­нергә. Һөйләмдәр тәртибе дөрөҫ бирел­мәгән тексты тәртип­кә һалырға. Уның планын төҙөргә. Хи­кәйә йөкмәткеһенә ҡарата һорауҙар тө­ҙөргә. Хикәйә ижад итергә өйрәнергә. Хикәйә сюжетын күҙалларға. Ундағы хәл-ваҡиғаларҙың ағышын эҙмә-эҙлек­ле тасуирларға

61

Контроль диктант.Көмөш тояҡ

һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләре менән яҙыу.  Һөйләмдә тыныш билдәләре.

Һөйләмде иғтибар менән тыңлап,  гра­моталы итеп яҙырға. Диктант тексын дәф­тәрҙә дөрөҫ урын­лаштырырға: абзац башында «ҡыҙыл юл», һүҙҙәр араһын­дағы аралыҡ бер иш һ. б. Һөйләмде иғтибарлы тыңлар­ға. Уны баш хәреф­тән башлап яҙырға, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға

62

Бәләкәй әҙәби жанр төрҙәре.   Аҡыллы текс­тар. Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр.

Телмәр төрҙәре. Аҡыллы текстар — халыҡ ижа­ды (әйтем, йомаҡ, мәҡәл, һынамыштар, һанашмаҡтар һ. б.)

Халыҡ ижады жанр­ҙарын сағыштырыр­ға, күҙәтергә, ана­лизларға һәм бер-береһенән айырырға өйрәнергә. Күнек­мәләр ярҙамында нығытырға

63

Тапҡыр

Мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙлек диктанты.

Телмәр төрҙәре. Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһаҡалдар әйткәне. Олатай-өләсәйем, ҡартатайым-ҡартөсәйем әйткәне. Мәҡәлдәр, әйтемдәр

Олатай-өләсәйҙәрҙең, ҡартатай-ҡартөсәй-ҙәрҙең аҡыллы һүҙ­ҙәренә, әйткән кәңәштәренә төшөнөргә, башҡалар менән уртаҡлашырға. Әйтем, мәҡәл, һынамыш, һанаш­маҡ һ. б. Уларҙың' мәғәнәһенә төшө­нөргә, аңлатыр­ға, телмәрҙә ҡул­ланырға күнегергә

64

Өләсәйемдең,

олатайымдың

әйткәне

Телмәр төрҙәре. Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһаҡалдар әйткәне. Олатай-өләсәйем, ҡартатайым-ҡартәсәйем әйткәне. Мәҡәлдәр, әйтемдәр

Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәренә, әйткән кәңәштәренә төшө­нөргә, башҡалар менән уртаҡлашыр­ға. Әйтем, мәҡәл, һынамыш, һанаш­маҡ һ. б. Уларҙың мәғәнәһенә төшө­нөргә, аңлатыр­ға, телмәрҙә ҡул­ланырға күнегергә

65

Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал!

Телмәр төрҙәре. Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһаҡалдар әйткәне. Олатай-өләсәйем, ҡартатайым-ҡартәсәйем әйткәне". Мәҡәлдәр, әйтемдәр

Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәренә, әйткән кәңәштәренә төшөнөргә, башҡалар менән уртаҡлашырға. Әйтем, мәҡәл, һына­мыш, һанашмаҡ һ. б. Уларҙы тел­мәрҙә ҡулланырға күнегергә

66

Һаумы, йәмле йәй!

Үтелгән темаларҙы системаға килтереү

Йыл  буйына алған белемде, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе системаға һалырға. Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте тураһында һөйләшергә. Уны һаҡлау буйын­са ҡағиҙәләр уйлап сығарырға

67

Йыллыҡ контроль диктант. Йәйғор.

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

Алған белем сифа­тын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға

68

Йомғаҡлау дәресе.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку в 4 классе по учебнику Ф.Ш.Сынбулатовой"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Кризисный психолог

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 236 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Рабочая программа по предмету Родной язык (татарский) для индивидуального обучения на дому
  • Учебник: «Татарский язык (Татар теле): учебник для общеобразовательных организаций основного общего образования с обучением на русском языке (для изучающих татарский язык как родной)», Сагдиева Р.К., Харисова Г.Ф., Сабирзянова Л.К., Нуриева М.А.
  • 25.03.2022
  • 254
  • 6
План урока "Казан кремле"
  • Учебник: «Татарский язык (Татар теле) в 2 частях: учебник для образовательных организаций начального общего образования с обучением на русском языке, для изучающих татарский язык как родной (на русском и татарском языках)», Мияссарова И.Х., Файзрахманова К.Ф.
  • Тема: «Дөрес әйт» сүзлеге
  • 25.03.2022
  • 414
  • 7
«Татарский язык (Татар теле) в 2 частях: учебник для образовательных организаций начального общего образования с обучением на русском языке,  для изучающих татарский язык как родной (на русском и татарском языках)», Мияссарова И.Х., Файзрахманова К.Ф.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.03.2022 403
    • DOCX 245.5 кбайт
    • 10 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Шайдуллина Дилара Рафатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Шайдуллина Дилара Рафатовна
    Шайдуллина Дилара Рафатовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6269
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Инновационные технологии управления профессионально-педагогической деятельностью учителей начальной и средней школы в условиях реализации ФГОС

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 84 человека

Курс повышения квалификации

Проективные методики в начальной школе в соответствии с ФГОС

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 59 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 450 человек

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания предмета «Родной (русский) язык» с учетом реализации ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 234 человека из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 167 человек

Мини-курс

Проведение и применение трансформационных игр

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 107 человек из 47 регионов
  • Этот курс уже прошли 56 человек

Мини-курс

Идеи эпохи Просвещения: педагогическое значение для современности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Путь к внутреннему спокойствию: освобождение от тревоги, злости и стыда

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 629 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 203 человека