Инфоурок Иностранные языки Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку, 5 класс

Рабочая программа по башкирскому языку, 5 класс

Скачать материал

 

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең  5-се класы  өсөн календарь-тематик план

Лексик тема

Грамматик тема

 

Һүҙлек

Өй эше

Дәреслек бите

Күргәҙмә материал

Тикшереү эше

Дата

I

Һаумы, мәктәп!(8)

1.         

Белем көнө.

Үҙенсәлекле өндәр һәм хәрефтәр.

Тантаналы, хикәйә, сәйәхәт, белем донъяһы , өйрәнергә, әкиәт, шиғыр.

Ф. Ғөбәйҙуллинаның “Рәйфә мәктәпкә бара”шиғырын ятларға.

 

3, 4.

 китаптар.

Аудирование, уҡыу

1-5.09

2.         

Алфавит.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Заман, янында, эҙләргә.

1.  Алфавитты ятлау;

2.  Йәйге каникул мәлендәге иң иҫтә ҡалған ваҡиғаны һөйләргә;

3.  “Йәйге каникулдарҙы нисек үткәрҙем” темаһына ижади эш.

 

6-10.

Алфавит, магнитофон.

Аудирование,

Тәржемә эше

 

3.         

Беләһегеҙме?

Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше.

Үлән, ишек, дәрес, кеше, шаршау, урман, ағас, йылға, бүҙәнә, тырышалар, диңгеҙ, рәхәтләнеп.

1.    –лар,-ләр,-дар,-дәр,-тар, -тәр, -ҙар, -ҙәр ялғауҙары ялғап булырлыҡ исемдәр табығыҙ.

2.    “Беҙҙең мәктәп” темаһына 7 һөйләм уйлап килергә.

3.    “Минең мәктәбем” темаһына шиғыр ижад итергә.

11-14.

Һүрәттәр.

 

һорауҙарға яуаптар, диалог төҙөү, аудирование.

8-12.09

4.         

Минең мәктәбем.

 

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

 

Мәҡтәп, иркен, яҡты, быйыл, түләүле, ҡат, яңы, һөйләй, урынлашҡан.

1.                 34 –се күнегеү. Һөйләмдәргә генә айырыу

2.     36:-сы күнегеү. Һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибен урынлаштырыу.

3.     35-се күнегеү. Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, диалог төҙөү.

15-19.

Һүрәттәр, М.Ғафуриҙың портреты, таблица, китаптары.

Диалог төҙөү, уҡыу, аудирование.

 

5.         

Уҡыусылар.

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

Йөрөй, төрлө, өйрәндем, милләт вәкилдәре, һүҙ, һөйләшә.

1.Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар менән 5-шәр сифат уйларға.

2.45-се күнегеү.

   3. Ҡурай тураһында әйтелгән һүҙҙәр йәки 4 юллыҡ шиғыр яҙып килергә

19-21.

Китаптар, таблицалар

Аудирование, тәржемә эше, ролле уйын.

15-19.09

6.         

Ҡурай моңо.

Сифат.

Өҫтәл, көҙгө, аҡыл,  сит ил, мәшһүр, моң, ҡыуандырҙы, дәүләт, сәхнә.

1.  7 сифат яҙырға

2.  Сифат хаҡында белемдәрҙе тулыраҡ күрһәтерлек 23- сө биттәге мәғлүмәтте файҙаланып схема уйларға

3. Яҡшылыҡ-яманлыҡ тураһында бер нисә мәҡәл уйлап килергә.

 

 

Уҡыу, тәржемә, һөйләмдәр төҙөү.

 

7.         

Зөһрә ҡыҙ.

 

Сифат.

 

 

 

 

Үгәй, рәнйеткән, ауыр, кис, төнө буйы, көйәнтә, ай нурҙары.

60, 61, 62-се күнегеүҙәр.

29.

 

Тәржемә эше, диалог төҙөү, уҡыу.

22-26.09

8.         

 Ижади диктант.

 

 

 

31.

 

 

 

I I

Башҡортостаныңды  беләһеңме?(6)

9.         

Урал.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Уҡ-һаҙаҡ, ҡорал, тарих, халыҡ, алдау, ҡоролтай, вәкил, башҡорт ерҙәре.

1.           Инша яҙырға.

2.           Һүрәт төшөрөргә.

3.           Башҡортостан хаҡында мәғлүмәт, иллюстрация йәки башҡа ижади әйбер килтерергә.

4.           Һүҙлек диктантына әҙерләнергә.

87-89.

Һүрәттәр.

Һорауҙарға яуаптар,  тәржемә эше, аудирование.

29.09-3.10

10.      

Республикабыҙҙың тыуған көнө.

Юҡлыҡ алмаштары.

Үҙ аллы, уртаға, азатлыҡ, паҡлыҡ, хеҙмәттәшлек.

1.  Ф. Ғөбәйҙуллинаның “Башҡортостан флагы” шиғырын ятларға

2.  Башҡортостаныбыҙҙың төп эмблемаһы, ҡурай хаҡында мәғлүмәт әҙерләргә

3.  Ижади эш(кроссвод, сканворд, ребус һб.)

91-93.

 

Диалог төҙөү, аудирование, һорауҙарға яуаптар

 

11.      

Ватаным-Башҡортостан.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

 

 

 

Ҡәҙерле, аша, таныйҙар, Ватан, милли.

1.           С.Юлаевтың “Уралым” шиғырын яттан яҙырға әҙерләнергә.

2.           232 - се күнегеүҙе тәржемә итергә.

3.           С.Юлаев һәйкәле хаҡында белешмә әҙерләргә.

93-95.

Ҡурай, магнитофон, аудиояҙма, карта.

Һөйләмдәр төҙөү, диалог, аудирование.

6-10.10

12.      

Салауат Юлаев һәйкәле.  

Һөйләм төҙөлөшөн ҡабатлау.

Һәйкәл, асыла, бейек ярында, бейеклеге, ауырлығы.

1.  Тексты һөйләргә әҙерләнергә

2.  Башҡортостан хаҡында яҙылған әҫәрҙәр

3.  Һүрәттәр

101.

Видеояҙма, карта.

Уҡыу,  диалог төҙөү.

 

13.      

Башҡортостаныңды беләһеңме?

Һорау һөйләмдәр.

Майҙан, түбә, кимәл,

файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар.

Дифференцияциялы карточкалар

 

97-98.

Карточкалар, тау һүрәте, флажоктар.

Карточкалар менән эш, диалог төҙөү.

13-17.10

14.      

Өфө.

 Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылышы.

Эргәһенән, аға, һаман, ғибрәтле, тәбиғи, шишмә,әҙәм.

237-се күнегеү

99-100.

Һүрәттәр.

Уҡыу, аудирование.

 

I I I

Йыл миҙгелдәре(7)

15.      

Йыл миҙгелдәре. Көҙ.

Һорауҙарға яуаптар.

 

Миҙгел, ел, ямғыр, уңыш, ашлыҡ, иген, моңһоу, оҡшай.

Оҡшаған шиғырҙы күсереп яҙырға һәм ятларға.

 

63, 64.

Тематик һүрәттәр, карточкалар.

Һорауҙарға яуаптар биреү, диалог төҙөү, уҡыу.

20-24.10

16.      

Һауа торошо.

Һорау алмаштары.

Һалҡынса, йылы, ҡояшлы, болотло, ҡасан, ҡайҙа, ярата.

153-сө күнегеү.

65-67.

Һүрәттәр.

Диалог төҙөү, уҡыу, тәржемә эше.

 

17.      

Бабай менән һыу инәһе.

 

 

Күрһәтеү алмаштары.

 

 

Һыу, алтын, көмөш, ябай, бүләк итә, һыу инәһе.

166-сы күнегеү.Диалог .71-се бит. Күрһәтеү алмаштары.

 

68-71.

Предметтар.

Тәржемә эше, уҡыу, аудирование.

27-7.11

18.      

Көҙ рәссам. Йәшелсәләр.

Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

Һүрәт төшөрә, буяй, буяу, рәссам, бәхәсләшә, осраша, түтәл.

1) теге, тегеләр -hүҙҙәрен килештә  үҙгәртергә.

 (өй эшен 35-се , 43-сө биттәрҙә бирелгән килеш   

  ялғауҙарына  hәм дәрестән  алып ҡайтҡан              карточкаға нигеҙләнеп  эшләргә.)                        2)яңы һүҙҙәр.         

79, 68.

Магнитофон, аудиояҙма «Көҙ рәссам», йәшелсәләр һәм ағастар темаһына һүрәттәр, карточкалар.

Тәржемә эше, карточкалар менән эш.

10-14.11

19.      

Дүрт теләк.

Ниндәй?

Күбәләк, теләр инем, еләк, балыҡ тота, бәшмәк йыя.

1) Текстың Һорауҙарына яуап бирергә.               2)178-се күнегеү(нөктәләр урынына кәрәкле                     һүҙҙәрҙе ҡуйып  һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға).

.

74-77.

Карточкалар.

Капточкалар менән эш, аудирование.

17-21.11

20.      

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ.

Билдәһеҙлек алмаштары.

 

Һаҡларға, шишмә, ялан, тәбиғәт, байлыҡ, хужа, бөтә, дәрестән һуң, һәр көн, үҙ, һәр кем.

1. 213-сө күнегеү, күсереп яҙырға.

2.Покажи стрелкой правильный перевод и подчеркни       неопределенные местоимения (карточкалар).

а) Атайым әллә ҡасан китте.                        Что-то шуршит.

б) Нимәлер ҡыштырлай.                                      Кто-то идет.

в) Кемдер килә.                                    Тут какой-то мальчик.

г) Әллә ҡайҙан йыр ишетелә.                    Папа ушел давно.

д) Бында әллә ниндәй малай.     Откуда-то слышна песня.

 3. 211-се күнегеү (пользуясь словосочетаниями,  данными в упражнении составьте рассказ по выбранной теме).

 

72-74, 84,85.

Балыҡ һүрәте, кроссворд, туп, карточкалар.

Кроссворд сисеү, карточкалар менән эш, тәржемә эше.

 

21.     ң

Альбинаның дуҫтары.

 

Билдәләү алмаштары.

Ашыға,            дәрестән һуң,үҙенең дуҫтары,             бөтә дуҫтары, ярҙамлаша.

 

а) Текстан Альбина менән малайҙарҙың һөйләшеүен

       яҙып алырға.

 б) Диалогты сәхнәләштерергә.

 в) Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға.

 

 

Магнитофон,«Альбинаның дуҫтары», балалар йыры менән аудиокассета,яулыҡтар(2), тест һорауҙары

Тест эшләү, уҡыу, тәржемә эше.

24-28.11

22.      

Яңы йыл менән

Алмаштарҙы ҡабатлау

Ҡаты һыуыҡ, йәнлек, ярҙам, боҙ менән ҡаплана, ҡарһылыу, ҡышбабай, ағас, урман, айыу

123-сө күнегеү, һүҙҙәр.

 

.

 

Тест.

 

I V

Ҡыш(7)

23.      

Алдаkсы йондоҙҙар.

Ни эшләй?

Ҡаты, һыуыҡ, йәнлек, ярҙам, боҙ, Ҡыш бабай, йондоҙ.

1)Хәлимәнең һүҙҙәре менән карточкалар өйгә бирелә.

 «Иң  hәләтле hәм тырыш актер»- синыф конкурсына әҙерләнеп килергә.

2).303-сө күнегеү,124-се бит (бирелгән исемдәргә күплек ялғауҙары ҡушып  яҙ).

3) Һүҙҙәр.

123, 124.

Һүрәттәр (саңғы шыуа, сана шыуа, коньки шыуа, йүгерә, һикерә), карточкалар.

Карточкалар менән эш, уҡыу, тәржемә эше.

01-5.12

24.      

Ҡоштарға ярҙам.

Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Тағараҡтар, элеп ҡуйҙым, бойҙай, ярма, икмәк валсыҡтары.

1)319-сы күнегеү.1-се kағиҙәне kулланып  ҡылымдарҙы күплектә яҙырға.

    2) Тексты уkырға(hүҙҙәр) 127-се бит.

    3)Ҡылымдар менән 3 һөйләм төҙөргә.

 

131.

Тағараҡ, туп, магнитофон, аудиояҙма «Ҡоштарға ярҙам», ҡышлаусы ҡоштар, ағастар, карточкалар.

Аудирование, уҡыу, карточкалар менән эш.

 

25.      

Ҡышҡы уйындар.

Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы.

 

Сана шыуа, саңғы, тауҙан, йығылмаған, ағастарға, бәҫ ҡунған.

1)Ошо тексkа дәреслектәге hүрәт буйынса              hөйләмдәр өҫтәп  хикәйә төҙөргә.                      2) Һүҙҙәр.             

3) Хикәйәне һөйләргә.

 

133, 126.

Һүрәт «Ҡышҡы уйындар», карточкалар, таблица «Ҡылымдың юҡлыҡ ялғауҙары».

Тәржемә эше, аудирование,  карточкалар менән эш.

8-12.12

26.      

Ҡадир Даян «Шыршы».

 

Ҡылымдың зат hәм hан менән үҙгәреше.

Уйынсыҡтар нурлана, күмәкләшеп, тирәһендә, әйләнәбеҙ.

1) Синыфта яҙған ҡылымдарҙы юkлыk формаhында яҙырға.

2) Шиғырҙы  тасуири уҡырға.

  3)Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға.

 

129

Шыршы, магниттар(12)ҡағыҙҙан эшләнгән, йәки быяланан сағыу  уйынсыҡтар, яҙыуҙар, зат алмаштары (айырым яҙылған).

Уҡыу, тәржемә эше, уйын.

 

27.      

Сәләм Өфөнән! Тылсымлы һүҙҙәр.

 

 

Ҡаршы алды, таҙарта, байрамса, майҙан, синыфташ, ҙурайғас.

1)137-се бит,335-се күнегеү «Ҡар өй»(уҡырға)

2)Текст буйынса hүрәт төшөрөргә.

 3)Тексты рус телендә һөйләргә.

131, 132, 137.

Балалар һанына ҡарап ҡулъяулыҡтар,карточкалар.

Карточкалар менән эш, тәржемә, аудирование.

15-19.12

28.      

Ҡотлау открыткаһы.

Нимә менән?

Ысын күңелдән ҡотлайым, ғүмер, бәхет, һаулыҡ, билдә, уңыштар, теләйем, яҡшы, оҙон.

 1)Яратҡан кешеләребеҙгә башҡортса  открытка эшләп яҙып  

килтерергә.Һуңынан беҙ уларҙы бүләк итербеҙ.

  2) Яңы һүҙҙәрҙе ятлау.

134, 135.

Яңы йыл һүрәте, открытка өлгөләре, ҙур хәрефле яҙыуҙар.

Открытка яҙыу, тәржемә эше.

 

29.      

Ғинуар.

Контроль күсереп яҙыу.

Әсе ел, һыҙғыра, олой, ҡоторона.

318-се күнегеү,130-сы бит( йомаk hәм ребустың яуабын табырға).

142.

Карточкалар, ҡышлаусы ҡоштар һүрәттәре.

Күсереп яҙыу.

22-26.12

V 

Үҙем тураһында..(7)

30.      

Беҙҙең ғаилә.

 

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

 Ғаилә, ғаилә ағзалары, олатай, өләсәй, атай, әсәй, ағай, апай, ҡусты, һеңле.

Татыу, ғәҙел, иғтибарлы, ярҙам итәм.

1.  Килештәрҙе һәм уларҙың һорауҙарын ятла.

2.  Апай, өләсәй һүҙҙәрен килеш менән үҙгәрт.

3.  Әсәйеңдең фотоһын килтер.

 

10 бит, 45-59 бит.

ғаилә  ағзалары төшөрөлгән һүрәттәр; ижектәр һәм һүҙҙәр яҙылған карточкалар.

 

 

 

Карточкалар менән эш, тәржемә эше, уҡыу.

 

31.      

Минең әсәйем.

Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

 Әсәйем, яратам, ярҙам итәм, матур.

 Бәйләй, һәйбәт, эшләй, ҡәҙерле.

1.                       Әсәйең тураһында һөйләргә өйрән.

2.                       Ағай, кеше һүҙҙәрен килеш менән үҙгәрт.

3.                       Яратҡан шөғөлөңдө һүрәт итеп төшөр

32, 45, 167 бит.

һүрәттәр, перфокарталар, таблицалар

Перфокарточкалар менән эш, аудирование.

29-16.01

32.      

Минең яратҡан шөғөлөм. Ял көндө.

Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Яратам, яратҡан шөғөлөм, барҙым, ял итәм.

 Һүрәт төшөрәм, ҡыҙыҡһынам.

1.Яратҡан шөғөлөң тураһында һөйләргә өйрән.

2. Малайҙар, кешеләр һүҙҙәрен килеш менән үҙгәрт.

3. Бүлмәңдең һүрәтен төшөр.

43, 58, 122 бит.

һүрәттәр,

перфокарталар, таблицалар.

Перфокарточкалар менән эш, тәржемә эше, диалог төҙөү.

 

33.      

Беҙҙең фатир. Минең

бүлмәм.

 

Алмаш.

 Йәшәйбеҙ, фатир, бүлмә, ҡат, ҙур, матур.

 Ҡала, яңы, иркен, ҡунаҡ бүлмәһе, йоҡо бүлмәһе.

1.111-се күнегеүҙең һорауҙарына яуап бир.

2. “Алмаш” һүҙенә кроссворд төҙө .

3.Көн режимыңды яҙ.

 

21, 36, 50, 51 бит

һүрәттәр, перфокарталар, таблицалар

Перфокарточкалар менә эш, диалог төҙөү.

19-23.01

34.      

Минең көн режимым.

 

Зат алмаштары.

 

 Көн режимым, торам, йыям, яһайым, йыуынам, ашайым, эсәм, ҡайтам, әҙерләйем, ятам.

Үҙеңдең көн режимыңды һөйләй бел.

Дуҫыңдың портретын төшөр.

Дуҫлыҡ тураһында 1 мәҡәл тап.

 

52, 54, 55, 109 бит.

ребус, “Алмаш” темаһына сюжетлы иллюстрациялар, “Зат алмаштары” таблицаһы, һүҙлек, “Минең көн режимым” тексы; “Көн режимы” (10 төҫлө һүрәт), дидактик карточкалар.

Карточкалар  менән эш, тәржемә эше,  һәйләмдәр төҙөү.

 

35.      

Минең дуҫым.

 

Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

 Дуҫ, дуҫлыҡ, бергә, яҡшы.

 Бергәләп, икәүләп, ярҙамсыл.

1.“Минең дуҫым” исемле тексты ятла.

2.Дуҫлыҡ тураһында 1 мәҡәл яҙып кил.

3.Тикшереү эшенә әҙерлән, үтелгән темаларҙы ҡабатла.

19, 57, 58, 119, 177 бит.

һүрәттәр,

таблицалар.

Һөйләмдәр төҙөү, тәржемә эше, диалог төҙөү.

26-30.01

36.      

Яҙма эш. Үҙем тураһында.

Хат яҙыу (үҙ аллы эш). К-г, ҡ-ғ, п-б  тартынҡылары-

ның сиратлашыуы.

 Хат, яҙам, мин, минең.

 Һаумы, сәләм, һау бул.

Хатты ятлап килергә.

 

33, 48, 53, 60, 61 бит.

Хаттың тексы яҙылған карточкалар, малай фотоһы.

Хат яҙыу, тәржемә эше.

 

VI

Кеше. Тән ағзалары. Гигиена.(6)

37.      

Тән ағзалары.

Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

 

 

 Баш, сәс, ҡаш, күҙ, танау, ҡолаҡ, бит, ауыҙ, теш, тел, муйын, ҡул, бармаҡ, аяҡ, минең.

 Тән ағзалары, бар.

103-сө биттәге “Уңған ҡыҙ” шиғырын уҡы, тәржемә ит.

Ҡул һәм сәс һүҙҙәрен зат менән үҙгәртегеҙ.

Тән ағзаларының әйтелешен нығыт.

103, 105, 106, 108, 110, 115

Дәреслек, парлап эшләр өсөн карточкалар, һүрәттәр

Карточкалар менән эш, уҡыу, аудирование.

02-06.02

38.      

Шәхси гигиена.

 

Ҡылым.

 

 

 Йыуам, мин, таҙартам, һабын менән, таҙа.

 Таҫтамал, мунса, тараҡ, һөртә.

Яңы һүҙҙәрҙе ҡабатларға.

278-се күнегеү.

“Дауахана” һүҙенә кроссворд төҙөп кил.

 

103, 107, 114, 119

Һүрәттәр.

Тәржемә эше, аудирование, һөйләмдәр төҙөү.

 

39.      

Мин ауырыйым. Дауаханала.

 

 

 

Ҡылым.

 Минең, ауырта, табип, дауахана, дарыу.

 Һыҙлай, шешкән, әйләнә, дауалай, төҙәлде.

Яңы һүҙҙәрҙе ҡабатларға.

298-се күнегеү. Уҡы, йөкмәткеһен аңла.

“Һаулыҡ” һүҙенә кроссворд төҙөп кил.

103, 110, 113, 174

Дәреслек, карточкалар, һүрәттәр .

Карточкалар менән эш, уҡыу, аудирование

9-13.02

40.      

Дарыу үләндәре.

 

Ҡылым.

 Дарыу үләндәре, йыя, үҫә.

Ярҙам итә, кәрәк, файҙа.

Дарыу үләндәренең исемдәрен ҡабатла.

Бер дарыу үләне тураһында мәғлүмәт яҙ.

“Минең яратҡан спорт төрөм” исемле һүрәт төшөр.

117, 127. бит.

Дәреслек, дарыу үләндәре һүрәттәре: юл япрағы, үгәй инә үләне, әрем, мәтрүшкә, кесерткән, йүкә сәскәһе .

Һөйләмдәр төҙөү, тәржемә итеү, текст менән эш.

 

41.      

Мин спорт менән шөғөлләнәм.

Ҡылым.

Саңғы шыуам, йүгерәм, уйнайым.

 Сәләмәт, һаулыҡ, шөғөлләнәм.

“Мин спорт менән шөғөлләнәм” тигән темаға һүрәт төшөрөп кил һәм һөйләргә өйрән.

288-се күнегеү. Уҡы, башҡорт теленә тәржемә ит.

Тикшереү эшенә әҙерлән.

112, 118, 148, 129 бит.

Дәреслек, карточкалар, һүрәттәр .

Карточкалар менән эш, аудирование, аудирование.

16-20.02

42.      

Тикшереү эше

 

 

 

 

Тест һорауҙары.

Тест.

 

VII

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Баҙар-магазин(7).

1.                     

Аҙыҡ-түлек.

Башҡорт теленең үҙенсәлкле өндәрен ҡабатлау.

Аҙыҡ-түлек,

эсемлек, ҡап, турай, бешерә, ҡыҙҙыра.

 Икмәк, май, һөт, сәй, ҡаймаҡ, ит, балыҡ, шәкәр.

1)350-се күнегеү (Барыһы өсөн).Башҡорт балы хаҡында шиғырҙан өҙөктө яттан яҙырға әҙерләнеп килергә.

2)Башҡорт балы хаҡында мәғлүмәт алып килергә(Теләк буйынса)

3)Башҡорт телендә берәй рецепт яҙып килтерергә.(Теләк буйынса)

132, 140, 143, 144, 145.

һүрәттәр.

Уҡыу, диалог төҙөү, аудирование.

23-27.02

2.                     

Сәй артында.

Синонимдар.

 

Табын,

мәжлес, ҡунаҡ, һый, һыйлау.

  Самауыр, ҡалаҡ, сынаяҡ, һөтлө, шәкәрле, эҫе, баллы.

а) Яҙып алған тексты һөйләргә әҙерләнеп килергә(Бөтәһе өсөн)

б) Меню төҙөргә.

в) биҙәп, һүрәтен төшөрөргә мөмкин

148-149.

Мәҡәлдәр, темаға яраҡлы һүрәттәр.

Һөйләмдәр төҙөү, тәржемә эше, аудирование, уҡыу.

 

3.                     

Икмәк – ил байлығы.

Синонимдар.

1.        Иген, уңыш, бойҙай икмәге, арыш икмәге, он.

2.        Өлгөрә, һуғалар, тарталар, сәсәләр, үҫә

a.           151-се биттәге шиғырҙы  тасуири уҡырға әҙерләнеп килергә.

b.           Терәк һүрәттәр ярҙамында һөйләргә әҙерләнеп килергә.

c.           Шиғырҙы ятларға мөмкин (теләк буйынса).

150, 151, 152.

Темаға яраҡлы һүрәттәр.

Тәржемә эше, аудирование, диалог төҙөү.

02-06.03

46

Беҙҙең уңыш.

Синонимдар.

 

1.        Түтәл, ҡыуаҡ, сүп үләндәре, утау, һыу һибеү, уңды.

2.        Картуф, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, һуған.

 (155-cе бит) – текст буйынса һорауҙарға яуап яҙып килергә.(Бөтәһе өсөн).

 

153, 154, 155.

Йомаҡтар,

Йомаҡтар сисеү, диалог төҙөү.

 

47

Кейем-һалым.

Синонимдар.

 

-          Күлдәк яғаһы, күлдәк итәге, бил-бау, ең, төймә.

-          Күлдәк, салбар, эшләпә, ойоҡ, бейәләй, бирсәткә, кейеү-сисеү.

1)Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе ҡулланып 3 (5) һөйләм яҙып килергә.

  2)354-се күнегеү, һорауҙарға яуап бирергә. 3) «Минең гардеробым» темаһына һүрәт төшөрөргә, яҡларға әҙерләнеп килергә.

146, 147, 148, 156.

һүрәттәр.

Һүрәттәр менән  эш, һорауҙарға яуаптар.

9-13.03

48

Магазинда, баҙарҙа.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1.        Һатыу, һатып алыу, үлсәм, сират, күпме тора.

2.        Аҡса, һум, тин, тауар, осһоҙораҡ, ҡыйбатыраҡ.

1. «Көҙгө баҙар» хикәйәһен һөйләргә әҙерләнеп килергә.

2. 379-сы күнегеү. Уҡырға һәм тәржемә итеп килергә.

3. Үҙҙәре диалог төҙөп килә.

 

156, 157, 158, 159, 160.

Темаға яраҡлы һүрәттәр.

Диалог төҙөү, аудирование,  тәржемә эше.

 

49

Яҙма эш.

 

Ҡабатларға.

 

 

Тест.

Тест.

16-20.03

VIII

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө.(7)

50

8 март байрамы.

Антоним.

 Хәстәрлек, бәхет, уңыш, һаулыҡ, һөйөклө, ҡәҙерле.

 Байрам, ҡотлау, теләү.

1.Йырҙың һүҙҙәрен ятларға.

2. Ҡотлау һүҙҙәре яҙылған ҡағыҙҙарҙы биҙәргә, һүрәт төшөрөргә.

(Открытка яһарға).

3.Әсәйҙәрегеҙҙең фотоһүрәтен алып килергә мөмкин.

163, 164, 165.

Ҡотлау яҙыу өлгөһө.

Ҡотлау яҙыу, тәржемә эше.

 

51

Минең әсәйем.

Антонимдар.

Хөрмәтле,

яҡшы, эшсән, эшләй, ярҙам итәм, һоҡланабыҙ.

Әҙерләй,

йыйыштыра, йыуа.

Дәрестә өйрәнгән һүҙҙәрҙе ҡулланып «Минең әсәйем»тигән текст төҙөп килергә.

164, 165, 167, 168.

Фотоһүрәттәр

Диалог  төҙөү, аудирование.

01-03.04

52

Әсә рәхмәте.

Антонимдар.

 

1.405-се күнегеү(169-сы бит).Дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәнеп килергә.

2.Әсәйҙәр хаҡында мәҡәлдәр табып килергә.

3.Йырҙың һүҙҙәрен ҡабатларға.

168.

Сюжетлы картиналар.

Уҡыу, тәржемә, һөйләмдәр төҙөү.

 

53

Эш бөткәс уйнарға ярай.

Антонимдар.

Мауығыу,

ҡыҙыҡһыныу, шөғөлләнеү, сәйәхәт итеү.

Һүрәт төшөрөү, бейеү, йырлау.

1) 415-се күнегеү, 1-се өлөшө (172-се бит). Һөйләмдәр төҙөп яҙып килеү.

  2) Өләсәйҙәрегеҙҙән мәҡәлдәр һорап яҙып алып килегеҙ.

  3) «Минең өләсәйем»темаһына һөйләмдәр яҙып килергә.

171, 172, 173, 174.

Мәҡәлдәр.

Тәржемә эше, уйындар, аудирование.

06-10.04

54

Тәржемә эше. Наша семья. 

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Тыныслыҡ, буш ваҡыт, уйлап сығарыу, ҡәғәтлек менән, яҙыусы, шағир, рәссам, һүрәт, хеҙмәт, бейеү.

1) 173-сө биттәге һүҙбәйләнештәрҙе иҫтә ҡалдырырға.                                                                                             2) Ошо һүҙбәйләнештәр менән ике һөйләм төҙөргә.

 

172.

Темаға яраҡлы һүрәттәр.

Тәржемә эше, диалог төҙөү.

 

55

Тикшереү эше.

 

 

Үтелгән темаларҙы ҡабатларға.

173.

Һорауҙар.

Тест.

13-17.04

IX

Яҙ етте(6)

56

Яҙ етте.

 

Омонимдар.

Яҙ, ҡара, арыҫлан, Арыҫлан, ҡарға.

1)422-се күнегеү. Тиҙәйткесте ятларға.

2) Омонимдар ҡулланып  шиғыр яҙырға.

 

175-176.

Эл . дәреслек, яҙ темаһына һүрәттәр, омонимдарҙы яҙыу.

Карточкалар менән эш, диалог төҙөү,  аудирование.

 

57

Сыйырсығым –ҡошсоғом.

 

 

 

Алмаш.

Ауырлыҡта,

ҡамасаулай,

ҡайтып етеү,

көслөләр.

1) Йырҙы ҡабатларға           2)463-сө күнегеү. Ятларға.

176,177,188.

Сыйырсыҡ , сыйырсыҡ ояһы һүрәте.

Тәржемә эше, уҡыу.

20-24.04

58

Яҙ ҡайтҡан йылы яҡтан.

 

Һүҙбәйләнештәр.

Тамсы тама, илай, көлә, һайрай.

432-се күнегеү, ятларға.

179-180..

Яҙ темаһына уҡыусыларҙың үҙҙәренең һүрәттәре.

Һөйләмдәр төҙөү, тәржемә итеү, уҡыу, аудирование.

 

59

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы

 

Тартынҡы өндәр.

Мейес, байрам, муйыл сәскә ата.

1- 439 – сы күнегеү, һорауҙар яҙырға.

 2- ғаиләгеҙҙә 1 Май байрамын нисек үткәреүегеҙ тураһында яҙырға. 

 

180-181.

Хеҙмәт, дуҫлыҡ, тыныслыҡ тип яҙылған плакат, күгәрсендәр һүрәте.

Тәржемә эше, һорауҙарға яуаптар.

27.04 -01.05

60

Ҡоштар ҡайта.

 

Ҡалын һәм нәҙек өндәрҙе ҡабатлау. Ижектәргә бүлеү.

Умырзая, һандуғастар.

445-се күнегеү. Тәржемә итергә.

181-182.

Умырзая, ҡояш һүрәте. Эл. дәреслек.

Уҡыу, тәржемә эше, диалог төҙөү.

 

61

Еңеү көнө.

 

Һөйләм төрҙәре.

 

Ғәзиз, ҡәҙер-хөрмәт, һаҡлау осрашыу.

453- сө күнегеү. 1-  уҡыу, тәржемә.

 2- текст буйынса һорауҙар төҙөү, яуап биреү

184-185.

М.Гәрәевтың фотоһүрәте. Еңеү көнөнә арналған һүрәттәр.

Аудирование, тәржемә эше.

04.05-8.05

X

Яҙғы эштәр(2)

62

Хеҙмәте барҙың, хөрмәте бар.

 

Алфавитты ҡабатлау.

 

 

Уңайлы, бәпембә, кесерткән, япраҡ яра,

 оя ҡора, баҡсасылыҡ.

1- 466- сы күнегеү . Һүҙҙәрҙе алфавит буйынса яҙырға

 2- 467- се күнегеү. Һүҙбәйләнештәр ҡулланып хикәйә яҙырға. 3-Мәҡәл буйынса хикәйә яҙырға.

189-190.

Эл . дәреслек.

Диалог төҙөү, аудирование, уҡыу.

 

63

Эштән һуң.

Һан.

Үҫенте, түтәл, тупраҡ, алмағас, нефтсе, шат.

493-сө күнегеү.

196-198.

Нурмөхәмәтовтың

“Эштән һуң картинаһы”.

Тәржемә эше, диалог төҙөү, уҡыу.

11-15.05

XI

Яҙғы байрамдар(5)

64

Ҡуҙғалаҡ байрамы.

 

Ҡылым.

 

 

 

 

Ҡуҙғалаҡ, балтырған, йыуа, ризыҡ, иреп бөттө, матурлана, йәшеллек, япраҡ ярҙы, сәскә атты.

1.Ҡуҙғалаҡ байрамының проктын эшләп килтерергә.

2.503–сө күнегеү. Ҡотлауҙарҙы тәржемә итеп яҙырға.

3. З. Исмәғилев, В.Э. Меос тураһында сығыштар әҙерләргә.

 

200, 201, 203

Эл . дәреслек, байрам күренештәре.

Һөйләмдәр  төҙөү, уҡыу, тәржемә.

 

65

Минең тыуған яҡтарым.

Алмаш .

Тәүге һулыш, изге урын, һағыныу, йомарт ерем.

Бер нисә йомаҡ яҙып килергә.

202-203.

В.Э Меостың “На родине Загира Исмагилова. Серменево” картинаһы.

Уҡыу һорауҙарға яуаптар, аудирование.

18-22.05

66

Ҡарға бутҡаһы.

 

Сифат.

Һый, түңәрәк,  татыу урын, хәтер, аҡлан, ялан.

513-сө күнегеү. Берәй үҙегеҙ белгән байрам тураһында яҙып килергә.

.

202, 204-205.

Уйнап йөрөгән балалар һүрәттәре.

Тәржемә эше, уҡыу.

 

67

Контроль диктант.

 

 

Ҡабатларға.

 

 

Диктант яҙыу.

25-29.05

68

Һабантуй.

 

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һабантуй, йола, ҡолға, ҡыр, ярыш, ат.

 

 

Һабантуйҙан күренештәр.

Һорауҙарға яуаптар, аудирование.

 

69-70

Резерв

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку, 5 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Хранитель музейных предметов

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Аңлатма яҙыу. .

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн. – Өфө : Китап, 2010.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «13-сө урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе  3 йүнәлештә төҙөлгән:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

-        Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

-        Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

-        Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

-        Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

-        Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Һаумы, мәктәп!

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме?

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена.

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән.

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте.

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Яҙғы байрамдар. (2 сәғәт)Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

 

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә   һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

 

3.Тексты  шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

 

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү..

 

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

 

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

 Күсереп яҙыу-1

 Һорауҙарға яуаптар-1

 Диктант-2

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

 

 1.Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

 2. Урыҫ мәктәптәренең 5-6 – сы синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

 3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

 4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

 5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.  Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

 6. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.

Материаль-техник ҡулланмалар

-        телевизор;

-        компьютер;

-        принтер;

-        DVD-проигрыватель.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     5-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2010.

2.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.

3.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

4.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

5.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

6.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

7.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

8.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

9.Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

10.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11.М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле.Морфология. - Өфө: Китап, 2005.

12.Толомбаев Х.А., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән тестар. - Өфө: 2005

13.Русско-башкирский учебный словарь.Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. - Уфа: Китап, 2001.

 

 

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 059 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.01.2015 1828
    • DOCX 48.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Абзелилова Лилия Ириковна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Абзелилова Лилия Ириковна
    Абзелилова Лилия Ириковна
    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 6
    • Всего просмотров: 22403
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Английский язык: теория и методика преподавания в дошкольном образовании

Учитель

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 232 человека из 53 регионов
  • Этот курс уже прошли 458 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по английскому языку в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 298 человек из 62 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 831 человек
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Современные методы развития навыков эффективного и уверенного общения на английском языке у старших школьников

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 131 человек из 39 регионов
  • Этот курс уже прошли 676 человек

Мини-курс

Интегрированное управление бизнес-процессами

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Коррекция нарушений у детей: сна, питания и приучения к туалету

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

От романтизма к современности: шедевры и новаторство

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе