Инфоурок Другое Другие методич. материалыРазработка урока по башкирской литературе "Салават Юлаев" (9 класс)

Разработка урока по башкирской литературе "Салават Юлаев" (9 класс)

Скачать материал

Музыка «Салауат батыр» (Карауынһарай” төркөмө)

- Музыкала ямғыр тауышын, ҡыҙҙар бейеүен, балалар көлөүен, йәшен йәшнәүен, ҡылыстар тауышын ишетергә мөмкин. Был көйҙә нимә ишетәһегеҙ?

- Яуҙа сапҡан ат тояҡтары тауышын.

- Эйе, был йыр яуҙа сапҡан атты хәтерләтә. Кемдең аты икән?

«Салауат батыр» йыры (Карауынһарай” төркөмө)

Слайд 1

- Был батыр аты, Салауат батыр аты.

- Кем һуң ул Салауат?

- Батыр, милли герой.

- Тимәк, дәрестә ниндәй тема үтәсәкбеҙ? Теманы дәрес барышында дауам итергә.

- Уның тураһында белемебеҙҙе яңыртыр, тәрәнәйтер өсөн, биографияһы менән танышайыҡ.

Биография (карточкалар):!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!

Слайд 2

Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосының Тәкәй (бармы хәҙер?) ауылында – хәҙер Башҡортостандың Салауат районында тыуған. Уның атаһы Юлай Аҙналин үҙ волосында старшина булған. Әсәһе Аҙнабикә – уҡымышлы, аҡыллы, йырға оҫта кеше, беренсе белемде улына ул бирә.

Слайд 3

Салауат гүзәллекте яратып, шул уҡ ваҡытта көслө һәм ҡыйыү егет булып үҫә. Бөтә йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа ат сабыштарында, көрәштәрҙә беренсе урындарҙы ала. 14 йәшендә бысаҡ менән айыуҙы үлтерә. С.Юлаев урта буйлы, ҡара сәсле, ҡара күҙле, ҡара ҡашлы, ҡуңыр йөҙлө кеше булған. Урыҫ һәм төрки телдәрен һәйбәт белгән. 1771-1772 йылдарҙа старшина вазифаһын башҡара.

Слайд 4

1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Крәҫтиәндәр һуғышы башлана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, яйыҡ казагы атаманы Емельян Пугачёв (Бүгәсәү) етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә Салауат Юлаев башҡорт яугирҙәре менән килеп ҡушыла. (Ни өсөн? Заводсы Твердышев) С.Юлаев восстаниеның иң мөһим алыштарында етәкселек итә, Пугачев саҡырыуҙарын тарата, ихтилалсыларҙың Баш ғәскәрҙәрен аҡса, аҙыҡ-түлек, ҡорал менән тәьмин итә, яугирҙар йыйыу менән шөғөлләнә. Халыҡтар берҙәмлеге) Үҙен һәләтле хәрби начальник итеп таныта. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша (Ырымбур, Магнит, Силәбе,  Үрге Ҡыйғы, Красноуфимск, Көңгөр ҡалаһы, Пермь, Уҫы, Ҡазан, Сарапул, Өфө, Бөрө – карта была больше).

Слайд 5-8

Осада урынына атака алымын ҡуллана. 1774 йылдың 3 июнендә Пугачев бригадир дәрәжәһе бирә. (А.С.Пушкин) Өс тапҡыр яуҙарҙа яралана. Ихтилал баҫтырылып, Пугачев ҡулға алынғандан һуң да, хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшен дауам итә. 1774 йылдың 25 ноябрендә Шайтан-Күҙәй волосының Миндәш ауылы янында ҡулға алына. Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа 339 көн язалап тикшеренеүҙәрҙән һуң, 1775 йылдың 15 июлендә атаһы менән бергә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыла. Танау япраҡтарын ҡырҡып, ҡыҙҙырылған тимер менән «З», «Б», «И» - Злодей (Енәйәтсе). Бунтовщик (Боласы). Изменник (Хыянатсы) тигән хәрефтәр маңлайыны һәм сикәләренә баҫтырыла. Зөләйхә, Әминә исемле ҡатындары ла балалары менән ҡулға алына (Ксана-Катерина, Хәсән – Красноуфимск). 1775 йылдың 2 октябрендә Эстонияның Палдиски ҡалаһы Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә. 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.

-  Уның хәрби юлын картиналарҙа ла к-рә алабыҙ.

Слайд 9-16

Виртуаль таҡта

- Хәҙер виртуаль таҡта эшләйәсәкбеҙ – биография буйынса мәғлүмәттәрҙе таҡтаға бер һүҙ йәки дата менән генә яҙып сығабыҙ.

 

- Әйҙәгеҙ, белемдәрҙе тикшереп алайыҡ.

Слайд 17

Биография буйынса һорауҙар:

1. Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосының ..... ауылында – хәҙер Башҡортостандың ..... районында тыуған.

2. Теүәл ..... йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев ..... хәрби алышта ҡатнаша.

3. 1774 йылдың 5 июнендә Пугачев ..... дәрәжәһе бирә.

4. 1775 йылдың 2 октябрендә Эстонияның Палдиски ҡалаһы ..... ҡәлғәһенә ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә.

5. ..... йылдың 26 сентябрендә вафат була.

Слайд 18

Салауат Юлаев - шағир

- Салауат Юлаев беҙгә батыр булып ҡына түгел, ә шағир (импровизатор, ҡурайсы) булып та билдәле. Салауат Юлаевтың ижады мираҫынан 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары, 8 шиғыры билдәле. Улар барыһы ла рус теленән тәржемә ителеп һаҡланып ҡалған. «Яу», «Уҡ», «Егеткә» шиғырҙарында иҙеүселәргә ҡаршы көрәшкә өндәү яңғырай. “Тирмәмдә”, «Уралым», «Тыуған ил», «Һадуғас» шиғырҙары батырҙың тыуған ерен өҙөлөп һөйөү хистәрен. Ә бына «Зөләйхә»тигән шиғырында, ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло мөхәббәт, ысын тойғоларын сағылдыра, һөйгән ҡыҙын ул тәбиғәт менән, фәрештә менән сағыштыра.

- Беҙ Салауат Юлаевты бөгөн “Яу исемле шғырын өйрәнәсәкбеҙ. Тәүҙә һүҙлек эшен кҙғарайыҡ.

Һүҙлек эше (карточкалар) !!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!

Ағыу - яд

Аждаһа - дракон

Азатлыҡ - свобода

Аҡлан - луг

Баш етмәҫлек - немыслимый

Ғаләм - вселенная

Дошман - враг

Ен-пәрей – чертовщина

Замана - времена

Изге - святой

Кәүҙә - тело

Ҡыйратыу - разгромить

Ҡырған - разгромить

Мәкер-хәйлә - хитрость

Рух - дух

Саф - ряд

Сихырсы - колдун

Тар-мар итеү - разгромить

Тупраҡ - земля

Тәсбих - четки

Уҡ - стрела

Һанһыҙ - бесчисленный

Һөжүм итеү - напасть

Шөһрәт - слава

Эйәрләү - запрячь

Яу - сражение

Яуыз - злой

-  Хәҙер шиғырҙы мин уҡып сығам. Иғтибар менән тыңлағыҙ.

 

Яу

Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.

Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы,
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.

Ҡурҡмағандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙең мәкер-хәйләһенән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.

Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым.

Мин ҡыйраттым дошман сафтарын.
Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр.
Бик күптәре аяҡ аҫтында
Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр.

Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға.
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып, тәсбих әйтеп аллаға,
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.

 

- Ә хәҙер һеҙ берәр куплет уҡып сығығыҙ һәм йөкмәткеһен һөйләгеҙ.

- Әйҙәгеҙ, шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреп алайыҡ.

Һорауҙарға яуптар

- Кемдәрҙе данлай, маҡтап һөйләй Салауат?

- Ни өсөн маҡтай?

- Үҙе тураһында нимә яҙа?

- Дошмандарын нисек һүрәтләй?

- Шиғыр нимә менән бөтә?

Слайд 19

Мәҡәлдәр

-  Ә хәҙер мәҡәлдәр менән танышып алайыҡ. Улар нимә тураһында?

1. Белеме барҙың ҡәҙере бар.

2. Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.

3. Батырлыҡ яуҙа беленер.

- Ҡайһы мәҡәл шиғырға тура килә?

Слайд 20

Яуапты түбәндәге этаптар менән бирегеҙ

1. Мин “………………..”, тип уйлайым.

2. Сөнки был мәҡәл, ………………………………….., тигәнде аңлата.

3. Шулай итеп, “Яу” шиғырына “…………………………..” мәҡәле тура килә.

 

Художестволы саралар табыу (карточкалар)!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!

-  Салауат Юлаевтың шиғырҙары художестволы сараларға бик бай. Әйҙәгеҙ, табайыҡ.

Бының өсөн төркөмләп эшләргә кәрәк.

Эпитет

Булған илдең батыр улдары

Изге яуға уҡтай атылдым.

Аждаһалай уҫал яуыздан,

Гипербола
Бөтә ғаләм белгән уларҙы
Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды

Метафора

Ҡурҡмағандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙең мәкер-хәйләһенән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.

Сағыштырыу

Аждаһалай уҫал яуыздан,

Изге яуға уҡтай атылдым.
                                                 Лексик саралар

Антоним

Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.

Синоним

Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.

 

Сихырсынан, аждаһалай уҫал яуыздан, ен-пәрейҙең мәкер-хәйләһенән, йылан сәсә торған ағыуҙан.
         Фразеологизм

Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр

 

Синтаксик саралар

Антитеза һәм инверсия

Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы,
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.

Ҡабатлау

Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.

 

Йомҡаҡлау.

Уҡыусылар, йомғаҡлау этабында һорауҙарға яуап биреп алайыҡ.

 

Тест

1. Башҡорт халҡының мили батыры Салауат Юлаев ҡасан тыуған?

1)1754 йыл

2)1752 йыл

3)1753 йыл

2. Уҡырға, йырларға кемдән өйрәнә?         

1)мулланан

2)әсәһенән

3)сәсәндән

3. Нисә йәшендә бригадир була?          

1)1773 йылдың ноябрендә

2)1773 йылдың июлендә

3)1774 йылдың майында

4. Көрәштәше кем?          

1)Алдар

2)Ҡараһаҡал

3)Бүгәсәү

5. С. Юлаев нисәнсе йылда Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе булла?   

1)1771-1772 йылдар

2)1773-1775 йылдар

3)1774-1775 йылдар

6. Кем ул – Салауат?        

1)шағир-импровизатор, сәсән, ҡурайсы, милли батыр, йырсы

2)шағир, ҡурайсы,  йырсы, баянда оҫта уйнаусы, бейеүсе, батыр

7. С. Юлаевтың шиғырҙары:

1)«Уҡ», «Егеткә», «һандуғас», «Зөлхизә», «Тирмәмдә», «Ҡарлуғас», «Йүрүҙән», «Уралым»

2)«Уҡ», «Яу», «Егеткә», «һандуғас», «Зөләйхә», «Тирмәмдә», «Тыуған илем», «Йүрүҙән»,  «Уралым»

3)«Уҡ», «Яу», «Егеткә», «һандуғас», «Зөләйхә», «Тирмәмдә», «Тыуған илем», «Уралым»

8. Салауат портретын яҙған рәссам:

1)Борис Домашников

2)Рәхим Ишбулатов

3)Михаил Нестеров

9. Салауат тураһында яҙылған әҫәр:

1)”Кавказский пленник”

2)”Капитанская дочка”

3)”Памятник”

10. Милли батырыбыҙ ҡайҙа яҡты донъянан китә?

1)Эстляндия губернаһы (хәҙерге Эстония), Рогервик ҡәлғәһе

2)Испания, Палдиски ҡалаһы, Рогервик төрмәһе

Исеме мәңгеләштерелгән

 

Өй эше: Ятларға.

Салауат Юлаев исемен мәңгелештереүселәр.

Әҫәрҙәр:

Степан Злобин «Салауат Юлаев» романы

Б.Бикбай «Салауат» драммаһы

М.Кәрим «Салауат» трагедияһы

Д.Юлтый «Салауат менән Пугачев» пьесаһы

В.Сидоров «Шағир һәм яугир Салауат» китабы

И.Гвоздикова «Салават Юлаев» китабы

М.Идельбаев «Салават Юлаев – поэт-импровизатор, героический образ».

А.С.Пушкин «Пугачев тарихы», «Капитан ҡыҙы» әҫәрҙәре

Р.Игнатьев «Башкир Салават Юлаев»

Ф.Нефедов «Салават, башкирский батыр»

 

Скульптуралар:

Сосланбәк Тавасиев, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле

Томара Нечаева, Салауат ҡалаһында, Салауат районында, Өфөлә, Силәбе өлкәһендә, Красноуфимск ҡалаһында, Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев бюсы

Андрей Семченко, Салауат ҡалаһында стела

 

Халыҡ йырҙары:

"Салауат"

"Салауат батыр"

"Бүгәс менән Салауат".

 

Ҡала, район, хоккей клубы, боҙ һарайы, музей, урамдар һәм проспекттар, парк, бизнес-центр, майҙан, мәмерйә, орден һәм дәүләт премияһы.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирской литературе "Салават Юлаев" (9 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Оператор очистных сооружений

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 019 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.12.2019 286
    • DOCX 71.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сайрамова Раиса Нурисламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сайрамова Раиса Нурисламовна
    Сайрамова Раиса Нурисламовна
    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 23806
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 490 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 329 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Мини-курс

Цифровые инструменты и безопасность в интернете

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Техники визуализации в учебном процессе

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 19 человек

Мини-курс

Психологическая работа с эмоциональными и поведенческими проблемами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 228 человек из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 54 человека