Предмет: башҡорт теленән әҙәби уҡыуҙар
|
Класс
2
|
Уҡытыусы:
Зәйҙуллина М.И.
|
Дата:
|
Тема: Әсәләр нур сәсәләр
|
Маҡсат: уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды телмәр ағышынан
айыра белергә, һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү.
|
Бурыстар:
|
1.
Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр
өйрәнеү,
үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2.
Тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен
үҫтереү.
3.
Әсәйҙәргә
матур һүҙҙәр әйтергә өйрәтеү, бергәләп эшләргә, ярҙам итергә күнектереү.
|
Йыһазлау: артикуляцион
күнегеүҙәр өсөн һүрәттәр, шиғырҙар, хәрефтәр.
|
Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу
рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы
өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн).
Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2017.
|
Дәрес барышы
|
№
|
Этаптары
|
|
1
|
Психологик инеш. Ойоштороу моменты.
|
– Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!
- Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.
-
Афарин, ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
-
Кәйефтәрегеҙ нисек?
-
Артабан эшләргә әҙерме? Афарин!
|
2
|
Белемдәрҙе
актуалләштереү
|
1. Артикуляция күнегеүҙәре.
Дәресте башлап киткәнсе бер аҙ тел шымартып алайыҡ: (слайд
)
Электрон дәреслектән
1) ә, ө, ү, ҡ, ғ, ҙ, һ, ң, ҫ – өндәрен ҡабатлау.
2) 1-ҙән 10-ға тиклем һанау.
2.
Фонетик
күнегеү.
-
Шиғыр юлдары өҫтөндә эш.
Иҙәнде
лә һеперҙем.
Гөлдәргә
һыуҙар һиптем.
Әсәйемә
бүләккә тип
Матур һүрәт төшөрҙөм.
|
3
|
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
|
Һорауҙарға яуаптар эҙләү.
-
Шиғырҙа
кем тураһында әйтелгән? (мин, үҙем, малай, ҡыҙ)
-
Ҡыҙ нимә
эшләгән? (иҙән һепергән, гөлдәргә һыу һипкән)
-
Был
эштәрҙе кем өсөн эшләй ул? (әсәһенә)
-
Әсәйҙәр
байрамы ҡасан ул?
- Шулай итеп бөгөн дәрестә кем тураһында
өйрәнәбеҙ?
- Әсәйҙәр тураһында. Тема буйынса яңы
һүҙҙәр өйрәнербеҙ.
-
Тағы ла нимәләр эшләрбеҙ? (Һүрәттәр
буйынса маҡсаттар билдәләйҙәр):
-
Уҡырбыҙ -(слайд).
-
Яҙырбыҙ -(слайд).
-
Уйнарға ла өлгөрөрбөҙ (слайд).
|
4
|
Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
|
1.
Матур
яҙыу минуты.
Бүләк,
күмәк 61-се бит.
2.
Яңы
һүҙҙәр менән танышыу. Һүҙлек дәфтәренә яҙыу.
байрам - праздник
ҡатын-ҡыҙ – женщина
ҡотлайым - поздравляю
бүләк - подарок
|
бүләк итеү - подарить
күмәк - много
нур - луч
|
3.
Һүҙбәйләнештәр
төҙөү.
4.
Дәреслек менән эш. 133-сө бит, 1-се
күнегеү.
а) Диалогты уҡыу.
б) Уҡыу- тәржемә.
в) Аңлағанды тикшереү.
- Диалогта ниндәй көн тураһында һүҙ бара?
- Ул байрам нисек тип атала?
- Был байрам менән кемдәрҙе ҡотлайҙар?
г) уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. (Буксир менән уҡыу, үҙ-аллы
уҡыу, ролдәргә бүлеп уҡыу.)
|
4
|
Ял минуты
|
“Портфель”туйыны. Портфелгә төрлө уҡыу
әсбаптары һалынған. Уларҙы алыу, атамаһын
әйтеү.
|
5
|
Беренсел нығытыу,
(уҡыусылырҙың материалды аңлағанын билдәләү)
|
1. Әсәйҙәр
тураһында шиғырҙар беләһегеҙме? (Уҡыусыларҙың шиғырҙарын тыңлау).
2. Дәфтәрҙәрҙә эш.
134-се бит, 2-се күнегеү. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә.
|
6
|
Үҙаллы эш, үҙ-үҙеңде
тикшереү
|
Тест һорауҙарына яуаптар
1.
Һигеҙенсе март ниндәй көн?
а) Яңы йыл байрамы.
б) Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы.
в) Ял көнө.
2.
Ҡотлайым һүҙе нисек тәржемә ителә?
а) Поздравляю.
б) Байрам итәм.
в) Уҡыйым .
3.
Байрам итәм һүҙбәйләнеше нисек тәржемә ителә?
а) Праздную.
б) Гуляю.
в) Пою.
4.
Һигеҙенсе март байрамы менән кемдәрҙе
ҡотлайҙар?
а)Атайҙарҙы, ағайҙарҙы, ҡустыларҙы.
б) Әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе, һеңлеләрҙе, апайҙарҙы.
в) Балаларҙы, уҡыусыларҙы.
5.
Һөйләм дөрөҫ төҙөлгән юлды билдәлә.
а) Ҡотлайым мин байрам менән әсәйемде.
б) Мин байрам менән әсәйемде ҡотлайым.
в) Мин ҡотайым әсәйемде байрам менән.
Яуаптар: 1-б), 2-а), 3-а), 4-б), 5-б).
|
7
|
Өйрәнгән материалды,
белемдәрҙе дөйөмләштереү
|
Өйрәнгән һүҙҙәрҙе ҡабатлау
|
8
|
Үҙләштерелгәнде контролләү, ебәрелгән хаталарҙы анализлау, уларҙы
төҙәтеү, коррекциялау.
|
Һүрәттәр буйынса (һүҙлек һүҙҙәре) үҙ-үҙеңде тишереү. Уҡытыусы
һүҙҙәр әйтә бара, уҡыусылар йәшел (дөрөҫ), ҡыҙыл (дөрөҫ түгел) түңәрәктәр
күтәрәләр.
|
9
|
Рефлексия. Дәресте йомғаҡлау.
|
1.
Бөгөн дәрестә нимәләр өйрәндек?
2.
Дәрестә нимәләр белдек?
3.
Нимәләр ҡыҙыҡ, нимәләр ауыр булды?
Өй эше.
1.
134-се бит, уҡырға.
2.
Дәфтәрҙәге 61-се бит, 1-се күнегеү, шиғырҙы ятларға.
3.
Ҡотлау открыткаһы яҙырға.
|
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.