Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сочинение по башкирскому языку на тему" Әсә күңеле балала..."

Сочинение по башкирскому языку на тему" Әсә күңеле балала..."


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 116-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе Орджоникидзе районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы








Әсә күңеле балала …


(Ғаилә темаһы)












Башҡарҙы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Хәсәнова Г.Б.





Өфө-2016




« Әсә күңеле бал ала , бала күңеле далала » , - ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Эйе , күп осраҡта был һүҙҙәр дөрөҫ.

Әсә – бөйөк исем. Ул йәшәүҙең, тормоштоң башланғысы тиһәм, яңлышмайымдыр тип уйлайым. Әсәй баланы туғыҙ ай үҙендә йөрөтә, яҡты донъяға килтерә һәм ғүмере буйы « Балам», тип йәшәй . Бөтә тормошон тик балаларына бағышлай. Юҡҡамы ни « Балам – бауыр итем » тимәгән башҡорт халҡы. Был тәбиғи күренеш. Ҡайһылыр осраҡта халыҡ мәҡәле кире мәғәнәлә яңғырай «Әсә күңеле далала , бала күңеле әсәлә ».

Мин яңыраҡ балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хаттары менән танышып тетрәндем. Уларҙы күҙ-йәшһеҙ уҡыу мөмкин түгел. Хаттар аһ-зар , һағыш, ҡайғы, әрнеү менән һуғарылған.

Ниндәй генә булмаһын , әсә үҙ балаһына иң ҡәҙерле , иң яҡын кеше. Бала саҡ һәр кем өсөн иң бәхетле , матур, иҫтәлекле ваҡыт. «Балалар –тормош сәскәләре », - тибеҙ. Ә сәскәләргә үҫер өсөн йылы ҡояш кәрәк. Әсәй – шул наҙлы ҡояш инде.

Ә хәҙер бер нисә баланың хатына туҡталып китәйек.

Айгөлдөң әсәһе иркенән мәхрүм ителгән. Ул ҡыҙ хатында әсәһенең тиҙҙән иреккә сығарыласағына ышана һәм зарығып көтә: « Әсәй миңә шул тиклем ҡыйын , әсә һөйөүен , әсә йылыһын һағындым . Ниндәй генә булһаң да , һин минең әсәйем. Бер кем дә алмаштыра алмай. Шул тиклем һинең күкрәгеңә һыйынып һөйөлгөм килә , үҙ тойғоларымды әйтеп , бер ҡайҙа ла ебәрмәҫ инем... Иҫеңдә тот , әсәй , мин һине ныҡ яратам һәм миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәк түгел. Һинең иреккә сығырыңа күп ҡалманы , мин ышанам , киләсәктә беҙ бергә , татыу ғаилә булып йәшәрбеҙ ».

Ә Кәрим больницала ятҡанында бер апай килеп йөрөүе һәм ул апайҙың уны патронат тәрбиәгә алырға теләүе тураһында яҙа. Тик Кәримдең барғыһы килмәй, уҡыуҙа тырыша һәм әсәһе менән ҡасандыр бергә буласағына ышана.

Лилиә лә әсәһенә тырышып уҡыуы тураһында яҙа « … минең көндәлегемдә гел биш билдәләре буласаҡ », - ти.

«Әсәй , ниндәй генә насарлыҡтар эшләһәң эшләмәһәң дә , беҙ һине яратабыҙ, һағынып өҙөлөп көтәбеҙ. Һин ҡайҙа булһаң да , мин һәр саҡ һине уйлайым, һағынып , өҙөлөп көтәбеҙ. Һин ҡайҙа булһаң да , мин һәр саҡ һине уйлайым , һағынып көтәм. Йөрәгемдә бик ҙур ҡайғы тора , үҙемә биргән һорауыма яуап таба алмайым ниңә яҙмыш шулай ауыр икән тигән һүҙҙәр менән башлана Алинаның хаты . Был хат шул тиклем көслө әрнеү менән тулы. Алина бөтә донъяға әрнеп ни өсөн атай - әсәйҙәр балаларҙы был донъяға тыуҙырғандар ҙа иң гүзәл ваҡытты – бала саҡты ҡайғы-хәсрәт менән тултырғандар? ». Ул хатын ошо теләк менән тамамлай : « Әсәйҙәр, атайҙар, балаларығыҙҙы ҡәҙерләп үҫтерегеҙ, уларҙың бөтә байлығы ул һеҙ – ата - әсәләр! »

Был хаттар ошо балаларҙың йөрәгенән , күңеленән сыҡҡан һағыш.

Беҙҙең илдә балалар йорттары бик күп. Унда тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһенең ата-әсәһе тере, тик был балалар етем исемен йөрөтә. Был хәлгә кем ғәйепле тормошмо, әллә үҙ балаһын ҡалдырып киткән әсәйме? Яуап биреүе минең өсөн ауыр. Минең фекеремсә , ниндәй генә ваҡиға килеп тыумаһын , Кеше – Кеше булып ҡалырға тейеш. Был донъяла беҙ бер тапҡыр йәшәйбеҙ , ғүмер тигәнебеҙ бик ҡыҫҡа булғас бер -беребеҙҙең ҡәҙерен белеп лайыҡлы ғүмер итергә кәрәк.

Атай-әсәйҙәр балаларын ҡәҙерләп үҫтерергә, ә балалар уларға рәхмәттәр уҡып , хөрмөтләп гел ярҙам итеп матур , татыу йәшәһендәр. Һәр бала тулы ғаиләлә үҫһен. Теләктәрем ҡабул булһын ине...



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 10.05.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров45
Номер материала ДБ-074099
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх