Матур
көн.
Бөгөн көн ғәжәп матур. Күк көмбәҙе аяҙ, зәңгәр. Алтын
ҡояш көләс йылмая. Бөтә донъя нурға мансылған.
Талғын ғына ел иҫә. Ҡайын япраҡтары ҡыштырҙаша. Гөр
килеп ҡоштар сутылдаша. Улар йәмле көнгә һоҡланып, йырлай төҫлө.
(33
һүҙ.)
Яҙ.
Йәмле яҙ етә. Ҡояш көндән көн нығыраҡ йылыта. Ҡар тиҙ
ирей. Аяҡ аҫты еүеш. Йылы дымлы урында йәшел үлән күренә. Ағас бөрөләре бүртә.
Уларҙан тәмле еҫ бөркөлә. Йылғала боҙ китә. Йылы яҡтан ҡоштар ҡайта.
(34 һүҙ.)
Тау.
Тау бите текә. Уның түбәһенә таштар өйөлгән. Был
таштар тауға шомло төҫ бирә. Улар алыҫтан төрлө кейектәрҙе хәтерләтә. Таштарҙан
уңдараҡ - артыш өйөмө. Унан арыраҡ аҡ ҡайындар күренә. Улар тауҙы яҡтыртып
торған төҫлө. Тауҙың һул яҡ башында ҡарағайҙар теҙелеп баҫҡан. Улар тауҙы тағы
ла ҙурыраҡ, серлерәк күрһәтә кеүек. Тау итәге тулып һары мәтрүшкә үҫә. Улар шул
тиклем күп. Әйтерһең һары диңгеҙ.
(60 һүҙ.)
Яҙ килде.
Оҙайлы ҡыштан һуң шаулап-гөрләп йәмле яҙ килә. Зәңгәр
күктә ҡайнар ҡояш яна. Уның йылы нурҙары ҡарҙы ашай. Ҡышын яуған ҡар әкренләп
йоҡара бара. Юл ситтәре буйлап йырғанаҡтар аға. Төрлө ерҙә күләүектәр ялтырай.
Ҡыйыҡтарҙан көмөш тамылар тама. Кискә ҡарай улар тыма. Ҡыйыҡ аҫтындағы
боҙбармаҡтар көндән көн оҙоная бара.
Кискә һауа һалҡыная. Төнөн күләүектәр туңа. Ҡар өҫтө
йоҡа ғына боҙ менән ҡаплана. Көндөҙ сылтырап аҡҡан йырғанаҡтар тынып ҡала.
(69 һүҙ.)
Башҡортостан.
Башҡортостан – минең тыуған ерем. Яҡын да был ер миңә,
йылы ла был ер. Уның һәр ҡарышы, һәр ташы олатайҙар ҡаны менән яулап алынған.
Шуға ла ҡәҙерле ул тыуған ер.
Йәшәһен ер! Беҙгә йәшәү биргән, беҙҙе туйҙырған һәм
кейәндергән һөйөклө ер йәшәһен!
(41 һүҙ.)
Яҙ килде.
Ҡояш нығыраҡ йылыта. Көндәр оҙайҙы. Йылы яҡтан ҡоштар
ҡайта. Улар оя ҡора. Тиҙҙән уларҙың балалары күренер.
Тирә-яҡ матурлана. Һыу буйы йәшел үлән менән ҡапланды.
Балалар менән уйнарға сығабыҙ. Мин яҙ килеүен яратам.
(35 һүҙ.)
Йылы ямғыр.
Зәңгәр күктә мөләйем ҡояш көлә. Ҡайҙандыр шыйыҡ аҡ
болот килеп сыҡты. Ҡапыл ниҙер гөрһөлдәне. Күк күкрәй бит!
Бына ямғыр яуа башланы. Көмөш тамсылар бик-бик
юғарынан ялтырап киләләр ҙә бер-бер артлы әллә ҡайҙа түбәнгә төшөп һүнәләр.
Әйтерһең дә терегөмөш ҡойола!
Ҡояшлы ямғыр, килгәндәге кеүек, тиҙ генә үтеп тә
китте. Һауа шул тиклем саф, аҙ ғына талпынһаң да осоп китерһең һымаҡ.
Йәйге тәбиғәт ошо ожмахта кинәнә.
(68 һүҙ.)
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.