Инфоурок Внеурочная деятельность КонспектыТема. Птицы. Урок башкирского языка для начинающих.

Тема. Птицы. Урок башкирского языка для начинающих.

Скачать материал

Тема

Ҡоштар илендә.

Исемдәрҙең күплек ялғауы.

 

Видео  

-         Һаумыһығыҙ! 

(ҡоштар тауышы яҙҙырылған аудиояҙма ҡуйыла).

Тәбиғәттең сихри моңо… Ниндәй генә тауыштар юҡ!

Аңлауығыҙса, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡоштар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

          Ҡоштар

(Тәүҙә картина, унан һүҙ сыға).

            https://1.bp.blogspot.com/-TTXxfSswItc/X5M20I3es6I/AAAAAAAAA2A/2QPl508EwnUkE1DgG6mGikyOLAOYWDnxgCLcBGAsYHQ/s960/hello_html_m2cbacc7.jpghttps://1.bp.blogspot.com/-TTXxfSswItc/X5M20I3es6I/AAAAAAAAA2A/2QPl508EwnUkE1DgG6mGikyOLAOYWDnxgCLcBGAsYHQ/s960/hello_html_m2cbacc7.jpg

күсмә                                        ҡышлаусы

http://s3.fotokto.ru/photo/full/290/2901379.jpg      https://xn--264-5cdu0cq4b.xn--p1ai/wp-content/uploads/2019/12/1.jpg

ҡоштар

 

 

Күсмә ҡоштар

https://million-wallpapers.ru/wallpapers/3/45/525388483049477/evropejskij-skvorec.jpg

сыйырсыҡ

http://storage.onbird.ru/bird/photo/polevoy-zhavoronok/polevoy-zhavoronok%20foto%202%20%28onbird.ru%29.jpg

һабантурғай

https://filapp1.imgsmail.ru/pic?url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-pdb%2F2531094%2F0cead994-b8c3-4f77-ac10-b4dfeda21170%2Fs1200%3Fwebp%3Dfalse&sig=e2c68f3b042f9e010dd1cc0bd5d90dd5

кәкүк

https://birds.kz/photos/0134/001/01340030501.jpg

ҡара ҡарға        

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/1862846/pub_5f00717b3ca8280a84605b08_5f0074eca6ddd749eadfed5d/scale_1200

һандуғас

https://stihi.ru/pics/2020/01/20/652.jpg

ҡарлуғас

https://placepic.ru/wp-content/uploads/2018/11/juravlinoe-rodina1.jpg

торна

 

 

Ҡышлаусы ҡоштар

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/1916740/pub_5d3e6424f8a62300affe693e_5d3e655880879d00ada09b2e/scale_1200

күгәрсен

https://placepic.ru/wp-content/uploads/2019/04/25232185.jpg

турғай

http://rasfokus.ru/images/photos/medium/f003a2e658a02dcdc17213f0399b275a.jpg

тумыртҡа

https://erbirds.ru/photos/0170/001/01700043401.jpg

ала ҡарға (ҡарға)

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/2414075/pub_5edb52f1ecddd46a0903f86f_5edb53acafcfa8293994e7c0/scale_1200

ҡарабаш турғай

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/2749135/pub_605e1ac6c0fbba4ad3608f2c_60607ae80fd2b70ff0c7b261/scale_1200

һайыҫҡан

 

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/1888829/pub_5d8a64ab5d636200af94aacc_5d8a64ac2f1e4400ad03c325/scale_1200

ҡыҙылтүш

 

https://get.pxhere.com/photo/branch-bird-hay-twig-bird-nest-nest-1073106.jpg

оя

http://chanygazeta.ru/wp-content/uploads/2017/04/174515587.jpg

сыйырсыҡ ояһы

https://4lapki.com/wp-content/uploads/2019/05/word-image-35.jpeg

Һайыҫҡандар оя ҡора.

https://i.mycdn.me/i?r=AzEPZsRbOZEKgBhR0XGMT1Rk5Qcy1C1ljF8uYjkO6a56j6aKTM5SRkZCeTgDn6uOyic

Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡтан ҡайта.

https://radiovera.ru/wp-content/uploads/2015/11/Bankoboev.Ru_na_fone_neba_pticy_staikoi.jpg

Ҡоштар осалар.

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/1863639/pub_5e9d599038c82369f4d83ef1_5e9d5a92175b6f71c45ac8c8/scale_1200

Йорт ҡоштары

  https://fotovmire.ru/wp-content/uploads/2019/11/25972/belaja-kurochka-vyshla-na-poljanku.jpg       https://img.fonwall.ru/o/6x/2017-god-krasnogo-ognennogo-petuha-petuh-simvol-2017-goda-petuh-ptica-jp9q.jpg

тауыҡ                                                         әтәс

 

 

https://www.fonstola.ru/download.php?file=201908/1920x1080/fonstola.ru-342334.jpg

ҡаҙ

https://c.pxhere.com/photos/ab/7d/mallard_duck_drake_plumage_lake_shallow-1092123.jpg!d

өйрәк

https://oldfarmer.ru/wp-content/uploads/2018/06/vyrashhivanie-indjukov-v-domashnih-uslovijah-dlja-nachinajushhih-3.jpg

Күркә

 

Ни өсөн аҡ тауыҡҡа ҡарағанда,

ҡара  тауыҡтар күберәк ашай?

 

аҡ тауыҡ        -  ҡара тауыҡтар

Сөнки ҡара тауыҡ – тар (күплек һанда)

Грамматик тема

Исемдәрҙең күплек ялғауы

Башҡорт телендә исемдәр берлек һанда һәм күплек һанда киләләр.

Күплек ялғауының дүрт варианты бар.

ҡарға – ҡарға – лар (-ләр)

һайыҫҡан – һайыҫҡан – дар (-дәр)

һандуғас – һандуғас – тар (-тәр)

турғай – турғай – ҙар (-ҙәр)

 

Ҡалын һүҙҙәрҙә ҡалын ялғау, нәҙек һүҙҙәрҙә нәҙек ялғау яҙыла.

Хәҙер минең арттан ҡабатлағыҙ. (Яңынан күрһәтеп әкренерәк әйтә бара, тыңлаусыға арттан ҡабатларға ваҡыт бирелергә тейеш).

Бөгөнгә һеҙҙең менән хушлашам. Һау булығыҙ!

Күнегеү (Лексика)

(ҡош һүрәте бирелә, бирелгән 4 яуаптан дөрөҫөн табып билдәләргә тейештәр).

https://filapp1.imgsmail.ru/pic?url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-pdb%2F2531094%2F0cead994-b8c3-4f77-ac10-b4dfeda21170%2Fs1200%3Fwebp%3Dfalse&sig=e2c68f3b042f9e010dd1cc0bd5d90dd5

(һандуғас, турғай, кәкүк, һайыҫҡан)

https://birds.kz/photos/0134/001/01340030501.jpg

(ала ҡарға, ҡара ҡарға, һайыҫҡан, сыйырсыҡ)

 

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/2414075/pub_5edb52f1ecddd46a0903f86f_5edb53acafcfa8293994e7c0/scale_1200

(турғай, һабантурғай, ҡарабаш турғай, һандуғас)

https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/1888829/pub_5d8a64ab5d636200af94aacc_5d8a64ac2f1e4400ad03c325/scale_1200

(һандуғас, сыйырсыҡ, ҡыҙылтүш, һабантурғай)

 

http://rasfokus.ru/images/photos/medium/f003a2e658a02dcdc17213f0399b275a.jpg

(ҡарға, тумыртҡа, кәкүк, һайыҫҡан)

 

https://www.fonstola.ru/download.php?file=201908/1920x1080/fonstola.ru-342334.jpg

(өйрәк, күркә, ҡаҙ, тауыҡ)

 

https://oldfarmer.ru/wp-content/uploads/2018/06/vyrashhivanie-indjukov-v-domashnih-uslovijah-dlja-nachinajushhih-3.jpg

(өйрәк, күркә, ҡаҙ, тауыҡ)

 

Иң шәп йырсы ҡош

(ҡарлуғас, ҡарға, тумыртҡа, һандуғас)

Йомортҡа урларға яратҡан ҡош

(ала ҡарға, кәкүк, һайыҫҡан, әтәс)

Ниндәй ҡоштар булмай?

(күсмә, йорт, йәйләүсе, ҡышлаусы)

Ниндәй ҡоштарға кеше оя яһай?

(ҡарлуғас, ҡарға, сыйырсыҡ, һандуғас)

 

 

Грамматика буйынса күнегеү.

Күнегеү. Күплек ялғауының дөрөҫ вариантын билдәлә.

сыйырсыҡ

(-тар/-тәр, -дар/-дәр, -ҙар/-ҙәр, -лар/-ләр)

турғай

(-тар/-тәр, -дар/-дәр, -ҙар/-ҙәр, -лар/-ләр)

торна

(-тар/-тәр, -дар/-дәр, -ҙар/-ҙәр, -лар/-ләр)

күгәрсен

(-тар/-тәр, -дар/-дәр, -ҙар/-ҙәр, -лар/-ләр)

1.     Исемдәрҙең күплек ялғауҙары бирелгән яуапты билдәлә.

А) -сы/-сө, -лар/ләр, -ҙар/ -ҙәр;

Б) -лар/-ләр, -ҙар /-ҙәр, -тар/тәр, -дар/дәр;

В) -лар/- ләр, -даш/-таш, -лыҡ-лек;

Г) -лыҡ/ -лек, -сы/-се, -даш/дәш.

 

2. Күплек ялғауҙары дөрөҫ бирелгән яуапты билдәлә.

А) ҡаҙҙар, турғайлар, кәкүктәр;

Б) ҡарғалар, сыйырсыҡтар, турғайҙар;

В) һандуғаслар, тумыртҡалар, әтәстәр;

Г) һандуғастар, ҡарлуғаслар, ҡыҙылтүшдәр

 

Грамматика бүлегенә исемдәрҙең күплек ялғауының яҙылышы таблицаһы бирелә.

 

Уҡыу телмәр эшмәкәрлеген тикшереү өсөн күнегеү.

(Текст ҡына бирелә, ә текст исеме бирелмәй, 4 вариант сығарыла, шунан береһен һайлап билдәләргә тейештәр).

1-се күнегеү. Тексты уҡығыҙ. Бирелгән текска тура килгән исемде табығыҙ.

Ҡара ҡарға.

Ул яҙҙы килтереүсе ҡош. Улар күмәкләшеп, бер ағасҡа 10 - 15 оя ҡороп йәшәйҙәр. Ояһын ваҡ сыбыҡсаларҙан үреп яһай. 5-6 бала сығара.  Төрлә бөжәктәр, сиңерткә, ямғыр селәүсене, үлән үҫентеләре менән туҡлана. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә, яҙын яңы шытып сыҡҡан игенде йолҡоп бер аҙ зыян да килтерә. Бик киң таралған ҡош.

Һабан турғайы.

Турғайҙар төрөнә ҡараған ҡош. Юғарыла бер урында талпынып - талпынып һайрай. Күберәк ерҙә йөрөй, һырты сыбар, ҡорһағы аҡ. Яланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Бөжәктәр, иген орлоғо менән туҡлана. Киң таралған күсмә ҡош. Ояны ғәҙәттә ерҙә соҡор урындарҙа яһай (7-8 см). 4-5 бала сығара.

 

Ҡарлуғас.

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ҡанаттары тар һәм оҙон, артҡараҡ ҡайырылып тора. Ҡойроғо бер аҙ ярылған. Ояһы ҡая таштарҙа, кәрниздәрҙә, ағас ҡыуыштарында була, уны ҡара балсыҡтан һылап эшләй. Ергә ҡунмайынса, бөтә ваҡыттарын һауала үткәрәләр. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана, уларҙы һауала ғына тота. Һыуҙы ла осоп барышлай ғына эсә. 2-3 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе аулап файҙа килтерә.

 

Һандуғас.

Турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон ғына аяҡлы, төҙөк кәүҙәле ҡош. Урманда, һыу буйҙарында кисен һәм төнөн һайрай. Ул һайрағанда үҙе лә, тал да, тулҡын да, һауа ла тирбәлә. Ә туғайҙа тыңлап та күңел туймаҫ моң тарала. Был ҡош ояһын ергә эшләй. Инә ҡош йомортҡаларын баҫып ултырғанда, ата ҡош яҡындағы ағаста һайрап ултыра. Улар Африкаға тиклем осоп китәләр.

 

Ҡыҙылтүш.

         Арҡаһы күкһел һоро, ҡорһағы, ҡойроҡ төбө өҫтән дә аҫтан да аҡ. Түше ҡыҙыл. Инә ҡоштоң түше көрәнһыу һоро. Ҡыҙыл турғайҙан башы ҡара, һырты һоро булыуы менән айырыла. Улар беҙгә ҡышҡылыҡҡа киләләр. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашайҙар, миләш емештәре менән дә туҡланалар.

 

Кәкүк.

Был ҡош күгәрсендән бәләкәйерәк. Ҡанаттары һәм ҡойроғо оҙон ғына. Саҡырған саҡта ҡанаттарын аҫҡа төшөрөп, ҡойроғон күтәрә бирә. Урманда йәшәй. Оя ҡормай, бала сығармай. Йомортҡаларын башҡа ваҡ ҡоштар ояһына һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.

 

2-се күнегеү. (Текст сығарыла, тейешле һүҙҙең аҫтына һыҙырға тейеш).

Һеҙгә теманы асыр өсөн ниндәй һүҙҙәр һәм фразалар ярҙам итте?

 

Ҡара ҡарға.

Ул яҙҙы килтереүсе ҡош. Улар күмәкләшеп, бер ағасҡа 10 - 15 оя ҡороп йәшәйҙәр. Ояһын ваҡ сыбыҡсаларҙан үреп яһай. 5-6 бала сығара.  Төрлә бөжәктәр, сиңерткә, ямғыр селәүсене, үлән үҫентеләре менән туҡлана. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә, яҙын яңы шытып сыҡҡан игенде йолҡоп бер аҙ зыян да килтерә. Бик киң таралған ҡош.

Һабан турғайы.

Турғайҙар төрөнә ҡараған ҡош. Юғарыла бер урында талпынып - талпынып һайрай. Күберәк ерҙә йөрөй, һырты сыбар, ҡорһағы аҡ. Яланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Бөжәктәр, иген орлоғо менән туҡлана. Киң таралған күсмә ҡош. Ояны ғәҙәттә ерҙә соҡор урындарҙа яһай (7-8 см). 4-5 бала сығара.

 

Ҡарлуғас.

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ҡанаттары тар һәм оҙон, артҡараҡ ҡайырылып тора. Ҡойроғо бер аҙ ярылған. Ояһы ҡая таштарҙа, кәрниздәрҙә, ағас ҡыуыштарында була, уны ҡара балсыҡтан һылап эшләй. Ергә ҡунмайынса, бөтә ваҡыттарын һауала үткәрәләр. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана, уларҙы һауала ғына тота. Һыуҙы ла осоп барышлай ғына эсә. 2-3 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе аулап файҙа килтерә.

 

Һандуғас.

Турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон ғына аяҡлы, төҙөк кәүҙәле ҡош. Урманда, һыу буйҙарында кисен һәм төнөн һайрай. Ул һайрағанда үҙе лә, тал да, тулҡын да, һауа ла тирбәлә. Ә туғайҙа тыңлап та күңел туймаҫ моң тарала. Был ҡош ояһын ергә эшләй. Инә ҡош йомортҡаларын баҫып ултырғанда, ата ҡош яҡындағы ағаста һайрап ултыра. Улар Африкаға тиклем осоп китәләр.

 

Ҡыҙылтүш.

         Арҡаһы күкһел һоро, ҡорһағы, ҡойроҡ төбө өҫтән дә аҫтан да аҡ. Түше ҡыҙыл. Инә ҡоштоң түше көрәнһыу һоро. Ҡыҙыл турғайҙан башы ҡара, һырты һоро булыуы менән айырыла. Улар беҙгә ҡышҡылыҡҡа киләләр. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашайҙар, миләш емештәре менән дә туҡланалар.

 

Кәкүк.

Был ҡош күгәрсендән бәләкәйерәк. Ҡанаттары һәм ҡойроғо оҙон ғына. Саҡырған саҡта ҡанаттарын аҫҡа төшөрөп, ҡойроғон күтәрә бирә. Урманда йәшәй. Оя ҡормай, бала сығармай. Йомортҡаларын башҡа ваҡ ҡоштар ояһына һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.

 

Аудиялау телмәр эшмәкәрлеген тикшереү өсөн күнегеү.

(Аудиояҙма ҡуйыла). (Раҫлау сыға, ике яуап бирелә: дөрөҫ, дөрөҫ түгел).

Күнегеү. “Ҡоштар ҡасан ҡайта?” тигән аудиояҙманы тыңлағыҙ, бирелгән раҫлауҙы уҡығыҙ һәм был раҫлау дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме яуап бирегеҙ (текст буйынса). (Верно или не верно).

 1. Ҡоштарҙы көҙ хәбәрселәре тип атайҙар.

 2. Ҡоштарҙың килеүе апрель, май, июнь  айҙарына һуҙыла.

            3. Март башында сыйырсыҡтар ҡайта.

            4. 6 майҙа ҡарлуғастар килә.

 

Һөйләү телмәр эшмәкәрлеген тикшереү өсөн күнегеү.

(Диалог телмәрен үҫтереү).

Телмәр ситуацияһын ҡарағансы башҡарыласаҡ күнегеү.

(8 һөйләм дә бергә сығарыла, һорау бирелә, 4 варианттан дөрөҫөн табып билдәләргә тейештәр)

Күнегеү. Һөйләмдәрҙе уҡығыҙ. Һорауҙарға яуап бирегеҙ.

1.Хәл-ваҡиғалар ҡайҙа бара?

(Мәктәптә, паркта, спортзалда, китапханала)

2.Диалог кемдәр араһында бара?

(Уҡытыусы-уҡыусы, класташ-класташ, китапханасы-китап уҡыусы, тренер - уҡыусы)

3.Кемдең һүҙҙәре?

(Бер һөйләм бирелә, ике яуап (ҡоштар яратҡан уҡыусы - Айнур, ҡоштар тураһында белмәгән уҡыусы - Илшат), береһен һайлап билдәләргә тейештәр).

1.     Ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

2.     Ҡоштар тураһында уҡып  ултыраһыңмы?

3.     Ишетәһеңме, нисек өҙҙөрөп һайрай һандуғас.

4.     Һәр бер ҡош үҙенә генә хас тауыш сығара, ҡарға “ҡарр, ҡарр” тип ҡысҡырғанға, ҡарҡылдай, тиҙәр.

5.     Һинең ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуыңды мин генә түгел, бөтә класташтарыбыҙ белә.

6.     Тыңлай тип ни... Ишеткәнем генә бар инде, иҫең киткән икән...

7.     Һандуғас икәнен ҡайҙан беләһең?

8.     Һандуғастың тауышы көслө, моңло.

 

 

Хәҙер телмәр ситуацияһын ҡарағыҙ һәм үҙегеҙҙе тикшерегеҙ.

 

Телмәр ситуацияһы

Паркта эскәмйәлә Айнур ултыра. Янына Илшат килә.

Илшат. Сәләм, Айнур!

Айнур. Сәләм, Илшат. Ҡайҙа китеп бараһың?

Илшат. Тышта саф һауала йөрөйөм тип сыҡҡайным. Ә һин ниндәй китап уҡып ултыраһың? Туҡта, әйтмә, үҙем уйлап табам. (Уйланған була). Ҡоштар тураһында уҡып  ултыраһың?

Айнур (аптырап). Ҡайҙан белдең?

Илшат. Һинең ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуыңды мин генә түгел, күптәр белә.

Айнур. Илшат, һин тышта йөрөгәндә ҡоштар һайрауын тыңлағаның бармы?

Илшат. Тыңлай тип ни... Ишеткәнем генә бар инде, иҫең киткән икән...

Айнур. Иҫең китерлек тә шул. Әйҙә, бергә парк буйлап йөрөп уларҙың моңло тауыштарын тыңлайыҡ.

Илшат. Әйҙә һуң. (парк буйлап китәләр, һандуғастар һайраған тауыш).

Айнур. Ишетәһеңме, нисек өҙҙөрөп һайрай һандуғас. Әйҙә, туҡтап тыңлайык (туҡтайҙар, тыңлап торалар).

Илшат. Һандуғас икәнен ҡайҙан беләһең?

Айнур. Уның тауышы көслө, моңло. Ул иртә таңдан һайрай. Һандуғас кешеләрҙе йыры менән уята (ҡуҙғалып китәләр, ҡарға оялары булған ағас янына килеп туҡтайҙар).

Илшат. Ҡарғаның ҡарҡылдаған тауышын ғына ишеткән бар.

Айнур. Ни өсөн ҡарға ҡарҡылдай тип әйтәләр беләһеңме һуң?

Илшат. Башҡа ҡоштар кеүек һайрай белмәгәнгә.

Айнур. Һәр бер ҡош үҙенә генә хас тауыш сығара, ҡарға “ҡарр, ҡарр” тип ҡысҡырғанға, ҡарҡылдай, тиҙәр. Бына тыңла, мин һиңә ҡош тауышын сығарып әйтәм, һин ниндәй ҡош икәнен һәм уның ни эшләгәнен әйт.

Илшат. Тәүҙә эскәмйәгә барып ултырайыҡ (килеп ултыралар, алдарында күгәрсендәр, турғайҙар тауыш сығарып йөрөй). Әйҙә, киреһенсә, мин тауышты әйтәм...

Айнур. Ярай, тыңлайым.

Илшат. Сырҡ-сырҡ.

Айнур. Турғай сырҡылдай.

Илшат. Гөр-гөр.

Айнур. Күгәрсендәр гөрләй.

Илшат. Туҡ-туҡ.

Айнур. Тумыртҡа туҡылдай.

Илшат. Шыҡырыҡ-шыҡырыҡ.

Айнур. Һайыҫҡан шыҡырыҡлай.

Илшат. Ҡалай ҡыҙыҡ. Ә кәкүк нимә эшләй?

Айнур. Кәкүк саҡыра. Ҡоштар беҙҙең тормошобоҙҙо матур тауыштары менән биҙәп, тәбиғәтте матурлап ҡына ҡалмай, кешеләргә ҙур файҙа ла килтерә. Улар зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итә...Ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

Илшат (тағараҡтарға күрһәтеп). Әллә был тағараҡтарҙың бөтәһен дә һин эшләнеңме?

Айнур. Эйе, мин ҡыш көнө уларға ем һалырға тырышам, ә башҡа ваҡытта ашамлыҡты улар үҙҙәре лә таба.

Илшат. Ысынлап та, ҡоштар тураһында белмәгәнең юҡ икән. Рәхмәт, үҙем өсөн әллә күпме мәғлүмәт алдым. (Сәғәтенә ҡарап). Спортзалға барыр ваҡыт етеп килә...

Айнур. Ял итергә сыҡҡанда ҡоштар тауышын да тыңлап йөрө, улар тирә-яҡты моңға күмеп, кеше күңелен тынысландыра, матур уйҙар уйлата.

Илшат. Ярай, һау бул.

Айнур. Һау бул.

 

(Телмәр ситуацияһын ҡарағандан һуң башҡарылған эш).

(4 варианттан дөрөҫөн табып билдәләргә тейештәр).

Күнегеү (еңел вариант). Дөрөҫ яуапты табығыҙ.

Был ҡош ниндәй тауыш сығара?

ҡарға

(сырҡ-сырҡ, фьют-фьют, ҡар-ҡар, гөр-гөр)

тумыртҡа

(баҡ-баҡ, туҡ-туҡ, гөр-гөр, сырк-сырҡ)

күгәрсен

(фьют-фьют, ҡар-ҡар, гөр-гөр, шыҡырыҡ-шыҡырыҡ)

һайыҫҡан

(гөр-гөр, кәккүк-кәккүк,шыҡырыҡ-шыҡырыҡ, ға-ға-ға)

өйрәк

(ҡыт-ҡыт, кикрикүк, баҡ-баҡ, сип-сип)

 

Күнегеү (ҡатмарлы вариант).  Бирелгән ҡош нимә эшләй (тауышынан сығып)?

 

1

 

2

 

3

 

4

 

5

 

6

 

               Тумыртҡа:

               Һандуғас:

      Һайыҫҡан:

                Кәкүк:

                Күгәрсен:

                Тауыҡ:

 

(Монолог телмәрен үҫтереү).

 

Күнегеү. Һеҙгә ҡоштар тураһында һөйләргә кәрәк. Бирелгән пункт буйынса һөйләгеҙ.(10-12 һөйләм).

Ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ

Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар

Ҡоштар кешеләргә файҙа килтерә

Ҡоштарҙы һаҡлар өсөн нимәләр эшләйһең

Ҡоштарҙы һаҡлар өсөн тәҡдим-кәңәштәрегеҙ

 

 

Башҡортостан ҡоштары систематикаһы

Хәҙерге ваҡытта донъя орнитофаунаһына 8600 төр инә, шуларҙың 720-һе Рәсәйҙә, 300 төрө Башҡортостанда теркәлгән. Был һан тикшеренеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә үҙгәреп тора. Рәсәй ҡоштары 18 отрядҡа, ә Башҡортостан ҡоштары 17 отрядҡа ҡарай. Беҙҙә буревестник һымаҡтар юҡ.

Отряд

Ғаилә

Төрҙәр

1

Ҡағараҡ һымаҡтар (Гагарообразные, Gaviiformes)

1.   Ҡағараҡтар (Гагаровые, Gaviidae)

1.   Ҡағараҡ (Gavia arctica), ауымбаҡ (Gavia stellata)

2

Сыпҡай һымаҡтар (Поганкообразные, Podicipediformes)

1.   Сыпҡайҙар (Поганковые, Podicipedidae)

1.   Аҡбаш сыпҡай (Podiceps grisiegena); урҙан (Podiceps cristatus); ҡолаҡлы сыпҡай (Podiceps auritus); ҡарамуйын сыпҡай (Podiceps nigricollis)

3

Берғаҙан һымаҡтар (Пеликанообразные, Pelecaniformes)

1.   Берғаҙандар (Пеликановые, Pelecanidae)

2.   (Баклановые, Phalacrocoracidae)

1.   Берғаҙан (ҡотан, пеликан), (Pelecanus crispus); алһыу пеликан (Pelecanus onocrotalus)

2.   Диңгеҙ бөркөтө (Phalacrocorax carbo)

4

Ҡауҙы һымаҡтар (Аистообразные, Ciconiformes)

1.   Ҡауҙылар (Аистовые, Ciconiidae)

2.   Селән һымаҡтар (Цаплевые, Ardeidae)

1.   Ҡауҙы (Coconia nigra)

2.   Селән (Ardea cinerea) аҡ селән (Ardea alba); ҡауылдаҡ селән (Nycticorax nycticorax); мөншөгөр (Botaurus stellarus); ваҡ мөншөгөр (Ixobrochus minutus)

5

Ҡаҙ һымаҡтар (Гусеобразные, Anseriformes)

1.   Өйрәктәр (Утиные; Anatidae)

1.   Ҡаҙҙар: ҡыҙыл муйынлы ҡаҙ (Rufibrenta ruficollis); ҡара ҡаҙ (Branta bernicla); аҡ яңаҡ ҡаҙ (Branta leucopsis); ала ҡаҙ йәки ҡыр ҡаҙы (Anser anser); сыбар ҡаҙ (Anser fabalis); ҡашҡа ҡаҙ (Anser albifrons); сәңкелдәк ҡаҙ йәки ваҡ ҡашҡа ҡаҙ (Anser erythropus); аҡ ҡаҙ (Chen caerulescens). * Аҡҡоштар: ҡаңҡылдаҡ аҡҡош (Cygnus cygnus); ваҡ аҡҡош (Cygnus bewickii); ышылдаҡ аҡҡош (Cygnus olor). * Аласабырҙар: аласабыр йәки аласыбар (Tadorna tadorna); туралаҡаҙ йәки ҡара ерәнсәй (Tadorna ferruginea). * Йылға өйрәктәре: һуна өйрәге (Anas platyrhynchos); ҡылғойроҡ (Anas acuta); ҡашҡалаҡ йәки ҡашҡа өйрәк (Anas penelope); һоро өйрәк (Anas strepera); ҡашыҡморон (Anas clypeata); һыҙғыраҡ сөрәгәй (Anas crecca); керелдәк сөрәгәй (Anas guerguedula). * Ҡарабаш өйрәктәр: ерәнсә сумғыс (Netta rufina); сумғалаҡ өйрәк (Aythya ferina); ала сумғыс өйрәк (Aythya fuligula), ҡарабаш өйрәк (Aythya marila); мәрйенгүҙ (Aythya nyroca); эяла (Clangula hyemalis); боған йәки буған (Bucephala clangula); ҡарасабан (Melanitta fusca); синьга (Melanitta nigra). * Аҡбаш өйрәктәр: аҡсабан йәки аҡ өйрәк (Mergus albellus); ҡушы йәки беле (Mergus serrator); ҡушбаш өйрәк йәки балыҡсы өйрәк (Mergus merganser); аҡбаш өйрәк, күк томшоҡ (Oxyura leucocephala)

6

Ыласын һымаҡтар (Соколообразные, Falconiformes)

1.   Кәлмәргәндәр (Скопиные; Pandionidae)

2.   Ҡарсығалар (Ястребиновые; Accipitridae)

3.   Ыласындар (Соколиные; Falconidae)

1.   Кәлмәргән йәки балыҡсы һары (Pandion haliaetus)

2.   Ҡарсығалар: * БөркөттәрБөркөт (Aguila chrysaetus); көсөгән йәки дала бөркөтө (Aguila heliaca); ялан бөркөтө (Aguila rapax); ҡарағош (Aguila clanga); һар (Buteo buteo); ялан һары (Buteo rufinus); йомағара; тау һары йәки ҡар һары (Buteo lagopus); һағыҙаҡ һары (Hernis apivorus); диңгеҙ бөркөтө; балыҡ бөрөкөтө йәки аҡҡойроҡ бөрөкөт (Haliaeetus albicilla); диңгеҙ бөркөтө (Haliaeetus leucoryphus); төйлөгән (Milvus migrans); * Ҡарсығаларҡор ҡарсығаһы (Accipiter gentilis); тювик (Accipiter brevipes); ваҡ ҡарсыға (Accipiter nisus); һунағара йәки йылан һары (Circaetus gallicus); * Көйгәнәктәрялан көйгәнәге (Circus macrourus); баҫыу көйгәнәге (Circus cyaneus); болон көйгәнәге (Circus pygargus); ҡамышҡара, һаҙ көйгәнәге (Circus aeruginosus); * Ҡомайҙар: аҡ башлы ҡомай (Gyps fulvus); * Грифтәр : таҙғара йәки таҙ бөркөт (Aegypius monachus);

3.   Балапан ыласын (Falco cherrug); ыласын (Falco peregrinus); ҡыйғыр ыласын (Falco subbuteo); шоңҡар (Falco rusticolus); торомтай (Falco tinnunculus); ялан торомтаһы (Falco naumanni); яғылбай йәки яғалбай (Falco columbarius); мүктәрге (Falco vespertinus)

7

Тауыҡ һымаҡтар (Курообразные; Galliformes)

1.   Селдәр (Тетеревиные; Tetraonidae)

2.   Фазандар (Фазановые; Phasianidae)

1.   Сел йәки божор (Bonasia (Tetraster) bonasia); ҡор, аҙан (Lyrurus tetrix); һуйыр, атаһы — ҡара һуйыр (Terao urogallus); ағуна (Lagopus lagopus)

2.   Бытбылдыҡ, бүҙәнә (Coturnix coturnix); ҡыр тауығы (Perdix perdix)

8

Торна һымаҡтар (Журавлеобразные; Gruiformes)

1.   Торналар (Журавлиные; Gruidae) 

2.   Тартайҙар (Пастушковые;  Rallidae) 

3.   Туғаҙаҡтар (Дрофиновые; Otidae) 

1.   Һоро торна (Grus grus); аҡ торна (Grus leucogeranus)

2.   Тартай, тарттарт (Crex crex); һыу тауығы, тәтелдәгес (Rallus aguaticus); ҡупый, һыу тауығы (Porzana porzana); һыу бүҙәнәһе (Porzana parva); һыу себеше (Porzana pussilla); ҡамыш тауығы (Gallinula chloropus); ҡашҡабаш, таҙбаш (Fulica atra)

3.   Туғаҙаҡ, дөйәғош (Otis tarda); биҙгәләк (Otis tetrax); сибәр туғаҙаҡ (дрофа красотка); (Chlamydotis undulata)

9

Сәпсәү һымаҡтар(Ржанкообразные; Charadriiformes)

1.   Авдотковые (Burhinidae)

2.   Сәпсәүҙәр (Ржанковые; Charadriidae)

3.   Беҙсуҡышлылар (Шилоклювые; Recurvirostridae)

4.   Көйөлдөләр (Кулики-сороки; Haematopodidae)

5.   Плавунчиковые (Phalaropidae)

6.   Һаралйындар (Бекасовые; Scolopacidae)

7.   Сипылдауыҡтар (Тиркушковые; Glareolidae)

1.   Сыбар көйөлдө (Burhinus oedicnemus)

2.   Тулес (Pluvialis sguatarola); алтын сәпсәү (Pluvalis apricaria); ала сәпсәү (Eudromaias morinellus); ваҡ сәпсәү (Charadrius dubius); шарфлы сәпсәү (Charadrius hiaticula); Тәгәрлек (Vanellus vanellus); ялан тәгәрлеге (Chettusia gregaria)

3.   Оҙонаяҡ сәпсәү (Himantopus himantopus); беҙсуҡыш (Recurvirosta avosetta)

4.   Ҡом һайыҫҡаны; ҡыҙыл суҡышлы һайыҫҡан (Haematopus ostralegus)

5.   Круглоносый плавунчик (Phalaropus lobatus) 6. Сәпсәүҙәр: Ҡара сәпсәү (Tringa ochropus); божор сәпсәү (Tringa glareola); ҙур сәпсәү (Tringa nebularia); һаҙ сәпсәүе (Tringa stagnatilis); тәтелдәүес, ҡыҙылаяҡ сәпсәү (Tringa totanus); ҡупшы турғай (Щеголь); (Tringa erythropus); тебет (Tringa (= Actitis) hypoleucos); көгөрләүек (Tringa (= Xenus) cinerea); ҡорохтан, һуғышсы сәпсәү (Philomachus pugnax); ҡыҙылтүш сәпсәү (Calidris ferruginea); ҡаратүш сәпсәү (Calidris alpina); сәпсәү турғай (Calidris minula); блохвостый песчаник (Calidris timminckii); исландский песочник (Calidris canutus); песчанка (Calidris alba); грязовик (Limicola falcinellus);

6.   Һаралйындар: һаралйын; урман тәкәһе (Gallinago gallinago); ҙырҡыуыт (Gallinago media); ваҡ  һаралйын (Lymnocryptes minimus); ҡурпысыҡ, урман өйрәге (Scolopax rusticola) көйөлдө (Numenius arguata); һаҙ көйөлдөһө (Numenius phaeopus); ҡыҙғатау (Limosa limosa); бәләкәй ҡыҙғатау (Limosa lapponica); малый веретенник (Limosa lapponica)

7.   Сипылдауыҡ (Glareola nordmanni)

Аҫ отряд Сарлаҡтар

1.   Сарлаҡ һымаҡтар (Чайковые; Laridae)

·         Клуша аҡсарлаҡ, ҡарағанат аҡсарлаҡ (Larus fuscus); аҡбаш аҡсарлаҡ (Larus cachinnans); ҙур ҡарабаш аҡсарлаҡ (Larus ichthyaetus); күк аҡсарлаҡ (Larus canus); аҡсарлаҡ; күл сарлағы (Larus ridibundus); ваҡ аҡсарлаҡ; (Larus minitus); обыкновенная моевка (Rissa tridactyla)

·         Сарлаҡтар (крачки) — ҡара сарлаҡ (ҡара аҡсарлаҡ; һаҙ аҡсарлағы) (Chlidonias nigra); аҡҡанат аҡсарлаҡ (Chlidonias leucopterus); аҡтамаҡ аҡсарлаҡ (Chlidonias hybrida); йылға аҡсарлағы; ҡарабаш аҡсарлаҡ (Sterna hirundo)

10

Күгәрсен һымаҡтар (Голубеобразные; Columbiformes)

1.   Күгәрсендәр (Голубиновые; Columbidae)

2.   Рябковые (Pterocletidae)

1.   Күк күгәрсен; йорт күгәрсене (Columba livia); урман күгәрсене (Columba oenas); алатүбә, ҙур күгәрсен (Columba palumbus); әберсен, ҡыр күгәрсене (Streptopelia turtur); ҙур әберсен (Streptopelia orientalis); ҡала әберсене (Streptopelia decaocto)

2.   Саджа (Syrhaptes paradoxus)

11

Кәкүк һымаҡтар (Кукушкообразные; Cuculiformes)

1.   Кәкүктәр (Кукушковые; (Cuculidae)

1.   Кәкүк, какүк (Cuculus canorus); һаҡау кәкүк (Cuculus saturatus)

12

Ябалаҡ һымаҡтар (Совообразные; Strigiformes)

1.   Ябалаҡтар (Совиные; Strigidae)

1.   Өкө, ҡолаҡлы ябалаҡ (Bubo bubo); ҡуян ябалағы (Nyctea scandiaca); һомай, һаҡалтай ябалаҡ (Strix nebulosa); Урал ябалағы  (Strix uralensis); һоро ябалаҡ (Strix aluco); ҡарсыға ябалағы (Surnia ulula); ҡолаҡлы ябалаҡ (Asio otus); һаҙ ябалағы (Asio flammeus); йоҡосан ябалаҡ (Otus scops); һупайҙы, һупылдаҡ ябалаҡ (Aegolius funereus); байғош, байғош ябалаҡ (Athene noctua); һаҡ, суҡ, кесекәй ябалаҡ (Glaucidium passerinum)

13

Төн күгәрсене һымаҡтар (Козоедообразные; Caprimulgiformes)

1.   Төн күгәрсендәре (Козодоевые; Caprimulgidae)

1.   Төн күгәрсене, ҡурайсы, тырылдаҡ (Caprimulgus europaeus)

14

(Стрижеобразные; Apodiformes)

1.   (Стрижиные; Apodidae)

1.   Был бүлеккә ҡарлуғастарҙан тыш колибриларҙы ла индерәләр. Ҡала ҡарлуғасы (Apus apus)

15

Ракша һымаҡтар (Ракшеобразные; Coraciiformes)

1.   Күк ҡарғалар (Сизоворонковые; Coraciidae)

2.   Балыҡсы турғайҙар (Зимородковые; Alcedinidae)

3.   Сыбарсайҙар (Щурковые; Meropidae)

4.   Һөҙһөттәр (Удодовые; Upupidae)

1.   Күк ҡарға, күк ҡош, күксәй (Coracias garrulus)

2.   Балыҡсы турғай, тәтәй ҡош, ожмах ҡошо (Alcedo atthis)

3.   Йәшелғош (Merops apiaster)

4.   Һөҙһөт, һөтөт, һөпөп, өҙөһөт, бупуп, бипапай, һупылдаҡ, һоңҡолдауыҡ (Upupa epops)

16

Тумыртҡа һымаҡтар (Дятлообразные; Piciformes)

1.   Тумыртҡалар (Дятловые ; Picidae)

1.   Ҡара тумыртҡа, ҡара туҡран (Dryocopus martius); буҙ тумыртҡа (Picus canus); ҙур тумыртҡа, сыбар тумыртҡа (Dendrocopos major); аҡһырт тумыртҡа (Dendrocopos leucotos); ваҡ тумыртҡа (Dendrocopos minor); һарыбаш тумыртҡа (Picoides tridactylus); борғандаҡ (Jynx torguilla)

17

Турғай һымаҡтар (Воробьеобразные; Passeriformes)

Доньяла 5100 төр; шуларҙың 120 төрө Башҡортостанда билдәле; улар 23 ғаиләгә берләштерелгән.

1.   Ҡарлуғастар (Ласточковые; Hirundinidae)

2.   Һабан турғайҙары (Жаворонковые; Alaudidae)

3.   Сәпсектәр (Трясогузковые; Motacillidae)

4.   Ҡарағанаттар (Сорокопутовые; Laniidae)

5.   Һары турғайҙар (Ивольговые; Oriolidae)

6.   Сыйырсыҡтар (Скворцовые; Sturnidae)

7.   Ҡоҙғондар (Врановые; Corvidae)

8.   Суҡтурғайҙар (Свиристелевые; Bombicillidae)

9.   Һыу турғайҙары (Оляпковые; Cinclidae)

10. Кесерткән турғайҙары (Крапивниковые; Troglodytidae)

11. Сөрәкәләр (Завирушковые; Prunellidae)

12. Ҡупшыҡайҙар (Славковые; Sylviidae)

13. Кәрлә турғайҙар (Корольковые; Regulidae)

14. Себен турғайҙары (Мухоловковые; Muscicapidae)

15. Барҡылдаҡтар (Дроздовые; Turdidae)

16. Мамыҡастар (Суторовые; Paradoxornitidae)

17. Ҡарабаш турғайҙар (Синицевые; Paridae)

18. Үрмәлсектәр (Поползневые; Sittidae)

19. Һайраусы турғайҙар (Пищуховые; Certhiidae)

20. (Ткачиковые; Passeridae)

21. Алаҡас турғайҙар (Вьюрковые; Fringillidae)

22. Һоло турғайҙары (Овсянниковые; Emberizidae)

1.   Яр ҡарлуғасы (Riparia riparia); ҡала ҡарлуғасы (Delichon urbica); ауыл ҡарлуғасы (Hirundo rustica)

2.   Һабан турғайы (Alauda arvensis); аҡҡанат һабан турғайы (Melanocorypha leucoptera); ҡара һабан турғайы (Melanocorypha yeltoniensis); буҙтурғай (Melanocorypha calandra); йүрелек (Lullula arborea)

3.   Урман деүете (Anthus trivialis); һаҙ деүете (Anthus pratensis); деүет, ҡыр деүете (Anthus campestris); һары сәпсек (Motacilla flava); туғай сәпсеге (Motacilla lutea); һарыбаш сәпсек (Motacilla citreola); тау сәпсеге (Motacilla cinerea); аҡ сәпсек, боҙтишкес (Motacilla alba)

4.   Ҡарағанат, ваҡ һайыҫҡан (Lanius collurio); алағанат, ваҡ һайыҫҡан (Lanius minor); ваҡ һайыҫҡан, алағанат (Lanius excubitor)

5.   Һарығош, үтәбикә (Oriolus oriolus)

6.   Сыйырсыҡ (Sturnus vulgaris); алһыу ҡош (Sturnus roseus)

7.   Ала ҡарға (Corvus cornix); ҡоҙғон (Corvus corax); ҡара ҡарға (Corvus frugilegus); сәүкә (Corvus monedula); һайыҫҡан (Pica pica); бараба, урман сәүкәһе (Garrulus glandarius); ҡыжғылдаҡ (Perisoreus infaustus); баян ҡош, сыбар һайыҫҡан (Nicifraga caryocatactes)

8.   Суҡтурғай (Bombycilla garrulus)

9.   Һыу турғайы, аҡтүш сумғалаҡ (Cinclus cinclus)

10. Кесерткән турғайы (Troglodytes troglodytes)

11. Сөрәкә турғай (Prunella modularis)

12. Һылыуҡастар (ҡупшыҡайҙар) — һоро килейек (Sylvia communis); баҡса килейеге ((Sylvia borin); килейек ((Sylvia curruca); ҡарабаш килейек ((Sylvia atricapilla); сыбар килейек ((Sylvia nisoria). * Төйөттәр — төйөт (Phylloscopus trochilus); тәңкелдәк төйөт (Phylloscopus collybita); йәшел төйөт (Phylloscopus trochiloides); сипылдаҡ төйөт (Phylloscopus sibilatrix); * Сирҡылдаҡ турғайҙар- әберсә турғайы (Hippolais icterina); сирҡылдаҡ турғай (Hippolais caligata). * Ҡамыш турғайҙары — туғай турғайы (Acrocephalus arundinaceus); ҡурҙай, ҡамыш турғайы (Acrocephalus palustris); тал ҡурҙайы (Acrocephalus dumetorum); сыбар ҡурҙай (Acrocephalus schoenobaenus); алабаш турғай (Acrocephalus paludicola); ҡамыш ҡурҙайы (Acrocephalus scirpaceus); * Безелдәктәр (сверчки) — йылға безелдәгесырылдаҡ турғай (Locustella fluviatilis); безелдәк, сиңерткә турғай (Locustella naevia); йырсы безелдәк (Locustella luscinioides)

13. Кәрлә турғай (Regulus regulus)

14. Себен турғайы (Muscicapa striata); ала себен турғайы (Ficedula hypoleuca); аҡмуйын себен турғайы (Ficedula albicollis); ваҡ себен турғайы (Ficedula parva)

15. Барҡылдаҡтар — мышар барҡылдағы (Turdus pilaris); сыбар барҡылдаҡ (Turdus viscivorus); ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ, ҡашҡа барҡылдаҡ (Turdus iliacus); йырсы барҡылдаҡ (Turdus philomelos); ҡара барҡылдаҡ (Turdus merula); сыбар барҡылдаҡ (Zoothera dauma); * Таштурғайҙар — таштурғай (Oenanthe oenanthe); таҙ таштурғай (Oenanthe pleschanka); бейеүсе таштурғай (Oenanthe isabellina) ; * Шаҡылдаҡтар — шаҡылдаҡ (Saxicola rubetra); ҡарабаш шаҡылдаҡ (Saxicola torguata); утҡойроҡ (Phoenicurus phoenicurus); таң турғайы (Erithacus rubecula); * Һандуғастар — һандуғас, былбыл (Luscinia luscinia); күкҡойроҡ (Luscinia (=Tarsiger) cyanurus); шиҡылдаҡ (Luscinia svecica)

16. Мамыҡас (Aegithalos caudatus); ҡарабаш турғай (Panurus biarmicus)

17. Ҡоролдай (Remiz pendulinus); майсыл, майгис (Parus major); обыкновенная (зеленая) лазаревка (Parus caeruleus); буран турғайы, аҡ турғай (Parus cyanus); бесбесей (Parus ater); тебейек, тибит (Parus montanus); ҡарабаш тебейек (Parus palustris); бүрекле тебейек (Parus cristatus)

18. Үрмәлсек турғай, тилеғош (Sitta europaea)

19. Сипылдаҡ, һайрар ҡош (Certhia familiaris)

20. Ялан турғайы (Passer montanus); йорт турғайы (Passer domesticus)

21. Алағанат турғай (Fringilla coelebs); аҡбауыр турғай (Fringilla montifringilla); йәшел турғай (Carduelis (=Chloris) chloris); һары турғай (Carduelis (=Spinus) spinus); ҡупшы турғай (Carduelis carduelis); киндер турғайы (Acanthis cannabina); таҡыя турғай (Acanthis flammea); ҡантүш, алһыу турғай (Carpodacus erythrinus); ҡыҙыл ҡарағай турғайы (Pinicola enucleator); шыршы турғайы (Loxia curvirostra); урагус (Uragus sibiricus); ҡыҙылтүш турғай (Pyrrhula pyrrhula); һоро балан турғайы (серый снегирь; Pyrrhula cineracea); балғабаш; ҡалынморон (Coccothraustes coccothraustes)

22. Һоло турғайы (Emberiza citrinella); аҡбүрек һоло турғайы (Emberiza leucocephala); ҡамыш һоло турғайы (Emberiza schoeniclus); һоло ҡоролдайы (Овсянка-ремез; Emberiza rustica); ваҡ һоло турғайы (Emberiza pusilla); һаҙ турғайы (Emberiza fureola); баҡса турғайы (Emberiza hortulana); юл турғайы (Calcarius lapponicus); аҡбаш турғай (Plectrophenax nivalis)

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тема. Птицы. Урок башкирского языка для начинающих."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Бухгалтер

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 992 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.05.2021 911
    • DOCX 3.7 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Камалова Руфина Закиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Камалова Руфина Закиевна
    Камалова Руфина Закиевна
    • На сайте: 3 года и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2554
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Наставничество в системе дополнительного образования детей: теория и методика организации

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 85 человек

Курс повышения квалификации

Туризм и краеведение: актуальные вопросы методики и организации учебной деятельности в ДОД

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 77 человек

Курс повышения квалификации

Профессионально-личностное развитие педагогических работников системы дополнительного образования в рамках применения профессионального стандарта «Педагог дополнительного образования детей и взрослых»

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 363 человека

Мини-курс

Коррекционно-развивающая работа и оценивание в образовании для детей с ОВЗ

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 57 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 40 человек

Мини-курс

Стратегии и инструменты для эффективного привлечения и удержания клиентов

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

ФАОП: регулирование образовательного процесса и программ

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе