Инфоурок Другое Другие методич. материалыТворческая работа (сочинение) "История твоя богата, Башкортостан!"

Творческая работа (сочинение) "История твоя богата, Башкортостан!"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының

           Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы  

          Миндәк ауылының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

Тарихың бай һинең, Башҡортостан!

                                    /инша /

                        

 

 

 

 

 

                                                                Башҡарҙы: 11-се  класс уҡыусыһы

                                                                 Бүләков Рифат Вил  улы.

                                                                Уҡытыусыһы: Ғибаҙуллина Зилә

                                                                                          Рим ҡыҙы.

 

 

 

 

                                             Учалы – 2014.

      Минең уйлауымса, һәр бер кеше үҙ туған халҡының, иленең тарихын ныҡлап өйрәнергә, уны яҡшы белергә тейеш. Сөнки тик тарихта ғына ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, бай ауыҙ-тел ижады, беҙҙең көнгәсә һаҡланып ҡалған изге эштәре сағыла. Тарихһыҙ – бөгөнгө көнөбөҙ ҙә булмаҫ ине, бөгөнгөһөҙ киләсәгебеҙ ҙә булмаҫ...

      Бына мин дә үҙ халҡымдың, Тыуған илемдең тарихы иҫ киткес бай булыуына һоҡланам һәм уның менән ғорурланам! Башҡорттарҙы, Башҡортостанды маҡтап, данлап яҙған рус һәм башҡорт әҙәбиәте яҙыусылары әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыйым. Әҙәбиәт, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте  дәрестәрен ашҡынып көтөп алам мин. Улар аша минең күңелемә яҡын һәм таныш та, шул уҡ ваҡытта сит һәм алыҫ та булған серле бер донъяны – халҡымдың сал тарихын  буйлайым...

       Борон-борондан башҡорт халҡым  иректе, иркенлекте  яратҡан. Улар йәйләүҙән йәйләүгә күсеп, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп донъя көткән: өйөр-өйөр мал, бейәләр аҫраған, ҡуйы-ҡуйы урмандарында һунар иткән, солоҡсолоҡ  менән шөғөлләнгән. Үҙҙәренә баш, хужа булып, ваҡытында  гөрләп, янып эшләгән, ваҡытында уйнап-көлөп, күңел асҡан, шуға ла йәшәгән ерҙәрен  улар ожмахҡа тиңләр булған.

       Ләкин ваҡыттың  ғына хужаһы юҡ шул , ул үтә, уның менән бергә заманалар ҙа үҙгәрә. Был үҙгәрештәр туған халҡымдың да ғәҙәти йәшәү мөхитен тамырынан үҙгәртә, тарихында тәрән эҙен ҡалдыра...

      Күмпе яуҙар аша үтә минең халҡым, күмпе аҫыл батырҙарын юғалта, күпме оло йөрәкле әсәләре, ҡатын-ҡыҙы, гүзәлдәрҙән  дә гүзәл йәш ҡыҙҙары ҡоллоҡҡа ҡыуып алып кителә! Шул ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәгән, аяғында ғорур баҫып торған  минең халҡым! Үҙ ере, халҡы, азатлығы өсөн яуға күтәрелгән һәм көслө рухы, ихтыяры, ажарлығы менән бар донъяны хайран ҡалдырған! 

       14 йыл буйы татар-монгол илбаҫарҙары  башҡорттарҙы  үҙҙәренә буйһондора алмаған.   Ә инде бөтә ғәскәре менән ябырылып ҡына Башҡорт илен ҡулдарына төшөрә алһа ла, халҡым рухын һындырырға уларҙың көстәре етмәгән, хатта халҡымдың  туғанлыҡта, берҙәмлектә булған көстәре менән һоҡланып, йорт-иленә мөстәҡиллек   хоҡуғын бирергә мәжбүр булған.

       Ахыры сиктә,  туған халҡым, мәртәбәле йыйын ойоштороп, Рус дәүләтенә ҡушылырға тигән ҡарарға килгән. Һәм,  минең уйлауымса, Башҡортостан Рәсәй составына түгел, ә Рәсәй илем ҡулына ингәндер ул. Сөнки, ниндәй генә яу булмаһын, ниндәй генә дошман илгә килмәһен, башҡорттар Рәсәй сиген үҙ тыуған ерҙәре кеүек һаҡлаған, һәр ваҡыт алғы сафта булып, уға тоғро хеҙмәт иткән. Наполеон менән алышҡанда ла, Бөйөк Ватан һуғышында булғанда ла, тик маҡтау, дан  һүҙҙәре генә  уларға юлдаш булған. Бөтә донъяны  улар үҙҙәренең батырлығы, күңел ябайлығы, йомартлығы, дуҫлыҡҡа тоғролоғо менән хайран ҡалдырған. Хатта үҙе Кутузов: “Любезные вы мои башкиры, молодцы!”- тип маҡтау һүҙҙәрен уларға еткергән. Шунан халҡым киткән дәртләнеп, ҡанатланып һәм шул айҡанлы “Любизар” тигән йырын сығарған.

     Эйе, ошо күтәрелештәр, яуҙар булмаһа, хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланған, илһөйәрлектәре, күрһәткән батырлыҡтары менән әле лә беҙ ғорурланған  илемдең Күсем, Алдар батыр, Килмәк, Ҡараһаҡал, Батырша, Ҡаһым түрә кеүек һәм башҡа  батырҙарыбыҙ , бәлки, булмаҫ та ине...

    Ә беҙҙең легендар батырыбыҙ – Салауат Юлаевтай тағы ҡаһарман батырҙар бармы  һуң  донъяла?  Уны  мин Алла тәғәлә тарафынан ебәрелгән үҙ заманының изге бер әүлиәһенә тиңләйем. Эйе-эйе, ул бит Ҡөрьәнде яттан белгән, сәсән һүҙле, аҡыллы, физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булыуы менән бар халҡы араһында  абруй  ҡаҙанған һәм уларҙы үҙенең артынан яуға күтәрә алған. Минең уйлауымса, Башҡортостан – изге ер, әүлиәләр  иле  ул.

     Ошо көндәрҙә  илем халҡы Салауат Юлаевтың 260 йыллыҡ юбилейын үткәрә. Бөтә Башҡортостан буйлап уға бағышланған хәтер кисәләре, флешмоб һәм башҡа саралар уҙғарыла. Уның рухы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәй, уның үҙе яҙған шиғырҙарын, йырҙарын  беҙ яттан беләбеҙ.

   Тыуған илем тарихында изге эштәре менән тәрән эҙ ҡалдырған  шундай  ҡаһарман, илһөйәр батырҙарыбыҙ,  Әхмәт-Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Шакирйән Мөхәмәтйәнов кеүек шәхестәребеҙ алдында беҙ баш эйәбеҙ, бөгөнгө яҡты көнөбөҙ өсөн уларға мәңге рәхмәтлебеҙ.

    Һәм мин дә, Тыуған илем, һинең улың, тарихыңды йөрәк түремдә һаҡлайым! Йөҙөңә тап килтермәҫкә ант бирәм,  киләсәктә оло шәхес булыуыма инанам!

 

     

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Творческая работа (сочинение) "История твоя богата, Башкортостан!""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Спортивный психолог

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 120 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.04.2016 755
    • DOCX 16.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гибадуллина Зиля Римовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гибадуллина Зиля Римовна
    Гибадуллина Зиля Римовна
    • На сайте: 8 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5680
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой