Инфоурок Родная литература Научные работыУчебно-исследовательская работа по башкирской литературе "Рашит Назар"

Учебно-исследовательская работа по башкирской литературе "Рашит Назар"

Скачать материал

Башҡортостан   Республикаһы

Белорет районы муниципаль районының «Белорет лицей интернаты»

 муниципаль бюджет дөйөм  белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

Рәшит Назар поэзияһында

һүрәтләү сараларының роле

 

 

 

                                                 

                                               

 

                                            

                                         Башҡарҙы: Белорет лицей -интернатының                 

                                                                    VII класс  уҡыусыһы       

                                                                     Рыбаков Эрнест

 

                                                                   

                                            Ғилми етәксеһе: башҡорт теле һәм

                                                        әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                           Сөләймәнова Эльза Ғәфүр ҡыҙы

 

 

 

 

Белорет – 2021

           

Инеш

                                                                                                        

 

 

                                                                                                       Күктәме мин?Ерҙәме мин?

                                                                                     Әйтсе,ғәләм?Әйтсе,Ерем!..

                                                                                                      Онотмағыҙ,мин бит һеҙгә

                                                                                                          Мәңгелеккә ғашиҡ инем.

Рәшит Назаров.

 

     Рәшит Назаров – донья әҙәбиәтендә һоҡландырғыс күренеш,бөйөк шағир.Ул – әсә һәм тәбиғәт тыуҙырған бик һирәк талант эйәһе.Бындай ижадсы,билдәле,тиҙ арала өлгөрә,шиғриәт көмбәҙенә осоп ҡына түгел, атылып менә.Ул беҙҙе, әйләндереп алған ер – һыуҙы ,тәбиғәтте,күк есемдәрен,кеше күңелен,тормошто - бөтә доньяны образдарҙа күрә белә.

      Шиғри фекерләй алыу маһирлығы уға, әлбиттә,”Хоҙай ”бүләк иткән илһам,аң-аҡыл,хис-тойғолар тулҡыны аша килә.Шағир быны үҙе лә яҡшы белгән,юҡҡа ғына бер шиғырында:

                            “Мин доньяның тынын тоя инем

                           Ун һигеҙҙә генә сағымда,”- тип яҙмағандыр.

          Рәшит Назаров – фажиғәле яҙмышлы, талантлы шағир. Был донъялағы ғүмеренең ижадҡа арналған йылдары үтә ҡыҫҡа булыуына ҡарамаҫтан,беҙ, ваҡыт үткән һайын,уның өр-яңы шиғырҙары,поэмалары,хикәйәләре менән таныша торабыҙ.Күренекле шағир Риф Мифтахов Рәшит Назаров ижадын уҡыусыларға еткереү буйынса ҙур эштәр башҡарҙы.Ҡулъяҙмаларын барлап,туплап,томдарын әҙерләне. Киләсәктә беҙ нәҫерҙәре,сәнғәт,әҙәбиәт һәм башҡа темаларға фәлсәфәүи уйланыуҙары менән дә танышырбыҙ,тип ышанабыҙ.

              Башҡорт  халҡының  бөйөк  улы  ҡыҫҡа  ғүмерле  булһа  ла, үлемһеҙ  әҫәрҙәр яҙып,  исемен  шиғриәттә  мәңгелеккә  ҡалдырҙы.

   Билдәле булыуынса,әҙәбиәттә матурлыҡ тураһында яҙмаған, урман – ҡырҙар, йылға – күлдәрҙең күркәм образдарын тыуҙырмаған шағирҙар, яҙыусылар юҡтыр, моғайын. Әммә һәр яҙыусының, шағирҙың матурлыҡҡа үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Рәшит Назар ижады күркәмлек сараларға бай булғанлыҡтан, мин фәнни – тикшеренеү эшем итеп тап ошо теманы һайланым.

Тикшереү объекты: Рәшит Назар  поэзияһында һүрәтләү сараларының роле.

Эштең актуаллеге: Рәшит Назар шиғырҙары күркәм телмәр сараларына бик    

                         бай.Уның мәғәнә төҫмөрҙәрен  һәм тел үҙенсәлектәрен тағы    

                         ла нығыраҡ тойоу.

Эштең маҡсаты: Рәшит Назар ижадында мәңгелек темаларҙы асыҡлау, ундағы 

                       һүрәтләү сараларын билдәләү.

 

   Эштең  бурыстары:

1.Р.Назаровтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау;

2.Шағирҙың шиғырҙарында күтәрелгән темаларҙы асыҡлау;

3.Шиғырҙарҙы тикшереү нигеҙендә һүҙлек байлығын арттырыу һәм һүрәтләү сараларын табыу.

 

Тикшеренеү барышында сағыштырыу, күҙәтеү методтары ҡулланылды.

 

Эштең структураһы: тикшеренеү эше инештән, ике бүлектән торған төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

 

 

 

 

 

I бүлек. Рәшит Назар поэзияһында тәбиғәттең һүрәтләнеше

Шағирҙың  әҫәрҙәрендә тәбиғәт тураһындағы  образдар төрлөлөгө.

 Кеше тәбиғәт менән һәр ваҡыт бергә, тығыҙ бәйләнештә тора,унан башҡа йәшәй ҙә алмай. Эйе, Рәшит  Назаровтың күп шиғырҙары тәбиғәткә, тереклеккә арналған, сөнки ул – тәбиғәт балаһы, уны ярата. Шағир үҙенең ижады менән ошо хәҡиҡәтте тулыһынса раҫлай. Миҫал өсөн  уның шиғырҙарын ҡарап үтәйек.

Шағир «Яҙ йыры » шиғырында ғашиҡ егеттең кисерештәрен шаулап-гөрләп килгән яҙ менән сағыштыра:

Яҙ хаҡында яҙам,яҙ хаҡында!

Нурҙар! Нурҙар! Ташып килегеҙ!

Яҡты дауыл булып,өйөрөлөп,

Баш өҫтөмдә ем- ем көлөгөҙ!

 Ғашиҡ кеше һөйөү хистәренең яҙ кеүек тиҙ генә үтеп китмәүен теләй. Тәбиғәт, бигерәк тә яҙ айҙары, йәш шағирҙың күңел түренә үтеп инә.Был юлдарҙа лирик геройҙың күңел хистәре тәбиғәт менән ауаздаш.

Яҙ үҙе менән һәр ваҡыт яңы хистәр, яңы кисерештәр алып килә. Шағир яҙ килеүгә бөтә йөрәгенән шатлана, яҙ унда яңы өмөттәр, киләсәккә ышаныс уята:

Яҙ!..Күкрәктә йөрәк тып! тып! ҡаға!

Тәү тамсылар тама – тып ты тып!

Ят йылмая…Ерҙә тормош аға..

Йә,ҡара һин уны туҡтатып!

      

 

     Ҡыш ергә паклык, сафлыҡ бүләк итә, уны ҡурсалай, яҙға тиклем һаҡлап тора. Аҡ ҡауырһын кеүек яйлап ҡына  ҡар бөртөктәре төшкән саҡта күңелдә моң уяна, йыр тыуа.

Ялҡын туғаны –

Йөрәгем,һөйөн:

Ҡар ята алмаҫ

Түреңә һинең.

 

Шағир үҙенең күп әҫәрҙәрендә тыуған еренең һәр биҙәген, үләнен, сәскәһен, ҡайындарын, баландарын – бар тәбиғәтен өҙөлөп һөйөүен сағылдыра.

          Шағирҙың яратып күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иткән образдары бар.

         Шуларҙың береһе – Ҡояш. Уның һәр шиғырында тиерлек ҡояш образын осратаһың. Ҡояш – ул шағир өсөн сафлыҡ,хаҡлыҡ,юлдаш, йәшәү сығанағы.  Тыуған еренә булған һөйөүен һәм рәхмәтен дә шағир Ҡояш образы аша бирә.

Йәйге ҡояш яңы ғына эле

Ҡалҡып килә ине ул саҡта..

Беҙ йүгерҙек күмәк, беҙ йүгерҙек

Тау башында ятҡан ҡояшҡа.

 

      Тәбиғәттең сәскә, үлән – үҫемлектәре. Шағир тормошта һәр нәмә бер – береһе менән тығыҙ бәйләнештә булыу концепцияһына таяна.

Шишмә ҡырында аҡ ҡайын,

Аҡ ҡайын үҫә,

Йылы елдәр,наҙлап уны,

Яй ғына иҫә.

               

              Тәбиғәт һәм кеше темаһы – мәңгелек!  Рәшит Назарҙың күп әҫәрҙәрендә тәбиғәт менән кешелек донъяһын йәнәш ҡуя.Тәбиғәттең үҙ ҡанундары бар, кешеләр ҙә,тәбиғәт балаһы булғас, шул ҡанундарға буйһона. Ә ниңә һуң ошо аңлы,тәүфиҡлы зат,ниндәйҙер ҡырағай бойороҡтарға буйһоноп,бер – береһен ашай, яуызлыҡтар ҡыла?

        Тәбиғәтте һаҡлау һәм киләсәк быуындарға уны тапшырыу – һәр кешенең изге бурысы.

 

 

 

II бүлек. Шағир телендә күркәмлек саралары

        Рәшит Назарҙың  поэзияһында  төҫтәр сағылышы һәм  һүрәтләү саралары.

     Тыуған иленә мөкиббән ғашиҡ булған шағир,үҙенең шиғырҙарын төрлө төҫ – буяуҙар ярҙамында ла күрһәтә. Шиғырҙан алынған өҙөктәрҙән миҫалдар ҡарап китәйек.

Зәңгәр күлдәр – уйсан зәңгәр күҙҙәр –

Зәңгәр бейеклеккә текләгән,

Улар мәңге күккә генә баҡҡан,

Улар мәңге йәштәр түкмәгән.

 

Ап- аҡ бәхет тураһында яҙам мин,

Ап – аҡ көндән, ап –аҡ сәскәнән наҙ алып…

Ләкин..ләкин,төҙәлмәҫ бер яралай,

Йөрәгемдә ята һаман ҡаҙалып.

      Билдәле булыуынса һәр төҫтөң символик төшөнсәһе бар: аҡ – сафлыҡ, күк – иркенлек, йәшел – йәшлекте, зәңгәр – матурлыҡ һ.б., ә был шиғырҙарҙа автор зәңгәр, ал, аҡ, йәшел төҫтәрҙе уңышлы файҙаланып ,улар ярҙамында ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра.

     Шағирҙың шиғырҙарын уҡығандан һуң, шиғырҙар донъяһы төрлө төҫтәрҙән торған йәйғорҙо күҙ алдына баҫтыра.

      Рәшит Назар үҙенең шиғырҙарында һүрәтләү һәм лексик сараларын уңышлы һәм урынлы ҡуллана. Шуға күрә уның әҫәрҙәре хис – тойғоларға  бай. Был фекерҙе түбәндәге миҫалдар раҫлай :

 Сағыштырыу

Һөйөүең дәртте

Ҡандырыр кеүек,

Ә яҡын барһам,

Яндырыр кеүек.

 

  Уның поэзияһында сағыштырыуҙарҙың төрлө формаларын осратырға мөмкин.

    Образлы  һынландырыу алымы булараҡ  Рәшит Назар эпитеттарҙы, метафора һәм йәнләндереүҙе уңышлы ҡуллана

     Эпитет

Йәйге ҡайнар ҡояш нуры

Ҡунып керпек осона,

Әллә ниҙәр әйтер булып,

Осона ла осона.

 

Яҡты кистәр миңә

Татлы хистәр бирә,-

Мин шул хистәр менән туҡланам.

 

Йәнләндереү

Көлә – көлә ҡояш килә,

Күтәреп яҙҙы.

Иртә лә кис елдәр иҫә,

Елдәре наҙлы.

Метафора

Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде

Һәм йомарлап устарыма

Илттем уны дуҫтарыма.

    Шағирҙың әҫәрҙәрендә лексик төркөмсәләрҙе лә табырға була. Тәбиғәттәге ҡапма-ҡаршылыҡты күрһәтеү өсөн автор антонимдар һәм антитеза алымын ҡулланған.

Антоним

Йәшәү ҙә бар, эйе, үлем дә бар,

Икеһе лә бер күк аҫтында...

Тик йәшәү гел ғорур баҫып атлай,

Үлем йөрөй,

Боҫоп,

Хаиндай...

 

 

 Антитеза

Төн һымаҡ һымаҡ һин тынаһың да

Көн кеүек йылмаяһың.

Ахыры,айҙың серен йыйып,

Ҡояштан нур алаһың!...

Омонимдар

Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә,утлы йәшен,

Һанап – һорап тормай һис бер кемдең йәшен,

Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын –йәшен;

Көйҙөрөр тип ҡурҡһаң әгәр,ҡас һин,йәшен,

Ҡоя күрмә тик аҙаҡтан күҙең йәшен!

Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә,утлы йәшен.

 

Омофондар

                                          Алыҫ йондоҙ – хыял йылмайғанда,

Йылмайғанда шашып, яҙғы һыу,

Бөтә ғүмеремә ал нур бөркөп,

Йылмайғайны бер саҡ бер һылыу…

Синонимдар

 

Уралымдың баҫтым да ҡап уртаһына

Дүрт офоҡҡа ҡараным мин..

 

Йөрәк ҡағып ғәйрәт менән

                   байҡайым мин

Ҡалдырмайынса өҫтө- аҫты…

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йомғаҡлау

 

 Эҙләнеүҙәр  һөҙөмтәһендә  Рәшит Назарҙың әҫәрҙәрендә мәңгелек теманың күп урын алыуын асыҡланым. Шағир ошо теманы яҡтыртҡанда тәбиғәт менән кешенең һәр ваҡыт бергә булыуын, бер-береһен тулыландырып килеүен билдәләй.

Рәшит Назар поэзияһын күҙәтеп,уның иң яратҡан образдарының ҡояш, ел, ҡоштар, сәскә, үлән-үҫемлектәре икәнен асыҡланым. Автор уларҙы төрлөсә итеп һүрәтләй, сөнки тәбиғәт һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Тәбиғәттең кисерештәрен шағир күңеле аша үткәрә, уның хәлен аңлай, борсола, һыҙлана.

Шағир тәбиғәттең төрлө сағын, үҙгәреп тороуын күрһәтеү өсөн төҫ – буяуҙарҙы оҫта ҡуллана. Уның шиғырҙарын уҡып, тәбиғәттең иҫ киткес матур, хозур икәненә ышанаһың.

         Һүрәтләү һәм лексик сараларын шағир бик оҫта ҡулланған. Был саралар уға образдарҙы тулыраҡ, аңлайышлыраҡ асырға ярҙам итә.

Рәшит Назар поэзияһы үҙенсәлеген өйрәнеп,үҙем өсөн көтөлмәгән асыштар яһаным,шағирҙың рухи донъяһы хаҡында ни саҡлы ҡатмарлы  икәнлегенә төшөндөм.

Ул  ысындан үҙ халҡының тоғро улы, үҙ еренең ысын патриоты, һүҙ оҫтаһы, киләсәкте алдан күреп, төрлө хәүефтәрҙән ҡурсалай. Бөгөнгө тормоштоң аҡлыҡтары менән  бергә ҡара таптары ла булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә, беҙҙе лә аҡты ҡаранан айырырға өндәй, киләсәккә өмөт, ышаныс менән ҡарарға саҡыра.

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Назаров Рәшит. Йәшен. – Өфө: “Китап”,1994 йыл

2. Рәшит Назаров “Ҡояш юлы буйлап”. Өфө – 1970

3. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө – 2003

4. Ғафаров  Б.Б. Лирик әҫәрҙе өйрәнеү. Өфө -1996

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Учебно-исследовательская работа по башкирской литературе "Рашит Назар""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель научной организации

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 638 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.02.2023 117
    • DOCX 28.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сулейманова Эльза Гафуровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сулейманова Эльза Гафуровна
    Сулейманова Эльза Гафуровна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16386
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 23 человека

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 87 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка и литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1539 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 4 914 человек

Мини-курс

Основы образовательной политики и информатики

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология сиблингов в семейной структуре

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 31 человек из 17 регионов

Мини-курс

Основы продаж и управление продуктом

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе