Инфоурок Родная литература Другие методич. материалыУрок-игра по башкирской литературе, географии Башкортостана, истории и культуре Башкортостана для 10-11 кл.

Урок-игра по башкирской литературе, географии Башкортостана, истории и культуре Башкортостана для 10-11 кл.

Скачать материал

Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы мәғариф бүлеге

Прибельский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының филиалы

Бишауыл -Уңғар урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

                  

 

 

 

 

 

 

 “Ә һин Башҡортостанды беләһеңме?” уйыны

 (10-11-се класс уҡыусылары өсөн

кластан тыш сараның эшкәртмәһе)

 

 

              

 

 

 

                                   

 

                                 Башҡарҙы: Исхаҡова Рәмилә

Филарит ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

 уҡытыусыһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2021 йыл

“Ә һин Башҡортостанды беләһеңме?” уйыны

 (кластан тыш сара)

Предмет: Башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан географияһы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте.

Класс: 10-11 класс.

Дәрестең темаһы: “Ә һин Башҡортостанды беләһеңме?” уйыны (кластан тыш сара).

Дәрестең маҡсаты: ҡыҙыҡлы уйын аша Башҡортостан хаҡында мәғлүмәттәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, яңы мәғлүмәттәрҙе анализлап, иҫтә ҡалдырыу, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереү, Тыуған илгә ҡарата һөйөү уятыу.

Дәрес төрө: кластан тыш сара (дәрес-уйын).

Методтар һәм алымдар: әңгәмә, һорау-яуап алымы

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, мәрәйҙәр күрһәтелгән карточкалар, презентация

Әҙәбиәт:

1.Мәктәп календары. З.Х. Ҡазыева, Д.Г. Мурзаҡаева.Өфө, Китап, 2014-2016 йй.;

2.Башҡорт энциклопедияһы. Электрон нөсхә – Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, 2013-2016;

3.Башҡорт әҙәбиәте. Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 7-се класы  өсөн уҡыу ҡулланмаһы. М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х. Иҙелбаев Өфө: Китап, 2017;

4.Башҡорт әҙәбиәте. Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 8-се класы  өсөн уҡыу ҡулланмаһы. М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х. Иҙелбаев Өфө: Китап, 2017;

5.Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте. Хрестоматия. Урта мәктәптең 11-се класы өсөн. Ғ.Б. Хөсәйенов., Р.Н. Байымов. – Өфө, Китап, 2012.

 

Дәрес - уйын барышы

 

Этаптар

Уҡытыусы эшмәкәрлеге, һорауҙар

Уҡыусылар эшмәкәрлеге (күҙаллау)

Ойоштороу мәле

- Хәйерле көн, уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, хәйерле көн теләп, бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ! Яҡшы көн теләйек! Яҡшы энергияны бер-беребеҙҙән алайыҡ! Сөнки бөгөн дәрестә бик иғтибарлы һәм яҡшы күңелдә булыу кәрәк буласаҡ.

“Хәйерле көн!” – тип әйттеләр,

Яуап бирҙем: “Хәйерле көн!”

Күңелгә йылылыҡ керҙе –

Мотлаҡ эштәр уңыр бөгөн.

- Бөгөн беҙ “Ә һин Башҡортостанды беләһеңме?” тип аталған уйынға йыйылдыҡ. Командалар, үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ.

(Алдан 10-11-се класс уҡыусылары ике командаға бүленеп, үҙҙәренә исем, девиз, йыр һайлап ҡуялар.)

 

 

 

 

(Командалар үҙҙәре менән таныштыралар.)

 

Уйындың ҡағиҙәләрен аңлатып үтеү

-                     Хөрмәтле уҡыусылар, ә хәҙер иғтибар менән уйындың ҡағиҙәләре менән танышып үтәйек. Уйын Башҡортостанға бәйле булған этаптарҙан тора. Этаптарҙа бер нисә һорау. Һәр дөрөҫ булмаған яуап өсөн команданан бер уйынсы сығарыласаҡ.

-                     Жюри ағзалары менән танышып үтәйек.

 

 

 

 

 

 

 

(Жюри ағзаларын таныштырып үтеү.)

Уйын барышы

- Хөрмәтле ҡатнашыусылар, уйынды башлайбыҙ. Һеҙҙең алда өс бүлек, шуның берәүһен йәрәбә буйынса еңгән команда һайларға тейеш.

 

 

БЕРЕНСЕ ЭТАП – ТӘБИҒӘТ, ГЕОГРАФИЯ

 

- Тимәк, Тәбиғәт, География тигән рубриканы һайланығыҙ.

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
...Картаға ҡарап, еремде:
- Бер япраҡ саҡлы, - тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным - илем!
(М. Кәрим)

 

Ә хәҙер, иғтибар, һорау!

 

Беренсе һорау:

Был йылғаның исеме уға аҡһыл-көмөшлө  төҫө өсөн бирелгән. Бындай төҫ йылғала эзбиз тоҡомдары таралыу  һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Йылғаның сығанағы Әүәләк һәм Оло Ирәмәл тауҙары араһында. Йылға Яңы Хөсәйен ауылынан 6 саҡрымда урынлашҡан. Был ниндәй йылға?

 

- Афариндар!

 

Икенсе һорау:
Башҡортостандағы ул урын - донъялағы иң билдәлеләрҙең береһе. Диаметры – 2 километр, тәрәнлеге – 500 метрҙан ашыу. Был ниндәй урын?

 

Өсөнсө һорау:

Был ҡалаға 1995 йылда нигеҙ һалына. Башҡортостандағы иң йәш ҡала. Кесе Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Башҡортостанданғы ниндәй ҡала тураһында һүҙ бара?

Өҫтәмә һорау:

Өфө ҡалаһының майҙаны эсенә Европалағы был илдең баш ҡалаһын ете тапҡыр һыйҙырырға була. Ниндәй илдең баш ҡалаһы тураһында һүҙ бара?

 

- Хөрмәтле жюри ағзалары, һеҙгә һүҙ.

 

 

- Хөрмәтле уйында ҡатнашыусылар, икенсе бүлекте һайларға ваҡыт.

 

Икенсе этап – ДАНЛЫҠЛЫ ШӘХЕСТӘР

 

- Сал бөркөттәр осҡан Башҡортостан –

Салауаттай ирҙәр төйәге,

Нисә быуын яугир ҡаһармандар

Россияның булды терәге. (А. Игебаев.)

 

- Иғтибар, һорау!

 

Беренсе һорау:

Гитлер был башҡортто үҙенең шәхси дошманы тип иғлан итә. Кем дә кем уны тотоп алып килә, уға ике миллион рейхсмарк түләйәсәген белдерә. Уның тураһында иң беренсе булып китапты немец яҙыусыһы яҙа. Кем тураһында һүҙ бара?

Икенсе һорау:

Корней Чуковский көндәлегенән: “13 октября 1953 года. “Подошел башкир, студент, без шляпы, разговорились. Крепкие белые зубы, милая улыбка. Душевная чистота, благородство, пытливость. Знает Пушкина, переводит на башкирский язык Лермонтова. Простой, спокойный, вдумчивый — он очень меня утешил — и как-то был в гармонии с этим солнечным добрым днем. Учится он в Литинституте, слушает лекции Бонди. Почему-то встречу с ним я ощущаю как событие…» Корней Чуковский кем менән осраша?

Өсөнсө һорау:

 XX быуаттың башында билдәле башҡорт ҡурайсыһы Париж сәхнәһенә сығып, сәхнәлә үк ҡурай эшләп, шул ҡурайҙа уйнай. Уға бер ҡатын ышанмай, аппаратура ҡайҙа торғанын һорай башлай һәм, әгәр ҙә ҡурай ысын тауышлы булһа, уға үҙенең балдағын бирергә ризалаша.

Ҡурайсының исем шәрифе нисек?

 

Өҫтәмә һорау:

Рәшит Нурмөхәмәтов төшөргән был картина нисек атала?

- Хөрмәтле жюри ағзалары, һеҙгә һүҙ.

 

- Хөрмәтле уйында ҡатнашыусылар, өсөнсө бүлектең темаһы билдәле: “Әҙәбиәт”. Беренсе булып һорауға яуапты иң күп мәрәй йыйған команда бирә.

 

Өсөнсө этап – ӘҘӘБИӘТ

 

- Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар. (Р.Бикбаев.)

 

- Иғтибар, һорау!

 

Беренсе һорау:

Беренсе Донъя һуғышында ҡапма-ҡаршы һуғышыусылар араһында шундай күренеш күҙәтелә: һалдаттар атышыуҙан туҡтап, тынлыҡ ваҡытында окоптарҙан сығып, бер-береһе менән аралашҡан, тәмәкеләре менән бүлешкән. Был күренеште бер башҡорт яҙыусыһы үҙ әҫәрендә һүрәтләй. Әҫәрҙең авторын һәм исемен атағыҙ?

 

Икенсе һорау:

Борон бер ауылда  ҡарт йәшәгән. Уның ете улы булған. Ҡыш етә, ауылда аслыҡ башлана. Ҡарттың бер-бер артлы улдары үлә башлай. Ҡарт, өлкән улы үлгәндән һуң, бер ағас өлөшөн соҡоп алған, шуға ҡыл тартып ҡуйған һәм ғазаплы йырҙар йырлаған.

Был легенда нимә тураһында?

 

Өсөнсө һорау:

«…Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың…»

Был ниндәй йырҙан өҙөк?

 

 

Өҫтәмә һорау:

Ҡайһы яҙыусыны “Урман йырсыһы” тип атайҙар?

 

- Хөрмәтле жюри ағзалары, һеҙгә һүҙ.

 

 

- Ә хәҙер таҡта янына командаларҙың капитандарын саҡырабыҙ. Уйындың аҙағына яҡынлашып киләбеҙ. Финалға ла еттек. Капитандар, рәхим итегеҙ! Һорау биреләсәк, һеҙ яуаптарығыҙҙы бер минут эсендә ҡағыҙға яҙырға тейешһегеҙ.

 

КАПИТАНДАР БӘЙГЕҺЕ

Һорауҙар:

1. Билдәле легенда буйынса башҡорт яугирҙары диңгеҙ буйындағы дәүләтте яулап алалар. Улар шул урындарҙа бай һарайҙарҙа ҡалырға теләк белдерәләр. Күпмелер ваҡыт үткәс,  яугирҙарҙың

 тыуған яҡтарынан хаттар килә башлай, әммә яугирҙар кире яуап ҡайтармайҙар. Яугирҙарҙың ғаиләләре аҡһаҡалға мөрәжәғәт итә. Аҡһаҡал хат менән янсыҡҡа бер нәмә һалып ебәрергә ҡуша. Аҡһаҡал янсыҡҡа нимә һалырға ҡуша?

 

2. 2018 йылдың 1 мартында башҡорт халҡы өсөн мөһим тарихи ваҡиға булды. Был ваҡиғаны айырыуса йыр-моң һөйөүселәр йылы ҡабул итте. Нимә тураһында һүҙ бара?

 

(Йәрәбә үткәрелә. Еңгән команда бүлек темаһын һайлай. Мәҫәлән, “Тәбиғәт, География” бүлеген.)

 

 

(Ҡатнашыусылар дөрөҫ яуап бирһә, командаға мәрәй бирелә, әгәр ҙә дөрөҫ яуап бирмәһәләр, команданан бер кеше сыға. Артыҡ кешене команда үҙе һайлай.)

 

 

 

 

Ағиҙел йылғаһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Сибай карьеры

 

 

 

 

 

Межгорье ҡалаһы

 

 

 

 

 

 

Франция, Париж

 

 

 

 

 

(Жюри ағзалары кемдә нисә мәрәй икәнен әйтә.)

(Кемдең мәрәйе күберәк, шул һайлай. Мәҫәлән, “Данлыҡлы шәхестәр” бүлеге.)

 

 

 

 

 

 

 

Ҡара Генерал – Даян Мурзин

 

 

 

 

 

 

 

Рәми Ғарипов

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йомабай Иҫәнбаев

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

“Чехов Башҡортостанда”

 

 

 

 

 

(Жюри ағзалары кемдә нисә мәрәй икәнен әйтә.)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Д.Юлтый, “Ҡан” романы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йатаған(Ятаған)

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны

 

 

 

 

Ноғман Мусин

 

 

(Жюри ағзалары кемдә нисә мәрәй икәнен әйтә.)

(Капитандар үҙҙәре сығалар. Ҡулдарында ҡағыҙ биттәре һәм ручка.)

 

 

 

 

Хуш еҫле үләндәр менән тупраҡ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡурай Башҡортостандың төбәк бренды булараҡ теркәлде

Йомғаҡлау

- Шулай итеп, уйын аҙағына яҡынлашты. Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ.

 

- Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

 

- Хөрмәтле уҡыусылар, бөгөнгө уйын оҡшанымы?

- Һорауҙар ауыр инеме? Яңы мәғлүмәттәр булдымы?

 

- Күреүегеҙсә, Башҡортостан Республикаһы, йәғни Тыуған илебеҙ, бай тарихлы, иҫ киткес тәбиғәтле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә тулы. Данлыҡлы шәхестәре менән ғорурланырға ғына ҡала. Ошоларҙың барыһын да ишеткәс, күңелдә үҙенән-үҙе төрлө хис-тойғо барлыҡҡа килә. Уҡыусылар, ә ниндәй тойғо булырға мөмкин?

- Афариндар! Эйе, Тыуған илде яратыр һәм киләсәктә Ватаныңды сәскә аттырыр Шәхес итеп үҙегеҙде үҫтерер кәрәк. Был юҫыҡта һеҙгә уңыштар теләйем! Дәресебеҙ тамам! Һау булығыҙ!

(Жюри ағзалары еңеүсе команданы билдәләйҙәр.)

 

 

-         Эйе, юҡ...

 

-         Эйе, юҡ... Булды, булманы...

 

-         Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ...

 

 

 

 

 

 

 

 

-         Рәхмәт! Һау булығыҙ!

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок-игра по башкирской литературе, географии Башкортостана, истории и культуре Башкортостана для 10-11 кл."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Промышленный дизайнер

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Через урок-игру учащиеся вспоминают не только историю Башкортостана, его знаменитых личностей, но и расширяют знания по данной теме.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 652 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.01.2022 229
    • DOCX 413.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхакова Рамиля Филаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхакова Рамиля Филаритовна
    Исхакова Рамиля Филаритовна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 27251
    • Всего материалов: 21

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ЕГЭ по литературе в условиях реализации ФГОС СОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 171 человек

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 23 человека

Мини-курс

Управление проектами и стоимостная оценка в современном бизнесе

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Художественная гимнастика: углубленная физическая подготовка

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методы и подходы проведения трекинга и менторства

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе